Эштән автобуста ҡайтып киләм. Йәнәш ултырған ике әбейҙең үҙ-ара һөйләшкәненә ҡолаҡ һалдым.
— Ҡарале, әхирәт, был тиклем дә ҡәбәхәттәр бар икән дә донъяла! Анау сәсрәп киткер Исмәғилде әйтәм. Яман әшәке әҙәм булып сыҡты.
— Ҡуй инде, ҡуй! — ти икенсеһе, ҡулдарын ян-яҡҡа һелтәп. — Был тиклем аҙымға нисек баҙнат итте икән, мәхлүк. Әллә иблис ҡотортҡан инде...
— Шулайҙыр ул. Бына шуны күрһәтергә ейәнемде лә алдым әле. Күрһен тим, исмаһам, фәһем булыр. Исмәғил кеүектәрҙең урыны — тамуҡта...
Был һөйләшеүҙе ишеткәс, йөрәк жыу итеп ҡалды. Ниндәй енәйәтсе хаҡында һүҙ бара икән? Етмәһә, шул яуызды күрһәтер өсөн ейәнемде лә алдым, ти бит әбекәй. Хәүеф тә, ҡыҙыҡһыныу ҙа артты миндә. Башыма ниндәй генә уй килмәне! Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуым өҫтөнлөк итте: быларҙың артынан барырға булдым. “Нур” театры туҡталышында төштөләр. Үҙем бынан алыҫыраҡ йәшәһәм дә, тегеләрҙең артынан ҡалышманым. Шымсы кеүек эҙҙәренән барам.
Әбейҙәр театр ишеге алдына барып баҫҡас, аптырап ҡалдым. Бындайын мәҙәниәт усағында енәйәтселәргә урын булыуы мөмкин түгел. Ә бит мин ҡартластарҙың һөйләшкәнен асыҡ ишеттем.
Ысынлап та, бында ниндәйҙер ғиллә бар! Тиктомалдан халыҡ унда эркелеп бармаҫ ине. Ана бит, театрға инеп өлгөрәйем тип олоһо ла, йәше лә оҙон сиратҡа теҙелгән!
Ниндәй тамаша буласағын белгәс, барлыҡ насар уйым елгә осто. Баҡтиһәң, Өфөгә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры килгән. Бына инде өсөнсө көн “Нур” сәхнәһен дер һелкетәләр икән. Әле лә тамаша залы шығырым тулы. Хатта, барыһына ла урын етмәгәс, өҫтәмә ултырғыстар ҡуйғандар. Һәр кем шаршау асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә...
Ауылдың иң аҫыл егете Хәлил сибәрҙәрҙән-сибәр, һөйкөмлө, яғымлы Ғәлиәбаныу исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Улар көн дә киске уйынға сыға. Егет, үҙенең сикһеҙ мөхәббәтен белдереп, һылыуҡайға бағышлап йыр башҡара. Шулай итеп, йәштәрҙең йөрәге мөхәббәт ялҡынына тулышып тибә. Барыһы ла уларса килеп сыҡмаҡсы. Тиҙҙән Хәлил Ғәлиәбаныуҙың ҡулын һоратып килер, шунан туғандарының фатихаһын алғас, һөйгәне менән мәңге һөйөп-һөйөлөп йәшәрҙәр...
Тик тормошта бөтә нәмә лә беҙ теләгәнсә булмай шул. Байлығынан тамам шашынған Исмәғил йәштәрҙең араһына инә. Уның бар уйы — Ғәлиәбаныуҙы үҙенеке итеү. Был мәкерле теләгенә өлгәшеү өсөн ярлы ҡыҙҙың ата-әсәһенә барып һөйләшә. Бәҙри ҡарт менән Ғәлимәбаныу әбей, балаһын бәхетле итәм тип, уны ярлы Хәлилгә түгел, ә мул йәшәгән Исмәғилгә кәләшкә бирергә уйлай. Ҡыҙ ҡаршы килһә лә, атаһы уны барыбер туҡмап булһа ла күндерә. Бына иртәгә яуыз Исмәғил аҡса тотоп киләсәк тә һыу һөлөгөләй ҡыҙҙы үҙенә алып ҡайтасаҡ.
Хәлил дә ебеп төшкәндәрҙән түгел шул. Төнөн килеп, һөйгәнен урларға була. Бына күрерһегеҙ әле, Ғәлиәбаныуы менән ғаилә ҡорорҙар, бынамын тигән донъя көтөрҙәр, береһенән-береһе матур балалар үҫтерерҙәр. Әммә был татлы хыялдарға тормошҡа ашырға яҙмаған шул. Төнөн Исмәғил, ҡапҡа төбөндә аңдып тороп, Хәлилде атып үлтерә...
Дәррәү алҡыштар, “браво!” тигән тауыштар, күҙ йәштәрен һөртөүҙәр... Бына шулай тәьҫир итте стәрлетамаҡтар ҡуйған “Ғәлиәбаныу” музыкаль драмаһы. Тамаша тамамланғас та халыҡ ҡайтырға ашыҡманы. Улар актерҙарҙы аяғүрә баҫып, оҙаҡ алҡышланы.
Күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ы — драматургияла ныҡлы урын алған әҫәрҙәрҙең береһе. Был пьеса Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре сәхнәләрендә лә уйналды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының репертуарынан күп йылдар төшмәне.
“Ғәлиәбаныу”ҙы сәхнәләштереп, Стәрлетамаҡтың милли театры сәптең нәҡ уртаһына тейҙерҙе. Бының өсөн ижади коллектив пьесаның ҡуйыусы режиссеры, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаеваға рәхмәтле. Әйткәндәй, билдәле сәхнә оҫтаһы үҙе лә оҙаҡ йылдар оло кинәнес һәм ихласлыҡ менән сәхнәлә Ғәлиәбаныуҙы уйнаған.
“Ғәлиәбаныу”ҙа ҡатнашҡан актерҙарҙың оҫталығы хаҡында ла әйтмәй булмай. Һәр герой — үҙ урынында. Яһалмалыҡ та, шаштырыу ҙа юҡ уларҙа. Ғәлиәбаныуҙы — Резеда Әмәкәсова, Хәлилде — Рафиҡ Хәсәнов, Бәҙри менән Ғәлимәбаныуҙы Башҡортостандың халыҡ артистары Ниса һәм Филарит Бакировтар, Исмәғилде республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы Фәим Әхмәтйәнов шул тиклем ихлас уйнаны. Тамаша барғанда иғтибарҙы, исмаһам, бер минутҡа ла ситкә ебәрмәнеләр. Сәхнәнең матур биҙәлеше лә, актерҙарҙың шул заманға тап килгән зауыҡлы кейемдәре әле булһа күҙ алдынан китмәй. Театр шулай булырға тейеш тә!
— Бындай тамашаны күптән күргән юҡ ине, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев. — Халыҡ стәрлетамаҡтарҙың һәләтенә әллә ҡасан уҡ төшөнгән, шуға ла уларҙы ҡарарға кеше күп йөрөй. Дуҫ һәм татыу ижади коллектив ҡына ошондай уңышҡа өлгәшә алалыр.
Әгәр әбейҙәргә эйәреп килеп театрға юлыҡмаһам, шундай сағыу тамашанан ҡолаҡ ҡағыр инем! Эйе, “Нур” татар дәүләт театрында күңелем тағы ла нурланып китте. Яңы ғына яуған ҡырпаҡ ҡарҙан атлап, театрыбыҙҙа шундай саф әҫәрҙәр күберәк ҡуйылһын ине, тигән теләктә ҡайтыу яғына ыңғайланым.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ