Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөғжизәле “Мөхәббәт күле”
Мөғжизәле “Мөхәббәт күле”…Тирә-яҡҡа “үләттәр ауылы” тигән даны таралған ерҙә ике ҡоҙа — Кәбир менән Хәким йәшәй. Тағы ла бер ҡарт, йәғни Ғабдулланан башҡа ауылда бүтән кеше лә ҡалмаған. Һәр хәлдә, бөтөп барған ауылдың яҙмышы тап ошо өсәүҙең ҡулында. Балталары һыуға төшкәндәй, күңелдәре һүрелеп барған ваҡытта ҡарттар бик ҡиммәтле хазинаға тап була. Баҡтиһәң, Хәким ҡарттың ишек алдындағы һаҫыҡ күле тылсымлы көскө эйә икән. Әгәр ҙә шул күлдә ҡойоноп, уның һыуынан ауыҙ итһәң, йәшлектәге ғәйрәт ҡайтып, дәрттәр артып китә, имеш. Был турала хатта боронғо сәйәхәтселәр үҙҙәренең көндәлектәрендә лә яҙып ҡалдырған, ти. Ҡарттар мөғжизәле күлдең тылсымын татып ҡарамаҡ була...

Тап ошо, көлкөлө лә, ҡыҙғаныс та ваҡиғаларға бәйләп милләтебеҙҙең бөгөнгө хәленең бер нисә проблемаһын асып һала автор. Башҡорт ауылдарының бөтә барыуы, еребеҙгә, һыуыбыҙға ҡул һонған сит милләт байҙары, шуларға аҡсаға һатылған урындағы етәкселәрҙең мәкерлеге лә асыҡ һүрәтләнә. Ҡалала түрәлек вазифаһын биләп, бай, етеш тормошта йәшәп тә, атайҙарын ҡарттар йортона алып барып ташлаған мәрхәмәтһеҙ балалар хаҡында ла бәйән ителә. Ғүмер буйы ситтә йөрөп, ҡартайған көнөндә тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнгән әбейҙәр ҙә тамашаға йәм өҫтәй.
Пьесаның авторы Мөҙәрис Багаев – был проблемаларҙы ишетеп түгел, күреп, тойоп, йәне әрнеп күҙәткән кеше. Спектаклдәге образдың ысынбарлыҡта Ишембай районының бер ауылы биләмәһендә ер һатып алып, урман уртаһында дәү йорт төҙөп, ял итергә килеп йөрөгән Мәскәү байының улынан алыныуы ла дәлилләй быны.
– Ҡайһы ваҡыт комик күренештәр аша асып һалынған проблемалар кешегә нығыраҡ аңлашыла, күңеленә үтеп инә. Азат Йыһаншин менән бергә был спектаклде сәхнәгә сығара алыуыбыҙға бик шатмын. Салауат башҡорт дәүләт драма театры минең дүртенсе спектаклемде ҡуйҙы. Бергәләшеп эшләү осоронда артистар яҡын дуҫтарыма әйләнде, – ти автор.
Ҡарттар һәм әбейҙәр образын сағыштырмаса йәш артистарҙың тыуҙырыуы ла айырым бер үҙенсәлек бирә комедияға. Уларҙың килештереп уйнауы, ваҡыты менән артыҡ комизмға бирелеп китеүҙәре лә урынлы.
Төп ролдәрҙе халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев (Хәким), Фәтих Ҡолһарин (Кәбир), Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов (Ғабдулла), республикабыҙҙың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Гөлфирә Сәфиуллина башҡара.
– Наилә Сәфәрғолова Салауат театрында спектакль ҡуйырға саҡырғас, оҙаҡ уйлап тормай ризалаштым. Ут күршеләр менән эшләп ҡарау теләге күптән бар ине. Ә спектакль һайлауға килгәндә, Мөҙәрис Багаевтың “Мөхәббәт күле”н тәҡдим иттем. Был спектаклде күптән ҡуйырға хыяллана инем. Артистар ҙа теләп, ихлас башҡарҙы ролдәрҙе. Миңә Салауат артистары менән эшләү бик оҡшаны, саҡырһағыҙ, тағы ла килермен әле, – тип премьеранан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе режиссеры Азат Йыһаншин.
Салауат сәхнәһендә премьера ике көн дауам итте. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр тамашала зал шығырым тулы булды. Ҡалала театр, сәнғәт һөйгән халыҡ йәшәүен дәлилләй был. Ә артистар иһә Татарстанға гастролгә юлланды. Мөғжизәле “Мөхәббәт күле”нә сумыуҙан башланған миҙгелдең уңышлы булырына шик юҡ.
Рима ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Салауат ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779