Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр саҡ эҙләнеү юлында
Һәр саҡ эҙләнеү юлындаТеатрһыҙ милләт юҡ.
А.Н. Островский.
Һуңғы айҙарҙа Өфөнөң мәҙәни тормошонда, шулай уҡ тотош республикала иҫтәлекле ваҡиғалар байтаҡ булды. Шуларҙың береһе — Олег Закир улы Хановтың Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе. Ошоға бәйле тамашасыларҙы ла, театрҙы ла киләсәктә нимә көтә һуң?
Олег Закир улы Ханов — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1989—1994 йылдарҙа Өфөләге Йәш тамашасы театрында художество етәксеһе, 1997 йылдан Мәскәүҙәге А. Райкин исемендәге “Сатирикон” театрында дүрт йыл актер булып эшләй. 2000 йылда Олег Ханов М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрына күсә. Унда бик күп спектаклдә төп ролдәрҙе башҡара. Әле лә ошо театр менән хеҙмәттәшлекте дауам итә. Быйыл 25 июндә Ырымбур драма театры Сочи ҡалаһында үткәрелгән “Театраль Олимп” фестивалендә ҡатнашты. Актерҙар Шекспирҙың “Ричард III” трагедияһын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Донъя әҙәбиәтендә яуызлыҡ кәүҙәләнеше булған төп персонажды Олег Ханов уйнаны.
— Олег Закир улы, хәҙер Һеҙ театрҙың художество етәксеһе. Әлегә тиклем 16 йылдан ашыу Башҡортостандан ситтә эшләнегеҙ.
— Әммә туған театр менән рухи бәйләнеште юғалтманым, сөнки булмышым Башҡорт драма театры менән һуғарылған. Сағыу тамашалары менән үҙенсәлекле уҙған быуаттың 70—90-сы йылдары М. Ғафури исемендәге академия драма театры тамашасыларының хәтерендә йылы иҫтәлек булып һаҡланалыр. Ул йылдарҙа йәмғиәттәге ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҙгәрештәрҙе сағылдырған “Тапшырылмаған хаттар”, “Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”, “Салауат”, “Ҡыҙыл паша”, “Әсәләр көтәләр улдарын”, “Айһылыуҙың айлы кистәре”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ”, “Ташлама утты, Прометей!” һәм башҡа спектаклдәр донъя күрҙе. Театрҙың ижады бөтә Рәсәй кимәлендә танылыу алды. 1996 йылда “Бибинур, ах, Бибинур!” спектакле Рәсәйҙең Дәүләт премияһына лайыҡ булды. Шуға күрә үҙемде тәғәйенләндем, тип түгел, ә әйләнеп ҡайттым тип иҫәпләйем.

— Ҡасандыр һәр премьера бөтөн республика өсөн байрам була торғайны. Һеҙҙеңсә, бөгөн театрҙың абруйын ошо кимәлгә күтәреп буламы? Яңы вазифала эшкә ниндәй кәйеф менән тотондоғоҙ, был театр миҙгелендә тамашасыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә?
— Театрға художество етәксеһе сифатында әйләнеп ҡайтыуым минең өсөн иң элек республика етәкселегенең ҙур ышаныс бағлауын, коллектив, шулай уҡ күп һанлы тамашасы алдында ғәйәт ҙур яуаплылыҡты аңлата. Үҙенә күрә имтихан ул, сөнки театрыбыҙ бөтә ил, республика менән бергә торғонлоҡ осорон да, үҙгәртеп ҡороу ҡыйынлыҡтарын да, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡто ла кисерҙе, әммә иң мөһиме — ул үҙенең ижади ҡеүәтен юғалтманы, юҡҡа сыҡманы.
Беҙҙең театрҙың шул йылдарҙағы күркәм йолалары хаҡында ишетеп түгел, үҙем күреп беләм, сөнки байтаҡ спектаклдәрҙә төп ролде башҡарҙым. Әле коллегаларыбыҙ менән шаулы премьераларҙы ҡыуанып иҫкә алабыҙ. Ул осорҙағы артистарҙың, режиссерҙарҙың тырышлығына, үҙ эшенә тоғролоғона һоҡланырға ғына ҡала. Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Гөлли Мөбәрәкова, Шамил Рәхмәтуллин, Таңсулпан Бабичева, Фидан Ғафаров һәм башҡа бик күптәр тамашасыға күңел йылыһын өләште.
Мин күсәгилешлелек яҡлымын, шуға күрә репертуарға ла, кадрҙар сәйәсәтенә лә ниндәй ҙә булһа етди үҙгәрештәр индерергә йыйынмайым. Иң элек, театрҙа һуңғы йылдарҙа юғала башлаған әүәлге рухты һәм йолаларҙы тергеҙеүгә тырышлыҡ һаласаҡмын. Ижади ниәттәр, әлбиттә, бик ҙур, шуға күрә һәр саҡ эш кәйефе булһын ине. Әйтергә кәрәк: беҙҙең театрҙа сәхнәләштереүсене ситтән саҡырыу — ғәҙәти күренеш. Бер яҡтан, был файҙаға булһа (сөнки коллектив “үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнауҙан” туҡтай), икенсе яҡтан — мәктәптең берҙәмлеген боҙҙо. Шуға күрә, минеңсә, төп бурыс — үҙебеҙҙәге академия театрының актерҙар мәктәбен тергеҙеү. Тормош хәҡиҡәтен, сәхнәлә ихлас уйнау һәләтен романтизм менән берләштереү уның асылын тәшкил итергә тейеш. Хөрмәтулла Үтәшев башлаған проекттарҙы ла мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Ундайҙарға “Иман нуры” конкурсы, Софоклдың “Эдип батша” трагедияһы, Рудольф Нуриев хаҡындағы “Комета осошо” спектакле инә. Янымда йәш актерҙар байтаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы. Беҙ А.Н. Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ”ын ҡуйырға (15 ноябрҙә донъя күрәсәк), Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”ен кире ҡайтарырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ планда Шекспирҙың пьесалары ла бар. Ҡасандыр “Отелло”, “Макбет” театрҙа ҙур уңыш менән барҙы, әммә “Гамлет”ты бер ҡасан да ҡуйманылар. Урындағы авторҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Йолаларҙы кире ҡайтарыу хаҡында һүҙ алып барғанда, башҡа сәхнәләштереүселәр менән хеҙмәттәшлек итеүҙе лә күҙ уңында тотам. Мәҫәлән, Сыңғыҙ Айытматов әҫәре буйынса “Аҡ пароход” спектаклен ҡуйыу өсөн Линас Зайкаускас саҡырылды. Өфөнөң башҡа театрҙарында ҡуйған спектаклдәренә ҡарағанда, был драма ла ҡаланың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға булмаҡсы. Йәшермәйем, был спектаклдә үҙем дә актер сифатында ҡатнашҡым килә.
— Һеҙ йыш ҡына төп ролде башҡараһығыҙ һәм ошо рәүешле ижади еңеү тойғоһо кисерәһегеҙ. Яңы ролдә ҡыйынлыҡтар тыуһа, ниндәй уйҙар менән янаһығыҙ?
— Һәр роль — ул яңы донъяны, яңы шәхесте асыу, яңы кешелек вәкиленең тыуыуы. Кеше үҙе йәшәгән мөхитте сағылдырыу өсөн донъяға килә. Ул — рәссам. Һәр роль йөрәк, күңел кисерештәре, һыҙланыуҙар, хаталаныуҙар аша тыуа. Теге йәки был образды тап ошо төшөнсәләр тәшкил итә. Геройым менән уртаҡлығым бармы? Юҡтыр, ә бер үк ваҡытта оҡшашбыҙҙыр, сөнки уны мин тыуҙырам бит. Ғөмүмән, актер профессияһы — ул буяуҙар ҙа, музыка ла, башҡа есемдәр ҙә түгел... Ул — кешенең булмышы. Һәр Наполеон миңә оҡшаған. Шул уҡ ваҡытта оҡшамаған да, сөнки мин уны үҙемдең күҙлектән сағылдырам.
Әлбиттә, донъя күләмендә бөйөк театр традициялары йәшәп килә. Шулай ҙа, минеңсә, театрыбыҙҙың үҙенә генә хас йөҙөн ихтирам итергә кәрәк. Тик саманан тыш һауаланырға ла ярамай. Беҙҙең концепция: артистарҙың оҫта уйнауын күрһәтеү, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү. Һалҡын һәм рациональ артистарға беҙҙә урын юҡ. Сәнғәттә йәки фәндә талант нимә ул? Ябай, ғәҙәти күренештәрҙе айырым юҫыҡта, көтөлмәгәнсә асып биреү, норманан тайпылыу. Мин талантлы, мауығыусан, үҙ-үҙен аямаған актерҙарҙы ихтирам итәм.
— Олег Закир улы! Һәр театрҙың йөҙөн заманса драматургия билдәләй. Ошо өлкәлә көрсөк тойолмаймы?
— Ысынлап та, театрҙың тарихын драматург шәхесе сағылдыра. Эйе, ҡасандыр Островский театры бар ине, ләкин урыҫ театры уның әҫәрҙәрен генә ҡуя алмай бит инде. Ниндәйҙер биш актлы пьеса ҡуйғандан һуң, тағы ла өс актлы водевиль күрһәтә торғайнылар, күсерҙәр спектакль тамамланғанын көтә, ә тамашасы биш-ете сәғәт буйы театрҙа ултыра.
Ә беҙҙә нисек? Театрыбыҙ драматургтары менән ғорурлана. Бер ниндәй ҙә әҙәпһеҙлеккә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Мине Станиславскийҙың классика мәктәбе нигеҙендә тәрбиәләнеләр, ошо һабаҡтарҙы онотмайым. Тамашасыларға ҡарауы, актерҙарға уйнауы ҡыҙыҡ булғанды сәхнәләштерәбеҙ. Классиктарҙың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе айырыуса үҙ итәбеҙ. Уларға Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Азат Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Әсғәт Мирзаһитов, Назар Нәжми, Туфан Миңнуллин, Флорид Бүләков һәм башҡалар инә. Бындай пьесалар оҙаҡ йылдар сәхнәбеҙ түренән төшмәҫ, тип уйлайым.
Беҙҙе шулай уҡ тамашасыларҙың театрға даими йөрөү мәсьәләһе лә ҡыҙыҡһындыра. Был йәһәттән күп нәмә спектаклгә, репертуарға бәйле. Комедия жанрындағы еңел спектаклдәр халыҡты һәр саҡ күпләп йәлеп итә. Шулай ҙа комедияны ла үҙенсәлекле мәғәнә һалып, тамашасы өсөн ниндәй ҙә булһа яңылыҡ асырлыҡ итеп ҡуйырға кәрәк. Тамашасының махсус әҙерлеген талап иткән етди драма әҫәре ҡуйылһа, аншлагтың булмауы ла ихтимал. Бындай спектаклдәр актерҙарҙың оҫталығын арттырыу өсөн кәрәк. Ә бына билет хаҡтары беҙҙә әллә ни ҡиммәт түгел, халыҡтың төрлө категориялары өсөн ташламалар ҙа ҡарала.
Театрыбыҙ сәхнәһендә Көнбайыш драматургтарының, шулай уҡ А.П. Чехов һәм А.Н. Островский кеүек авторҙарҙың классик әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙе сәхнәләштерге килә. Әле А. Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ” пьесаһы буйынса спектаклдең премьераһы әҙерләнә. Был драманы һайлауыбыҙ осраҡлы түгел. А.Н. Островский урыҫ яҙыусыһы булыуға ҡарамаҫтан, уның ижады рухы буйынса башҡорт халҡына яҡын. Байтаҡ әҫәрҙәрендә, мәҫәлән, “Йәшенле ямғыр”, “Һуңлап килгән һөйөү” драмаларында, “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” комедияһында кешелектең мәңгелек ҡиммәттәре, атап әйткәндә, йәш ҡыҙҙың хис-тойғолары, яҙмышы, ҡатын-ҡыҙға һөйөү темаһы күтәрелә. “Бирнәһеҙ ҡыҙ” пьесаһы 1878 йылда яҙылһа ла, ҡеүәтен, тәьҫир көсөн бөгөн дә юғалтмай. Драматург кешенең йәмғиәттәге урыны хаҡында һөйләй, уның күңелен өйрәнә, геройҙарының кисерештәрен уртаҡлаша. Оҙон ғүмерле пьеса беҙҙең көндәрҙә лә ҡыҙыҡлы, актуаль булып ҡала. Әле йәмғиәттә кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр көрсөгө тантана итә. “Бирнәһеҙ ҡыҙ” пьесаһының төп геройы Лариса Огудалова — хәҙерге тормоштоң үҙенсәлекле сағылышы. Әҙәпле, аҡыллы ҡыҙ ҡалын кеҫәле, ҡомһоҙ кешеләр даирәһенә эләгә. Тупаҫлыҡ, алдаҡ, ике йөҙлөлөк упҡынына батҡан, аҡса хакимлыҡ иткән, намыҫ һәм изгелек төшөнсәләренә урын булмаған был донъянан ҡасырға теләй ул. Үҙенең драмаһында А.Н. Островский кешене һәр осорҙа ла борсоған яҡты уйлы, сағыу шәхестәр менән ҡара эслеләр араһындағы көрәш, әхлаҡ мәсьәләләрен күтәрә.
— Цензура хаҡындағы һүҙҙәрҙән ялҡып бөттөк, шул уҡ ваҡытта эске редактураны берәү ҙә телгә алмай. Бөгөн йыш ҡына театр сәхнәләренә йәки экранға сығарылғанды элек худсоветҡа тикшереүгә тәҡдим итеү түгел, бындай әҫәрҙе кемдеңдер уйлап сығара алыуын күҙ алдына ла килтермәй инек...
— Йәмғиәттең үҙе үк цензура булыуын аңларға ваҡыт. Унһыҙ ижтимағи мөнәсәбәттәр ҙә йәшәй алмай. Абсолют ирек, азатлыҡ бер ваҡытта ла булмай...
Әле күп кенә Көнбайыш илдәрендә контролдең төрлө алымы бар. Атап әйткәндә, Англияла балалар әҙәбиәте һәм йәнһүрәттәр цензура контроленән һуң ғына донъя күрә, ә закон боҙоусыларҙан лицензияһын тартып алалар. Ҡайһы бер илдәрҙә әхлаҡ полицияһы эшләй.
Рәсәй менән Башҡортостандың киләсәге хаҡында фекер йөрөткәндә, ул ил етәкселегенә генә түгел, тәү сиратта, халыҡҡа, уның рухы менән мәҙәни мираҫының яҡланыу кимәленә бәйле. Рәсәйҙә закондар тейешенсә үтәлмәй, сөнки хоҡуҡи нигилизм тантана итә, яуаплылыҡ юҡ. Беҙ билдәле бер ҡағиҙәләр, цензура һәм яуаплылыҡ сиктәрендә эшләй торғайныҡ. Ҡаты цензураны кире ҡайтарырға кәрәк тимәйем, тамаша учреждениеларының яуаплылыҡ кимәле хаҡында ғына һүҙ алып барам, сөнки ошондай проблема бар.
— Һеҙ оҙаҡ йылдар Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов менән бер коллективта эшләнегеҙ. Бөгөн Һеҙҙең өсөн ул кем?
— Ул — оҫта режиссер, яҡшы ойоштороусы, дуҫым һәм остазым. Бер ваҡытта ла хәл-шарттарға буйһонмай, әммә уларға оҫта идара итә белгән, аҡыллы шәхес. Кешегә ҡараш ташлау менән, уның асылын күреп баһа бирә. Иҫкәрмәләре — урынлы, күңел төбөнә йәшерелгән уй-ниәтеңде асыу һәләте — юғары. Асыҡ күрә, нескә тойомлай, айыҡ фекерләй. Ул бөтә нәмәне белә, отоп ала, баһалай. Тәүәккәл, сабыр шәхес. Бер ваҡытта ла ашыҡмай, баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуймай.
— Олег Закир улы! В. Путиндың театр етәкселәре менән осрашыуында Олег Табаков, Рәсәйҙә театрҙар саманан тыш күп, тигәйне. Уларға “инвентаризация” үткәрергә, йәғни ҡыҫҡартырға ваҡыт түгелме? Ошондай белдереүҙәргә мөнәсәбәтегеҙ ниндәй?
— Театрҙарҙы ҡыҫҡартыуға юл ҡуйырға ярамай! Күп милләтле ғәйәт ҙур илебеҙ өсөн был күп түгел, киреһенсә, аҙ. Минеңсә, хәлде объектив өйрәнһәң, тап ошондай һығымта яһарға мөмкин. Ғөмүмән, провинцияға, унда эшләгән театрҙарға һауалы мөнәсәбәт күңелде әрнетә. Александр Николаевич Островскийҙың “Театрһыҙ милләт юҡ” тигән һүҙҙәре бөгөн айырыуса әһәмиәтле тип уйлайым.
— Минеңсә, билдәле мәҙәниәт эшмәкәренең был һүҙҙәре мәҙәниәткә “баҙарса” ҡарашты аңлата.
— Был — бухгалтерҙарса ҡараш... Әммә, күреүемсә, ул мәҙәниәтте, мәғарифты үҫтереүгә, медицинала хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итмәй. Кешеләрҙең көнүҙәк мәнфәғәте хаҡында һүҙ барған ерҙә аҡса, табыш алыуҙы өҫтөн ҡуйырға, ә мәнфәғәттәрҙе, ихтыяждарҙы артҡа этәрергә ярамай. Был яҡшылыҡҡа килтермәйәсәк.
Түләүле медицинаға күстек, тиерлек. Ә дауалау сифаты яҡшырманы, киреһенсә, насарайҙы. Ауылдарҙа бәләкәй комплектлы тип мәктәпте ябалар, ә балалар өсөн был ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Профессиональ-техник училищеларҙы бөтөрҙөләр, һөҙөмтәлә хәҙер квалификациялы эшсе кадрҙар юҡ. Күпме балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, клуб, китапхана юҡҡа сыҡты! “Ниңә шулай?” тигән һорау тыуа.
Ҡыҫҡартыу, ябыу, юҡҡа сығарыу (хатта тиҫтәләрсә йыл дауамында үҙен аҡлағандарҙы ла) еңел ул. Ә кешеләргә кәрәклеләрҙе асыу үтә лә ҡыйын. Һуңғы егерме йылда ошо хаҡта йыш уйланырға тура килә.
Шулай ҙа финанс һәм иҡтисади яҡтан тыш, театрҙың кешеләргә эстетик, әхлаҡи, патриотик тәрбиә биреү кеүек төп тәғәйенләнеше бар бит әле. Бөгөн ошо төшөнсә йыш ҡына онотола.
Мәғлүмәт һуғышы барғанда, Көнбайыш илдәре киң мәғлүмәт һәм сәнғәт саралары ярҙамында йәш быуынды әҙәпһеҙлеккә өйрәтә. Бындай шарттарҙа дәүләт ярҙамын кәметеү түгел, киреһенсә, арттырырға кәрәк. Театрҙың, мәҙәниәттең кәрәклеген аңлаған осраҡта ғына, ошондай ярҙам күрһәтелә ала.
Ауыр һуғыш йылдарындағы мәҙәниәткә һаҡсыл мөнәсәбәт йәш быуын өсөн өлгө булып ҡала. Ул дәүерҙә, мәҙәниәт ҡайғыһы юҡ, тип әйтергә лә мөмкин ине. Ләкин дәүләт бөтөнләй икенсе фекерҙә ине. Мөмкин булғандың барыһы ла һаҡлап ҡалынды. Туптар шартлағанда ла, музалар тынып ҡалманы.
— Олег Закир улы, әңгәмәбеҙ аҙағында бөгөн Һеҙҙе нимәләр борсоуы хаҡында әйтһәгеҙ ине?
— Әлбиттә, күп мәсьәлә борсой. Беренсенән, асылы буйынса һөнәребеҙҙең ҡәтғи буйһондороуҙы үҙһенмәүенә тағы ла инандым. Хеҙмәтебеҙ күп йәһәттән шәхси көс һалыуҙы талап итә, шуға күрә ижад кешеһе даими эҙләнергә тейеш. Һеҙ совет киноһының бөтөнлөгө хаҡында һүҙ алып бараһығыҙ. Әгәр бөтәбеҙ ҙә билдәле бер ҡағиҙәләргә таянып эш иткәнбеҙ икән, әлбиттә, бөтөнлөк күҙәтелә. Хатта иң абруйлы режиссерҙар ҙа ошо талаптарҙы ҡәтғи үтәне. Үҙ ваҡытында дәүләттең театрға ҡағылышлы үҙ фекере булды, ҡәтғи ГОСТ талаптары ғәмәлгә индерелде. Улар хатта художестволы әҫәргә лә ҡағылмай ҡалманы.
Икенсенән, тормошобоҙ йәмғиәттә, дәүләттә барған ваҡиғалар менән һуғарыла. Ғәҙәти булмаған хәл-шарттар күҙәтелә. Кешеләр, өйрәнелгәндән айырмалы, бөтөнләй икенсе мөнәсәбәт, иғтибар талап итә. Хәҙер улар нимә бирһәң, шуның менән ҡәнәғәтләнергә, ризалашырға теләмәй. Тап ошо хәл-шарттар беҙҙең әҫәрҙәрҙә лә, спектаклдәрҙә лә ауаз һәм сағылыш табырға тейеш. Уларҙы документаль күсереү түгел, ә көнүҙәк проблемаларҙы дөрөҫ сағылдырыу зарур. Әйтәйек, ялғандың кеше күңелен имгәтеүе күптән мәғлүм. Был йәһәттән бөгөн дә ғәйеплеләр барҙыр, әммә бөгөнгөләр генә түгел, кисәгеләр ҙә, унан алдағылар ҙа ғәйепле. Шуға күрә ысынбарлыҡ сағылыш тапҡан пьесаларҙа, нәфис әҫәрҙәрҙә йәки классикала һәр театр үҙ асылын эҙләй. Эш бында хурлау, ғәйепләүҙә түгел, ә ниндәй маҡсат менән ҡайҙа барыуыбыҙҙы, ошо юлдан китеү сараһын аңлауҙа. Беҙ театр сәхнәһе аша кешене уйланырға саҡырырға тейешбеҙ. Бөгөнгө проблемаларҙы, бөгөнгө тормошто сағылдырған ниндәй ҙә булһа заманса пьеса эҙләрбеҙ, моғайын.
Әммә минең күңелем берәү генә. Ошо күңелде тулыһынса ижадыма арнайым. Минең өсөн театр, ижад — йәшәүгә көс-дәрт биреүсе этәргес, шатлыҡ-ҡыуаныстарым сығанағы. Бер минутлыҡ шатлыҡты ҙур хаҡ түләп тә һатып алып булмай. Ә яҡшы музыка тыңлап йәки тулҡынландырғыс тамаша ҡарап, оҙаҡ ваҡыт күңел күтәренкелеге кисерергә мөмкин. Минең өсөн ижад — ул ҡәнәғәтлек һәм ләззәт тойғоһо менән һуғарылған үҙенсәлекле эшмәкәрлек төрө.
Антон Павлович Чеховтың: “Ижади ләззәт кисермәгән кеше өсөн ләззәт тойғоһо бөтөнләй ят”, тигән һүҙҙәренең хаҡ икәнлегенә тағы ла бер инанаһың.
Октябрь ВӘЛИТОВ,
профессор, философия фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779