Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һин яҡынһың тыуған ил кеүек
Һин яҡынһың тыуған ил кеүекСалауат башҡорт дәүләт драма театры бинаһының тамаша залына ҡаланың шиғриәт һәм әҙәбиәт һөйөүселәре генә түгел, тыуған төйәгебеҙ, милләт, тел өсөн борсолғандар ҙа йыйылды. Зыялыларыбыҙҙың саҡырыуы буйынса салауаттар менән осрашыуға Башҡортостандың халыҡ шағиры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Рауил Бикбаев килде.

Йәнле әңгәмә барышында шәхестең ижадына һәм сәйәси эшмәкәрлегенә ҡарата төрлө һорау яуҙы залдан. Ҡала халҡы тап ошондай аралашыуҙы һағынған, шуға ла Рауил Бикбаевтың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы.
Сара абруйлы ҡунағыбыҙ тураһында төшөрөлгән “Илемдә илемде һағынам” нәфис фильмы менән башланып китте. Халыҡ шағиры, уның ни өсөн тап шулай аталыуының сәбәптәрен аңлатып, үҙенең ғүмер юлындағы төрлө мәлде хәтерләне, тәүге остаздары хөрмәтенә яҙылған шиғырҙарын уҡыны.
— Мин — Башҡортостандан ситтә, Ырымбур яҡтарында тыуып үҫкән кеше. Милләттәштәребеҙ башҡа өлкәләрҙә лә бик күп йәшәй. Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә, Пермь крайында, башҡа тарафта көн күрһәләр ҙә, халҡыбыҙҙың яҙмышы өсөн борсолалар. Тормош юлдары ҡайҙа ғына алып барһа ла, һәр ваҡыт йөрәк түрендә тыуған ерең, туған телең булырға тейеш. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, ғәзиз еребеҙ, Уралыбыҙ, йәмле Ағиҙелебеҙ изге булып ҡала, — тине Рауил Төхвәт улы.
Салауаттарҙы мәктәп программаһында башҡорт теле дәрестәренең ҡыҫҡарыуы, уҡытыу тармағында барған ҡулайлаштырыу, Торатау кеүек тәбиғәт ҡомартҡыларына һаҡһыҙ ҡараш һәм башҡа мәсьәләләр борсой ине. Шулай уҡ шағирҙың ижади эшмәкәрлеге, киләсәккә пландары, сәйәсмән булараҡ башҡарған эштәре менән дә ҡыҙыҡһынды осрашыуға килгәндәр.
— Әлбиттә, һуңғы ваҡытта телебеҙгә ҡарата барған сәйәсәт хафаға һала, шулай ҙа беҙ әсә теле өсөн үҙебеҙ яуаплы икәнде онотмаҫҡа тейеш. Директор исеменә ғариза яҙып, балаларына башҡорт телен уҡытмауҙарын һораусы милләттәштәребеҙ әҙме ни? Башҡортса китаптарҙы уҡырға, үҙ-ара туған телдә һөйләшергә, гәзит-журналдарға яҙылырға беҙҙе бер кем дә тыймай бит. Туған телгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнә. Ошо хаҡта онотмайыҡ, — тип халыҡҡа мөрәжәғәт итте ил ағаһы.
Ҡалабыҙҙың музейында экскурсовод булып эшләгән Валентина Бохаринаның йылы һүҙҙәре яҙыусының да, тамашасының да күңелен күтәрҙе.
— Ҡалабыҙҙа бындай осрашыуҙар һирәк була. Бөгөнгө сарала бирелгән һорауҙарҙың етди, борсоулы булыуы ла шуға бәйле. Шағир — Рәсәйҙә әҙип кенә түгел, ә халыҡтың йөҙөн билдәләүсе шәхес. Мин башҡортса белмәйем, әммә телде ихлас өйрәнәм. Башҡорттоң тарихын, милли мөхитен, йәшәйешен сағылдырған әйберҙәрҙең атамаларын, ихлас яңғыраған башҡорт һүҙҙәрен урыҫсаға әйләндереп әйтергә телем бармай, баҙнатым етмәй, — тине ул.
Осрашыуҙы Гөлсәсәк менән Яҡуп Шәриповтарҙың, Ришат Вахитовтың Рауил Бикбаев шиғырҙарына яҙылған йырҙары биҙәне. Кисәнең аҙағында тамашасылар оло шәхескә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, уға шиғыр арнағандар ҙа булды. Ҡаланың һәүәҫкәр шағирәһе Фәниә Сатучинаның дүрт юллығындағы: “Һин яҡынһың тыуған ил кеүек” тигән һүҙҙәр үҙ эсенә салауаттарҙың Рауил Бикбаевҡа булған бар ихтирамын, иғтибарын һәм уның менән ғорурланыуын һыйҙырғандыр.
— Ошондай рухлы, фәһемле осрашыуҙарға һыуһаған салауаттар өсөн был сара бик кәрәк ине. Милләттәштәребеҙҙең аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа сарсаған күңелдәре байыны тип ышанғы килә. Бындай кисәләр тағы ла булыр әле, — тине сараның төп ойоштороусыһы, Салауат дәүләт башҡорт драма театры директоры Наилә Сәфәрғолова.
Рима ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Салауат ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780