Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайтып төшһәң ине...
Ҡайтып төшһәң ине...Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ
Яралы поэма

Атаҡлы шағир Шәйехзада Бабичҡа
Урал аръяғында бер ауыл бар,
Сал тарихтар һөйләй һуҡмағы.
Ошо яҡта гөлтләй-гөлтләй янған
Бабичтарҙың шиғри усағы.
Эйе, эйе... Бабичтарҙың шиғри усағының йылыһын һаҡлаған ергә, был изгелекле төйәккә, мөҡәддәс Темәскә, ҡабат-ҡабат урап ҡайта уйҙарым.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бер туған ҡустым Хөснихаҡ, шулай уҡ йөҙәрләгән етем-еһер менән Баймаҡ районының Темәс балалар йортонда тәрбиәләнеп үҫтем. Темәс балалар йорто, Темәс педагогия училищеһы хәтер дәфтәремә иман нурҙары менән яҙылған. Йәнә лә шуны айырата әйтеүем зарур: һөйөклө тәрбиәселәремә, уҡытыусыларыма, Темәс ауылы халҡына рәхмәттәрем ифрат ҙур.
Яйы сыҡҡанда мин өлкәндәр эргәһендә ураландым. Уларҙың гәпләшеүен, мәрәкәләрен, мауыҡтырғыс хәтирәләрен ҡолаҡ ҡарпайтып тыңларға әүәҫ булдым. Әйткәндәй, Шәйехзада Бабич яҙмышына бәйле хәтирәләрҙе лә мин тәүге тапҡыр Темәстә ишеттем.
Ана шунан бирле Шәйехзада Бабич ижады менән ҡыҙыҡһыныуым көсәйҙе, уның шиғырҙарын уҡырға уҡталдым. Ләкин, үкенескә ҡаршы, шағирҙың китаптарын китапханаларҙа таба алманым. Был әсенешле тойғолар зиһенемде зеңкетте.
Өлкән йәштәге инсандарҙың Шәйехзада Бабич тураһындағы иҫтәлектәрен ишеткән һайын күңелемдә һағышлы ғәм, шиғри моң осҡонланды. Мәле еткәс, ана шул тойғолар, дөрләй-дөрләй янып, ялҡынланып, поэтик әҫәр булып яралды.

Һай, арҙаҡлы шағир Шәйехзада,
Ҡыңғырауҙар тағып пар атҡа,
Юл буйына көмөш моң сыңлатып,
Бер елдереп ҡайтып төшһәң ине
Беҙҙең яҡҡа,
күркәм Баймаҡҡа!

Күңелкәйең һулҡып һағынғандыр
Ҡоштар йырын,
Саҡ, Суҡ тауышын,
Был төйәктә тыуып үҫмәһәң дә,
Ошо ергә, ошо сал тупраҡҡа
Ереккәндер һинең яҙмышың.

Мосафирҙай аҙмы ҡыҙырҙың һин
Талашты һәм Шырҙы1 буйҙарын,
Йөрәккәйең янған минуттарҙа
Устарыңа алып уртлап эстең
Темәс шишмәһенең һыуҙарын.

Бәғзе ваҡыт Рапат тигән тауҙың
Ҡыраз ташҡайына ултырып,
Йөрәкһенеп шиғри мәрйен теҙҙең,
Табаҡ та ғына табаҡ аҡ ҡағыҙҙың
Ап-аҡ биткәйҙәрен тултырып.

Көмөш кенә башлы,
алтын ҡашлы,
Аҫыл мандолина ҡылдарын
Сиртә башланыңмы,
барса кеше
Һинең сихри моңдо тыңлар ине
Алмайынса хатта тындарын.

Яғалсаның2 һомғол сауҡалары,
Һонолошоп үҫкән артыштар,
Алҡынып та аҡҡан Һаҡмарымдың
Ебәк тулҡындарын серҙәш иткән
Зифа буйлы һылыу ҡамыштар;

Һәр береһе, гүйә, өнһөҙ генә
Йәдкәр һөйләй һинең турала,
Мин белмәгән бик күп хәтирәләр,
Әйтерһең дә, серле йомғаҡ булып,
Күңелемә килеп урала.

Һин айҡаған биләндәргә сыҡһам,
Мәтрүшкәләр, төрлө сәскәләр,
Гүйә, зауыҡланып-илһамланып,
Ҡасандыр бер һинән отоп алған
Таҡмаҡтарҙы ҡат-ҡат әйтәләр.

Һине юҡһыныуҙан сағылдарҙа
Һыҡтап иңрәй кеүек йор ҡурай,
Күк Ирәндек ҡаяһына баҫып,
Әле булһа һине көтә төҫлө
Моңдарыңа ғашиҡ ҡоралай.

Аһ!.. Йөрәкте бик йыш тетрәндерә
Фажиғәһе һинең ғүмерҙең,
Ләкин, Бабич, һин бит ҡыҫҡа ғына
Фәҡәт ике мөсәл ғүмереңдә лә,
Фанилығын тойоп был ерҙең,
Гүзәл мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ
Бөйөк эштәр эшләп өлгөрҙөң.

Ажар бөркөт һымаҡ ғорур булдың,
О, юҡ, йөрөмәнең моңайып,
Урттарыңа ҡандар төйөлһә лә,
Хәсрәтеңде йөрәгеңә йотоп,
Йәш аралаш көлдөң йылмайып.

Ҡомһорап та сапҡан арыҫландай,
Көрәш майҙанына атлыҡтың...
Йылдар уҙған һайын уфтандырып,
Йәнен ҡырҡҡа телгән ҡайғыһы ла,
Ғорурлығы ла һин башҡорттоң!..

Нисә тапҡыр һине үлтерҙеләр,
Күпме яуызлыҡтар ҡылдылар,
Хатта исемеңде, бөтөнләйгә
Халыҡ хәтеренән юйып ташлап,
Мәңге юҡ итмәксе булдылар!

Уҫал хөкөмдарҙар һәм ҡатилдар
Борондан уҡ шулай шашҡандар,
Илдең ут йөрәкле батырҙарын,
Сәсән телле мәшһүр шағирҙарын
Атҡандар
йә тотоп аҫҡандар!

Шундай аяуһыҙлыҡ һәм яуызлыҡ
Ҡабатланмаҫ тимә бөгөн дә,
Зәһәр ағыуҙарын сәсмәк булып,
Аждаһалар
дулап ятмаймы ни
Яһилдарҙың йөрәк төбөндә!

Йыр быуыла һаман,
сәсәй заман,
Арта бара дошман хәйләһе...
Ә ҡайҙалыр ярһып-ужарланып,
Тағы ҡандар көҫәп йөрөй кеүек
Һине сапҡан ҡылыс шәүләһе.

Эй, самими тәбиғәтле Бабич,
Һине кем һуң, кем һуң онотор?
Әгәр онота икән, ул әҙәмдәр
Зиһен сәхрәләрен сафландырған
Рухи инештәрен ҡоротор!

Ғүмер баҡый атайсал тип яндың,
Ҡолаҡ һалдың заман ғәменә,
Ил-йортоңдоң,
ете ырыуыңдың,
Армыт-армыт мәғрур Уралыңдың
Моң-зарҙары һеңде йәнеңә.

Шәйехзада, һинең шикелле лә
Мөхәббәтле шағир ҡайҙа бар?
Күңелеңдең аяҙ көмбәҙендә
Етемдәрҙең йәнен йылытырлыҡ
Ҡайнар ҡояш та бар,
Ай ҙа бар!

Шәйехзада, һинең шикелле лә
Кешелекле шәхес ҡайҙа бар?
Саф көмөштәй матур йырҙарыңда
Ғашиҡтарҙың дәртен дөрләтерлек
Ихлас һөйөү ҙә бар,
наҙ ҙа бар!

Мөхәмәтзакир улы Шәйехзада,
Шиғриәттең йәүһәр тажы һин,
Мәңге баш эймәгән милләтемдең
Быуындарҙан быуындарға күскән
Милли моңо,
милли сазы һин!

Аһ!.. йөрәкте бик йыш тетрәндерә
Фажиғәһе һинең ғүмерҙең,
Ләкин, шағир, һин бит
ҡыҫҡа ғына,
Фәҡәт ике мөсәл ғүмереңдә лә,
Фанилығын тойоп был ерҙең,
Гүзәл мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ
Бөйөк эштәр эшләп өлгөрҙөң!

Йөҙәр йылға тик бер тыуа тиҙәр
Таң ҡалырлыҡ йыр-моң маһиры,
Һинең маһирлыҡтың,
оҫталыҡтың
Урал илкәйендә тамыры...
Ана шуға, Бабич,
һин үлемһеҙ,
Халҡымдың һин даһи шағиры!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781