Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк һуты менән
Үткән быуаттың һуңғы йылдарында башҡорт әҙәбиәте күгендә бынамын тигән шиғриәт йондоҙҙары балҡыны. Рәйес Түләк, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Буранбай Исҡужин, Салауат Әбүзәр кеүек ярһыу шағирҙарҙың һутлы ижады һәр кемебеҙгә яҡын. Шул быуын шағирҙарынан замандашыбыҙ Салауат Әбүзәр хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтмәксемен.

Был фекергә мин, ябай уҡыусы, юҡтан ғына килмәнем, сөнки уның әҫәрҙәре йөрәккә үтеп инә, уйланырға мәжбүр итә. Салауат Әбүзәр менән бары әҫәрҙәре аша ғына танышмын. Тик ижадсы хаҡында һүҙ йөрөтөү өсөн әҫәрҙәрен уҡыу ҙа етәлер. Авторҙың фекерләү кимәле, тормош принцибы, кешелек сифаты шиғырҙарында асыҡ сағыла.
Йыш ҡына уның китабын ҡулыма алам. “Йыһан емеше” исемле шиғри йыйынтығын әллә нисә тапҡыр уҡып сыҡҡанмындыр. Һәр битен уҡыған һайын берсә тетрәнәһең, берсә тәрән уйҙарға сумаһың.
“Хәйерсе” шиғырынан өҙөктө миҫалға алайыҡ:
Баҙар ҡапҡаһы төбөндә,
Алдына һалып ҡулын,
Хәйерсе ҡарсыҡ ултыра:
“Хоҙай хаҡына, улым!”
Эй, ҡарсыҡ, беләм хәлеңде,
Ниҙәр генә ҡылайым?!
Ағыр йәштәр ағып бөткән —
Өнһөҙ генә илайым.
Барыһын да бирер инем,
Эх, ҡалын булһа кеҫә.
Зинһар өсөн, кисер мине,
Кеҫәлә елдәр иҫә...
Эйе, был ҡот осҡос күренешкә беҙ көн дә тап булабыҙ. Хәйерселәр, асарбаҡтар, эскеселәр аҙмы арабыҙҙа? Ә бит бынан утыҙ-ҡырҡ йыл элек ошондай күренештәр йәмғиәтебеҙгә үтә лә ят ине. Хатта эшләмәй йөрөгән кешеләрҙе элек “әрәмтамаҡ” тип мыҫҡыллап, көсләп хеҙмәт итергә ҡушалар ине. Эше лә, лайыҡлы баһаһы ла булды шул кешегә. Ул замандарҙы хәҙер татлы төш кеүек иҫкә алырға ҡалды. Ер ҙә күсәренән сыҡманы, ҡояш та шулай уҡ ҡыҙҙыра, бәрәкәтле еребеҙ ҙә сүллеккә әйләнмәне, тик ниңәлер илдәге тормош ныҡ үҙгәрҙе. Салауат Әбүзәр шул хаҡта әсенеп яҙа ла инде. Йөрәге һәм аҡылы булған кешенең был турала шымып ҡалыуы мөмкин түгел. Үҙ гражданын хәйерселек көнөнә ҡалдырған илде бөйөк тип әйтеп буламы?! Әгәр эштәр былай барһа, алда беҙҙе ниҙәр көтә? Шағир ҙа “Хәйерсе” шиғырын шулай тамамлай:
...Шуға күрә ғәжәпләнмә,
Ил баҙарға кергәндә,
Бер көн килеп, шағирҙар ҙа
Урын алһа эргәңдә.
Салауат Әбүзәрҙең шиғриәте хаҡында һүҙ йөрөткәндә, шиғырҙарының ябай һәм аңлайышлы булыуын да билдәләргә кәрәк. Артыҡ һүҙ сурытыу, булмағанды шаштырып маҡтау, “халҡым” тип оран һалыу уға хас түгел. Шағир ябай кеше һәм уның кисерештәре хаҡында яҙа. Ә бит һәр кешенең яҙмышы артында халыҡтың бөгөнгөһө, ысын хәле, аһ-зары һәм шатлығы сағыла.
Ул бер ҡасан да әллә ниндәй баш әйләндерерлек фәлсәфә еткерергә, кешегә аҡыл өйрәтергә тырышмай. Әҫәрҙәрен уҡығандан һуң үҙеңдән-үҙең уйлана башлайһың, тормош хәҡиҡәтенә төшөнәһең.
Шағирҙың әҫәрҙәренә көтөлмәгәнлек хас. Йәмғиәтебеҙҙәге күренештәрҙе шул тиклем тос фекерле, фәһемле итеп еткерә белә.
Мөхәббәт хаҡында яҙғандары ла күңелгә яҡын. “Гулливер” шиғырын ғына уҡып ҡарайыҡ.
Ҙурайғандан-ҙураям мин,
Буй етмәҫлек оломон.
Йөҙөм менән йырып үтәм
Болоттарҙың толомон.
Айға яң(ы)лыш башты бәреп
Ҡуймайым, тип ялтанам.
(Уны сарлап торалар бит —
Үткер хатта балтанан).
Түбәндә — аяҡ аҫтында
Емелдәп яна уттар.
Һәм ары-бире үткеләп,
Йөрөйҙәр лилипуттар...
Тәү ҡарашҡа автор ниндәйҙер дәү кәүҙәле мифик зат хаҡында яҙа. Уның болоттарҙы йырып атлауы, лилипут кеүек күренгән кешеләрҙе һүрәтләүе нимәгә кәрәк булды икән? Шағирҙың оҫталығы иң һуңғы өлөшөндә күренә лә инде. Баяғы әйтелгән көтөлмәгәнлек эффекты ошолор:
...Ә ҡолаҡты елдәр түгел,
Иркәләй һөйөү йыры.
...Бөгөн йәрем: “Һөйәм!” — тине,
Мин — һөйөү Гулливеры.
Салауат Әбүзәр генә ошолай яҙа алалыр.
Уйлап ҡараһаң, ғашиҡ кеше өсөн бер ни ҙә кәртә була алмай. Тулышҡан һөйөү хистәренән һәм сикһеҙ ҡыуанысынан болоттарҙан да бейегерәк атлайбыҙ түгелме?! Кешенең хис-тойғоһон образ аша шулай ябай итеп аңлата белеү — Әбүзәрҙең ҡабатланмаҫ стиле.
Заманында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ул ваҡыттағы йәш ижадсы Салауат Әбүзәргә ҙур өмөттәр бағлап, уның хаҡында яҙып сыҡҡайны. Ошондай үҙ фекерле, хатта тотош донъя менән бәхәскә сыҡҡан, йәмғиәтебеҙҙең һулышын тойған шағир әҙәбиәтебеҙҙең лайыҡлы киләсәге буласаҡ тигән фекерҙе үткәрҙе Мостай Кәрим. Шиғриәт аҡһаҡалының юғары баһаһына Әбүзәр тап төшөрмәне.
Замандашыбыҙҙың халыҡ яратып уҡыған әҫәрҙәре бар, ә “Хыялый” исемле тәүге пьесаһы Өфөлә генә түгел, Ырымбур, Яр-Саллы, Сибай театрҙарында ҡуйылды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына шул “Хыялый”ҙы ҡарар өсөн генә өс тапҡыр барҙым. Бик шәп комедия! Яңыраҡ ҡына уның Сибай театрында “Ғүмерлек ғазап” пьесаһы сәхнәләштерелеүен ишетеп ҡыуандым. Тимәк, Әбүзәр шиғриәттә генә түгел, драматургияла ла үҙ урынын тапҡан. Драма әҫәрҙәре хаҡында һүҙ сыҡҡас, күптәрҙең үтенесен дә белдермәксемен: Салауат Әбүзәр ниңә һаман пьесалар китабын сығармай икән? Ауыл клубтары һәм үҙешмәкәр театр коллективтары өсөн был бигерәк тә кәрәк. Уның пьесаһы бынан бер нисә йыл элек республика күләмендәге конкурста еңеп сыҡҡайны. Автор, баҫалҡылыҡ һаҡлап, халыҡты ошо пьесаларҙың йыйынтығын күреү бәхетенән мәхрүм итмәһә ине.
Кәлимә һүҙ әйтәйем тигәйнем, тәрәнгә төшөп киттем шикелле. Хәйер, бындай ижадсыларға рәхмәт һүҙен еткерергә теләүселәр күптер. Исеме есеменә тура килеп, Салауат хәҙерге шиғриәтебеҙҙең алғы һыҙығында ҡыйыу атлай.
“Йыһан емеше” тигән китабын күптән яратып уҡыуым тураһында үрҙә яҙып үткәйнем. Был иһә — Салауат атлы замандашыбыҙҙың дүрт шиғри йыйынтығының береһе. Уның китаптары томлап баҫылып тормаһа ла, һәр донъя күргәне тос, бай йөкмәткеле. Һүҙемде тамамлап, уның “Китап” исемле шиғырынан өҙөк килтермәксемен:
...Ни мәғәнә ул томдарҙан,
Моң булмағас бер йотом.
Китап икән, һәр битенә
Һығылһын йөрәк һутың.
Йөрәк һутың менән яҙылған моңло әҫәрҙәреңдән айырма беҙҙе, Салауат!
Нурия ИБРАҺИМОВА.
Дәүләкән районы,
Иҫке Шәрип ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779