Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыялдарым — зәңгәр донъяларым
Хыялдарым — зәңгәр донъяларымСалауат РӘХМӘТУЛЛА

* * *
“Донъя бөтә... Донъя — бөтәсәк!..” —
тип,
Кемгә (ниңә?) шомдар һалаһың?
Мин бит беләм уның минән һуң да,
Һинән һуң да тороп ҡалаһын!

Донъя — бөтмәй! Ә беҙ...
беҙ — бөтәбеҙ:
Ғүмер — фани, ғүмер — үтәсәк...
Иҫәндәргә донъя — бөтмәй! Донъя
Тик үлгәндәр өсөн бөтәсәк...

* * *
Сабый ҡулдарында шырпы күрһәк,
Ҡоттарыбыҙ оса өй менән:
“Өйөбөҙҙө ялҡын ялмап алһа,
Ни ҡылырбыҙ?..” — тигән уй менән.

...Кешелектең сабый сағы ғына,
Ҡулдарында — атом гел-гелән:
Донъябыҙҙы ялҡын ялмар һымаҡ —
Сабый уйнай Ерҙә ут менән...

* * *
...Дуҫтар инек: беҙҙәй дуҫтар
Булмаҫ та кеүек ине:
Беҙҙе бутап, бер кем бер ни
Ҡылмаҫ та кеүек ине...

Дуҫ түгел, дошман булғанһың,
Дошманлығың ҡыл, әйҙә:
“Бөгөн иртән — ағыу, — ти бит, —
Кисә кис ҡалған сәй ҙә...”

* * *
Ҡанаттары барға —
Йәшәү хәтәр,
Хәтәрҙең дә “иң”е — тап ошо:
“Бик өҫтә лә” —
Икар яҙмышы бит...
“Бик аҫта ла” —
Икар яҙмышы...

Берәүгә

...Уҡыйҙар,
Ятлайҙар
(Халыҡ
Үҙ итә гел шуларҙы!),
Сәхнәләрҙән дә һөйләйҙәр
Мин яҙған шиғырҙарҙы.

Берәү —
Урлап?! —
Үҙенеке
Иттермәксе уларҙы:
Һөнәрһеҙ ғүмер юлында
Һөнәр иткән... урлауҙы?!

Хоҙай бирмәгәнде урлап
Йәшәү —
Йәшәү хур булып...
Эх!
Берәү — шағир булып тыуа!
...Берәү — тыуа ... бур булып...

* * *
Һинең менән йәшәйем,
Тик — һинһеҙ...
Һинһеҙ уҙҙы алтын ғүмерҙәр...
“Аҡылһыҙ һүҙ!” — тиһең...
Аҡыл — юҡ ул
(Аҡылһыҙҙар әле күп ирҙәр...)

Хыялдарым — зәңгәр донъяларым —
Һинең менән
Һиңә юл алған...
Аҡыл — юҡ ул,
Аҡыл башта була:
Һинең менән... башым юғалған...

* * *
(Уйынлы-ысынлы)

Бер нигә ҡарамай өйлән! Яҡшы ҡатын эләгә икән — бәхетле, насары эләгә икән — философ булырһың...
Сократ.

“Мин — шағир!” — тип йөрөй инем,
Философ та икәнмен!
(Шағирлыҡта ла күптәрҙе
Күптән уҙып киткәнмен!)

Мин — философ икән хәҙер
Һәм... бөйөк тә икәнмен:
Ике тапҡыр өйләнергә
Батырсылыҡ иткәнмен!..

* * *
Кеше уйлай, уйлай.
Уйы —
Уйлап баш ҡата торған:
Ҡорал уйлай ул — илдәрҙән
Илдәргә ата торған.

Эх...
Барыбер ҙә “был донъя”һын
Хоҙайым хата ҡорған:
Бер аң эйәһе юҡ —
Ерҙә
Һуғыштар булдырмай торған,
Булһа — туҡтата торған...

Ҡорал эшләй кеше —
Ерҙе
Шартлата-вата торған...

Хәтәр уйындар

Эй хурлайбыҙ үлгән батшаларҙы
(Һаман йәбер-золом күрһәк тә?!):
Үлгән батшаларҙы хурлауҙар ҙа
Иҫәндәрҙе бөйөк күрһәтә!..

Эй ҙурлайбыҙ иҫән батшаларҙы!..
Ҡанунлашты хәтәр уйындар:
Иҫәндәрҙе (үлгәс!) хурлар өсөн
Әҙер тор яңы быуындар...
* * *
...Уйламаған-көтмәгәндә
Әллә ни күрә яҙҙым:
Аяҡтар тайып...
Mашина
Аҫтына керә яҙҙым.

* * *
“Бәхет — юҡ...”,
“Бәхетһеҙ мин...” — тип
Һөйләйҙәр — иренмәйҙәр:
Бәхет тә, бәхетһеҙлек тә —
Янда: тик күренмәйҙәр...

* * *
“Ҡалала йәшәйбеҙ!” — тиеп,
Ҡаласа кейенәбеҙ!
...Бәрәңге — ауылдан! —
Тамаҡ
Шуға туҡ: һөйөнәбеҙ...

* * *
Мин донъяла бер нәмәнән ҡурҡам...
Рауил Бикбаев.

Мин донъяла өс нәмәнән ҡурҡам:
Береһе — һине ярым итеүҙән;
Береһе — һинең хыянатың миңә;
Береһе — һине ташлап китеүҙән.

“Беренсеһе” булһа — “өсөнсөһөн”
Ғүмер юлым урап үтәсәк.
“Икенсеһе” булһа... Донъяларым
Аҫты-өҫкә килеп бөтәсәк...

* * *
Һатыу-һатылыу заманы!
...Йәшәйешкә күҙ һалсы:
Шағир аҡыл көсөн һата,
Аяҡ көсөн — футболсы.

Шағирҙы кем танымаҫ һуң?
Футболсыны кем таныр:
Шағир — һаман да хәйерсе,
Футболсы — миллионер!..

Ғүмерлек хата

Эх...
Бер генә ғүмер бирелгән бит:
Хата китә, булмай төҙәтеп.
“Хаталанаһың!” — тип бер кеме лә
Торманы бит мине киҫәтеп.

Көмөш кенә түгел,
Алтын ғына
Йылдарымды ятҡа елгәрҙем:
Ғүмерем буйы “һин килмәҫһең...” —
тинем,
Ғүмерем буйы хата ебәрҙем...

* * *
Ҡасан,
Ҡайҙан
Үлем килә? —
Һис белеп-күреп булмай:
Ер тулы үлеш-үлтереш,
Тыуып өлгөрөп булмай...

* * *
(Йылмайып-көлөп кенә)

Шиғыр уйлап йөрөйөм мин,
Сығып
“Тротуар” тигән юлдарға.
Сибәр ҡыҙҙар күрһәм — сихырланып,
Эйәрәм дә китәм шуларға.

Йән тилерткес ымдар һиҙелә бит,
Әллә ниҙәр хыял ителә.
Подъездарға еткәс —
Йөрәгемде
Усҡа ҡыҫып кире кителә...

Йәш булһаммы?..
Булһамы йәш сағым? —
Бер йәшнәргә тағы! Йәшнәргә:
Әсәләре лә бит — сибәрҙәрҙер,
Етәләрҙер минең йәштәргә...

Ҡартайтһа ла, һаман ҡурҡытмай
бит
“Һөйөү” тигән утҡа кереүҙәр...
Шиғыр түгел,
Хәҙер шул ҡыҙҙарҙың
Әсәләрен уйлап йөрөүҙәр...

* * *
...Ваҡыт етте: оҙаттылар
Мине лә “хаҡлы ял”ға.
Тәүге пенсиямды алғас,
Йөҙ һорау баҫты алға.

Йөҙ һорауҙың береһенә
Тәғәйен яуап та юҡ...
...Аллаһтан әжер көтөргә —
Эшләгән сауап та юҡ!..

Ауыл кибетендә

...Балаларҙы бына-бына
Мәктәпкә оҙатаһы:
Кейем, китап-дәфтәр, сумка... —
Барыһы — бөгөн ҡайтаһы!

Тағы-тағы әллә ниҙәр
Таңдан көтә бар халыҡ:
“Машина — ҡайтты!..” Машина
Ниҙәр һуң ҡайтҡан алып?..

Машина — тулы (ҡасан һуң,
Ҡайҙан һуң буш ҡайталар?!):
Машина тулы — араҡы,
Араҡы бушаталар...

Рәсәй ҡартының монологы
Пенсия алһам,
Балалар
Килә — аҡсаһыҙ китмәй,
Сөнки айлыҡ эш хаҡтары...
Ярты айға ла етмәй...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779