Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йондоҙҙарҙы кем ҡабыҙа?
Йондоҙҙарҙы кем ҡабыҙа?Сәнғәт күгендә балҡыған йондоҙҙарҙың һәр ҡайһыһының юл башы үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Шулай ҙа уларҙың барыһын да берләштергән бер һыҙат бар: ваҡытында һәләттәрен кемдер асҡан һәм, ярҙам ҡулы һуҙып, донъяға танытҡан! Юғиһә күпме талант юғалып-онотолоп бөткән булыр ине. Бөтә донъяға танылған музыкант, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара Хәйриә фондының Башҡортостан филиалы, ошо изге эште үҙ өҫтөнә алып, бына тиҫтә йылдан ашыу инде республикабыҙҙа йәш таланттар асыу менән мәшғүл.

Әйткәндәй, Спиваков фондының Башҡортостандағы филиалы Рәсәй төбәктәрендә берәү, башҡа республикаларҙа бындай ойошмалар әлегә юҡ. Изге эштең башында оло йәнле шәхес Ғәлиә Хәснулла ҡыҙы Камаева тора. Уны заманында Өфө дәүләт сәнғәт институтында, һуңынан Н.А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһының тәжрибәле педагогы һәм егәрле ойоштороусы итеп беләләр. Һүҙем ошо фонд ойошторған бер генә кисә хаҡында.
Күптән түгел Санкт-Петербург ҡалаһының иң күренекле концерт залдарының береһе — Д. Шостакович исемендәге дәүләт филармонияһының М.И. Глинка исемен йөрөткән бәләкәй залында Башҡортостандың йәш таланттары ике бүлектән торған ҙур концерт күрһәтте. ХVIII быуатта архитектор Б. Растрелли һалған был бинала, ғәҙәттә, исемдәре тотош донъяға танылған сәнғәт әһелдәре сығыш яһай. Был кистә музыка һарайы Башҡортостан еренең бер киҫәгенә оҡшап ҡалды...
Концертты бик уңышлы үтте тип әйтеү, моғайын, ҡоро һүҙ булыр ине, сөнки һәр сығыш “шартлаған бомба”ны хәтерләтте. Петербургтың нескә зауыҡлы тамашасылары ғәжәпләнеүен дә, һоҡланыуын да йәшермәне: зал дәррәү алҡыштар, хуплау ауаздары менән тулды... Ғәжәпләнерлек ине лә шул: концертта ҡатнашыусыларҙың иң кесеһе — алтынсы класс уҡыусыһы Тимофей Владимировҡа — 11 йәш, ә иң өлкәне — Мәскәү консерваторияһы аспиранты Элиза Ханафинаға (виолончель) — 26! Элиза менән уның концертмейстеры, Мәскәү консерваторияһы студенты Денис Хөсәйенов Фондтың тәүге стипендиаттарынан концертҡа махсус саҡырылған ҡунаҡтар сифатында ҡатнашты. Пианистар Гөлназ Сәхибгәрәева, Олег Тузов менән Кирилл Козлов былтыр ғына ҡулдарына аттестат алып, Мәскәү юғары уҡыу йорттарының беренсе курсына уҡырға инде. Скрипкасы Асия Ғарипова Өфө махсус урта музыка колледжында белем ала, Булат Насиров (скрипка) менән Искәндәр Ханнанов (виолончель) — Мәскәүҙең Үҙәк музыка мәктәбе уҡыусылары. Төркөмдәге берҙән-бер йырсы Дилара Иҙрисова быйыл ғына Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамланы. Әлеге мәлдә төрлөһө-төрлө уҡыу йортона сәселһә лә, “сығыштары” менән барыһы ла тиерлек — Өфөнөң махсус урта музыка колледжынан (Булат Насировтан башҡа). Һәм был факт быйыл үҙенең 40 йәшен тултырған колледжды Рәсәйҙең иң көслө уҡыу йорттары рәтенә индерергә мөмкинлек бирәлер, тип уйлайым. Уникаль акустикаһы менән дан алған, донъяның иң абруйлы концерт залында республикабыҙҙың мәртәбәһен күтәрерлек шәкерттәр тәрбиәләү, ысынлап та, һәр уҡыу йортоноң биографияһын биҙәрлек ваҡиға. Шуға күрә был тәңгәлдә “Афарин, колледж!” тип ауыҙ тултырып әйтергә урын бар.

Һүҙҙе остаздарға бирәйек. Махсус урта музыка колледжы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Юрьевна Погодина менән әңгәмәләшәбеҙ.
— Иң тәүге сиратта Фондтың хеҙмәтен юғары баһалап үтер инем. Элегерәк Фонд концерттарында беҙҙең республиканан балаларҙың ҡатнашҡаны бар ине, ә бына үҙ көсөбөҙ менән ике бүлектән торған ҙур концерт уҙғарыу әлегәсә төшөбөҙгә лә ингәне булманы. Талантлы балаларға юл асыла – шуныһы иң ҡыуаныслыһы.
— Балаларҙың һәр ҡайһыһы айырым бер күтәренкелек менән сығыш яһаны. Моғайын, Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһының мөхите лә ярҙам иткәндер....
— Әлбиттә. Һәр балаға бындай сәфәр саф һауа кеүек кәрәк. Үҫеп килгән йәш ижадсыларға — бигерәк тә, сөнки бында һәр бер таш бөйөк музыканттар, оло шәхестәр хаҡында һөйләй. Был үҙенә күрә бер тәрбиә, илһам сығанағы.
— Стипендиаттарҙың һәр береһе үҙенсә һәләтле, сағыу. Филиал директорының пианистар менән эшләү буйынса консультанты булараҡ, улар хаҡындағы фекерҙәрегеҙ ҡыҙыҡһындыра.
— Ысынлап та, һәр береһе ынйы бөртөгөләй. Мәҫәлән, быйыл колледжды тамамлап, студент эскәмйәһенә ултырған Олег Тузов менән Кирилл Козлов — ҡапма-ҡаршылыҡлы музыканттар. Олег — бик тәрән, интеллектуаль музыкант, йәп-йәш булыуына ҡарамаҫтан, ололарса фекерләгән, өлгөрөп еткән шәхес тиер инем. Уның яратҡан композиторҙары — Бах, Бетховен, Шопен. Кирилл иһә бөтөн ҡиәфәте менән — романтик герой, уның һәр сығышы – үҙе бер театр. (Кириллдың бөйөк венгр композиторы Ф. Листтың үтә лә виртуоз әҫәре — «Мефисто-вальс»ын уйнауын тыңлаусылар оҙайлы алҡыштарға күмде. — М.И.). Гөлназ Сәхибгәрәеваны ла бәләкәстән ныҡыш, етди музыкант итеп беләм, бик күп конкурста ҡатнашты, еңеүҙәре лә бихисап. Төркөмдә иң бәләкәйе Тимофей Владимиров тураһында сәғәттәр буйы һөйләй алыр инем, сөнки ул беренсе кластан бирле ошонда уҡый. Мөғжизәле, үтә лә музыкаль бала ул, рояль янында иртәнән кискә тиклем ултырырға әҙер. Бар хыялы – сәхнәгә сығыу, рояль телдәре аша музыка тыуҙырыу…
— Һеҙгә, уҡытыусы булараҡ, һәләтле балалар менән эшләү үҙе бер шатлыҡтыр.
— Эйе, ғәжәпләнәм дә, шатланам да. Сәнғәткә һөйөүҙәре, музыкаға тоғролоҡтары тормошома дәрт бирә…
Сираттағы һорауым — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Махсус урта музыка колледжының ҡыллы музыка ҡоралдары бүлеге мөдире Лилиә БОГОМОЛОВАҒА.
— Һеҙгә, скрипкасы булараҡ, Владимир Спиваковтың исеме айырыуса әһәмиәткә эйәлер…
— Бөйөк кеше, оло музыкантҡа ошондай Фонд булдырғаны, балаларҙың һәләтен асып, уларға ҙур сәхнәгә юл ярғаны өсөн рәхмәттән башҡа ни әйтергә була һуң! Сәнғәт кешеләре һәр ваҡыт шундай шәхестәрҙең ҡурсалауына мохтаж булған һәм, шөкөр, беҙҙең балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Республикабыҙҙа ошо Фондтың филиалы барлығы үҙе үк ҙур ҡаҙаныш, тип иҫәпләйем, сөнки уның хеҙмәте мәҙәниәтебеҙҙең киләсәген үҫтереүгә йүнәлтелгән. Был баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт. Петербург тамашасыһының юғары баһаһын, консерватория уҡытыусыларының, музыканттарының хуплау һүҙҙәрен ишетеү балаларҙы ғына түгел, беҙҙе лә тулҡынландырҙы, ҡанат ҡуйҙы.
— Һеҙгә ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнаусыларға ярҙам итергә тура килде, уларҙың сығышы менән ҡәнәғәтһегеҙме?
— Ҡәнәғәтмен тип әйтеү аҙ булыр… Бындай концерттар алдыбыҙға тағы ла юғарыраҡ бурыстар ҡуя, тип уйлайым. Ә балалар, ысынлап та, бик һәләтле беҙҙә. Әле мәктәп уҡыусылары ғына булһалар ҙа, ярайһы уҡ өлгөргән музыканттар улар. Булат Насировты Стәрлетамаҡта йәшәгән сағынан беләм, үҙенсәлекле скрипкасы: тойғоларын бик үк аса һалып бармай, тәрән фекерле, сәхнәлә үҙен ышаныслы тота. Искәндәр Ханнановты (виолончель) республикала ғына түгел, Мәскәүҙә лә, сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Сағыу харизмалы музыкант, киләсәге бик ҙур. Асия Ғарипова үҙен нескә хисле, эмоцияларға бай, виртуоз техникаға эйә скрипкасы итеп күрһәтте. Бар күңелен һалып, бирелеп уйнауы тамашасыларҙы һоҡландырмай ҡалманы… Балаларҙың барыһы ла — Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, барыһының да киләсәге бик өмөтлө. Концертта улар бер-береһен һис ҡабатламаны, тамашасының иғтибарын һыуындырманы, киреһенсә, сығыштан сығышҡа халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы арта ғына барҙы. Тулҡынланған мәлдәрендә лә һәр береһе тотош республика мәҙәниәтенең абруйын яҡларға тейеш икәнлеген яҡшы аңлай ине.
Концерт программаһында төрлө заман, төрлө ил, төрлө халыҡ сәнғәте күрһәтелде: Гайдн һәм Шуман, Чайковский һәм Рахманинов, Барток һәм Лист… Ошо академик йүнәлешле программала башҡорт халыҡ йыры ”Таштуғай” үҙенә күрә бер асыш булып яңғыраны. Ҡалала йәшәгән башҡорттар өсөн туған моң күптән көтөп алған оло бүләккә әүерелде. “Тыуған яҡ сәләме өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Беҙ бит моңдарыбыҙға һыуһап торабыҙ, тағы ла килегеҙ, башҡорт йырҙарынан торған программа менән”, — тигән тәҡдимдәр ҙә әйтелде. Концертта ҡатнашҡан берҙән-бер йырсы Дилара Иҙрисоваға ҡарата әйтелде был һүҙҙәр. Уның башҡарыуында яңғыраған икенсе әҫәр – Людмила каватинаһы (М. Глинканың «Руслан һәм Людмила» операһынан) – йәш йырсы өсөн үҙенә күрә бер имтиханға әүерелде. Ни тиһәң дә, был опера нәҡ ошо ҡалала донъяға килгән, тәүләп ошонда башҡарылған, концерт барған зал да бит бөйөк рус композиторы Глинка исемен йөрөтә! Һынауҙы Дилара уңышлы тотто: залды алҡыштар күмде…
Хәйриә ойошмаһының Башҡортостан филиалы директоры Ғәлиә Хөснулла ҡыҙы, сараны йомғаҡлап, былай тине: “Был проект Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ярҙамында тормошҡа ашты, уға рәхмәтебеҙ бик ҙур. Шулай уҡ республиканың Мәҙәниәт министрлығына, бағыусыларыбыҙ — АФ Банк (Өфө), “Матогрупп” (Мәскәү) ойошмаларына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Сәхнәнең бер тылсымы бар — ул балала ысын артисты уята. Был юлы ла олуғ залға сығып баҫыу менән улар үҙҙәрен бөтөнләй икенсе кеше итеп тойҙо. Дилара был юлы үҙен модель итеп тә тойғандыр: ул сәхнәгә Петербургтың билдәле модельеры Татьяна Котегова теккән эксклюзив күлдәк кейеп сыҡты һәм һис тә профессиональ моделдәрҙән кәм күренмәне… Республикабыҙ бындай таланттары менән ғорурлана ала, һәм, ғөмүмән, Башҡортостан ере һәләтлеләр төйәге тигән дан тота, уларҙы үҫтереп, йондоҙ итеп балҡытыу – беҙҙең төп бурыс”, — тине Ғәлиә Камаева.
Миләүшә ИҘРИСОВА.
Санкт-Петербург — Өфө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779