Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мең төрлө йырыбыҙ, мең төрлө биҙәгебеҙ бар...
Мең төрлө йырыбыҙ, мең төрлө биҙәгебеҙ бар...Башҡорт кейеме. Кемде генә әсир итмәгән һиңә төрөнгән һылыу ҡыҙ, кемде генә дәртләндермәгән һине кейгән ир-егет, ҡайһы дошманды дер ҡалтыратмаған һуң меңәр йыллыҡ тарихыңда һине кейгән батырҙарың?! Башҡорт кейеме. Бөгөн дә сәхнәнән йөрәктәрҙе елкендерә, матурлығыңды бар донъя халыҡтары алҡышлай. Һиндә барлыҡ тәбиғәттең асылы сағыла: хәтфә ҡырҙар — еләнеңә күл-тәңкәләр һибелгән, армыт тауҙар — һаҡалдарға күҙҙең яуын алырлыҡ йылға-таҫмаларың һуҙылған, ҡашмау, таҡыяларың бай урманды хәтерләтә... Һиндә халҡымдың боронғо үткәне: арҡысаҡ-торҡосаҡ биҙәктәрең — Арҡайым, башҡа төр орнаменттарың — ырыу, аймаҡтар, ҡара төҫтәр — ғәзиз еребеҙ үә ошо ер өсөн башын һалған ул һәм ҡыҙҙарыңды юҡһыныу, зәңгәре — күк йөҙө, йәшеле — хаҡ динең, ағы, ҡыҙылы, һарыһы... Селтәр-селтәр сулпыларың — халҡымдың төпһөҙ күңел серҙәре ул...

Беҙҙең быуын башҡорт милли кейемдәрен тик сәхнәнән күреп кенә белә. Эйе, музейҙарҙа боронғолары һаҡлана, китаптарҙа өлгөләренең һүрәттәре бар. Шулай ҙа күбебеҙ бала саҡтан уны сәхнә, телеэкрандар аша күңелебеҙгә һеңдергән. Эйе, һис шикһеҙ матур беҙҙең сәхнә кейемдәре. Тик уларҙың бер төрлө биҙәкле, фасонлы булыуҙары, тәғәйен генә урынға тағылған тәңкәләре һәм башҡа шундай ҡалыплашҡан нәмәләр ҡараған һайын ғәҙәтигә әйләндерә төҫлө, яһалма орнаменттар быуаттар төпкөлөнә йәшерелгән серҙе һаҡламай һымаҡ. Һәр халыҡтың кейеменән уның йәшәү рәүеше, орнаменттарынан боронғолоғо, тарихы, көнитмеше күренә. Беҙҙең башҡорт — боронғо халыҡ. Бик киң ерҙе биләп йәшәй. Ә тәбиғәте һуң: бер ерҙә сикһеҙ дала, икенсе яғында — йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урмандар, күккә ашҡан тауҙар... Шул ерҙәрҙе башҡорт ырыуҙары меңәр йылдар буйы төйәк иткән. Тимәк, уларҙың йәшәү рәүеше лә үҙҙәренә генә хас мөхиткә бәйләнгән. Йәғни балыҡсы ырыуы кешеһенең шөғөлө далалағы ҡыпсаҡтыҡынан, Дим буйы үҙәнендә йәшәүсе меңле урман гәйнәһенән ныҡ айырыла. Билдәле, кейемдәре лә, хатта кешеләрҙең йөҙҙәре лә бер төҫлө түгел.
“Үҙәкләштереү” сәйәсәте сәнғәткә лә, кейемебеҙгә лә, хатта телебеҙгә лә ҡағылмай ҡалманы. Мәҫәлән, милли кейемде генә алып ҡарайыҡ. Бөгөн артистарыбыҙ башҡорт халыҡ йырын (ҡайһы яҡта сығыуына ҡарамаҫтан) һуҙырға сыҡһынмы, сәхнәне дер һелкетеп бейергә төшһөнмө — башына “ҡойроҡ”ло төлкө бүрек кейә. Түбәтәй, таҡыя йә иһә бүтән баш кейеме кейһә, йәнәһе, ул башҡортса булмай. Бейеүҙең йәй осорон һүрәтләүе лә, ҡыш ваҡытындағы ваҡиғаны үҙ эсенә алыуы ла иҫәпкә алынмай. Ирекһеҙҙән, күңелдә шундай һорау тыуа: башҡорттар йәйен дә, ҡышын да, ҡунаҡҡа ла, һуғышҡа ла ҡамсат (элек “ҡойроҡ” тағылмаған!) бүректә генә йөрөнөмө икән ни? Әйҙәгеҙ, теләһә ҡайһыбыҙҙы 30 градус эҫелектә ошолай кейендерәйек тә “әбей батша” юлынан (Өфө — Ырымбур юлы) Ырымбурға һыбай ҡыуып ҡарайыҡ, йә булмаһа тирмә эсенә ҡымыҙ, сәй эсергә ултыртайыҡ... Төлкө тиреһенән тегелгән баш кейеменә ҡаршы булғандан яҙылмай был юлдар, тик халҡыбыҙҙың башҡа төр милли кейемдәрен дә ситкә этәрергә ярамай. Уларҙы тарихтан сәхнәгә алып сығыу мөһим.
Силәбе өлкәһенең Мәтәл ауылына 400 йыл уңайы менән үткән байрамда бер апай былай тигәйне: “Һеҙ — өфөләр — кейемебеҙҙе, тальян менән мандолинаны ситкә ҡуйҙығыҙ ҙа, бар башҡортҡа ҡурай тоттороп, төлкө бүрек кейҙерҙегеҙ, ә бит беҙҙең скрипка ла бар, кейемдәрҙе лә элек әбей-бабайҙар өфөләрсә кеймәй ине...”
Мең төрлө йырыбыҙ, мең төрлө биҙәгебеҙ бар...Мәтәлдәрҙең “өфөсә” (сәхнәсә) кейенмәгәнен үҙ күҙҙәрем менән күрергә яҙҙы (һүрәттәрҙә өлгөләре бирелгән). Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең ал яғын тулыһынса матур-матур ҙур сәскәле алъяпҡыстар ҡаплап тора. Олораҡтары һаҡал таҡҡан. Баштарына ҡушъяулыҡ ябынған, ҡалпаҡ кейгән. Ирҙәр баштарына түбәтәй, өҫтәренә елән кейгән. Ҡатын-ҡыҙҙың камзулдары ла төҫтәре менән генә түгел, биҙәктәре менән дә айырылып тора. Шулай уҡ Ҡурған башҡорттарында ла милли кейемдәр бар боронғолоғо менән һаҡланған. Улар ҙа, силәбеләр һымаҡ, беҙҙе — өфөләрҙе — башҡорттоң бар кейемен бер ҡалыпҡа һалыуҙа, ошо кейемдәрҙе пропагандалаусы артистарҙың ялан баш кеше алдына сығыуҙа һ.б. ғәйепләне. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, әйтелгәндәрҙе танырға, иҫәпкә алырға кәрәк.
Милли кейемебеҙ һирәк ерҙә һаҡланған. Уны совет власы урынлаштырғас, тәүҙә иҫкелек ҡалдығы тип юҡ итергә тырышҡандар, көмөш тәңкәләрен төрлө һылтау — һалым, ил аслыҡ кисерә, һуғыштағыларға ярҙам һ.б. — табып, йыйғандар. Әммә тағы бер төрлө алынған улар — үҙҙәрен этнограф, музей хеҙмәткәрҙәре, ғалим тип атаған ағайҙар музейға, институттарға бирәбеҙ тип алып, тәғәйен урынға тапшырмағандары ла булған. Хөкүмәт етәкселәре лә ҡайҙа барһа шунда, кем етте шуның өҫтөнә затлы елән япҡан, ҡиммәтле кейемдәр бүләк иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип әйтәйекме, был “традиция” әле лә дауам итә: нисәмә хоккей командаһына тулырлыҡ хоккейсыларҙы, килгән-киткән артистарҙы, сит-ят үткенсел йәмәғәт эшмәкәрҙәрен кейендермәнек тә баштарына ҡамсат бүрек кейҙермәнек. Ә бит ошоларҙың остоғона ла күпме фольклор коллективтарын сәхнәгә сығарып булыр ине!
Һуңғы әсенеүҙәрҙе Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында еткерергә ҡушҡайнылар. Һөйләүҙәренсә, биреп ебәргән әйберҙәрен хәҙер бер музейҙа ла күргәндәре юҡ икән. Кейемдәргә ҡағылғас, бөгөнгө ауырлыҡтар тағы ла ҡурҡыныс яната. Һаҡалдарға, камзулдарға, ҡашмауҙарға беркетелгән боронғо тәңкәләрҙе “кеҫәле” кешеләр ауылдар буйлап һатып алып йөрөй. Был бигерәк тә улар һаҡланған Ҡурған, Силәбе башҡорттарына ҡағыла. Ни генә тимә, Башҡортостанда күптән йыйылаһы йыйылып бөткән инде. Тағы шуныһы үкенесле: ошо һаҡалдарҙы бөгөн совет, “реформа” тәңкәләренән яһаусылар юҡ. Киләсәк быуындар тарихты халҡыбыҙҙың милли кейемдәренән уҡырға мотлаҡ өйрәнер. Шунан һуң, ҡыҙҙарыбыҙға, һөйгән ҡатындарға көмөш тәңкәләрҙән, мәрйендәрҙән һаҡалдар, ҡашмау, сәсмәү һ.б. затлы нәмәләр яһап биреү ғүмерлеккә һаҡланыр, быуындарға күсер оло бүләк бит. Әйткәндәй, миҫал итеп Ҡырмыҫҡалы районы Һыуыҡ Шишмә ауылындағы сыуаштарҙы килтерер инем. Улар сыуаш милли баш кейемен мәктәптәге түңәрәктәрҙә яһай торғайны. Хәҙер фольклор ансамблдәре генә түгел, туйҙарға ла тотош ауыл халҡы шуларҙы кейеп, тағып сыға.
Был йәһәттән ниндәй генә проблемалар булмаһын, күбеһен урында хәл итеп була. Бисер, мәрйен менән шөғөлләнеүселәр хәҙер бихисап. Теләк үә терәк кенә кәрәк.
Билдәле тележурналист Рита Өмөтбаева алып барған “Байыҡ” бейеү конкурсы ла милли кейем үҙенсәлектәрен сәхнәгә сығарыуға булышлыҡ итте. “Байыҡ” бейеү йәһәтенән генә түгел, кейем яғынан да бик ҙур эш башҡарҙы. Халҡыбыҙҙың сағыу төҫлө, үҙенсәлекле кейем өлгөләрен күреп, берсә ғорурланаһың, берсә уйланаһың...
Арғаяшта булғанда бер ағай: “Ҡасан беҙҙең яҡта сыҡҡан “Ҡолой кантон”, “Арғужа” йырҙарын артистар беҙҙең яҡ кейемен кейеп йырлар икән”, — тигәйне. (Әйткәндәй, “Ҡолой кантон” бында башҡа вариантта йырлана: Ҡолой — халыҡ батыры, француздарҙы еңеп ҡайтыусы. Бөгөнгәсә ҡәбере ҡәҙерләп һаҡлана, тәрбиәләнә). Ни тип әйтергә белмәнем — яуап юҡ...
Бөгөнгө сәхнә кейеме — Рәсәй, донъя кимәленә сыҡҡан саҡта бик мөһим: матур, үҙенсәлекле, боронғолоҡ менән һуғарылған, заманса камиллаштырылған. Үҙ эсенә төрлө диалекттарҙы алған әҙәби тел һымаҡ. Уның эргәһенә төрлө ырыу, аймаҡтарҙың кейем өлгөләрен дә ҡушһаң, сәхнәбеҙ, яҙын сәскәгә төрөнгән туғай шикелле, тағы ла балҡыр, рухи байлығыбыҙ хәҙерге быуынға еткерелер ине...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 19.10.2012, 02:30
    Быны яҙған кешегә рэхмэт. Бик куп мәғлүмәт алдым.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780