Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҫталығы — ҡыҫҡалыҡта
Күренекле шағир, прозаик, тәржемәсе Мәүлит Ямалетдин шиғриәтендә робағи жанры һиҙелерлек урын алып тора. Көнсығыш әҙәбиәтенә хас булған был ижад төрө күләме яғынан иң кескәй әҫәр (дүрт юллыҡ) иҫәпләнһә лә, йөкмәткеһе яғынан тамамланған тулы фәлсәфәүи фекерҙе үҙенә туплай. Ошо яҡтан робағи жанры башҡа шиғриәт төрҙәренән айырыла.

Кескәй генә әҫәргә тормоштағы тотош бер күренеште һыйҙырып, уға ҡарашыңды белдереп, тос һығымта яһай алыу бөтә ижад оҫталарының да ҡулынан килә торған эш түгел. Үҙен шағирмын тип иҫәпләгән һәр кем дә робағи яҙырға баҙнат итмәҫ, моғайын. Бының өсөн тәбиғәттән бирелгән сәсәнлек һәләте мөһимдер.
Мәүлит Ямалетдиндың робағиҙарында аҡыл да, тәжрибә лә, ғибрәт тә, фәһем дә етерлек. Донъяға, тормошҡа, кешенең эшмәкәрлегенә башҡасараҡ, йәғни һынабыраҡ, иғтибарлыраҡ ҡарарға өйрәтә улар. Йәшәү мәғәнәһе, тормош асылы хаҡында хикмәтле фекерҙәр әйтә, әйләнә-тирәгә күҙебеҙҙе нығыраҡ аса.
Робағиҙарҙа донъяны бөтәү борсаҡ, баллы сәк-сәк, ташҡын даръя менән сағыштырыу юҡҡа ғынамы ни? Ҡатмарлы, аңлап бөткөһөҙ ул донъя тигәнең. Уның фанилығы ла, баҡыйлығы ла бар. Донъяның ике ҡатлы булыуын саманы уҙҙырып ебәрергә яратҡан бәндәләрҙең иҫенә бик урынлы төшөрә шағир:
Ҡуҡырайып ултырһаң да әле түрҙә,
Түрһеҙ өйгә барасаҡбыҙ.
Ә бит гүрҙә
Һорамаҫтар: нимә кейҙең, ниҙәр ейҙең?
Ә һорауҙар: ни ғәмәлдәр ҡылдың ерҙә?
Ниндәй тос фекер!
Кеше ғүмеренең күҙ асып йоморлоҡ ҡына миҙгел икәнлегенә лә ишаралай һүҙ оҫтаһы:
Бара торғас: күнеп тормош шартына,
Килеп баҫтым ете юлдың сатына.
Күперҙәргә ут тоҡанған, юл ябыҡ —
Ҡайырылып ҡарағайным артыма.
Ысынлап та шулай: ғүмер буйы алға бараһың, ә кирегә юл юҡ. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙәмсә йәшәргә шарттар булһа икән дә... Юҡ шул, тормошта тигеҙһеҙлек хөкөм һөрә: кемдер байый, кемдер хәйерселектә көн күрә. Берәүҙәр ҡайҙан аҡса табырға, нисек еткерергә, тип баш ватһа, икенселәр уны нисек туҙҙырырға белмәй. Тормош шулай уҡ бер мәлдә күккә лә күтәреп ҡуя, аңғармаҫтан түбәнгә лә осора. Шундай йөкмәткеле робағиҙар ҙа байтаҡ Мәүлит Ямалетдин шиғриәтендә. Тормош ауырлыҡтарынан бөгөлөп төшкән, төшөнкөлөккә бирелеп, зар илаған әҙәм түгел, ә донъяға үҙ ҡарашы булған, ерҙә ныҡлы баҫып торған, тәжрибәле, аҡыллы уҙаман һынлана робағиҙарҙа. Һис кенә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай, ваҡыт үҙе яраларҙы дауалай, ауырлыҡтар ҙа бер саҡ онотола, тип өйрәтә рухлы ил ағаһы.
Ҡыҙыҡ та, ғәжәп тә был донъя: артҡа әйләнеп ҡараһаң, унда йәшлек, алға баҡһаң, “ҡартлыҡ көтөп тора йәйеп ҡоласын”. Хәҡиҡәттән ҡасып ҡотолоу мөмкин түгел. Ошо юҫыҡта лирик герой, үҙенең күҙәтеүҙәренән сығып, бик фәһемле асыш яһай: йылдар уҙған һайын үткәндәрҙең ҡәҙере лә арта бара икән. Был хаҡта нисек матур әйтелә түбәндәге робағиҙарҙа:
Тышҡа сыҡһаң — аҙым һайын ығы-зығы,
Өйгә ҡайтһаң — йәнә ҡатын, бала-саға,
Ҡартлыҡ етә. Тыныс...
Баҡһаң, теге ваҡыт
Булған икән ғүмерҙәрҙең алтын сағы.
Юҡ, үкенмәй лирик герой үҙ яҙмышына, киреһенсә, нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, уның матурлығына һоҡланып, былай ти:
Ниндәй генә булыуыңа ҡарамай
Яратам бит, ауыҙыңа бал да май.
Иң мөһим талапты ла замандаштарының хәтер һандығына һалып ҡалдырырға ашыға ул: әҙәм балаһы иманын юғалтмаһын. Бына нисегерәк яңғырай иман төшөнсәһе бер робағиҙа:
Был донъяла баһаланған була тәүҙә
Кершәнле йөҙ, һөрмәле күҙ,
ҡупшы кәүҙә,
Әммә эстән иман нуры яҡтыртмаһа,
Улар бары файҙаһыҙ йөк, ҡоро шәүлә.
Шағир һәләт, дан төшөнсәләренә лә тәнҡит күҙлегенән ҡарай. Һәләтһеҙ-ниһеҙ сәхнәгә сығып йондоҙ булырға ынтылыусыларға, шағир йәки яҙыусымын тип ҡупырайыусыларға, төрлө юлдарын табып, дан артынан ҡыуыусыларға ошолай мөрәжәғәт итә:
Ҡәләмдәшем, һин нимәгә алдандың?
Ни хәжәте һорап алған ул дандың?
Хәҡиҡәтте оноттоңмо: әүәлдән
Бер ниндәй ҙә ҡәҙере юҡ арзандың?
Мәүлит Ямалетдиндың робағиҙары кеше менән тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе лә, әхлаҡ-тәрбиә мәсьәләһен дә, ил-халыҡ мәнфәғәтен дә урап үтмәй. Әҫәрҙәрҙәге лирик герой тәбиғи байлыҡтарҙың тәләфләнеүенә борсола, әленән-әле төрлө ҡораллы бәрелеш һөҙөмтәһендә әҙәм балаларының ҡырылыуына йөрәге әрней, хәмерҙең аңды томалауына хафалана, халыҡ фекере менән иҫәпләшмәгән ил хакимдарының ҡылығына көйә, донъяны яңынан “мут сауҙагәрҙәр”, “ҡанһыҙ хакимдар”, “наҙан муллалар” баҫып алмаҫмы, тип хәүефләнә. Шул рәүешле һәр робағи донъя, тормош хаҡында уйланыуға, аңларға тырышыуға, ябай кешенең тотҡан урынын билдәләүгә ҡайтып ҡала. Әҫәрҙәргә юғары образлылыҡ, ыҡсымлыҡ, поэтик яңғыраш, теүәл ритм хас.
Дөйөм алғанда, Мәүлит Ямалетдин робағи жанрын бар нескәлегендә үҙләштереп, уны үҙебеҙҙең ерлектә заманға яраҡлаштырып ижад итә. Ҡыҫҡа ғына шиғри әҫәргә донъяуи мәсьәләләрҙе һыйҙыра алыу — үҙе ҙур оҫталыҡ.
Рим ИСХАҠОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Бишауыл-Уңғар ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779