Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыҙыңды үлсәп ас
Эй сабырһыҙ ҙа инде ошо Сания әбей! Малдары саҡ ҡына көтөүҙән ҡайтмай торһа, хәле бөтә. Ни генә булмаһын, гелән кирегә юрай башлай: бүре ауыҙына инергә йөрөй инде, фәлән дә төгән. Тағы бер сәйер ғәҙәте бар әбейҙең: ҡош-ҡортон, мал-тыуарын иң әшәке һүҙҙәр менән әрләй. Йәне көйгән саҡта артынан эйәреп йөрөгән малҡайҙарына йә биҙрәһен, йә ҡулындағы башҡа әйберен һелтәп ебәрергә лә күп һорамаҫ.
— Әле генә һалғайным даһа, ғәддәнде ашағыр… Кешенеке бер ҙә улай түгел.
Бөгөн дә эркелешеп килгән малдары араһында башмағы күренмәгәс, әбейҙең тауышы йәнә асыулы яңғыраны:
— Сәсрәгер нәмә! Әпәт юҡ!
Ғәҙәттә, ҡайһылары ҡырҙа бер сама йөрөй-йөрөй ҙә һуңғараҡ пәйҙә була торған. Ә Сания әбей малының үҙе ҡайтып инеүен ни йөрәге менән көтөп ултырһын!
— Ҡайҙа йөрөй икән сәнселгер нәмә? — Әбей, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, ауыл осондағы урманға ҡарай юлланды. – Кит, оңҡот, нимә етмәйҙер, урман тулы күпереп үҫкән үлән, ул йөрөй темеҫкенеп, эсе ярылғыр.
Күршеһенең:
— Алай ҙа өтөк булырһың икән, бер аҙ көтһәңсе, ана минеке лә юҡ әле, — тиеүенә еңмеш әбей, юҡты һөйләмә тигәндәй, ҡулын ғына һелтәне.
— Айыу ботарлағанын көтөп ултырайыммы! Артыҡ малым юҡ але. Хәҙер бит «ике аяҡлы» айыуҙар ҙа донъя тулы. Ана, былтыр фәләндәрҙең бура кеүек һыйыры, ҡырпаҡ ҡарға аяҡ баҫҡас, ғәйеп булды. Кеше өсөн үҫтергән мал бармы!
— Һәү-һәү-һәү!
— Аҡбаш, Аҡбаш!
Әбей урман яңғыратып башмағын эҙләне. Тәүҙә туғайлыҡты ҡараны, унан, һыйыр тауышы ҡолағына салынғас, Ҡарауыл тауына үрмәләне. Ҡапыл аяҡ аҫтындағы ниндәйҙер түңгәккә эләгеп, баш аша мәтәлләп барып төштө.
— Уй Алла, әллә аяғым һынды инде. — Әбей апаруҡ ҡына ваҡыт аяғын ыуғылап ултырҙы. Үҙен ошо хәлгә төшөргән башмағын йәнә ҡәһәрләне.
— Убыр, эсе ярылғыр. Һинең артыңдан йөрөп толланыуым.
Ысынлап та, бигерәк йонсота бит әбейҙе башмағы. Бер ваҡытта ла көтөү ыңғайына йөрөмәҫ, башҡа мал менән бергә ҡайтмаҫ. Айырылып ҡала ла йә баҫыуға барып төшә, йә икенсе ауыл көтөүенә ҡушыла. Башмағын эҙләп ахмаллаға төштө Сания әбей, ләкин таба алманы. Асыуы алҡымына еткән ҡарсыҡ күҙ бәйләнгәс кенә ҡайтырға сыҡты, ҡаршыһына осраған күрше-тирәһенә зарланырға ла онотманы.
— Ул, мәхлүк, һин эҙләгән урында була тиме. Һикһәндән үткән оло кешегә урман-тау аша башмаҡ баҫмаҡлатып йөрөү мәрәкәме ни! Әле теге ерҙе, әле был урынды эҙләй торғас, йәнем сыға яҙҙы. Анау баҫма аша сығып килгәндә, йылғаға дөбөр-шатыр барып төштөм. Үләмме тип торам! Иртәгә ләж ятам инде бына. Оло кешегә күп кәрәкме ни!
Ҡапҡа төбөндә тыныс ҡына көйшәнеп ятҡан башмағын күреп, Сания әбей йәнә аҙарынды.
— Сәсрәгер нәмә, ҡасан ҡотолормон үҙеңдән, тамам толландырҙың бит, ҡорһағыңды бынауҙан һәнәк менән йырта төртөрмөн, — тип әрләй-әрләй, Аҡбашын ҡураға ҡыуаланы.
Бынан һуң да башмағын әллә күпме тапҡыр эҙләп алырға тура килде әбейгә. Тапҡас та һин ҡыуалаған ыңғайға ғына ҡайтып барамы әле ул. Дөбөрләтеп йә шырлыҡ араһына инеп китә, йә тауға ҡарай үрмәләй. Әлеге лә баяғы тауыш тирә-яҡҡа, урман-ҡырҙарға яңғыраны.
— Сәсрәгер нәмә, оңҡот!
Көҙгө бер көндә, мал бына-бына ҡураға керә тип торғанда, Сания әбейҙең башмағы йәнә ҡайтманы. Ул тағы малын әрләй-әрләй, сығып китте. Ағасҡа аяҡ-ҡулы һыҙырылып бөттө, кесерткән саҡты. Был юлы ла әбейҙең бармаған ере ҡалманы һәм бер мәл бейек ҡаянан осоп төшөп һәләк булған башмағы янына барып сыҡты.
Ах, ниндәй генә хәлдә лә ауыҙыңды үлсәп асырға кәрәк икән шул…
Венер Исхаҡов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779