Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
— Ауыҙ тултырып ит ашар көн булырмы-юҡмы, — тип һуҡранды ҡарт, ҡалағы менән шыйыҡ өйрәһен болғата-болғата.
— Быҙау алып үҫтерәйек, — тип элеп алды сәй әҙерләп йөрөгән ҡарсығы. — Нисек тә ҡарарбыҙ әле, малһыҙ донъяның рәте юҡ, бер бешерерлек кенә ит ҡалды бына.
Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Йәйге йәмле кистәрҙең береһендә уларҙың ихатаһында бер йәшлек башмаҡ пәйҙә булды. Байтаҡ бурысҡа батһалар ҙа, ҡарт менән ҡарсыҡтың ҡыуанысы ҙур ине. Был шатлыҡты көндән-көн арта барған мәшәҡәттәр ҙә һүрелтә алманы. Ҡартҡа көн режимын киҫкен үҙгәртергә тура килде. Әбейе менән ике сәғәт һайын яйлап сәй эсеүҙәрҙе, йәштәштәре менән эскәмйәгә теҙелешеп ултырып гәп һатыуҙарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Хәҙер иртән тора ла балтаһын ҡыҫтырып ут күршеһе Вәзиргә керә. Аҙна-ун көн эсендә мунса бурап, иҙән-түбәһен түшәп, мейесен ултыртып ҡуйҙылар. Сиратта Хәйбулланың йортона төкәтмә бурау, унан Сәлихтең аҙбарын рәтләү тора. Барыһы ла мал аҙығы хаҡына инде. Биш һыйыр тотҡан Вәзир ике сана бесән, ырҙын табағы мөдире Хәйбулла центнерлап иген, комбикорм вәғәҙәләй, Сәлих көтөүгә сығырға ризалашты.
Кис тә тынғы юҡ. Көтөүҙән ҡайта белмәгән башмаҡты эҙләп хәлдән тая, тапһа ла ҡасыу яғын ғына ҡараған мал менән ярышыу етмеш йәшлек кеше файҙаһына түгел. Ғәжәп, юғары ҡан баҫымынан, баш ауыртыуҙан, йөрәк өйәнәгенән яфаланған ҡарт сирҙәрен бөтөнләй онотто — уның дауаланырға ваҡыты ла ҡалманы. Башмаҡты Яңы йыл байрамы алдынан ғына һуйҙылар.
— Ите матур күренә, тас май, шул хәтлем ҡарауға ни, — тип һөйләнде ҡарт ҡәнәғәтлек менән. Мал һуйышырға ҡайтып төшкән балалары тағанға эленгән түшкәне һыйпап ярыша-ярыша баш ҡаҡты. Аталары уларға тәү күргәндәй ҡарап ҡуйҙы. Ҙур ғына икән дә уның ғаиләһе.
Ана бит, өс ҡыҙы, ике улы хәләл ефеттәре, балалары менән килеп еткәндәр. Өйгә лә һыймайҙар хатта. Ҡарсығының да, үҙенең юбилейына ла был тиклем йыйылмағайнылар. Балаларына аҡыл ултыра, тимәк, ата-әсәне ҡәҙерләргә кәрәклеген аңлағандар. Ҡарттың күңелен ғорурлыҡ хисе биләне. Улы эргәһенә килеп баҫҡан, быйыл ғына пенсияға сыҡҡан оло ҡыҙының арҡаһынан һөйөп алды. “Ейәнең кәләш алам ти бит, атаҡайым, туйға аҡса еткерә алмай хитланабыҙ, берәй бот һатып алырға ине лә...” — ҡыҙы һүҙен дауам итә алмай танауын тартты, ҡулъяулығы менән күҙ тирәһен һөрткөләне.
— Бәй, ниндәй һатып алыу ти ул, — ҡарттың кәйефе боҙолдо. — Алып китегеҙ бер ботон, аҡсаһы ла кәрәкмәй.
Ҡапыл урамда тауыш ҡупты, бер аҙҙан оло улының ҡатыны кәртәгә һөйәлеп шарылдап илап ебәрҙе.
— Итһеҙ нисек ҡыш сығырбыҙ икән тип ҡайғыра, икебеҙҙең дә эш хаҡын ҡыҫҡарттылар бит, көрсөк, — тип ғәйепле төҫ менән аңлатты улы.
Ҡарт сығырынан-сыҡты:
— Артҡы ботон һал машинаңа, тапҡанһығыҙ ҡайғырыр нәмә!
— Атай, эсәк-бауырын арттыр әле, унан бешерелгән бәлеш бигерәк тәмле була, киленең ҡойҡаһын ярата, баш-тояғын да алып китһәк инде? — Кинйәһе һораулы ҡарашын төбәп торҙо ла өҫтәп ҡуйҙы. —Алған бөтә эш хаҡы фатирға түләүгә китеп тора шул, үҙебеҙ алыр инек тә.
Ҡарт ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы...
— Ауыҙ тултырып ит ашап булырмы бер, юҡмы? — Тәрилкәһенән бәләкәй генә ит киҫәге тапҡан ҡарт һуҡранып ҡуйҙы.
— Быҙау алып үҫтерәйек, бер бешерерлек кенә ит ҡалды, — тип эләктереп алды ҡарсығы, унан ҡартының асыулы ҡарашын шәйләп өҫтәргә ашыҡты. — Икәүҙе алайыҡ, нисек тә ҡарарбыҙ әле!
Марат ӘМИНЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 846

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781