Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
2013 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу башланды. Журналистарға йылына ике тапҡыр шөғөлләнергә тура килгән был үҙенсәлекле «ураҡ»ты алып барыу йылдан-йыл ауырлаша, сөнки үҙ уҡыусыларын юғалтмауҙы, элекке осорҙарҙан айырмалы, һәр редакция үҙе хәстәрләргә бурыслы. Сер түгел, ташҡа баҫылғандың абруйы самалы мәлдә был хәстәрлек «ауыр» ғына түгел, урыны менән түбәнселеклегә лә әйләнә, сөнки «йөҙ һыуы түгергә», йәғни ялынырға ла мәжбүр булына. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ каналлы телевидение һәм радио, тәүлектәр буйы ҡарап ултырһаң да, осона сығырлыҡ булмаған Интернет селтәренә конкурент булырға тырышыу боронғо йәһүд мифындағы көсһөҙ Давидтың ғифриттәй Голиафҡа ҡаршы көрәшен хәтерләтә. Тәүгеләренә тиҫтәләрсә кеше эшләһә, икенсеһенекен иһә һанап та бөтөрөрлөк түгел.

Һәр өсөнсө кеше генә мәғлүмәт сараларына ышана


Уҡыусыларҙың кәмеү сәбәптәре, әлбиттә, әйтелгәндәр менән генә сикләнмәй: уның социаль-иҡтисади, мәҙәни, объектив һәм субъектив нигеҙлеләре лә күп. Хәл иткесе иһә Рәсәй империяһында халыҡтар яҙмышы өҫтөнән үткәрелгән сираттағы «тәжрибә» – йәмғиәттең ҡырағай баҙар капитализмына күсеүенә бәйле. Был сәбәп – беренсел, ә ҡалғандары, һис шикһеҙ, ошоға бәйле. Рәсәй йәмғиәтендә ныҡлы тамырланған аҡса культы һәм коррупция, хаҡлыҡ таба алмау, әхлаҡһыҙлыҡ, «яңы» ауырыуҙар һәм ғәриплек… Социологтар фекеренсә, нормаға әүерелә килгән ысынбарлыҡҡа башҡаса аңлатма табыу мөмкин түгел. Ошондай хәлдә башҡорт милли матбуғатын уҡыусылар тиҫтәләрсә меңгә етһә, ул норманан тайпылыу тип ҡабул ителер ине.
Өфө ҡалаһы йорттарының подъездарына кодлы йоҙаҡтар ҡуйылмаған, ишектәрен иркен үтеп йөрөгән саҡта уҡ әле ундағы почта йәшниктәренең бушлығы сәйер тойола ине. Элек баҫмалар төшкә саҡлы уҡ таралып бөткән «Союзпечать» (хәҙер — «Өфө-матбуғат») киосктарында тиҫтәләрсә гәзит-журналдың өйөлөп ятыуы ла шундай уҡ тойғо уята. Иң үкенеслеһе шул: йәш быуын да өлкәндәр өлгөһөнә эйәреп, был ысынбарлыҡтың ысынлап та нормаға әүерелеүенә булышлыҡ итәсәк, сөнки атанан күреп уҡ юналар бит. Дөрөҫ, әле совет мәктәбендә – белем, шул дәүер матбуғатын уҡып тәрбиә алған, хәҙер күберәк матди хәстәрлек менән баш ватҡан быуын был хаҡта уйлап еткермәй. Ә шулай ҙа ваҡыты менән уны «ни өсөн хәҙерге йәштәр улай?» тигән хәсрәт баҫып китә. Ни сәсһәң – шуны ураһың шул.
Журналистиканы, совет осорондағы кеүек, «дүртенсе власть» тип атарға хәҙер бер кем дә батырсылыҡ итмәй, сөнки ваҡытлы матбуғат, һалым түләүсе иҫәбенә тупланған ҡаҙна ярҙамына мохтаж булып йәшәргә мәжбүр. Ә мохтаж кешенең бер ҡасан да абруйы булмай. Йонсоу малды уның аслы-туҡлы йөрөүе менән төшөндөрөп булған кеүек, баҫмаларҙың тема ярлылығын, йөкмәткеһенең һайлығын ошондай матди сәбәп менән генә аңлатырға мөмкин. Теге йәки был етешһеҙлектең билдәле сәбәптәре бар һәм уларҙы бөтөрмәй тороп, хәбәр һөйләү менән генә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй.
Социологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, илебеҙ граждандарының һәр өсөнсөһө генә киң мәғлүмәт сараларына ышана. Был һәр ун граждандың өсөһөн генә ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға өгөтләргә мөмкин тигән һүҙ. Халыҡтың 13 процентының фәҡирлек тупһаһында ғүмер кисереүе был оптимизмды ла һүрәнәйтә, сөнки уларҙа ваҡытлы матбуғатҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып булыуы шикле. Уҡыусыларҙы башҡа социаль ҡатламдарҙан эҙләп ҡарау мөмкинлеге, ундай граждандарҙың күпмелеге билдәһеҙлеккә барып төртөлә, сөнки ошо хаҡта һорауҙары ентекле уйланылған социологик тикшеренеүҙәр үткәрелмәй. Шуныһы ғәжәп: идара органдары теге йәки был социаль хәлде өйрәнгәндә ниндәй мәғлүмәттәргә таяна икән? Үҙ мәнфәғәтен генә күҙәтеп фекер йөрөтөүгәме, әллә үҙ ихтыярынамы? Тик быларҙың икеһе лә фәнни түгел бит.
Социологик мәғлүмәттәр – етди мәсьәлә, сөнки һуңғы 20 йылда демографик хәл ҡырҡыулашты, илдә йәштәр кәмей, ҡарттар, киреһенсә, күбәйә. Бындай осраҡта социологияның әһәмиәте артыуға ҡарамаҫтан, арабыҙҙа ниндәй социаль ҡатламдар көн иткәнен дә тәғәйен белмәйбеҙ. Республика матбуғатын уҡыусы серегән байҙарҙың эске донъяһы, ниндәй ҡиммәттәргә табыныуы, ынтылышы, әхлаҡи йөҙө менән бөтөнләй таныш түгел. Ә хәллеләрҙең йәмғиәттә биләгән урыны күренеклерәк, мәҫәлән, хосуси милек үҙеңде һәм ғаиләңде ҡарауҙан тыш, гражданлыҡ бурыстарын да йөкмәтә. Италия республикаһы конституцияһында, «хосуси милек бурыслы итә» тигән тәрән мәғәнәле положение бар. Был — хәллеләрҙән күберәк талап ителә тигән һүҙ, сөнки байҙар кеҫәһе шәхси хеҙмәттән элек уға ялланып эшләгәндәр иҫәбенә ҡалыная.
Тап шуға күрә лә батша Рәсәйендә мосолман байҙар һәм муллалар үҙ иҫәбенә мәсет, мәҙрәсәләр асҡан, нәшриәтте яйға һалып, мәғрифәтселек менән шөғөлләнгән. Мосолман төркиҙәр күпләп йәшәгән Иҙел-Урал буйында «Шура», «Дин вә мәғишәт», “Сиңерткә», «Ҡармаҡ» журналдары, «Ваҡыт», «Тормош» һәм башҡа гәзиттәр тап шулай нәшер ителгән.
Алтын сәнәғәтселәре Рәмиевтәрҙең аҡсаһына сыҡҡан «Шура» журналы мәғрифәтселекте үҙенең төп маҡсаты итеп билдәләгән. Бындай баҫмалар Мәскәү менән Петербургта ла сығарылған. Элекке крәҫтиән Морозовтарҙың театр ойоштороуға, ваҡытлы матбуғат нәшер итеүгә, бер туған Коноваловтарҙың эшселәр өсөн шәфҡәт туташтары әҙерләү курстары, дауаханалар асыуы, торлаҡ төҙөү менән шөғөлләнеүе хаҡында йәмәғәтселеккә үткән быуаттың 90-сы йылдарынан һуң ғына билдәле булды. Батша Рәсәйенең хәлле подданныйҙарының гражданлыҡ йәһәтенән өлгөргәнерәк, милли үҙаңы бөгөнгө «яңы байҙар»ҙыҡынан юғарыраҡ булыуы, һис шикһеҙ, тетрәтә. Ирекһеҙҙән күренекле урыҫ философы Н. Бердяевтың, «шкурничество» Рәсәйҙә коммунизмдан, урыҫтарҙың уға ышаныуы юҡҡа сыҡҡандан һуң да барлыҡҡа килеүе ихтимал, тигән һүҙҙәре иҫкә төшә.

Милли матбуғат яҡлауға, һаҡлауға мохтаж

Башҡорт милли матбуғатының совет власы йылдарында дәүләттең туранан-тура ҡатнашы ерлегендә барлыҡҡа килеүе журналистар өсөн сер түгел. Был — уның либераллек күҙлегенән сығып эш иткән Көнбайыш матбуғатынан айырған хәл иткес күренеш. Шул уҡ ваҡытта башҡортса нәшер ителгән гәзит-журналдар – республиканың титуллы милләтенең хәл-статусын билдәләгән күрһәткес тә. Теләйһеңме-юҡмы, ошондай шарттарҙа, әлбиттә, дәүләт үҙе башҡа статус тәҡдим итмәгәс, үҙ патронатынан мәхрүм итә алмай. Был – бер. Икенсенән, Рәсәй дәүләтенә үҙ ихтыяры менән ҡушылған башҡорт халҡының мәҙәниәте Үҙәк властарҙың урыҫлаштырыу сәйәсәте арҡаһында үҫә алманы ғына түгел, ҙур юғалтыуҙар кисерҙе. Хәҙерге шарттарҙа ауылдарҙа эшһеҙлек арҡаһында ҡалаларға китеп донъя ҡорған йәш ғаиләләр урыҫлашыуға дусар ителә. Был — улар һәм балалары туған телендәге гәзит-журналдарҙы уҡымаясаҡ тигән һүҙ. БР Конституцияһында (1-се статья) ике теллелек нығытылыуға ҡарамаҫтан, уның ғәмәлдә эш итмәү сәбәптәрен башҡорт милли матбуғатының ҡыйыуһыҙлығынан да күрергә мөмкин.
Дәүләт патронаты хаҡында һүҙ йөрөткәндә, был — инҡар итеү мөмкин булмаған дәлил. Халыҡ-ара хоҡуҡ нигеҙендә үҙ дәүләтен ойоштороусы халыҡ булараҡ, башҡорттар конституцион хоҡуҡтарын шул ваҡытлы баҫмалар аша ғәмәлгә ашыра, һаҡлай һәм үҫтерә. Уны был хоҡуҡтан бер кем дә мәхрүм итә алмай. Кемдәрҙер, башҡорт милли матбуғатын ҡаҙна ярҙамына мохтажлыҡта битәрләргә маташа икән, быны ғәҙел тип атап булмай. Был – йәмғиәт фажиғәһе. Бер генә йәмғиәт тә мәҙәниәтте ҡыҫыу иҫәбенә арыуланып китмәгән. Киреһе булыуы бик тә ихтимал.
Башҡорт милли матбуғатының баҙар мөнәсәбәттәрендә үткән һуңғы ике тиҫтә йылда әллә ни үҙгәреш кисермәүе уның «партияның иң көслө идеологик ҡоралы» булараҡ яралып, әле лә ошо принцип нигеҙендә эш итеүе менән дә билдәләнә. Был аңлашыла, сөнки тиҫтәләрсә йыл дауамында ҡанға һеңгән психологияны үҙгәртеү өсөн йә көслө тышҡы йоғонто йәки тәрән уйланған яңы эш алымдары кәрәк. Отошлолоғо шикһеҙ булған икенсе юл әле тәҡдим ителмәгән шарттарҙа тәүгеһенә мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ. Ул — Йәмәғәт советы ойоштороу. Редакциялар, профилле идара органдары, йәмәғәтселектең компетентлы вәкилдәренән торған был ойошмаға тармаҡтағы хәлде ентекле өйрәнеп, уны яҡшыртыу юлдарын тәҡдим итеүҙе йөкмәтергә кәрәк. Тәжрибәле, абруйлы һәм кемгәлер һалышыу кәйефенән азат граждандар Рәсәй һәм сит илдәр тәжрибәһенән сығып, моғайын, отошло сиселештәр тәҡдим итә алыр ине. Мәҫәлән, Мәскәү баҫмаларының өлгөһөнә эйәреп, ҡайһы берҙәрен акционерлаштырыу йәки хәлле компаниялар ҡарамағына тапшырыу һ.б. Әле үк, башҡорт баҫмалары бер-ике йылдан ябыласаҡ, тип хәбәр таратыусылар бар. Тик был ХХI быуат цивилизацияһы, үҙен мәҙәни һанаған йәмғиәткә хас күренешме?
Баҫмаларҙы финанслау мәсьәләһенә килгәндә, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең 2008 йылда ҡабул ителгән «Путин пландары – партия пландары» тигән программаһында аталған бер пункт иғтибарға лайыҡ. Унда 2008 йылда меценатлыҡ тураһында закон ҡабул итеү хаҡында әйтелгәйне. Идеяны әллә тейешле даирәләр хупламаны, әллә хәстәрләүселәр ҡыйыуһыҙлыҡ күрһәтте, закон тураһында бөгөн дә телгә алған кеше юҡ. Ә бит донъя мәмләкәттәрендә киң ҡулланылған ошондай закон күптән кәрәк.
Тағы бер сығанаҡ – реклама баҙарында ике ғәҙелһеҙлек күҙәтелә. Беренсенән, Өфө урамдарында бушлай таратылған реклама-гәзиттәр (әйткәндәй, был баҙар бик ҙур) ғәмәлдә аҡсаны “елгә осора”. «Киң мәғлүмәт саралары тураһында”ғы Законға төҙәтмә индереп, шул редакцияларҙы баҫма майҙанының кәмендә 25 процентын үҙҙәре тапҡан мәғлүмәт-материал менән тултырырға мәжбүр иткәндә, был гәзиттәрҙең ҡайһы берҙәре ябылып, рекламалар, ысынлап та, мәғлүмәт таратыу менән шөғөлләнгән баҫмаларға килер ине. Икенсенән, реклама йәһәтенән республиканың дәүләт телендә сыҡҡан башҡорт баҫмаларына мөнәсәбәт үҙгәрмәй. Урыҫ телле баҫмалар был сығанаҡтан иркен файҙаланғанда, милли телдәгеләренә ундай форсат тәтемәй. Был һис тә ғәҙел түгел. Проблема бар, уны күрергә һәм закон сиктәрендә хәл итергә баҙнат етмәй.
Мәхмүт ХУЖИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779