Хикәйә
Йәшәүҙәренең ары ҡото китте. Икеһе ике мөйөшкә текәлеп тик ултыралар. Эшкә баралар. Ваня нисектер, ул үҙенең нимә һөйләгәнен үҙе аңламай, бары уға өмөт менән төбәлгән балаларҙы ғына күрә, нимәлер төшөндөрә, һорай, билдәләр ҡуя. Элеккеләй ләззәтләнеп дәрестәр үткәреү онотолдо. Ял етһә, ире күҙ йәшереүҙе ғәҙәт итеп алды. Өҫтөнә Артемдың армияға китерҙән алда алған курткаһын, кәпәсен кейә, уның төбәлеүен тойоп аңлата:
— Мәрхүмдең кейемен кейеү ҡайғыны еңеләйтә тип кәңәш бирҙе бер инәй.
Иваны нисә йыл инде диабет сиренән яфалана. Ваҡытында укол ҡаҙарға, дөрөҫ туҡланырға кәрәк.
— Укол һалайыҡ әле, шунан ашап алырһың. Йөрөргә өлгөрөрһөң.
Тегеһе өмөтһөҙ ҡул һелтәй, ишеккә йүнәлә. Һуңғы осорҙа ауыҙынан араҡы еҫе лә килә башланы.
— Эсмә, һиңә ярамай!
— Галечка, мин әҙ генә, күңел көйөгөн йыуыр, баҫыр өсөн...
Бер көн бөтөнләй ҡайтманы. Ана килер, бына күренер, тип көтөп ала алмағас, төнө буйы бөтә таныштарын йөрөп сыҡты, урамдарҙы ҡыҙырҙы. Иртәгәһенә милиция бүлегендә икәнлеген әйттеләр. Барып камераны асҡанда, Ваняһы иҙәнгә ятып кәкрәйеп ҡатҡайны. Уны Артем эргәһенә ерләнеләр.
Аҙна самаһы үткәс, өйөнә милиция начальнигы килде. Ҡултығына әллә күпме ҡағыҙ ҡыҫтырған. Элекке уҡыусыһы бит, ҡайғыһын уртаҡлашырға булғандыр. Йыуатты. Хәлбүки һүҙҙәре, ҡыланыштары рыя, яһалма.
— Иван Васильевич эсте шул һуңғы осорҙа, шуның арҡаһында харап булды. Өйөгөҙгә әллә нисә тапҡыр килтереп ҡалдырҙылар. Үткәндә мин командировкала саҡта йәш егеттәр танымай япҡандар. Лаяҡыл иҫерек, үҙенән ацетон еҫе аңҡый ине, тиҙәр.
— Беҙҙең ҡайғыны һеҙгә яҙҙырмаһын Хоҙай. Иван Васильевич ярамағанын белә күрә йотошторҙо, ләкин бер ваҡытта ла эсеү менән мауыҡманы, Виктор Степанович. — Ул тыныс булырға тырышып рәсми яуап бирҙе.
— Һуң улайһа, эскән килеш бер шаҡмаҡ шәкәр таптырып төнө буйы камераның ишеген туҡмап сығыуын нисек аңлатырға?
Ах, бына нисек! Ҡайғыһынан шаңҡып төпсөнмәгәйне шул, табип һығымтаһы яҙылған ҡағыҙҙарҙы уҡымай ғына ҡултамғаһын ҡуйғайны, милиция өсөн ҡулай диагноз яҙылған булғандыр унда, арттарын нығытыу маҡсатында тағы өҫтәгәндәр ана. Һуңғы мәленә саҡлы уны көтөп ярҙамына өмөт иткәндер Иваны. Ниндәй үкенес!
— Их, Виктор, шуны ла аңламағандармы һеҙҙең туң баштар, Иван Васильевич диабеттан сирләй ине бит. Бер шаҡмаҡ шәкәр уны үлемдән ҡотҡарыр ине!
— Белмәнем, Галина Петровна, ғәфү итегеҙ...
Милиция начальнигы ҡағыҙҙарын ҡыштырҙатып оҙаҡ ултырҙы, йә һөйләшмәй, йә сығып китмәй.
— Виктор Степанович, карьераң өсөн ҡотоң остомо? Ҡурҡма, ҡул ҡуям документтарыңа! Һеҙҙең менән судлашыр, ғәҙеллекте иҫбатлар көсөм ҡалманы минең, закон көслөләр яғында. Тик Иван Васильевичтың исемен аҡ, саф ҡалдырырлыҡ бер генә шарт ҡуям: документтарҙа иҫерек ине тигән һүҙҙәр булмаһын.
— Бөтәһен дә һеҙ әйткәнсә эшләрбеҙ, Галина Петровна. Теләгән йомошоғоҙ менән теләһә ҡайһы мәлдә мөрәжәғәт итегеҙ, һә тигәнсе үтәрбеҙ. Беҙгә бит ваҡытында отчет бирергә кәрәк, шуға ғына килгәйнем. Бөтәһенән элек документтар мөһимерәк...
— Ҡағыҙ йәндәр!
Иртәгеһен инергә ҡыймай тороусыны шәйләгән Галина Петровна асыу менән ишекте асып ҡулын һондо:
— Килтерегеҙ!
— Галина Петровна, һаумыһығыҙ...
Ҡаршыһында иҫке-моҫҡораҡ кейенгән, ҡырынмаған, етек сәсле, ҡаҡса кәүҙәле әҙәм пәйҙә булған, имеш.
— Мин һеҙҙе танымайым, нимә кәрәк?
— Бер нәмә лә кәрәкмәй, улығыҙҙы, ирегеҙҙе ерләгәндә ҡатнашҡайным, ҡайғығыҙ ауыр икәнен дә күреп йөрөйөм. Һеҙ уҡытыусы, шулай бит? Ә мин... бомж.
— Ерләшкән өсөн араҡылыҡ аҡса теләнселәйһеңме?
Егеттең төҫө боҙолдо, шулай ҙа үпкәһен тышҡа сығарманы.
— Бөтә кешене лә бер ҡалыпҡа һалмағыҙ, бомж да әҙәм балаһы. Яҙмыш мине сүплеккә сығарып ырғытһа ла, эсемдә сүп-сар йөрөтмәйем. Башҡа ярҙам итер сарам юҡ, һеҙҙең рөхсәтһеҙ ирегеҙҙең, улығыҙҙың ҡәберенә шыршы алып барып ултырттым. Матур, күркәм шыршы, ҙур уҡ булһа ла тамырын зарарландырмай ҡаҙып алдым. — Ул ҡанлы, урын-урыны менән ҡабарсыған усын алға һондо.
— Рәхмәт, улым, рәхмәт изгелекле бала... Исемең нисек һинең?
— Павел Левашов тиҙәр мине.
3
Йоҡоһонан иртә уянды Галина Петровна. Тышта ҡараңғы ине әле. Ашағыһы, эскеһе килмәһә лә, өҫтәлгә һыйын теҙҙе. Шулай тейеш. Ашамлыҡтарының тәмен тоймай ғына ҡапҡыланы, өҫтәлен йыйыштырҙы, кейенеп тышҡа сыҡты. Көн һалҡынайтып ебәргән, һауа тынды ҡурып алып бара: пальтоһының яғаһын күтәрҙе, шәленең сите менән ауыҙын томаланы. Автобус туҡталышына боролмайынса йәйәү атланы.
Зыярат ғәҙәти һиллеге менән ҡаршы алды. Һуңғы көндәрҙә йөрөмәгәндәрҙер, ҡарауылсының өйөнә генә юл һалынған, ҡалған тирә-яҡ ҡарға күмелгән. Ана, ике эҙ ярылып ята: эре аҙымлаған арҡыры-торҡороһо уғрыныҡылыр, бынауһы, ваҡ-ваҡ ҡынаһы, билдәле, Нина Александровнаныҡы. Ҙур ҡәбер рәшәткәһе. Артем менән Ваня йәнәш ята. Шыршы юҡ, бысып алынған. Төпһәнән күҙ йәштәреләй төҫһөҙ сайыр һығылып күренә...
Галина Петровна тағы ла көсәйә төшкән һалҡынды тоймай атланы ла атланы. Һауа етмәгәндәй пальтоһының өҫкө төймәһен ысҡындырҙы, шәле артҡа шыуҙы, салланған сәсе елдә туҙыраны. Әллә кемдәр сәләмләп уҙа. Бәләкәй ҡала булғас таныусылар күп шул.
— Галина Петровна, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!
— Ә-ә-ә, Павел Левашов, һаумы, улым?
Егет һуҡмыш ине: ҙур танауы бурҙаттай ҡыҙарған, эрен ҡатҡан ташбыҡ күҙҙәр ҡаймаҡ ялаған бесәйҙекеләй йылтырап ҡарай, көнбағыш валсығы йәбешкән йәйенке ауыҙҙан һалҡын боҫҡа эйәреп зәһәр көмөшкә еҫе борхой. Артемдың курткаһы берәҙәктең йоҡа кәүҙәһендә һалынып күренә, кәпәсе таман икән былай. Таныш, ҡәҙерле кейемдәр йөрәген һыҙлатты.
— Байрамды иртәләгәнһең түгелме? — тине лә Галина Петровна, шелтәләүҙе килештермәй өҫтәне. — Йоҡа йөрөйһөң бигерәк. Ни эш бөтөрәһең?
— Беҙ һәр ваҡыт йылынып йөрөйбөҙ, шунһыҙ ярамай, йәнә ҡымғырлаһаң өшөтмәй, вагон бушатып ҡайтып киләм. Байрам яҡынлаша бит, аҡса кәрәк. Өйһөҙҙәр ҙә табын ҡорорға хаҡлылыр, моғайын. — Павел шырт баҫҡан йоҡа сикәләрен ыуҙы, тәмәке ыҫынан һарғайған теше араһынан сертләтеп төкөрөп ҡуйҙы, донъяһы теүәл кешеләй ғәмһеҙ йылмайҙы.
— Ҡайҙа йәшәйһең әле һин?
— Яҙғаса төҙөүселәрҙең дөйөм ятағынан мөйөш алдыҡ, унан күҙ күрер. Ә һеҙҙең хәлдәр нисек, Галина Петровна?
Һытылырға торған ҡатын иланы ла ебәрҙе:
— Павел, һин ултыртҡан шыршыны урлап киткәндәр кисә. Һуңғы ике йылда ерһенеп, ҡупшыланып ҡына киткәйне...
— Нимә!? — Көтөлмәгән яңылыҡтан Павелдың ҡалын, тоташып тиерлек үҫкән ҡаштары юғары сөйөлдө, ул ниҙер хәтерләргә тырышҡандай аҫҡы иренен тешләп уйланып торҙо. — Шулаймы?.. Әһә, төшөндөм, был һинең генә эшең, Шакал! Ҡыҙмаса килеш еңел табыш, алыш-биреш тапҡаныңа маҡтанғайның. Йәнеңде алмаһаммы?
Йүгерә атлай китеп барҙы.
(Дауамы. Башы 198, 199-сы һандарҙа)
Хәйҙәр ТАПАҠОВ