Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балҡый Сулпан йондоҙо
Шағирә Сулпан Миңлебаеваның “Һигеҙ ожмах асҡысы” тигән китабын ҡулыма алып ундағы шиғырҙарҙы уҡый башлау менән таң йондоҙо Сулпан ҡалҡҡандағы кеүек күңел яҡтырып китте. Ваҡытым да бик тығыҙ ине. Шулай ҙа бер нисә битен уҡып ҡарайым әле тигәйнем, китап мине арбаны ла ҡуйҙы.

Шиғырҙар берсә “бик боронғо күккә” алып менде, “күктәрҙә лә ҡыңғырау бар”лыҡҡа инандырҙы, берсә ожмах серҙәренә төшөндөрҙө һәм һәр кемгә ожмах бүләк итеү өсөн һигеҙ төрлө асҡыс хәҡиҡәтен асып бирҙе. Автор уны өләсәһенең балаларына аманат итеп әйткәне аша шиғыр юлдарына һала.
Тән үлһә лә, йән үлмәй һис,
Ул мәңгелек сәйәхәттә, — ти әҙибә.
Кешелекле, кеселекле,
Миһырбанлы булһа әҙәм,
Изге эштәр ҡылһа гелән,
Үтмәй, тиҙәр, ғүмере әрәм, — тип, баҡыйлыҡҡа китеп, ожмахҡа барып эләккәнгә тиклем, кешенең йәшәү менән үлем араһындағы дәүеренә байҡау яһай һәм уның бушҡа, мәғәнәһеҙ үтмәҫкә тейешлеген иҫкәртә:
Донъя — баҡый...
Ғүмеребеҙ — фани:
Йәнде ҡотҡарырға етәсәк.
Тик тыуымға ниңә килгәнен дә
Аңламайса күптәр китәсәк.

Шағирә, бөгөнгө көнгә күҙ һалып, “Еребеҙҙә иманлылар бик аҙ ҡалды” тип хафалана, был борсолоуҙа мәғәнә юҡ түгел. Ҡырағай капитализмда бөтә ҡиммәттәр аҡса аша баһалана. Кешеләр бер-береһен һанға һуҡмай. Совет цивилизацияһы заманында ла аҡса төп йүнәлештәрҙең береһе булды. Әммә уға баш юғалтып табыныу юҡ ине. Уның өсөн кеше намыҫын һатманы, бер-береһен таламаны. Әҙәп, намыҫ аша килгән байлыҡ менән әҙәм үҙен бәхетле һананы һәм шуға ла тыныс йоҡланы. Ошоларҙы шағирә күңеле аша үткәреп:
Күкрәк бит ул ҡапсыҡ түгел,
Алтын-көмөш һалыр өсөн.
Күңел өсөн доға кәрәк,
Кеше булып ҡалыр өсөн, — ти.
Эйе, йәмғиәттә рухиәт идеологияһы юҡҡа сыҡты. Күрәләтә тороп кешеләрҙе юғалтабыҙ. Ә шағирә рухиәтте иман менән байытыуҙа күрә. “Иман тигән байлыҡ менән тулһын ине барса күңел”, — тип раҫлай. Дөрөҫ, динебеҙҙе ҡеүәтләргә кәрәк, әммә доғаларға буйһондороп ҡына донъяны һаҡлай алырбыҙмы икән?! Ошоларҙы уйлаптыр, бәлки, Сулпан былай ти:
Рухи байлыҡ сығанағын
Белмәй әле күп кеше.
Бигерәк йәл, улар бары
Аңһыҙ-моңһоҙ мал ише.
Һәм бының сәбәптәрен шағирә уртаҡулдарҙың юғары күтәрелеүендә, әпкәләйҙәрҙең ҡуштанлығында, буш ҡыуыҡтарҙың “һандуғас” булып һайрауында, демократия еленә һылтанып, телдәрҙе тешләтерлек закондар сығарыуҙа күрә.
Әммә шағирә тормошто уттан алып утҡа һалмай, һыуҙан алып даръяларға атмай, ул фани донъяның матурлығына һоҡлана, ундағы саф ынйыларҙы таба белә, кешеләрҙәге матур сифаттарға дан йырлай. “Күңел — көҙгө”, “Олуғ заттар”, “Рәхмәт һүҙе”, “Бар нәмә лә ерҙә тере бит ул”, “Мин үҙгәрҙем ҡапыл”, “Мең күҙ менән баға ғаләм донъяға”, “Тормош — ғүмерлек һынау ул” һәм башҡа бик күп шиғырҙағы юлдар, ҡанатлы һүҙҙәр булып, мәҡәл кеүек яңғырай. Китапты уҡый башлау менән ул үҙенә йәлеп итә, һине әленән-әле яңы фекерҙәр менән байыта: берсә тулҡынландыра, берсә уйландыра, берсә яҡты өмөт сатҡылары уята.
Мөхәббәт, һөйөү темаларына ижад ителгәндәре айырыуса матур йыр кеүек һоҡландыра. Бәлки, шуғалыр ҙа был әҫәрҙәргә композиторҙар иғтибар итә һәм матур көйҙәр яҙа. Ә китапта йыр булырлыҡ шиғырҙар күп. Хәҙерге сәхнәләрҙе рифмалаштырылған буш һүҙле “йырҙар” баҫҡан ваҡытта Сулпан Миңлебаеваның ысын йыр булырлыҡ лирикаһы һөйөндөрмәй ҡала алмай. Ғөмүмән, шағирәнең нәүбәттәге был китабы төрлө яҡлап маҡтауға лайыҡ, тип уйлайым. Ул күп йылдар мәктәптә балалар уҡытты, шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһында әҙәби консультант булып та үҙенең ижади фекерләү юғарылығын күрһәтте. Шағирәгә артабан да ижади бейеклектәрҙән төшмәүен, шиғриәттә үҙ һүҙен артабан да юғалтмауын һәм, исеменә есеме тигәндәй, киләсәктә лә Сулпан йондоҙо булып балҡыуын теләйем.
Кәбир АҠБАШЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780