Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡын күтәргәнде халҡы күтәрә
Халҡын күтәргәнде халҡы күтәрәКүгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы халҡы октябрь башында ҡунаҡтар ҡаршылау йолаһына өйрәнеп бөткән. Ауылдың тарихи исеме Бесәнсене Хоҙайбирҙин тип үҙгәртергә сәбәпсе булған, Башҡортостан Республикаһын ойоштороу башында тороусыларҙың алғы сафында барған күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө алдынан был ауылда журналистика өлкәһендәге ошо премияға лайыҡ булған лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы үтә.

Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы булһа ла, журналистика өлкәһендәге был премия Хөкүмәт йортонда бирелмәй, ә иң тәүҙә үк баш алған йолаһына тоғролоҡ һаҡлап, йыл һайын Бесәнсе ауылында тапшырыла. Килгән ҡунаҡтар Шәһит Хоҙайбирҙиндың музейында булып, паркта лауреаттар аллеяһына ағас ултыртып, ауыл халҡы алдында сығыш яһауҙы йола иткән. Үҙ сиратында Хоҙайбирҙин ауылы халҡы ла республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған ҡунаҡтарға үҙҙәренең төйәген күрһәтә, уның тарихы менән таныштыра, ҡунаҡ итә. Республикала иң яҡшы тип танылған журналистарға ауылың һәм районың тураһында һөйләүҙең шунан да шәп юлы булыуы мөмкинме һуң?!
Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе, шағир һәм яҙыусы Дамир Шәрәфетдинов, “Юлдаш” радиоһының алып барыусыһы Зөһрә Арсаева, Дүртөйлөнөң “Юлдаш” гәзите хәбәрсеһе Илдус Тимерханов менән Рәзифә Сәхәпова лайыҡ булды. Күгәрсен районында ла Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһы бар, ул быйыл “Күгәрсен хәбәрҙәре” урындағы гәзит хәбәрсеһе Тәлғәт Ишемғоловҡа бирелде.
Дамир Шәрәфетдинов менән гәзит уҡыусыларын таныштырып торорға кәрәкмәйҙер, ул — беҙҙең даими автор, шиғырҙары, мәҡәләләре баҫылып тора. Бынан тыш, уның күп яҡлы эшмәкәр икәнлеге мәғлүм: ул үҙе шиғырҙар, хикәйәләр яҙып ҡына ҡалмай, ҡәләмдәш дуҫтарының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемәләү буйынса ла күп эш башҡара. Былтыр ғына ул төрки телле шиғриәтте урыҫ теленә тәржемәләү буйынса “Аҡ торна” халыҡ-ара бәйгеһендә еңеп сыҡҡайны. Ә Интернет киңлектәрен байҡаһағыҙ, башҡорт яҙыусыларынан иң тәүге һәм даими эшләп килгән сайттың да Дамир Шәрәфетдиновтыҡы икәнен күрерһегеҙ.
Журналист Зөһрә Арсаеваның тапшырыуҙарын “Юлдаш” каналын тыңлаған һәр кем яҡшы беләлер. Уның тапшырыуҙары алып барыусының яғымлы тауышы менән генә түгел, күтәрелгән мәсьәләләрҙең етдилеге, үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булыуы менән дә йәлеп итә тыңлаусыһын. Әлеге ваҡытта икенсегә әсәй булырға йыйынған Зөһрә Арсаеваның Башҡортостан радиоһында эшләүе генә түгел, хатта тыумышы менән Асҡын районындағы Башҡортостан тигән ауылдан булыуы ла үҙенсәлекле һымаҡ. Дүртөйлөнән Илдус Тимерханов менән Саҡмағоштан Рәзифә Сәхәпова юғары исемгә “Баҙы буйы бөҙрә тал” тигән китап өсөн лайыҡ булды. Уларҙың оҙаҡ йылдар дауамында тупланған был китабында Саҡмағош, Дүртөйлө райондары аша ағып, Ағиҙелгә ҡойған Баҙы йылғаһының башынан аҙағына тиклем үтеп, йылғаның кешеләр тормошондағы әһәмиәте һәм кешеләрҙең йылға яҙмышына йоғонтоһо тураһында бәйән ителә.
— Һеҙ тотош республиканы бер итеп йөрөгәндә, был ауыл аша ла йыш үтеп китәһегеҙҙер, — тине наградаларҙы тапшырғанда Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов. — Ә хәҙер һеҙҙең был ауылда туҡтап китергә лә етди сәбәп бар: бында һеҙ ултыртҡан ағастар үҫәсәк. Әле һеҙгә тиклемге лауреаттар ултыртҡан ағастарҙың нисек күкрәп үҫеп ултырғанын күрәһегеҙ. Башҡарған эштәрегеҙ ҙә ошо ағастар һымаҡ, Шәһит Хоҙайбирҙиндың эштәре һымаҡ, килер быуындарҙың күңелендә яҡтылыҡ һәм йәшеллек булып йәшәһен.
Афарин, тип ҡушылабыҙ был һүҙҙәргә һәм ҡәләмдәштәребеҙҙе оло исемгә лайыҡ булыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Салауат ӘБҮЗӘРОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780