Кисә Эстониянан Палдиски ҡалаһы мэры Каупо Каллас етәкселегендәге рәсми делегация килде. Уның составында төрлө сәнәғәт компаниялары етәкселәре бар. Ҡунаҡтарҙы республикабыҙҙың бай иҡтисади ҡеүәте, мәҙәни үҫеше менән таныштырыу күҙҙә тотола.
Әйткәндәй, Палдиски ҡалаһы менән бәйләнеш иҡтисади йәһәттән генә түгел, рухи яҡтан да ныҡлы. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгендә уның исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды.
Салауат батырҙың Палдискиҙа һәйкәлен ҡуйыуҙа скульптор Тамара Нечаева, Өфө дәүләт авиация техник университетының элекке ректоры Рифат Мәүлетов, яҙыусы Тайфур Сәғитов күп көс һалды. Һеҙҙең иғтибарға Тайфур Сәғитовтың 1989 йылда ошоларҙы бәйән иткән “Һәйкәл” очергынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
...Һәр автор, һәр ижадсы өсөн үҙ әҫәрен халыҡҡа сығарыуҙан да ауыр һәм тулҡынландырғыс имтихан юҡтыр ул... Был йәһәттән мин Тамара Павловнаға көнләшеп ҡуям. Салауат тип ул Палдискиға иң алдан килде, беҙҙе ҡаршы алды, иртәнсәктән алып кискә тиклем һәйкәл ҡуйыласаҡ урында булды. Әле бер, әле икенсе нәмәгә борсолоп йөрөнө, хатта ошо һәйкәле хаҡына беҙҙең менән экскурсияларға ла йөрөмәне.
Һәйкәл өсөн хужалар бик матур, күренекле урын һайлаған. Ҡала ҙур түгел, уның үҙәген офицерҙар йорто һәм эргәһенән генә яңы һалынған парк хасил итә. Һәйкәл шул парктың ҡалҡыу бер мөйөшөндә, йәм-йәшел ағастар араһына ҡуйылып, әллә ҡайҙан күренеп торасаҡ икән.
Ҡала кешеләре өсөн был айырыуса ҙур ваҡиға, сөнки Салауат Юлаев һәйкәле — Палдискиҙа иң тәүге скульптура! Шуға ла йәмәғәтселек быға ҙур иғтибар бүлде.
Уңышлы урын һайлау менән бергә постамент өсөн бик елле гранит тапҡандар. Уны шымартыуға һәйкәлгә тотонолған күләмдә аҡса киткән. Палдискиҙа Марат исемендәге Таллинн тегеү-трикотаж берекмәһенең филиалы бар (беҙ унда булдыҡ), ана шул берекмә эшләткән постаментты. Архитекторы — Андрес Мянд. Йәғни Салауат Юлаевтың Палдискиҙағы һәйкәле Башҡортостан баҡыры менән Эстония гранитынан хасил булды!
Рифат Рәхмәтулла улы Мәүлетов... Алтмыш биш йәшлек аҡһаҡал. Дәрәжәһе, вазифаһы, шәхси ырыҫы — бөтәһе лә башҡалар өсөн өлгө булырлыҡ. Осрашҡан һайын мин уның ҡарашының киңлегенә, фекеренең тәрәнлегенә, һүҙҙәренең тослоғона, кешеләрҙе бик тиҙ аңлай, уй-ниәттәрен ғәжәп дөрөҫ баһалай белеүенә һоҡланам... Тәүге әңгәмә уның: “Мин татармын”, — тигән һүҙенән башланып киткәйне. Эйе, милләте менән ғорурланалыр. Ләкин башҡа халыҡ вәкилдәре лә рәнйегәне юҡ уға! Тап ошо Мәүлетов менән аралашҡан мәлдәрҙә үҙем өсөн мәңгелек хәҡиҡәтте астым: ни дәрәжәлә артта ҡалған йәки алға киткән булмаһын, бер милләт тә үҙе генә айырымланып, башҡа милләттәр менән аралашмайынса йәшәй алмай. Тик бергәләшеп, үҙ-ара аңлашып, бер-береһенең мин-минлеге һәм милли ырыҫын ихтирам итеү менән генә тормошҡа ҡот-бәрәкәт ҡундырып була икәнлеген аңлағандарҙыр, ахырыһы. Йә, ул татар бит, тип Зөмәрә Вәли ҡыҙы менән уға бармаһаҡ йәки башҡорттар үҙ батырын үҙҙәре хәстәрләһен, унан башҡа ла мең мәшәҡәт, тип ректор ҡул һелтәһә — бындай ҙур ваҡиға булыр инеме һуң?! Юҡ, әлбиттә, бер ни сыҡмаҫ ине!
Хәҙерге, милли мөнәсәбәттәрҙең үтә ҡырҡыулашҡан осоронда ла Рифат Рәхмәтулла улы ысын мәғәнәһендә Башҡортостандың патриоты һәм татар халҡының тоғро улы булып ҡала белә. Ул, башҡорт милләтен туранан-тура яҡлап, БАССР Юғары Советында ла сығыш яһаны, экстремистарҙың татар теленә Башҡортостанда дәүләт теле статусын бирергә тырышыуын ҡырҡа ғәйепләп сығыш яһаны.
“Иң тәүҙә хәҡиҡәт, шунан һуң ғына милләт!” — Мәүлетов бына шундай девиз менән эш итә, буғай.
Тамара Павловна Нечаева... Уның хаҡында мин әҙ яҙманым, тик барыбер етерлек түгел һымаҡ. Үҙенең бөтә аңлы ғүмерен Башҡортостанға арнаған был талант эйәһен беҙ бик аҙ беләбеҙ, аҙ баһалайбыҙ. Һуғыш башланыр алдынан ғына ул үҫмер ҡыҙ булып Ленинград ҡалаһынан Өфөгә туғандарына ҡунаҡҡа килгән һәм шунан бирле Өфөлә йәшәй... Тәбиғәт бүләк иткән һәләте, әлбиттә, Ленинградта ла асылыр ине, ләкин башҡорт халҡының тормошо, йәшәү рәүеше, үҙаңы һәм мәҙәни кимәле, данлы һәм ҡанлы тарихы, бөгөнгөһө, милли байрамдары һәм ҡәҙимге көндәре бигерәк тә ныҡ тәьҫир иткән уға. Алған белемен һәм тәрбиәһен, бөтә тырышлығын һәм һәләтен йәш рәссам башҡорт халҡының тормошон сағылдырыуға арнай. Уның Салауат темаһына мөрәжәғәт итеүе лә юҡҡа түгел, ә рухи ихтыяжы. Үҙе ғорурланып һөйләй был хаҡта. Нечаева тәүҙәрәк халыҡ батыры образын кәүҙәләндергән портреттар менән этюдтар яҙған, унан фарфор, гипс, таш һәм бронзала һынландырырға ынтылған. Йылдар үткән, тәжрибә туплаған һайын Тамара Нечаеваның “үҙ Салауаты” хасил булған. Нескә күңелле ҡатын-ҡыҙ рәссам үлемһеҙ батырҙың яугир һыҙаттарынан бигерәк шағир һыҙаттарын баҙығыраҡ сағылдыра.
Салауаттың Палдиски ҡалаһында ҡуйыласаҡ һәйкәлен дә шундай илһамланып эшләне ул! Ваҡыттың тығыҙ булыуы һәм һуңламай өлгөртөргә тырышыу теләге уны көндәлек режимды оноторға мәжбүр итте, кәмендә ике йыллыҡ эште биш ай эсендә теүәлләү өсөн оҫтаханала тәүлегенә 12 — 15-әр сәғәт булырға тура килгән. Батырҙың бюсын баҡырҙан сүкеп яһау — бигерәк тә ауыр эш. Ҡулына сүкеш тотҡан, салғы сүкегән кеше яҡшыраҡ аңлар ул шөғөлдөң ауырлығын...
Етмешкә етеп барған Тамара Павловна эште туҡтатманы, һәйкәл кәрәкле көнгә әҙер булып, үҙе беҙҙе көтөп ултырҙы...
Көндөҙгә сәғәт өс!.. Һәйкәлде асыу тантанаһы ысын байрам төҫөн алһын өсөн тәбиғәт үҙе тырышҡан бөгөн. Быға тиклемге көндәрҙә Балтика, нисектер, асыулы һымаҡ ине. Һалҡын ел иҫә, ҡояшты болот ҡаплап торҙо, йыш ҡына ямғыр һибәләне. Ә бөгөн!.. Күк йөҙө ап-аяҙ, көн йылы, ҡояшлы, кешеләр йәйге кейемдә... Ни генә тимә — бик тә изге кеше булған шул Салауат!..
Парк ҡала халҡы менән тулы. Ошонда уҡ парад формаһы кейгән моряктар. Һәйкәл япмаһы әлегәсә асылмаған. Уның эргәһендә матростарҙың почетлы ҡарауылы тора.
Ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе тантаналы йыйылышты асыҡ тип иғлан итә. Хәрби-Диңгеҙ гарнизонының тынлы оркестры гимн башҡара. Уның йөрәктәргә үтеп ингән моңо яңғырауында һәйкәлдең япмаһы төшөрөлә. Батырыбыҙ Балтик буйына баҡҡан һәйкәл булып һынланды!
Митинг ил эсендә лә, сик буйында ла митинг инде. Һөйләүселәр күп. Һәр береһенең әйтер фекере бар. Миңә лә һүҙ бирҙеләр. Юл буйынса ҡабат-ҡабат яҙғылаған “Салауатҡа — салауат”ымды уҡыным. Иптәштәрем дә, хужалар ҙа ҡотлаған булды. Әллә ысын, әллә былай ғына, сөнки күңелемдә ҡәнәғәтлек тойғоһо әле һаман юҡ...
Сарала Башҡортостандың ике Тамараһы ла иң уңғандарҙан булып сыҡты. Тамара Павловнаның Салауаты бөтә Палдиски халҡының күңеленә хуш килде, ҡосағы сәскәләргә тулды, таралышҡандан һуң да бик күп кеше килеп ҡотланы уны. Арабыҙҙағы иң оло, иң ихтирамлы, иң тыйнаҡ һәм иң түҙемле юлдашыбыҙҙың уңышына беҙ ҙә шат инек. Уның митингтағы телмәре лә бик ҡыҫҡа булды:
— Үҙем ҡайтып китәм, ә һеҙгә үҙемдең Салауатымды, йөрәгемдең һәм күңелемдең бер өлөшөн ҡалдырам!
Тамара Ғәниева митингты баштан аҙағынаса магнитофон таҫмаһына яҙып алды. Ҡыш көнө тайып ҡолап һындырған ҡулы менән ярайһы уҡ ауыр монаятты ике сәғәт буйы күтәреп тороуы уға еңел булмағандыр, әлбиттә, ләкин Тамара һыр бирер кеше түгел. Ул Балтик буйына килгәс яҙған өр-яңы шиғырын уҡып ишеттерҙе. Мирас Иҙелбаев та һөйләне.
Ошонда уҡ Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Указы иғлан ителде: Палдиски урта мәктәбе уҡытыусыһы Валентина Ивановна Волковаға БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән почетлы исем бирелгән. Уға грамота менән значок тапшырылды. Зөмәрә Вәли ҡыҙы Палдиски мәктәбенә күп бүләктәр алып килгән... Митинг тамам. Ҡапыл күңелем әллә ниңә һағыш менән тулғандай тойолдо. Мораҙыма өлгәштем. Теп-теүәл ун ай буйы күңелемде лә, зиһенемде лә биләп, йәнемде лә, тәнемде лә әсир итеп тотҡан хыялым, бына, гранит постамент өҫтөндә, Балтик буйҡайҙарына баҡҡан. Бәхетлемен!
Тайфур СӘҒИТОВ,
яҙыусы.