Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хикәйә
Төҫлө ҡағыҙҙарҙы ҡырҡҡылап, шыршы уйынсыҡтары яһап мәшәҡәтләнгән Галина Петровна тәҙрә сиртеүгә һиҫкәнеп китте. “Донъяла мине иҫенә төшөрөүсе лә бармы ни әле? Кем йөрөй икән һуңлатып...” Сирткәс, танышылыр. Яурынына дебет шәлен һалды, ҡатаһын сисеп быймаһын кейҙе, соланға сыҡты:
— Кем унда?
— Ас әле, Галя, ас!
— Нина! Йөрөрһөң кеше ҡурҡытып. — Хужабикә һөйләнә-һөйләнә келәне ысҡындырҙы. Туптай итеп кейенгән, тәбәнәк буйлы, йыуан кәүҙәле әхирәте туҡтап та тормаҫтан һалҡын боҫ ағымына эйәреп эскә тәгәрәне.
— Уф, Аллам, шул тиклем дә алыҫ йәшәмәһәң! Килә-килә арып бөттөм йә маршрут автобусы туҡтаған мәл. — Инеүсе өҫтөндәге ҡыҫҡа тунын, шәлен, йылы итеген һалып ташланы ла көҙгө ҡаршыһына баҫты, ойпаланыбыраҡ күренгән сәсен рәтләштергәс, һалҡындан ҡыҙарған табаҡтай битен ыуа-ыуа өҫтәл янына, Галина Петровна ҡаршыһына, ялпашты.
— Ғүмер буйы ошонда йәшәйһең, ҡала уртаһынан фатир ала алманың тәки, атҡаҙанғанлығың ҡороһон. Утын индереп, яғып та хитланмаҫ инең, һыуы ла крандан ағып торор ине.
— Ваняның алмағас-сейәләрен ташлап ҡайҙа ғына барайым. Йәнә ерҙә соҡонорға, емеш-еләк үҫтерергә яратҡанымды беләһең. Ошонда ғына үлергә яҙғандыр.
— Күрәм, үлергә йыйынмайһың бер ҙә, һиндә генә ут баҙлай, яңғыҙ башыңа нимәләр ҡыйратаһың?
— Ҡатын-ҡыҙҙың хәстәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй, тиҙәрме әле, инша дәфтәрҙәрен тикшереп бөттөм дә, Яңы йыл етте бит, шыршы уйынсыҡтары әтмәләргә керештем дә киттем.
— Улай икән... — Нина ҡабаттан битен, яҫы маңлайын, ҡыҙарған йөҙҙә айырым-асыҡ күренгән һирәк, төҫһөҙ ҡаштарын ыуҙы. — Белмәһә белмәй икән кеше, күпме өгөтләргә мөмкин, йөрөмә шул мәктәптә хәйерсе тиндәренә бил бөгөп, коммерция менән шөғөллән, юҡ тигәндә минең эргәмә көнбағыш һатырға ултыр. Һинең ай буйы эшләгән аҡсаңды бер аҙнала алам, беләһең килһә.
— Нина Александровна, һин һәйбәт уҡытыусы булдың, мәғариф алдынғыһы. Уйламағанда-көтмәгәндә мәктәпте ташланың да ҡуйҙыңсы.
— Йә, унда эшләүҙән ни фәтүә, значогымды тағып ас йөрөйөммө тағы?
— Элек беҙ уҡыусыларыбыҙҙы икенсе ҡиммәттәргә инандыра инек.
— Заманалар үҙгәрҙе, кешеләр ҙә. Дөрөҫ әйттең, элек, ә бөгөнгө уҡыусыларҙы Толстой, Достоевский, Чехов әҫәрҙәре ҡыҙыҡһындырмай, уларға аҡса кәрәк. Бөтәбеҙгә лә аҡса кәрәк!
— Киләсәктә нимәгә табынырбыҙ һуң?
— Ҡабатлап әйтәм: аҡсаға, иман һуңынан!
— Нина, мин сәй ҡуяйым әле, инеп өлгөрмәгәнһең, тын алмаҫтан бәхәскә төштөк тә киттек. — Галина Петровна урынынан ҡалҡынды.
— Кәрәкмәй, Галя! — Әхирәте еңенән тартып кире ултыртты. — Бик күңелһеҙ хәбәр килтерҙем бит әле...
Галина Петровнаның йөҙө үҙгәрешһеҙ, тыныс ҡалды, битендәге бер мускулы булһа ла һелкенһәсе.
— Ул ниндәй хәбәр икән тағы? Мин бит фани донъяла юғалтырымды күптән юғалтып бөттөм.
— Бөтмәгәнһең икән шул... — Нина Александровна һүҙ осон таба алмағандай тотлоҡто. — Бөгөн көнө буйы һатыу иттем дә кискеһен Любаға барып әйләнәйем тип автобусҡа ултырҙым. Уны һин беләһең, ғүмере буйы универмагта эшләне, ҡаланың теге осонда йәшәй. Китеп барам, билдәле, юл зыярат эргәһенән үтә. Ҡарайым...
— Нимә күрҙең инде? — Хәүефле хәбәр ишетәһен һиҙгән Галина Петровна ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
— Һуң, Ваня менән Артемдың ҡәберҙәре өҫтөндә үҫкән шыршы зым-зыя юҡ?
— Нимә тинең, Нина, һин яңылыш күргәнһеңдер, ул ҡайҙа булһын! Ҡарауылсы өйөнән уң яҡ ситтә, асыҡлыҡта...
— Яңылышырға әллә... — Нина Александровнаның тауышы үпкәләгәндәй ишетелде. — Автобустан төшөп көрттө йырып барып ҡараным, төбөнән ҡырҡып алып киткәндәр.
— Эһ-һ-һһһ... — Тамаҡ төбөнән иңрәүгә тартым өн сығарған Галина Петровна йөҙөн ҡушусланы, шунан ишеткәненә ышанырға теләмәгәндәй теҙҙе. — Һин нимәнелер бутайһың, уға кемдең ҡулы күтәрелһен, урмандағы түгел, ҡәбер өҫтөндәге ағасҡа...
— Күтәрелгән! Шул вәхшилектең шаһиты булдым да барыр еремә аяғым тартмай илай-илай кире боролдом.
Көтөлмәгән хәбәрҙән һеңгәҙәгән Галина Петровна үрһәләнеп ары-бире йөрөштөрҙө лә ҡабаланып кейенә башланы.
— Һин ҡайҙа, Галя?
— Зыяратҡа! Ышанмайым һүҙеңә, күрмәй тороп.
Нина Александровна етеҙ уҡталып Галина Петровнаның ҡулындағы пальтоһын һелкетә тартып алып урынына элде:
— Аҡылдан шашма, һантыйланма. Зыяратта, төн уртаһында, көрттә йөҙөп йөрөргәме иҫәбең? Ҡурҡмай.
— Нимәнән ҡурҡайым, иремдәнме, әллә улымданмы? Иртәме-һуңмы, бөтәбеҙ ҙә шунда юлланабыҙ.
— Әммә ике донъя араһындағы күҙгә күренмәҫ кәртәне ваҡытынан алда ашатлау, төндә әруахтарҙың рухын бимазалау — гонаһ!
— Һәммәбеҙ ҙә гонаһлыбыҙ, — Галина Петровна сеңләп илап ебәрҙе, — тик аңлы рәүештә ҡылынған енәйәт башыма һыймай! Нимә эшләргә хәҙер, яратып, яҡындарымдың төҫө итеп тәрбиәләгән һуңғы йәшел ағасымды ла ҡырҡҡандар хаяһыҙҙар.
(Дауамы бар).
Хәйҙәр ТАПАҠОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780