Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһе
Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһеТаңсулпан Ғарипова — башҡорт прозаһына һәм драматургияһына тос өлөш индергән әҙибә. Ҡайһы ғына әҫәрен алып ҡарама, унда яҙыусының ихлас ижадын күреп ҡыуанаһың. Ихласлыҡ, әүҙем ижади эшмәкәрлек ҡайҙан килә һуң? Минең уйымса, үҙ халҡыңа выжданың, намыҫың менән бирелеп хеҙмәт итеүҙәлер.

Таңсулпандың хикәйәләрендә, повестарында, романдарында, драма әҫәрҙәрендә халыҡтың йәшәү рәүешенең төрлө төҫтәре, биҙәктәре ята. Заман сәйәсәтенә, тормош ҡанундарына дөрөҫ, ғәҙел баһа биреү ҙә әҙибәне, уның абруйын күтәрәлер. Туған халҡы, йәғни меңәрләгән уҡыусыһы уны үҙ итте. Башҡортостанда ғына түгел, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә йөрөгәндә лә “Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй”ен почта аша алдырып булмаймы?” тигән һорауҙарын да ишетергә тура килгәйне. “Бөйрәкәй” романдар сериалы бер-бер артлы ике тапҡыр нәшер ителһә лә, китап кәштәләрендә бигүк торламаны. Ошо уҡ әҫәр 2004 йылда “Башҡортостан” гәзитендә “Йыл китабы” тип иғлан ителде. Бындай бәхет, йәғни халыҡ күңелендә тиҙ арала танылыу, бик һирәк яҙыусыға насип була.
Таңсулпан Ғарипова әҙәбиәткә журналист һуҡмағынан килеп юлыҡманы. Ул — уҡытыусы. Үҙ класындағы уҡыусыларҙың ата-әсәһенә, халыҡҡа әйтер һүҙе уны ҙур ижад Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһедонъяһына әйҙәне. Ана шул уҡытыусылыҡ һыҙаты әҫәрҙәрендә лә күҙәтелә. Һәр әҫәре — үҙе бер дәрес. Әҙибә дидактиканы (белем биреү теорияһы), психологияны (шәхесте үҫтереүсе фән) һәм педагогиканы (тәрбиә биреү теорияһы) яҡшы белә. Күркәм әҫәрҙең йөкмәткеһен, асылын, мәғәнәһен яңы баҫҡысҡа күтәреүҙә ана шул фән ҡаҙаныштары яҙыусының ижад эшмәкәрлеген үҫтерә. Әҙибә өгөт-нәсихәт һатмай — өлгө бирә, һүҙ сурытмай —һүрәтләй, геройҙарының холоҡ-фиғелен, эске донъяһын һөйләмәй — башҡа персонаждар аша, образдың әҫәрҙә йәшәйеше аша күрһәтә, һынландыра. Әҫәрҙәрендә халыҡ аҡылына ҙур урын бирә. Мәҫәлән, “Ялан сейәһе” хикәйәһендә (ул — яҙыусының тәүге әҫәре) этномәҙәниәт ынйылары аша уҡыусыларға йәшәү өлгөһө күрһәтә автор:
“ — Һирпеп һыу алғанда кешенең күңеле һыуҙай пак, һөттәй аҡ була. Ҡайтҡаныңда, туҡтап, осраған берәү менән хәбәр сурытма — ырыҫты мөлдөрәмә килеш йортоңа еткер. Үҙең һыу алған ыңғайға ҡотоғоң болғанып ҡалмаһын, һин һыу алған урын — күңелең көҙгөһө, артынса башҡалар килер...”
“Ҡорбанбикә ҡарсыҡ... усаҡлыҡ эргәһендәге һикегә күнәген ултыртып, ике туҫтаҡҡа һөт һөҙҙө, мөлдөрәмә тулы һауыттарҙы ҡаҡса ҡулдары менән бер-бер артлы йәштәргә һуҙҙы, унан, һикегә ултырып, йыйырсыҡлы устарына ҡарап, оҙаҡ итеп доға ҡылды, фатихаһын бирҙе”.
“— Кем булһа ла, бәхете менән тыуһын. Ҡыҙ бала тыуһа, илгә именлек килә, ти”.
Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһе“Толомдарына аҡ таҫмалар ҡушып үреп, аҡ юл теләнем. Төштәремә инһәң, изгегә, күрешергә юраным”.
“...Ике бала менән ирһеҙ ултырып ҡалыу анһат түгел. Берәү булһа — ҡулың бәйләнә, икәү булһа — аяғың да тышала, ауырыңды тапма, ҡатын-ҡыҙҙың сыраһы ҡырҡ, береһе янмаһа, береһе яныр, тип кәңәш итеүселәр ҙә булды” һ.б.
“Ялан сейәһе” хикәйәһендә сәғәт тауышы аша Гөлйыһандың ғүмер хәтирәләре һүтелә. Ғүмерҙең үҙенсәлекле миҙгелдәре кеүек сәғәт тауышы ла үҙгәреп тора. Сәғәт ҡыңғырауы бына нисә төрлөгә үҙгәрә: “Иҫке бер сәғәт кенә... ҡарлыҡҡан тауыш менән даң-доң итеп һуғып ҡуя”, “Сәғәт, ҡарт алаша тартып килгән майһыҙ арбалай шығырлап, ун берҙе һуҡты”, “Сәғәт тағы ла шомлораҡ тауыш менән берҙе һуҡты”, “Даң-доң-доң! Өс”. “Даң-доң, даң-доң! Таң ата!”
Гөлйыһандың ғүмер юлдары, йәшәүенең ҡабатланмаҫ миҙгелдәре, яҡты донъя менән бәйләнеше сәғәт үлсәмдәренә һалынған. Кешемен тигән кешене был тормошта намыҫ, сәм йәшәтә. Сәғәт тигәнебеҙ ана шул намыҫ үлсәмдәре түгелме икән? Һәр хәлдә ниндәй үлсәмгә һалынһа ла, Гөлйыһандың күңеле изге, наҙлы, һуғышта башын һалған ире, балалары, тотош ғәләм алдында намыҫы таҙа. Сәғәт туҙа, ғүмер уҙа, баҡыйлыҡҡа уҙа, ә намыҫ тигән үлсәм мәңгелектер, күрәһең.
Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләре моңло ла, нурлы ла, серле лә. Бер ҡараһаң, улар ялан сейәһенең әскелтем тәме менән бәғерҙе ҡура йә туғайҙағы бәпембәләр булып күҙҙең яуын ала, йә күңелдәрҙе сөсөртөп, еҫлегөлдөң наҙлы еҫен аңҡыта, йә айлы төн кеүек серле. Иң мөһиме — тормошсан, халыҡсан әҫәрҙәр. Әҙибәнең хикәйәләрендә күгәрсен йырын да, көҙгө моңдо ла, мәңгелек һағышты ла тойоп-кисереп була.
Хикәйәләр, повестар яҙып, Таңсулпан Ғарипова үҙен ҙур һынауға әҙерләне һәм һынатманы. “Бөйрәкәй” романы менән башҡорт прозаһын, улай ғына ла түгел, ғөмүмән, проза тип аталған әҙәби жанрҙы үҙ яңылығы менән байытты, яңыса кимәлгә күтәрҙе. “Бөйрәкәй” биш өлөштән тора: “Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй”, “Башҡынайым ҡалды йәш кенә”, “Һандуғастың һайрар ғүмеркәйе”, “Йондоҙҙар төндә тоҡана”, “Ҡояшлы бурандар”. Әҫәрҙә күпме сеймәлгән, заман заңы сеймәлткән яҙмыштар һынландырыла. Бына ул яҙмыштың көслө һәм айбарлы характерҙары: Барсынбикә, Диңгеҙхан, Күкһылыу, Мәҙинә, Камалетдинов, Урыҫ Хашим, Әптеләхәт, Ихсанбай, Шарик-Шәңгәрәй, Күкбүре һәм башҡалар. Яҙыусы ошо яҙмыштарҙың сеймәлгән төйөндәрен йоғата-йоғата үҙ уҡыусыларына фәһем бирә, йәшәү рәүешен, туған халҡының ғөрөф-ғәҙәтен, йола ҡанундарын төшөндөрә бара.
Эсәр һыу, һулар һауа, ҡояшы һәм айы, нигеҙ ҡорған ғәзиз ере генә һәр кем өсөн уртаҡ, әммә ана шул дөйөм төшөнсәләрҙе лә һәр кем күңеле, рухы, иманы төрлөсә ҡабул итәлер. Мәҙинә өсөн баҙлап торған ҡояш Ғәлимә өсөн һис бер әһәмиәте, моңо, наҙы булмаған бер ябай яҡтылыҡтыр. Мәҙинә һәм уның кеүектәр ни өсөн көслө рухлы? Матурлыҡҡа һоҡлана белеүселәр, тәбиғәт, биомөхит менән бер тамырҙан һут, ҡөҙрәт алыусылар тормош тигән төшөнсәне үҙҙәре тәрәнәйтә, йәшәү яланын үҙҙәре киңәйтә. Рух, бигерәк тә милли рух өсөн күңел мөхитенең тәрәнлеге лә, киңлеге лә берҙәй кәрәк.
Ана шул сифаттар һәр образға — тормоштоң үҙе, йәшәү рәүеше, изге ғәмәлдәр сығанағы, ҡото.
Таңсулпан — драматургия өлкәһендә лә танылыу яулаған әҙибә. Ул драматург сүрәтендә бөтөнләй икенсе тауышта, икенсе интонацияла, икенсе асылда күҙ алдына баҫа. Уның “Ямғыр көткәндә”, “Бәхеткә ҡасҡандар”, “Төштәге йыр” драмаларын Сибай, Стәрлетамаҡ театрҙары сәхнәләштерҙе, ә “Ғилмияза” исемле драмаһын Өфөнөң Милли йәштәр театры сәхнәләштерҙе. Үҙ тамашасылары алдында Таңсулпан-драматургка ла бәхетле яҙмыш кисерергә яҙған. Театр мөхитендә балҡышлы алҡыштар сәхнә әҫәрен ғүмерле итә, авторҙың да был жанрҙа талпыныр ҡанаттарын нығыта. Ваҡытлы матбуғатта уның сәхнә донъяһына сыҡҡан, үҙ урынын тотороҡло яулаған драмалары хаҡында йыш яҙҙылар. Тимәк, әҙибә был өлкәлә лә ихтирамлы иғтибарлылыҡтан мәхрүм түгел. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты хаҡында декларацияһының ҡабул ителеүенә ун йыл тулыуға арналған пьесалар конкурсында уның “Бәхеткә ҡасҡандар” драмаһы гран-при яуланы. Был инде әҙибәнең абруйын дәүләтебеҙ кимәленә күтәрҙе. Ә инде “Йәй ташы” драмаһы буйынса “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” тигән нәфис фильм төшөрөлгән икән, яҙыусының ижады тотош илде, ҡитғаларҙы айҡай, башҡорт сәнғәтенең данын күтәрә тигән һүҙ. Быларҙан тыш ул “Аҡ тирәк” тигән тәрән мәғәнәле драма әҫәрен дә ижад итте. Әҙибәнең драматургияла ең һыҙғанып эшләүенә аптырамайым. Уның стиленә хәл-ваҡиғаларҙы һөйләп сығыу, тасуирлау түгел, ә һынландырыу, тәрән художестволы итеп, образлы фекер, тәбиғи телмәр менән һүрәтләү хас.
Таңсулпан Ғарипованың “Ғилмияза” драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклде лә ҡарарға насип булды миңә. Уны М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәләштергәйне. Әммә шуны ла әйтергә кәрәктер: “Ғилмияза”ны ҡуйыр өсөн сәхнәнең дә киңерәге, артистарҙың да тәжрибәлерәге, драманың мәғәнәһен тәрән тойған, күңелендә моң итеп йырлатҡан ҡыйыу режиссер ҙа кәрәктер. Бындай әҫәр — театр тормошонда һирәк күренештәрҙең береһе. Ни өсөн был драманы мәртәбәле итеп күрәм һуң? Бындай әҫәрҙәр яңғыҙ-ярым барлыҡҡа килмәй. Уның көслө һәм тәрән тамырҙары була. Бына улар: “Төштәге йыр”, “Бәхеткә ҡасҡандар”, “Аҡ тирәк”, “Китмәгеҙ, торналар”, “Тәңкәле ҡыҙ”, “Йәй ташы”. Былар барыһы ла — башҡорт сәхнәһен балҡытыусы әҫәрҙәр.
“Ғилмияза”лағы күңел моңон, поэтикаһын, аҡыл һәм аң синтезынан барлыҡҡа килтергән телмәрҙең ынйыларын тулҡынланмайынса уҡыу, тойоу, кисереү мөмкин түгел. Авторҙың үҙенән дә был хаҡта һорағаным бар: “Ҡайҙан килә һиндә шундай эске моң, хәтер моңо, поэтик телмәр саралары? Телмәр сафлығы, тәрән мәғәнәле үрнәктәре әсәйеңдән, әллә атайыңдан, әллә өләсәйеңдән күскәнме һиңә?” Әлбиттә, Таңсулпандың телмәр ҡөҙрәтендә, поэтик моңонда атай-әсәй-өләсәйҙәренең дә өлөшө барҙыр. Әммә һүҙ асылының күбеһе тыуған төйәгендәге халыҡтан, халыҡ телмәренән алынғандыр. Таңсулпан Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға” музыкаль драмаһын, ниһайәт, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының үҙ репертуарына алыуы шатландырҙы. Иншалла!
Оҫта һәм үткер ҡәләмле һүҙ маһиры “Урал батыр” эпосы нигеҙендә сәхнә әҫәрҙәре лә ижад итте. Урал батырҙың үҙ халҡының азатлығы, үлемһеҙлеге өсөн көрәшен, ғәйрәт ташҡынын сәхнәлә заманса итеп яңғыратыу, ирендәре йомолоп, телдәре тешләнгән, күңелдәре был тормош сәйәсәтенән һүрелә барған башҡорт милләтенә тере һыу бөрккәндәй булыр ине. Таңсулпан Ғарипованың “Урал менән Шүлгән” әҫәренең сәхнәләрҙе шаулатып үтеүе башҡорттар өсөн оран булып яңғыраһа ине!..
Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһе Таңсулпан Ғариповаға 65 йәш тулды. Күренекле яҙыусы, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һаман да ижади үҫеш юлында. Уға яңынан-яңы уңыштар юлдаш булһын.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779