Мәшһүр яҙыусыбыҙ Баязит Бикбайҙың әҙәбиәттән тыш публицистик, тәнҡит мәҡәләләре яҙыуы һәм был тәңгәлдәге мираҫы бөгөн күптәргә билдәле түгел. Яңыраҡ яҙыусының нәҡ ошо юҫыҡтағы әҙәби эшмәкәрлеге менән ҡабаттан танышып сыҡтым. Башҡортостан Яҙыусылар союзының ҡайһылыр бер съезынан һуң әҙип әҙәбиәт хаҡында уйланыуҙары менән уртаҡлашҡан, публицистика, әҙәби тәнҡиттең һүлпәнәйеүе хаҡында борсолоуын белдергән. Ә әле? Съезд һайын шул хаҡта һүҙ алып барыла түгелме ни?
“Ағиҙел” журналы редакцияһында ун ике йыл “публицистика” бүлегенә етәкселек иттем, үҙем дә мәҡәләләр яҙҙым. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, еңел эш түгел, сөнки редакцияға проза әҫәрҙәре, шиғыр алып килеүселәр бихисап булһа ла, ил, милләт, замана күҙлегенән сығып уйланыуҙарын ҡағыҙға төшөргән, борсоулы йә иһә ғорурланырлыҡ ысынбарлыҡ хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан яҙыусылар һирәк, бик һирәк. Ҡайһы бер йылдарҙа яҙыусыларға, билдәле журналистарға, хатта “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрселәренә публицистик мәҡәлә яҙыуҙарын үтенеп, хаттар ҙа ебәреп ҡараным, әммә етди темалар күтәрергә ашҡынып торған кеше табылманы. Шундай мәлдәрҙең береһендә журналист Мәхмүт Хужинға ла “Гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләреңдең темаһы, йөкмәткеһе арыу, әйҙә, “Ағиҙел”гә лә яҙыш”, — тип өндәштем. Журналистарҙан күңелем һүрелгәйне инде, ә ул һүҙемә ҡолаҡ һалған булып сыҡты. Бер аҙҙан үҙенә генә хас битарафһыҙлыҡ, етди уйланыуға ҡоролған мәҡәләһен “публицистика” бүлеге мөхәрриренең өҫтәленә килтереп һалды. Шунан бирле (20 йылдар тирәһе) Мәхмүт Хәйрүш улы республикабыҙ мәҙәниәтенең йөҙө булған журналдың әүҙем авторына әүерелде.
Нимәләр борсой һуң журналисты? Ни өсөн уны уйландырған һәм ул күтәргән мәсьәләләр Яҙыусылар союзы ағзаларын хәүефләндермәй? Мәхмүт Хужин алдараҡ телгә алынған ил, тел, заман проблемаларын ҡәләме осона элер булды. Дөрөҫ, был мәсьәләләргә битараф яҙыусыны осратҡаным юҡ. Әммә уй-фекерҙе мәҡәлә итеп яҙыр өсөн теләк кенә аҙ, үҙеңдең дә мәғлүмәтле булыуың зарур. Ул иһә битарафһыҙ, ватансыл тойғоло булыуҙан тыш, теләһә ниндәй теманы күтәреп сығырлыҡ интеллектҡа ла эйә. Күп уҡый, яҙасаҡ темаһын тәрән өйрәнә һәм шунан һуң ғына матбуғатҡа тәҡдим итә. Уның менән бер бүлмәлә ултырып эшләргә лә насип булды. Телгә алынған бүлекте “һөйрәүҙән” арып, шиғриәт һәм сәнғәт бүлегенә күскәйнем. Йонсоп киткәйнем. Булат ағай Рафиҡов мәрхүм дә, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып, “публицистика”нан ебәрмәү яғын ҡараны. “Урыныңа алмашсы тап, ысынын әйткәндә, ул бүлектә һинән башҡа кешене күрмәйем”, — тине.
Мәле еткәс, миңә ул бүлектән “ысҡыныу” бәхете тейҙе. Ә урыныма кемде табырға? Бер нисә хеҙмәткәрҙе алып ҡаранылар... Һәм көндәрҙең береһендә публицистика бүлегенә Мәхмүт Хужин “егелде”.
Матбуғат менән танышып барыусылар белә: ул — егәрле һәм төпсөр кеше. Ниндәй генә темаға тотонһа ла, күңелдә хис-тойғо, уйланыу уятырлыҡ дәрәжәгә еткерә. Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғыһында, ғәҙәттәгесә, республикаға яла яғыуҙар башланғас, ул “Башҡортостан” гәзитендә ентекле, дәлилдәр менән нығытылған фекерен белдерҙе. Шул мәҡәләне уҡып, үҙем өсөн дә байтаҡ асыш яһаным.
2011 йылда “Ағиҙел” журналында (10-сы һан) журналистың “Эскерһеҙлек һәм мәкер” тигән мәҡәләһе баҫылды. Уны мәҡәлә генә түгел, нигеҙле уй хеҙмәте тип атарға ла була. Автор Интернет селтәрендә, матбуғат биттәрендә осрап торған милләтебеҙҙең мәҙәниәтенә, уның тарихына яла яғыу күренештәрен барлай һәм тик уға ғына хас төпсөрлөк менән бөтә был бысраҡ ғәҙелһеҙлектәргә ҡарата мөнәсәбәтен белдерә, уларҙы нигеҙле инҡар итә. Йыбанмай автор, уйҙырмаларҙы тарихи материалдар, ғилми хеҙмәттәр, әҙәбиәттән алынған фекерҙәр, аныҡ сығанаҡтар менән дәлилләй, тема буйынса төплө фекерен дә әйтеп бара. Халҡыбыҙҙың ҡаҙаныштарына, мәҙәниәтенә, тарихына оятһыҙ һәм мыҫҡыллы ҡараш белдергән “ҡыҙыу баштар”ҙы бәхәсләшер урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп кире ҡаға.
“Республикала титуллы милләттең киләсәгендә проблемалар тыуҙырыу ихтималлығы булған күренештәр йышайҙы, — тип борсола автор. — Әлегә уны ике өлкәлә күҙәтергә мөмкин: кадрҙар сәйәсәтендә йәки башҡорттарҙы идара итеү органдарында эшләүҙән күпләп ситләштереүҙә һәм башҡорт тарихына, мәҙәниәтенә ревизия үткәреп, хурларға маташыуҙа. Һуңғы осорҙа Интернет селтәрендә, мәҫәлән, республиканың дәүләт теле булараҡ мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә, Өфөгә 1500 йылдар элек нигеҙ һалыныуға бәйле туранан-тура шик, хатта кире мөнәсәбәт белдерелгән материалдар йыш осрай. Йәнәһе, “башҡорт теле үлеп барған телдәр исемлегенә индерелгән”, уны өйрәнергә мәжбүр итеү кеше хоҡуҡтарын боҙоу, һәм ул тиҙ арала хәл ителергә тейешле проблема. Бындай бер яҡлы ҡараш белдереүселәр, күренеүенсә, сайтты ошондай фекерҙе башҡаларҙа ла тыуҙырыу өсөн файҙалана”.
Артабан мәҡәләнең “Дәлилдәр нимә һөйләй?”, “Дан өсөн түгел, ирек хаҡына”, “Дәүләт телен... теләк буйынса”, “Күрше хаҡы — тәңре хаҡымы?” тип исемләнгән бүлектәрендә журнал уҡыусылар алдына баштан уҡ ҡуйылған һорауҙарға ентекле анализ бирелә.
Мәхмүт Хужиндың уйланыу даирәһе киң. Уны бөгөнгө башҡорт журналистикаһының корифейы тип атаһаң да хата булмаҫ.
Тамара ҒӘНИЕВА.