Н.С. Хрущевтың сәйәсәте йәмғиәтебеҙҙең барлыҡ юҫыҡтарына үтеп ингәс, үҙгәреш индерелмәгән урын һирәк ҡалғандыр. “Шөкөр, беҙҙең тәңгәлдә, йәғни ваҡытлы матбуғат өлкәһендә, бығаса үҙгәреш-фәлән тойолмай”, — тип үҙебеҙҙе тынысландыра торғайныҡ. Былай ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙә беҙҙең эш йүнәлешенә лә Хрущевтың күләгәһе күптән килеп ингәйне.
Ул сығыш яһарға ярата торғайны. Колхозға барһа ла, завод-фабрикаға инеп сыҡһа ла оло йылғалай телмәр һөйләй ҙә ҡуя. Аҡыллы һүҙҙәрен гәзиттә баҫмай ҡара!.. Тик шуныһы: ул телмәр һөйләгән көндә беҙ ҡуна ятып гәзит сығарырға тейеш булабыҙ. Әҙерләнгән телмәренең тексы беҙгә алдан ебәрелә. Беҙ уны алыу менән тәржемә итәбеҙ. Хатта гәзит битен йыйып та ҡуя торғайныҡ. Бына Хрущев телмәр һөйләй, әммә алдан бирелгән текстан ситләшә. Шунан төҙәтмәләр килә башлай. Шулай итеп, беҙ, күптән әҙер полосаларҙы боҙоп, уны яңынан йыя башлайбыҙ. Гәзитте таң атыуға саҡ баҫып бөтә торғайныҡ. Ә бындай көндәр аҙнаһына бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
1962 йылдың көҙөндә (август, сентябрь айҙары булһа кәрәк) партияның Үҙәк Комитеты гәзиттәр эшенә ныҡлап ҡыҫыла башланы. Шуны ишетәбеҙ: барлыҡ автономиялы республикаларҙа туған телдә гәзиттәр сығарыу туҡтатыла, һәр республикала тик урыҫ телендәге бер баҫма ҡала, ә башҡа милли телдәрҙәгеләре дубляжға әйләнәсәк.
Беҙҙең башҡорт, татар телдәрендә үҙаллы сығып килгән гәзиттәрҙең мөхәррирҙәре (В.В. Нафиҡов менән Ғ.Н. Алмаев) Мәскәүгә Үҙәк Комитет үткәргән семинарға барып ҡайтты. Туған телдәге баҫмаларҙы бөтөрөү хаҡындағы ҡарарға генсек әле ҡул ҡуймаған, ошо көндәрҙә, 1962 йылдың аҙағында йә булмаһа 1963-төң башында, ҡул ҡуйырға тейеш икән. Партияның Башҡортостан Өлкә комитеты әллә үҙе лә аҙап ҡалды, әллә был имеш-мимеш хәлгә ышанып етмәйме. Һиҙенәбеҙ: элекке замандағы кеүек беҙҙең гәзит мәсьәләләренә ҡыҫылыу, береһенән-береһе яман күрһәтмәләр биреү йомшарҙы.
Ошо көнгә тиклем аптырайым: нисек гәзит сығып килгәндер. Журналистар араһында төшөнкөлөккә бирелеү үҙен ныҡ һиҙҙерә ине. Ҡулға эш бармай. Бына-бына ҡыуып ебәрәсәктәрен белгән көйө, алдағы көнгә маҡсатың ҡалмағас, нимә эшләй алаһың! Тағы үҙенән-үҙе шундай һорау тыуҙы: редакция бөтәсәк, ә уның милке кемгә ҡалыр? Бынау бильярдтың яҙмышын хәл итергә кәрәк (редакцияның күптән һатып алынған ҙур бильярды бар ине, бер аҙ бушаған саҡта шунда уйнап ала торғайныҡ). Профсоюз башлыҡтары менән һөйләштек тә, бильярдты һатып, катер яллап, байтаҡ мәй һатып алып, Ағиҙел йылғаһы буйлап йөҙөп, күңел асып йөрөп ҡайттыҡ.
Яңы йыл байрамы үтеп, февраль баштары килеп етте. Редакцияны бөтөрөү хаҡындағы һүҙҙәр һаман ҡуйыра. Башҡа республикаларҙа дубляжға күскәндәр икән, тип ишетәбеҙ. Әммә беҙҙең Өлкә комитет нимәлер көтә, был эште тотҡан еренән һындырырға ашыҡмай. Ошо билдәһеҙлек үҙе үк күңелде ныҡ өйкәй. Журналистар йыйылһа, ошо хаҡта һүҙ башлана. Нимә булһа ла эшләргә кәрәк бит. Коммунистар партияһы барлыҡ йәмғиәтте нығытып усына йомарлап алған бер заманда нимә эшләп була һуң!
Беҙҙең пропаганда бүлеге әҙәбиәт менән күрше ине. Дөрөҫөрәге, беҙ, әҙәбиәтселәр аша үтеп, үҙ бүлмәбеҙгә инәбеҙ (редакция Аксаков менән Пушкин урамдары мөйөшөндә ине). Әҙәбиәт бүлегендәге Рәми Ғарипов янына йәштәр ҙә, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ хаҡында ҡайғырып йөрөгән башҡалар ҙа инә. Бәхәсләшеп, шаулашып китәләр ҙә төпкәрәк, минең янға, керәләр.
Бигерәк тә Рәми үҙенең темпераментын күрһәтә:
— Ағай, хатта һуғыш ваҡытында сығып килгән гәзитте хәҙер ябырға ирек ҡуябыҙмы инде? — тип ҡыҙып-ҡыҙып һөйләп, миңә мөрәжәғәт итә.
— Һуң, нимә эшләйбеҙ? — тим уның һорауына яуап таба алмайынса. — Борон замандарҙа башҡорт баш күтәргән бындай осраҡта...
— Ысынлап та, нишләп беҙҙең башҡа килмәгән был уй. Баш күтәрәбеҙ... Бына бит бер сара!
— Мин уйнап ҡына әйткәйнем, — тип үҙ фекеремдән кире ҡайтырға уйланым.
— Юҡ, был осраҡта уйнап тороп булмай, — ти ул ысынлатып.
— Улай булғас, бына шулай итәйек, — тим. — Мин бөгөн-иртәгә башҡа республика гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре менән һөйләшәйем. Улар нимә эшләй, шуны беләйек. Унан күҙ күрер...
— Эйе, быныһы ла һәйбәт аҡыл. Һөйләшегеҙ, ағай. Ә беҙ тегеһен, ҡайһылайтып баш күтәреүҙе ойоштороу хаҡында, уйлашырбыҙ.
Шул уҡ кистә һәм иртәгәһенә лә мин барлыҡ милләт вәкилдәренә шылтыратып сыҡтым. Осетиндар, дағстандар, сыуаштар, мариҙар, ҡалмыҡтар күптән үҙ телдәрендәге гәзиттәрен ябып, дубляжға күскән, тик татарҙар менән яҡуттарҙа ғына өмөт. “Социалистик Татарстан” гәзите мөхәррире Хамматов менән һөйләшәм.
— И, башҡорт ҡәрҙәштәр, беҙ күптән урыҫсаға күстек инде, — ти Хамматов. — Ә һеҙ нимә көтәһегеҙ, Үҙәк Комитетҡа ҡаршы барырға уйлайһығыҙмы ни?!
Яҡуттар урыҫсаға күсеүен-күсмәгән, әммә ошо көндәрҙә был эш хәл ителәсәк икән.
Мин хәлде егеттәргә һөйләп бирҙем. Ни булһа ла булыр, бунт һымаҡ нәмә эшләмәй мөмкин түгел. “Кызыл таң” егеттәре менән кәңәшләштек. Улар ҙа беҙҙең уйҙы яҡлаясаҡтарын белдерҙе.
Эште шулай ҡорҙоҡ. Өфөлә йәшәгән барлыҡ интеллигенция вәкилдәренең дә исемлеген төҙөнөк. Һәр береһенә шылтыратабыҙ ҙа:
— Иртәгә Өлкә комитет йәки Яҙыусылар союзы алдына барығыҙ (Яҙыусылар союзы ла элекке Министрҙар Советы йортонда ине ул заманда), — тибеҙ һәм:
— Кем әле был, нишләп унда барырға тейешмен, — тип һораша башлаһа, трубканы эләбеҙ.
Февралдең 22-һе ине буғай. Совет урамы халыҡ менән тулған. Кешеләр ни өсөн килгәндәрен белмәй. Беҙ араларында әйткеләп йөрөйбөҙ. Ул саҡта Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Назар Нәжми ине.
Яҙыусылар, бер нисә журналист, Өлкә комитетҡа инеп, уның беренсе секретарына халыҡтың ни өсөн йыйылғанын һөйләп бирҙе. Зыя Нуриевич Нуриев, Үҙәк Комитет менән һөйләшеп, был эште яйға һаласағын, туған телдә сыҡҡан гәзитте ҡалдырырға тырышасағын әйтте. Ошо һүҙҙәр йыйылған халыҡты бер аҙ тынысландырҙы, улар таралыша башланы.
Шулай итеп, гәзит мәсьәләһен бер төрлө хәл итә алдыҡ шикелле. Тик беҙҙең башҡа бәлә төштө. Иртән эшкә барырға сыҡһам, ишек алдында ҡара “Волга” көтөп тора. Ихтирам менән мине машинаға саҡыралар. “Бындай хөрмәт, яғымлы мөнәсәбәт күрһәткән кеше юҡ ине бығаса. Хәйерлегә булһын!” — тип уйлайым эстән генә.
Ике яғымдан ике кеше ултырып алды. Машина елдерә, әлеге кешеләр минән һорау алырға тотондо. “Кисәге ғауғаны кем ойошторҙо? Һеҙ уның башында булғанһығыҙ икән”, — кеүек һорауҙар менән минең ихтыярҙы бөгөргә иҫәптәре. Мин, билдәле инде, баш тартам. Шулай булһа ла, улар мине КГБ йортона алып килде. Унда бер генералға индерҙеләр. Ул да кисәге “бунт”ты ойоштороусыларҙы эҙләй икән. Мине төшкә тиклем тоттолар ҙа редакцияға ҡайтарҙылар.
Эшкә килһәм, Рәмиҙең һаман да килеп етмәүен белдем. Тимәк, ул да тегендә икән. Шулай булып сыҡты ла.
Белмәйем, беҙҙең бунт башлығы икәнлегебеҙҙе иҫбат итә алманылармы, заманалар бер аҙ үҙгәргәйнеме? Шөкөр, беҙ КГБ тырнағынан азат булдыҡ.
Баш күтәреүҙең дә файҙаһы тейҙе. Ошо ваҡиғанан һуң бер йыл самаһы үткәс, барлыҡ республикаларҙа ла туған телдә сыҡҡан гәзиттәр ҡайтанан тергеҙелде.
(“Башҡортостан”,
1998 йыл, 22 июль).
Рамазан ҠОТОШОВ,
РФ Журналистар союзы ағзаһы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.