Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Даяндың фантазияһы хайран ҡалырлыҡ
Даяндың фантазияһы хайран ҡалырлыҡМиңә, оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан кешегә, журналист һөнәре ифрат яҡын. Республикабыҙҙа донъя күргән гәзит-журнал эшемдә һәр саҡ иң ҙур ярҙамсы булды.

Журналисҡа яҙыу оҫталығы, киң фекерләү ҡеүәһе, халыҡты үҙенә ышандыра, эйәртә алырҙай һәләт талап ителә. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тап ошондай талантҡа эйә ҡәләм оҫталарына бирелә. Быйылғы дәғүәселәрҙең араһында уҡыусым Даян Мәжитовты күреп, айырыуса шатландым.
Даян бәләкәйҙән уҡыуға һәләтле булды. Өс кенә йәшлек баланың, мәктәп янына килеп, “Яңы Усман һигеҙ йыллыҡ мәктәбе” тип уҡып торғанына шаһит булған директорыбыҙ Рәил Ғәли улының (хәҙер мәрхүм инде) ошо хаҡта хайран ҡалып һөйләгәне хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған.
Өмөтөбөҙҙө аҡланы Даян: иң алдынғы уҡыусыларыбыҙҙың береһе булды, уны һәр уҡытыусы маҡтап ҡына торор ине. Математиканы, урыҫ телен, географияны, тарихты яҡшы белде. Мин иһә уның хаҡында, ҡырҡ йылға яҡын эш дәүеремдә иң һәләтле, яратҡан уҡыусым булды, тип әйтә алам. Даяндың ижади мөмкинлегенә, бай фантазияһына хайран ҡала инем. Әҙәбиәтте ярата. Уның яҙғандарын уҡыу үҙе бер кинәнес ине. Бәләкәйҙән бик грамоталы ла булды ул — хатта бер өтөр хатаһы ла ебәрмәй торғайны.
Үтә ҡыҙыҡһыныусан уҡыусымды өлкән кластарҙа белем алған балалар өсөн ойошторолған сараларҙа ҡатнаштыра, походтарға алып бара торғайным. Даяндың үҙебеҙҙәге ер-һыу атамалары, ауыҙ-тел ижады буйынса төҙөгән альбомдарын дәрестәрҙә ҡулландым, әле лә һаҡлап тотам. Бай телле, мажаралы иншаларын йыйып, туплама төҙөгәйнем. Үҙе мәктәпте тамамлап киткәс тә, был хеҙмәттәрен башҡа уҡыусыларға өлгө итеп күрһәтеп, уларҙы ла шулай матур яҙырға өндәнем. Даяндың шиғыр яҙыуы, йыр-моңға һәләтле булыуы, байтаҡ көй ижад итеүе хаҡында ла һөйләп, балаларҙың һәләтен һәр яҡлап үҫтереүгә этәргес бирә инем.
Уҡыусымдың “Башҡортостан” гәзитендә сыҡҡан һәр мәҡәләһен уҡып барам. Сәйәси, иҡтисади темаларға аналитик яҙмалары, “Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһы — барыһы ла еңел булмаған хеҙмәт. Бындай йүнәлештә эшләгән башҡорт журналистары күп түгел. Һуңғы йылдарҙа сәйәсәттә, иҡтисадта яңы төшөнсәләр, терминдар, алымдар барлыҡҡа килә, ҡануниәт йыш үҙгәреш кисерә, был, әлбиттә, хәбәрсенән заман менән бергә атлауҙы, хатта ҡайһылыр йәһәттән бер аҙым алдараҡ барыуҙы талап итә. Бөгөн илдә милләт-ара мөнәсәбәттәр ҙә хафаға һалмай ҡалмай. Власть менән йәмғиәт араһында бәйләнеш күпере булдырыусы матбуғат хеҙмәткәрен ут йотоп йөрөгәндәй күҙ алдына килтерәм. Әммә һәләтле журналист эсендәге ялҡынды тышҡа сығармай, ғәҙел, дөрөҫ юлды айыҡ аҡыл аша таба, күрһәтә белә. Беҙҙең Даян — тап шундайҙарҙан. Ул Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға ысынлап та лайыҡлы, тип иҫәпләйем.
Вәзимә ИШМӨХӘМӘТОВА,
ветеран-уҡытыусы.
Бөрйән районы,
Яңы Усман ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779