Ял көндәре “зәңгәр экран” алдына ултырып, яҡындарың менән туған телебеҙҙә клиптар, спектаклдәр ҡарауы үҙе бер ғүмер бит ул! Шундай мәлдә артистарҙың беҙгә ял сәғәттәре бүләк итер өсөн күпме сығым һәм тырышлыҡ һалыуын уйлап та бирмәйбеҙ. Улар матур кейенеп, биҙәнеп, йырлап-бейеп кенә йәшәй тип күҙаллайбыҙ. Үҙен йыр сәнғәтендә “Эх, урлап китәм әле...”, “Мин шәп егет”, “Әллә Өфө, әллә һин” кеүек йырҙар менән танытҡан, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында дәртләнеп эшләп йөрөгән йәш актер Илнур ЛОҠМАНОВ артист тормошоноң шатлығын да, михнәтен дә татырға өлгөргән.
— Мәктәпте тамамларға йөрөгәндә бер уҡытыусым: “Артист булыу — ҡатын-ҡыҙ эше”, — тип әҙерәк күңелде ҡыйырһытҡайны. Шуға Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбенә уҡырға индем, — тип һүҙ башланы Илнур. — Йәш боецтар курсын үткәс, кире ҡайтып киттем. Һуңынан барыбер Өфө сәнғәт институтына барҙым. Был уҡыу йортоноң ишектәре ҙур һәм ауыр. Уларҙы көскә асып, ҡурҡып ҡына ҡарап тора инем, ҡапыл ябырылып, арттан этеп ебәрҙеләр. Бар, ин, урының бында, тигән һымаҡ булды. Таңсулпан Бабичева, Азат Нәҙерғолов һәм Римма Харисованың һабаҡтарын алыу бәхетенә өлгәштем.
— Һуңынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уңышлы эш башлағайның. Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәшлеге”ндә Зөлҡәрнәйҙе уйнауың, гармунда уйнап йырлауың тамашасыға бик оҡшағайны. Тик һуңынан сәхнәләрҙә күренмәй тороуың аптыратты...
— Ҙур сәхнәгә сыҡҡас, ҡапыл ауырып киттем, 48 килограмм ғына булып ҡалдым. Ә театрҙа эшләр өсөн күп көс кәрәк.
— Ауыр сирҙе нисек еңдең?
— Ауырыуҙы еңеү, тәү сиратта, кешенең үҙенән, уны уратып алған яҡындарынан торалыр ул. Операция кисергәс, кәләшем Әлфиә көн-төн эргәмдә ултырҙы. Ул ваҡытта үҙенә лә еңел булманы — эшләп тә, уҡып та йөрөй ине. Һуңынан тыуған яҡҡа — Учалы районының Абҙаҡ ауылына ҡайттым. Инәйем (хәҙер мәрхүмә) менән атайым ярҙамында аяҡҡа баҫтым.
— Шөкөр, аҙаҡтан йәнә ҡапыл сәхнәгә мендең дә илһамланып ижад итергә тотондоң. Мәҫәлән, йәштәр театры ҡуйған “Париж егете Әлфәнис” комедияһындағы Әлфәнисеңде тағы ла рәхәтләнеп ҡарар инем. “Ромео һәм Джульетта”лағы Тибальт образы ла сағыу — спектаклдә ул ике-өс тапҡыр ғына сәхнәгә сыға, әммә барыбер хәтерҙә уйылып ҡала.
— Һәр образ ауыр бирелә, яңы тыуған бала һымаҡ бит инде. Ғазапланып ижад итәм уларҙы: эҙләнәм, урамдағы кешеләрҙе өйрәнәм, китаптар уҡыйым. Альфонс та күпте талап итте. Уны уйнағанда Париж кешеһенән ҡапыл ауыл егетенә әүерелеп китергә кәрәк. Француз киноларын ҡарап, һөйләшеү манераларын күҙәттем, француз классиктарын уҡыным.
Тибальт миңә ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла образ булыуы менән оҡшай. Ул һыҙғырып, нәфрәтләнеп һөйләй. Бында көслө тын кәрәк. Сығып бер-ике шиғри юл әйтһәң дә хәл бөтә. Шул уҡ ваҡытта шпагалар менән эшләргә кәрәк.
— Уҡытыусың артист булыуҙы ҡатын-ҡыҙ эше тип атаған. Сәнғәт өлкәһендәге тәүге тәжрибәләреңдән сығып, үҙең ниндәй һығымтаға килдең?
— Нимә генә тимәйҙәр артист һөнәре тураһында. “Йәй етһә, себендәр менән артистар ҡаҡшата”, — тип тә мәрәкәләйҙәр. Бына беҙҙең актер тормошон алғанда, йөрәк ныҡ бөтә, сөнки персонаждарҙың кисерешен үҙең аша үткәрәһең. Хәүефле яғы ла бар был һөнәрҙең. Мәҫәлән, “Ун өсөнсө йондоҙ” спектаклендә өс метр оҙонлоҡтағы ағас аяҡтарҙа 25 килограмлыҡ плащ кейеп йөрөргә тура килә. Хәлдән таям.
Артист эшенең ауырлығын институтта уҡый башлағанда уҡ аңланым. Төнгө өскә тиклем шөғөлләнә торғайныҡ. Театрҙа эш хаҡының түбән булыуы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Шулай ҙа тормошта нимә генә булһа ла, сирләп китһәң дә, сәхнәлә барыһын да оноторға, ысын күңелдән уйнарға кәрәк. Тамашасы бит ял итергә, күңелен байытырға килә. Спектаклдә уйнау ҡыланыу, үҙеңде күрһәтеү тигәнде аңлатмай. Актер кешеләрҙең йөрәгенә үтеп инеп, уны үҙенеке итергә, арбарға һәм уйландырырға тейеш.
— Улайһа, актер гипнотизер булып сыға түгелме?
— Шулай. Бының өсөн көн-төн күнекмәләр яһайым — логик баҫымдар, паузалар өҫтөндә уйланам.
— Ике йыл рәттән яңғыҙ концерттарыңды ҡуйырға, эстрадала үҙеңде һынап ҡарарға ла өлгөрҙөң. Ғөмүмән, эстрада йырсыһы булыуы еңелме?
— Беҙҙә шоу-бизнестың үҫешмәүенә, заман һулышын тойған продюсерҙарҙың етешмәүенә төшөндөм. Шуға ла эстрада артисына бар йөктө яңғыҙ тартырға тура килә: үҙҙәре зал эҙләй, аҡса таба, билет һата һәм башҡалар. Миңә лә икенсе концерттың рекламаһы өсөн кредитҡа 30 мең һум алырға тура килде.
Концерт уҙғарыуға етди ҡарағанғамылыр, был эш ауыр тойолдо. Әммә тамаша үткәреүҙән туҡтамаясаҡмын, сөнки минең ныҡлы таянысым бар. Мәҫәлән, театрыбыҙҙың йәш актрисаһы Лилиә Исҡужина гел сценарий яҙып бирә, режиссер Илнур Муллабаев менән башҡа коллегаларым да ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ижади дуҫым Ришат Сәғитовҡа — матур көйҙәре, Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа йырлап торған шиғырҙары өсөн рәхмәтлемен.
— Концертыңдан кредитты ҡапларлыҡ табыш алдыңмы һуң?
— Юҡ, ҡаплай алманым, киреһенсә, бурысҡа баттым. Шулай ҙа үкенмәйем. Хәҙер тамаша үткәреү өлкәһендә тәжрибәм бар, берәйһенең продюсеры ла була алам.
— Илнур, һине “Мин шәп егет” тигән альбомың сығыуы менән ҡотларға ла онотоп ултырам. Ни өсөн йыйынтығыңды шулай атаның?
— Үҙемде шәп егеттәрҙең береһелер тип уйлайым. Яйлап булһа ла ҡуйған маҡсаттарыма өлгәшеп йәшәйем. Тормош булғас, батҡан саҡтар ҙа була, әммә кире ҡалҡып сығам.
— “Матур үтһен ялығыҙ” махсус битен уҡыусыларға әйт әле, шәп егеттәрҙең ялы нисек үтә икән?
— Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы осорҙа ял иткән дә юҡ. Күптән түгел механика-техника колледжының муниципаль идара итеү бүлеген тамамланым. Хәҙер Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында аспирантурала уҡыйым. Заман шулай төрлө яҡлап үҫеүҙе талап итә.
Театрҙан тыш, Өфө гимназияларының береһенә эшкә урынлашырға тура килде. Унда театр түңәрәген алып барам. Балалар менән эшләү хыялым күптән бар ине, шуға ла дәрестәрем ҡайһы саҡта ике тапҡырға оҙаҡҡараҡ һуҙылып китә. Уҡыусылар актер булһын тип түгел, ә үҙҙәрен кешеләр алдында матур тоторға, мәҙәниәтле һөйләшергә, ҡыйыу булырға өйрәнһен тип тырышам.
Эш һәм уҡыу араһында спортҡа мотлаҡ ваҡыт бүләм — йүгерәм, театрҙың тренажер залында шөғөлләнәм. Артистар ҡорһаҡ үҫтереп йөрөргә тейеш түгел тип иҫәпләйем. Йәйге отпускымда бесән эшләргә яратам, был миңә көс кенә өҫтәй.