Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡанат ҡуйҙы был сәфәр
Ҡанат ҡуйҙы был сәфәрҺәр спектаклдең үҙ яҙмышы була. Уның ғүмере, бәхете тамашасыларҙың сәхнә әҫәрен нисек ҡабул итеүе менән баһалана.
Ике-өс йыл элек беҙ, Туймазы дәүләт татар драма театрының ижади төркөмө, Николай Коляданың пьесаларын күмәкләп “түңәрәк өҫтәл” янында уҡығайныҡ. Күптәр оҡшатты уның драмаларын. Артистарыбыҙ араһында ҡайһы бер әҫәрҙәрҙәге ҡыҙыҡлы геройҙар итеп үҙҙәрен күҙ алдына килтереүселәр ҙә булды. Театрыбыҙҙың баш режиссеры Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Байраc Ибраһимов Николай Коляданың “Тауыҡ” комедияһын, бер ни ҡәҙәр ваҡыт күңелендә йөрөткәндән һуң, Милли йәштәр театры режиссеры Илнур Муллабаевҡа беҙҙең театрҙа сәхнәләштерергә тәҡдим иткән.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: Илнур үҙе лә нәҡ шул хаҡта, Коляданың пьесаһын сәхнәләштереү хаҡында, уйлай. Әйтерһең, Байрас Наҙым улы уның уйын уҡыған. Шулай итеп, 2011 йылда Илнур Муллабаев “Тю-тю, мөхәббәт, йәки Тауыҡбаш” комедияһын сәхнәләштерҙе (урыҫсанан Алтынай Бурина “Тауыҡ”ты шулай тәржемә иткән).
Спектаклдә провинциаль театрҙың “сәхнә арты”, артистарҙың шәхси тормошондағы ҡайһы бер йәмһеҙ күренештәр арттырып, күпертеп һүрәтләнә. Уларҙың ығы-зығылы көндәлек тормошо Бразилия сериалдарынан һис кенә лә ҡалышмай. Унда мөхәббәт менән хыянат та, ялған менән дөрөҫлөк тә бар. “Тауыҡбаш” ҡушаматы тағылған йәш актрисаның театрға килеүе гөжләп торған умарта күсенә таяҡ тығыуға бәрәбәр. Комедияла автор тарафынан артистар тормошо тасуирланһа ла, быға оҡшаш хәлдәрҙең һәр һөнәр вәкилдәре менән булыуы мөмкин.
Спектаклдең башынан аҙағынаса тамашасыларҙың иғтибарын бер генә минутҡа ла үҙҙәренән ысҡындырмаған образдарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Солтанов (Финат Рифатович — Федорҙы Алтынай урыҫсанан шулай тәржемә иткән), Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлнара Ғәбиҙуллина (Алһыу — Алла), Гөлназ Латипова (Дәриға — Диана), артистар Алһыу Вәлиева (Мөслимә — Нонна), Шамил Рәхмәтуллин (Вәсил — Василий) ижад иткән.
Спектакль менән күп гастролдәрҙә йөрөнөк. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында, Башҡортостандың Туймазы, Кушнаренко райондарында, Октябрьский, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаһы һәм башҡа урындарҙа театр һөйөүселәргә тәҡдим иттек. Төрлө тамашасы булды: аңлап етмәгәндәре лә, ҡабул итмәгәндәре лә, “браво!” ҡысҡырып, һыҙғырып ҡул сапҡандары ла... Ә дөйөм алғанда, осрашыу ике яҡта ла — тамашасыларҙа ла, артистарҙа ла — йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бигерәк тә Өфөләге гастролдәр... Туп-тулы зал! Улай ғынамы?! Хатта Милли йәштәр театры директоры үҙе тамашасыларҙы ҡайҙа ултыртырға белмәй аптырап ҡалды! Бына шундай хәбәрҙәр ҡайтты театрға Өфөләге гастролдәр осоронда. Йәнләнерлек тә шул: артист өсөн тулы залдарҙан да, алҡыштарҙан да, тамашасы һөйөүенән дә ҙурыраҡ бәхет бармы?!
Николай Коляда, спектаклдең видеояҙмаһын осраҡлы ғына күреп ҡалып, ҡыҙыҡһынып китеп, беҙҙе быйыл июнь айында Екатеринбург ҡалаһында үткән VI Халыҡ-ара “Коляда-PLAS” замана драматургияһы театрҙар фестивалендә ҡатнашырға саҡырҙы. Беҙ тәҡдимде шатланып ҡабул иттек. 24 июндә сығыш яһаныҡ.
Коллективыбыҙ “Фестиваль асышы” дипломы менән бүләкләнде, ә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Ғәбиҙуллина төп героиня Алһыу роле өсөн махсус призға лайыҡ булды.
“Коляда-PLAS” фестивале алтынсы мәртәбә үтә икән. Бында Урал драматургтары яҙған пьесалар буйынса ҡуйылған спектаклдәр ҡатнашты һәм “Евразия-2012” конкурсы лауреаттары бүләкләнде. Фестивалдең маҡсаты бөгөнгө көн хаҡында яҙған йәш авторҙарҙы асыу, үҫтереү генә түгел, ә һәләтле актерҙар, режиссерҙар, рәссамдарҙың эштәре менән дә танышыу, ти Н. Коляда.
Унда 17 театр, шулар араһында Екатеринбург, Силәбе, Санкт-Петербург, Новоуральск, Ижевск, Озерск, Кишинев һәм Варшава театрҙары ла сығыш яһаны.
Был фестиваль дан ҡаҙанып ҡайтыуыбыҙ өсөн генә уңышлы булды, тип әйтә алмайбыҙ. Беҙҙе иң әүәл иҫ киткес матур, бөхтә ҡала, унда йәшәгән мәҙәниәтле халыҡ ҡаршы алды. Ҡайһы бер театрҙарҙың спектаклдәрен ҡараныҡ, төрлө театр артистары, режиссерҙар, сәнғәт кешеләре менән аралаштыҡ.
Бигерәк тә драматург, артист, режиссер, күп яҡлы талант эйәһе Николай Коляданың булдыҡлылығы, тынғыһыҙ шәхестең тулыһынса үҙен сәнғәткә бағышлауы, театр ҡаһарманы булыуы һоҡландырҙы. Уның пьесаларын илебеҙҙең бихисап театрҙары сәхнәләштергән, күп телдәргә тәржемә ителеп, Бөйөк Британия, Франция, Италия, Латвия, Македония, Греция, Швеция, Канада, Австралия һәм башҡа илдәрҙең сәхнәләрендә донъя күргән.
Әлеге фестивалдән һөнәри мөмкинлегебеҙгә ышанысты нығытып, яңынан-яңы образдар тыуҙырыу хаҡында хыялланып, дәртләнеп ҡайттыҡ.
Гөлназ МУСИНА,
Туймазы театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779