Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иман барҙа өмөт һүрелмәҫ
“Әгәр театрҙың маҡсаты күңел асыу, тамашасыны мауыҡтырыу булһа, уға күп көс һалыу ҙа кәрәкмәҫ ине, әммә театр — тормошто сағылдырыусы сәнғәт”, — тип яҙған актер, режиссер, педагог Константин Станиславский. Эйе, театр, халыҡты үҙенә ылыҡтырыу менән бер рәттән, күңел талабына яуап бирерҙәй рухи зауыҡлы тамашалар әҙерләргә тейеш. Бөгөн дә бит тамашасыны хәҙерге тормошто сағылдырған, тап беҙҙең йәшәйеш проблемаларын асып һалған әҫәрҙәр йәлеп итә. Шундайҙарҙың береһе — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә бишенсе йыл рәттән ҙур уңыш менән барған “Мулла” спектакле (Туфан Миңнуллин, режиссеры – Айрат Абушахманов) – хәҙерге тормоштоң үҙәк мәсьәләләрен асып һала.
Биш йыл арауығында ул, күп ҡала һәм райондарҙа күрһәтелеп, тамашасы тарафынан юғары баһаланды. Әйтәйек, Ҡазан, Сибай, Нефтекама, Салауат ҡалаларында, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк, Дәүләкән, Баймаҡ, Әбйәлил һәм башҡа райондарҙа ҙур уңыш менән барҙы. Йәштәр һәм ололар колонияһында ла ҡуйылғас, театрға күп хаттар килде, пьеса тәьҫирендә дин менән ҡыҙыҡһына башлауын да белдереүселәр булды.
Спектаклдең сюжеты бик мауыҡтырғыс. Самат исемле замана байы үҙенең тыуған ауылында мәсет һалдыра. Тормош мәшәҡәтенә бирелгән, битарафлыҡ һаҙына бата барған халыҡ мәсеткә йөрөмәй, шунлыҡтан иман йорто буш тора. Ошо хәлде үҙгәртергә теләп, Самат йәш мулла Әсфәндиәрҙе алып ҡайта. Белемле, тормош һынауҙарын күп татыған, тик шәхси тәжрибәһе бик үк булмаған егет урындағы халыҡ араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙаныу еңел булмаясағын беренсе көндән үк аңлай. Ауыл ҡыҙҙарын ҡурҡытып тотҡан урындағы бандиттар, олатаһының үсен ҡайтарыусы Вәлиәхмәт, эскелек, аҙғынлыҡ...
Дин юлына яңы ғына аяҡ баҫҡан егет үҙендә быларға ҡаршы торорлоҡ көс эҙләй, яманлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырға тырыша, дөрөҫ юлдан тайпылғандарҙың күңелен аңларға теләй. Үҙ ҡанундары менән йәшәгән ауыл ҡоролошон үҙгәртеү ауыр, әммә Әсфәндиәрҙең дә еңелергә уйы юҡ: мәсеткә бәләкәй балаларҙы ылыҡтыра, әҙәмдәрҙең ниндәйе генә булһа ла, һәр береһе таянысҡа, аралашыуға мохтаж тигән ҡағиҙәгә таянып эш итә. Күп ҡаршылыҡтар үтергә, ауыл “бандиттары” менән һуғышырға ла тура килә. “Эшләгән эш ҡайҙа ла күренә”, “тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тигәндәй, мулланың тырышлығы юҡҡа китмәй. Ауылда аҙан тауышы ишетелә башлай, кескәйҙәр мәсеткә теләп йөрөй. Вәлиәхмәт, үҙ хаталарын аңлап, күңелен дауаларға теләк белдерә. “Шишка” булып ҡыланған Эльбрус, тормош мәғәнәһен аңлағандай, ситкә сығып китә...
Был тормошта һәр кем хаталана, ҡайғы-хәсрәткә юлыға, дөрөҫ юлдан ситкә лә тайпыла. Әсфәндиәр, ауыл яҙмышы упҡын ситенә еткәндә лә, халыҡты иман нуры менән дауаларға ынтыла.
Спектакль халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде. Бәләкәйҙән театр тормошо менән яҡшы таныш балаларҙы — спектаклдәрҙә уйнаусы Азамат Урманшин (БДУ ҡарамағындағы юридик колледж студенты), Илгизәр Ғүмәров (Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография училищеһы студенты), Нәркәс Нурбахтиналарҙы (Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы) “пенсияға оҙатып”, театр директоры Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев бүләктәр тапшырҙы. Байтаҡ ролдәр башҡарып өлгөргән уҡыусылар Ихсан Мортазин (III класс), Илморат Ғүмәров (III класс) һәм Айназа Байымова (II класс) ошо эстафетаны ҡабул итте. Спектаклгә Хәмзә хажи Әкбәр ҙә килгәйне. “Мулла”ла бөгөнгө тормоштоң киҫкен мәсьәләләре бик сағыу күрһәтелеүен билдәләп, Хәмзә хәҙрәт йәш драматургтар араһында дингә арналған әҫәрҙәр конкурсы иғлан итергә йыйыныуын һәм еңеүсегә 300 мең һум күләмендә гонорар тапшырыласағын белдерҙе.
Әйткәндәй, “Мулла” спектаклендә хәҙерге күп ауылдарҙың яҙмышы сағылыш таба. Ысынлап та, дүрт йыл эсендә камиллаштырылған был иҫ киткес тамаша яңы биҙәктәр менән нарыҡланған.
Рита ХӘСӘНОВА,
театрҙың әҙәби бүлеге мөхәррире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779