Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙ ҡараһы кеүек һаҡланы
Иҫтәлектән өҙөк
Әмир Сәлимгәрәй улы Гәрәев 1928 йылдың 18 февралендә Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында тыуған. Урта мәктәптә белем ала, колхозда эшләй. Тымыҡ океан флотында биш йыл хәрби хеҙмәттә булғандан һуң, 1953 — 1970 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь булып эшләй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1971 — 1975 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1975 йылдан — “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары, аҙаҡ 1988 йылғаса баш мөхәррире булып эшләне.
Ә. Гәрәев — башҡорт әҙәбиәтенә үҙ темаһы менән килгән яҙыусы. Китаптары исемдәренән үк шуны ҡеүәтләй: “Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ”, “Аҡсарлаҡтар һыуға төшә”, “Диңгеҙ елдәре”, “Һандуғас сыбығы”, “Мичман улы”, “Диңгеҙ бүреһе”... Моряктар хаҡындағылар менән бер рәттән, ябай ер кешеләре һүрәтләнгән әҫәрҙәре, мәҫәлән, “Ҡарамалы яҙҙары”, “Боролмала”, “Һағыныу һағыштары” повестары, байтаҡ хикәйәһе уҡыусыларға таныш.
“Почет Билдәһе” ордены кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Редакцияла эшләй башлағас та ғәжәйеп ижадсылар менән аралашыу бәхетен күреүем — үҙе бер тарих. Шуныһы иҫемдә: араларында түрәләрҙе һанламағандары күп ине. Тураһын ярып һалған, күҙеңә ҡарап дөрөҫөн әйткән Динис Исламов, мәҫәлән, беҙҙең ул саҡтағы мөхәрриребеҙ Ғаффан Ғафаровты өнәп бөтмәне. Редакцияға инеп, һәр яңы гәзит һанын уҡып сыға, хәреф хаталарын ғына түгел, хилафлыҡтарын да төртөп күрһәтеп, партия Өлкә Комитетының пропаганда-агитация бүлегенә (уны, шаяртып, “өгөт-нәсихәт бүлеге” тип атай торғайныҡ) почта аша һалып ебәрер ине.
Ниһайәт, Динис Исламов мораҙына өлгәште. Ғаффан Ғафаровты келәмгә баҫтырҙылар. Гәзит хаҡында отчет яһағанында беҙҙең шефты КПСС Өлкә Комитетының беренсе секретары Денис Семенович Игнатьев бүлдерә. “Ни өсөн шулай тупаҫ хаталар китә гәзитеңдә?” — тип реплика ташлай. “Мин гәзитте юғары йөкмәткеле, матур биҙәлеш менән сығарыу өсөн бөтөн тырышлығымды, бар көсөмдө һалам”, — тип яуап бирә беҙҙең хужа. “Үҙең бөтөн тырышлығымды, бар көсөмдө һалам, тиһең. Ә гәзитеңдең зауығы юҡ. Кадрҙар менән нығытырға кәрәк редакцияны”, — тип күрһәтмә бирә беренсе секретарь.
Икенсе көнөнә үк Ғафаровты “бүтән эшкә” күсерҙеләр. Шул саҡтағы идеология секретары Хәйҙәр Сайранов Ғилемдар Рамазановты редакцияға килтереп, коллектив менән таныштырҙы.
Ул йылдарҙа журналистарҙың ҡәләменә ныҡ тышау һалынғайны. Ә Сталин үлгәндән һуң, Хрущев заманы башланғас, йәмғиәттә ниндәйҙер йылылыҡ хасил булды. Урыҫса уны йыш ҡына әле лә “оттепель” тип атайҙар. Бәхеткә күрә, беҙҙең дә тышауҙарҙы сисеп ырғыттылар. Бигерәк тә тәнҡит мәҡәләләренә киң юл асылды. Һынатмаҫҡа тырыштыҡ. Мөхәрриребеҙ хеҙмәтебеҙҙе нарыҡлай белә ине (беҙ, әлбиттә, аҡса өсөн генә яҙманыҡ, шулай ҙа, дөрөҫөн әйтергә кәрәк: гонорар тигән нәмә эшкә билдәле бер йәнлелек индереп ебәрә ине).
Ғилемдар Рамазанов кешелеклелеге, күркәмлеге, яғымлылығы менән күңелдәрҙе шунда уҡ яулап алды. Ишекте туҡылдатып килеп индеңме (мин секретариатта эшләй инем), өҫтәл артында башын баҫып ултырған хәлдә һиңә ымлап ҡына баш ҡағыр. Телефон трубкаһын яңағы менән иңбашы араһына ҡыҫтырыр ҙа үҙе кем менәндер тыныс ҡына һөйләшер, бер үк ваҡытта алдындағы ашығыс материалдарҙы уҡып төҙәткеләп барыр, шулай уҡ йылы күҙ ҡарашын йәлләмәйенсә, уҡылып бөткәндәрен һүҙһеҙ-ниһеҙ генә ҡулыма тоттороп, типографияға наборға ебәрә һалыр ине. Үҙе кеше менән бик тиҙ танышып ала, килгән-киткәндең йомошон йомошларға ла өлгөрә. Хәйер, уның менән аралашҡан Өфө, Ырымбур, Ҡазан, Мәскәү ҡунаҡтарының иҫәбе-һанына сығырмын тимә.
Алғыр кеше — алымынан, йылғыр кеше аҙымынан билдәле. Үҙе йыш-йыш командировкаларға йөрөп, йәнле, ҡыҙыҡлы, фәһемле матур-матур мәҡәләләр яҙҙы, шуның менән бер рәттән, шиғри репортаждары уҡыусыларҙы айырыуса арбаны. Гәзит ене ҡағылған мөхәррирҙән күрмәксе, беҙ ҙә эшкә тағы ихласыраҡ тотондоҡ. “Хат юлға саҡыра” тигән һәм башҡа яңы рубрикалар асып ебәреп, фельетондар яҙыуҙы ла әүәҫ итеп алдыҡ. Ә инде Башҡортостанды арҡырыһына-буйына сабып, матбуғат таратырға атлыҡҡаныбыҙ хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Әлегәсә ете-һигеҙ мең дананан артмаған гәзиттең тиражы күҙгә күренеп ишәйҙе. Иң мөһиме: редакция ни аралалыр дәртле йәш ҡәләм эйәләренә байыҡты. Уларҙың күбеһе әле генә армиянан ҡайтҡан һалдат, матрос, офицерҙар йә яңы ғына институт бөтөргән шәкерттәр ине. Миҫалға:
Мәскәү студенттарынан ярһыу һәм ғорур Рәми Ғарипов (үкенескә ҡаршы, ул йәшләй вафат булды, һуңынан — Башҡортостандың халыҡ шағиры)...
Көләс йөҙлө Рәйес Низамов (һуңынан — “Ағиҙел” журналының баш мөхиррире, уны ла үлем тартып алды)...
Үҙе шағир, үҙе йырсы, үҙе баянсы Рафаэль Сафин (аҙаҡ — драматург)...
Иңбашынан лейтенант погондарын да һалырға өлгөрмәгән Ноғман Мусин (һуңынан — танылған прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты)...
Бик етди өлкән лейтенант Ғата Имаев (аҙаҡ — телевидение әһеле)...
Илгәҙәк һәм егәрле Фуат Биишев (“Ағиҙел” журналының 1994 йылғы һандарында атаһының — ауыл хәбәрсеһе, уҡытыусы Ғибаҙулла Биишевтың — “Ғүмер ярсыҡтары” тигән хәтирәләрен әҙәби яҡтан әҙерләүе һәм баҫтырып сығарыуы ла уҡыусылар күңеленә бик хуш килде)...
Сахалин шахтеры — балалар шағиры Файыҡ Мөхәмәтйәнов...
Студент сағында уҡ фельетондары менән танылған Ғәйфулла Вәлиев (һуңынан — прозаик һәм драматург, үкенескә ҡаршы, ул да йәшләй вафат булды)...
Рәшит Солтангәрәев (һуңынан — күренекле прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты)...
Мөхәрриребеҙҙең тағы ла бер шәп сифаты ҡанға һеңеп ҡалған. Коллективты ул күҙ ҡараһы кеүек һаҡланы. Берәүгә лә уны бүлгеләргә, тарҡатырға юл ҡуйманы. Бәғзе саҡта йомшаҡ ҡына итеп, оҫта ғына әйтер ине. Ошаҡсыларҙы, бер-береһен рәнйетеүселәрҙе һис тә мөрхәтһенмәне.
Билдәле булыуынса, күп тә үтмәҫтән, СССР Журналистар союзы ойошторолдо. Беҙҙә уның тәүге рәйесе итеп Ғилемдар Рамазанов тәғәйенләнде. Тәүге билеттарҙы тантаналы рәүештә беҙгә ул тапшырҙы. Артабан СССР Юғары Советы депутаты итеп һайланғанлығы ла мәғлүм. Йәнә килеп, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының эшендә яҡындан ҡатнашҡанлығын, “Ағиҙел” журналының мөхәрририәт ағзаһы булғанлығын да телгә алып үтәм. Әҙәбиәтебеҙгә киләсәк йәш алмашсы тәрбиәләүгә күп ваҡытын һәм күңел йылыһын һалды ул. Үҙен журналист, яҙыусы исеменең сафлығы өсөн арымай-талмай көрәшеүселәрҙең береһе итеп танытты. Ҡыҫҡаһы, үҙен һис аяманы. Ул гражданлыҡ тойғоһо, сәйәси хисе, әхлаҡи таҙалыҡ йәһәтенән күптәргә өлгө булып ҡала.
Әйткәндәй, редакцияла беҙ “Журналист” тигән стена гәзите сығара торғайныҡ. Ғафаров ағай мөхәррир саҡта бары тик ҙур байрамдарҙа ғына, үтә рәсми рәүештә генә сыға ине ул гәзит. Беҙҙең “Башҡортостан”ыбыҙ ғына түгел, “Журналист” та ҡырҡа үҙгәрҙе. Рәссамдар Ғүмәр Мөхәмәтшин, Шамил Чанышев көлкөлө карикатуралар яһарға әүәҫләнеп китте. Мине, мәҫәлән, матрос кейемендә төшөрөп, стена гәзитенә йыш эләктерҙеләр. Бер карикатураның аҫтына: “Әмир Гәрәев үҙенең ишәгенә атланып ала ла, буйлы үзбәк еләнен кейеп, күҙенә нимә салынһа, шуны йырлап китеп бара...” — тип көлгәйнеләр (йәнәһе, яҙған мәҡәләләремә һыуҙы күп ҡушам булып сыға инде).
Яуаплы секретарь урынбаҫары Барый ағай Сафинға ла карикатура сәпәнеләр. Ул өҫтәл артында, ҡалай ҡырҡа торған ҙур ҡайсы менән авторҙың мәҡәләләрен киҫкеләп, кәрзингә ырғытып ултыра. Йәнәһе, беҙ артыҡ оҙон яҙабыҙ. Сираттағы ошо гәзит һанын элеүҙәре булды, Барый Ибәтович (мәрхүмдең ауыр тупрағы еңел булһын) үҙенең һүрәтен күреп ҡалып, “Журналист”ы стенанан аҡтарып алды ла төрмәҫләп кәрзингә ташланы.
Мөхәрриребеҙ Ғилемдар Рамазанов был ваҡиғаға артыҡ әһәмиәт бирмәне. “Улай һүҙ күтәрмәгән кеше менән башҡаса бәйләнмәгеҙ”, — тип кенә ҡуйҙы. (Уның ҡарауы, Барый Ибәт улының, тәнҡитте яратмаһа ла, артабан автор материалдары менән һағыраҡ эш итә башлағанлығын әйтеп үтәйем). Ә стена гәзите һаман сыға торҙо, карикатураларға кинәнеп ауыҙ йыра инек. Өҫтәүенә, ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ ҡына таҡмаҡ та сығаралар ине. Беҙҙә шағирҙар аҙ инеме ни!
Шуны ла әйтеп үтәйем: “Башҡортостан”дың баш мөхәррир урынбаҫары Вәли ағай Нафиҡов, һәләтле журналист булараҡ, гәзитте йөкмәткелерәк итергә, уның биҙәлешен әленән-әле яҡшыртырға ифрат күп көс һалып, һуңынан үҙе теләп ғилми эшкә күскән Ғилемдар Рамазановҡа оҙаҡ йылдар лайыҡлы алмашсы булды.
Әмир ГӘРӘЕВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 690

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 072

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 593

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 789

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 617

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 470

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 522

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 429

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 687

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 424

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 586