Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике донъя — ике ҡараш
Ике донъя — ике ҡарашТөрки телле театрҙарҙың V Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале хаҡында уйланыуҙар
Конгресс-холда мәшһүр драматургыбыҙ Нәжиб Асанбайҙың “Зәки Вәлиди” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарағандан һуң Төрки телле театрҙарҙың V Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале тантаналы асылды һәм шундай тиҙлек алып алға йүгерҙе. Әлбиттә, фестиваль киң масштаблы итеп уйланылған, көн дә бер юлы биш-алты сәхнәлә спектаклдәр күрһәтелә. Ярай, ябай тамашасы уларҙың берәүһен һайлай ҙа барып ҡарай, ә жюри ағзалары, тәнҡитселәр нисек итеп дөйөм фестиваль хаҡында, барлыҡ спектаклдәр тураһында фекер йөрөтөр икән? Ошондай осраҡта республиканың периферия театрҙарын ҡунаҡ рәүешендә спектаклдәр күрһәтергә саҡырыуҙары аңлашылып етмәй.
Республика исеменән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының фестивалдә ике спектакль күрһәтергә тейешлеге нисек һәм кем тарафынан һайлап алынған тигән һорау тыуа. Был һорау башҡа театрҙар коллективтары тарафынан да бирелгәндер.
Ни булһа ла, был сара хаҡында фекер йөрөтөргә, ундағы спектаклдәргә күҙәтеү яһарға теләгән кеше ауыр хәлгә эләгә һәм ниндәйҙер фекер туплау өсөн алдан, бик ныҡ уйлап үҙе ҡарарлыҡ тамашаларҙы һайларға тейеш. Беҙ ҙә шулай иттек. Ниндәйҙер һығымтаға килеү өсөн ситтән килгән төрки телле коллективтарҙың төрлө жанрҙағы спектаклдәрен һәм статусы буйынса төрлө кимәлдәге театрҙарын ҡарарға булдыҡ. Һәм иң алда шуныһы күҙгә ташланды: һәр тарафтан иң көслө коллективтар килмәгән икән. Ни өсөн? Ярай, был һорауҙы әлегә ҡуйыртып тормайыҡ.
Беҙ тәүге көндә Азербайжан Республикаһынан Ғәнжә дәүләт драма театрының М. Ахундов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Жордан мусье һәм мүсталишах дәрүиш” комедияһын ҡарарға булдыҡ. Тәүге сәхнә үк тамашасыны аптырауға ҡалдырҙы. Ябай ғына уйнау ысулы, мизансценаларҙың ярлылығы беҙҙең өсөн сәйер һәм таныш түгел. Беҙ күптән артистарҙың сәхнә буйлап йүгереп йөрөүенә, тойғоларын сәсрәтеп тышҡа сығарыуына өйрәнеп бөткәнбеҙ. Ә был спектаклдә бөтәһе лә тыйнаҡ, хатта артыҡ тыйнаҡ. Тормоштағы кеүек тыныс ҡына йөрөйҙәр, тыныс ҡына һөйләшәләр, тойғолары шартлар мәлдә лә артыҡ сәбәләнеп бармайҙар. Ошо йәһәттән спектакль ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра башланы. Былар уйнай белмәйме, әллә кимәлдәре шулай түбәнме? Беҙҙең республикалағы халыҡ театрҙарынан ары китмәгән түгелме?
Ошо һорау борсоно мине спектакль буйына, әммә уларға яуап таба алмай аптыраным. Ләкин иң ғәжәбе шунда ине: тамаша, дөйөм алғанда, яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы. Унда ниндәйҙер яҡтылыҡ һәм тормошсанлыҡ бар ине. Күңелдә тыныслыҡ һәм ҡыуаныс тыуҙырҙы. Артистарҙың уйнау манераһы, оҡшап етмәгән урындары булһа ла, тиҙ онотолдо, йөрәк түрендә ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ тойғоһо еңеп сыҡты. Нимәнән килә был? Ни өсөн спектакль буйы төрлө деталдәрҙе оҡшатмай ултырҙым да аҙаҡтан ҡәнәғәтлек кисерҙем?
Ошо хаҡта уйлана торғас, “Туғанлыҡ”тың тәүге фестивалдәрен, ундағы спектаклдәрҙе ҡарағандан һуң тыуған бәхәстәрҙе иҫкә төшөрҙөм. Эйе, уларҙа тәнҡитселәр һәм төрки телле театрҙар араһында ҡаты ғына бәрелештәр булып ала ине. Тәнҡитселәр һәм жюри ағзалары бер нәмәне талап итә, театрҙар үҙенекен иҫбат итергә маташа. Ләкин, шуға ҡарамай, Мәскәүҙән килгән тәнҡитселәр ошо йүнәлештә уйнау манераһын маҡтаны, жюри ағзалары уларҙы (нигеҙҙә Рәсәй республикалары театрҙары ине) һауаға күтәрҙе, приздарҙы уларға өләште. Сит ил театрҙары быны оҡшатманы һәм шунда тәүге тапҡыр тәнҡитселәрҙе лә, жюри ағзаларын да төрки телле халыҡтарҙың менталитетын, йәшәү рәүешен, динен, холҡон, әхлағын, әҙәбен аңламауҙа ғәйепләне, киләсәктә төрки телле республикаларҙан тәнҡитселәр саҡырырға кәрәк тигән фекер әйтте. Ысынлап та, ни өсөн бер халыҡтарҙың сәнғәтенә уларҙы бөтөнләй белмәгән, аңламаған икенсе халыҡтарҙың белгестәре баһа бирергә, аҡыл өйрәтергә тейеш әле? Шулай итеп, өсөнсө “Туғанлыҡ”ҡа тәнҡитселәр ҙә, жюри ағзалары ла Төркиәнән, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Яҡутстандан саҡырылды. Был сара ҡаралған спектаклдәр хаҡында объектив фекерҙәр йөрөтөргә, аҙаҡ приздар таратҡанда ла объектив баһа бирергә мөмкинлек тыуҙырҙы.
Ошонан сығып мин бөгөнгө фестивалдең тәнҡитселәр һәм жюри ағзалары исемлеген ҡарап сыҡтым. Бер генә кеше төрки республикаһынан — Ҡаҙағстандан — саҡырылған. Башҡортостан менән Татарстандан белгестәр бар, әлбиттә. Әммә беҙҙең республикалар театрҙарының уйнауы, сәхнәлә йәшәү ысулы күптән инде төрки телле халыҡтарҙың менталитетынан алыҫлашҡан, уларҙың барыһын да Европаса белем алған белгестәр етәкләй. Улар артистарҙы ғына түгел, тамашасыларҙы ла шул йүнәлештә тәрбиәләргә маташа. Юҡҡамы ни мин Азербайжан Республикаһы театрының спектаклен аңламай, үҙ итмәй яфаландым, сөнки артистарҙың сәхнәлә сәбәләнеп йүгереүҙәренә, аҡырып-ҡысҡырышыуына күнегеп бөткәнмен, спектакль шулай булырға тейеш икән тип уйлайым. Ә ябай халыҡ бит театрҙарҙан бөтөнләй икенсе төрлө тамашалар көтә, улар сәхнәлә әҙәпте, күңел тыныслығын, йәшерен хистәрҙе күргеһе килә. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: ауылдан килгән туғандарыбыҙҙы Өфө театрҙарының спектаклдәренә алып барһаҡ, оҡшатмай ҡайтып китәләр. Театр сәнғәтен аңламай, тип ғәйепләйбеҙ уларҙы. Нисек инде бөтөн халыҡтың сәнғәтте аңламауы, уларҙың фекере хата булыуы мөмкин, ә Мәскәүҙәге бөтөнләй икенсе халыҡтарҙан торған белгестәр тарафынан уйлап табылған уйнау ысулы, сәнғәткә ҡарашы дөрөҫ булырға тейеш? Улар икенсе халыҡ, уларҙың менталитеты, дине, әхлағы, әҙәбе икенсе, шулай булғас, театр сәнғәте лә икенсерәктер бит. Ә беҙ уйлап та тормай шуны үҙебеҙгә күсерәбеҙ ҙә мосолман динендә, әҙәбендә тәрбиәләнгән халҡыбыҙҙы “театрҙы аңламай” тип ғәйепләйбеҙ.
Ошонан сығып ҡараһаң, ябай халыҡтың, ауыл тамашасыларының халыҡ һәм профессиональ театрҙарҙың спектаклдәренә биргән баһаһын аңларға булалыр. Мин ҡайһы бер халыҡ театрҙары тарафынан ҡуйылған үтә примитив тамашалар хаҡында һүҙ алып бармайым, әммә ныҡлы ҡуллы режиссерҙар ҡуйған спектаклдәрҙе ауыл кешеһе йыш ҡына профессиональ театрҙар сығарған тамашаларға ҡарағанда ла өҫтөн ҡуя. “Был пьесаны беҙҙең халыҡ театры ла ҡуйҙы. Беҙҙеке шәберәк!”, тиҙәр. Был фекергә йыш ҡына көлөп ҡарайбыҙ, әммә халҡыбыҙҙың театрҙарҙан ниндәй тамашалар көткәнлеге тураһында уйланмайбыҙ. Профессиональ театрҙар әҫәрҙә булмаған тойғоларҙы бармаҡтан һығып сығарырға, бәләкәй генә сәбәп арҡаһында оло трагедияны уйнарға тырыша, юҡҡа-барға ҡысҡырышырға, йүгерешергә тотона. Ә режиссерҙар геройҙың ауыҙынан сыҡҡан осраҡлы һүҙҙе ишетһә, ошо һүҙҙең мәғәнәһен аңлатҡан яртышар сәғәтлек музыка-бейеүле сәхнәләр, бөтөнләй кәрәге булмаған киҫәктәр уйлап сығара. Был тамашасыға оҡшамай. Тамашасының сәхнәлә ябай тойғоларҙы күргеһе, образдарҙың тормошсан хистәре өсөн борсолғоһо, уйланғыһы, фәһем алғыһы килә. Ә һис тә төрлөсә сәбәләнеүҙәрҙе аптырап күҙәтеп, бер ни ҙә аңламайынса, “хәҙерге спектаклдәр шулай булалыр инде” тип ҡайтып киткеһе килмәй.
Артистарҙың һәм режиссерҙарҙың юҡты бар итеп уйнарға тырышыуы хаҡында билдәле урыҫ яҙыусыһы Михаил Булгаков ошолай яҙа: “Минең пьесамда шундай сәхнә бар ине. Героиня тәҙрәгә килә лә ҡояш ҡалҡыр алдынан көнсығыштағы күк йөҙөнөң ҡыҙарып тороуын күрә һәм: “Ҡарағыҙ — таң ата”, — тип кенә әйтә. Ошо һүҙҙәр артистар менән режиссерға ҙур бер этюд яһарға сәбәп булды. Ун секундта уйналырға тейешле был сәхнә, этюд рәүешендә иҫ киткес ҙурайып китеп, ярты сәғәттәй ваҡытты ала башланы һәм кәйефемде бөтөнләй селпәрәмә килтерҙе.
Режиссер Иван Васильевичтың теорияһы буйынса, репетицияла пьеса тексының бөтөнләй кәрәге юҡ, иң мөһиме — характер тыуҙырырға кәрәк икән. Шуға ла ул һәр артистан ошо таң атыу сәхнәһен үҙенсә кисереүҙе талап итте, тойғоларыңды аңлатыу өсөн һүҙҙәрҙең дә үҙең теләгәнен әйтергә рөхсәт бирҙе.
Шул сәбәпле тәҙрәгә йүгереп барған һәр кем үҙе ниндәй һүҙҙе кәрәк тип тапһа, шуны ҡысҡыра башланы:
— Йә, Хоҙай! Йә, Хоҙай! — тип уфтанды берәүҙәр.
— Әстәғәфирулла! — тип ҡысҡырҙы икенселәр.
— Ҡотҡарығыҙ! Ут сыҡҡан! — тип ҡысҡырышты башҡа актерҙар һәм актрисалар. — Һыу! Һыу ҡайҙа? Ҡотҡарығыҙ! Балаларҙы ҡотҡарығыҙ! Ут һүндереүселәрҙе саҡырығыҙ! Тиҙерәк! Һәләк булдыҡ!
Был шау-шыуҙы иң оло актрисаның сәрелдәк тауышы баҫып китте:
— Йә, Хоҙай! Тәңребеҙ! Хәҙер минең һандыҡтарыма ни булыр? Минең алтындарым, көмөш тәңкәләрем! Харап булды!
Мин ошо актрисаның сәбәләнеп улай-былай йүгереүенә ҡарап, героинямдың тыныс ҡына ике генә һүҙ әйтеүе хаҡында уйландым:
— Ҡарағыҙ... Таң ата... — ти ул. Һәм уны тыныс, әммә эске тойғо менән матур итеп әйтә. Ә инде артист һәм актрисаларҙың булмаған һандыҡтар һәм ут сығыуы хаҡында ҡысҡырыуы минең йәнемә шул тиклем ныҡ тейҙе, хатта битем тартыша башланы...”
Ошолай яҙа Михаил Булгаков, һәм был бөгөнгө театрҙарҙың пьеса өҫтөндә эшләүенә тап килә. Ябай күренештәрҙән булмаған тойғо-кисерештәрҙе һығып сығарырға тырышыу театрҙарҙы йыш ҡына яңылыш юлдан алып китә, сәбәләнеү, артыҡ ҡысҡырып уйнауға этәрә.
Азамат ҠӘҘЕРБАЕВ.

(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779