Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нейҙе нейткәйнек...
Быйылғы үтә эҫе йәйҙең “иң ҡайнар” көндәрен дауаханала үткәрергә тура килде. Бер урында ла түгел, рәттән ике ҡалала яттым — Белоретта һәм Өфөлә. Ят урынға барып эләгеү менән, ғәҙәттә, ундағы халыҡтың холоҡ-фиғеленә иғтибар итәһең. Дауаханала быны башҡарыу еңелерәк, сөнки барыһы ла көн әйләнәһенә бер үк ғәмәл башҡара, бер үк теманы сәйнәй. Йәғни эстәлегенә иғтибар итеп тораһы юҡ, үҙең дә шуның менән булышаһың.
Әммә шул яҡтан ҡарағанда, сәйер бер үҙенсәлеккә (әллә дөйөм күренешкәме) иғтибар иттем — беҙ бөтөнләй һөйләшә белмәйбеҙ икән дәһә! Белоретта күберәк урыҫ халҡы менән ятырға тура килде, Өфөлә татарҙар күберәк булһа ла, әңгәмәләр барыбер урыҫса ҡорола ине. Милләт айырғандан түгел, ә дөйөм күренештең тотош ил өсөн уртаҡ икәнлеген билдәләр өсөн әйтәм быныһын.
Уйлап ҡараһаң, иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ һымаҡ. Тема берәү — дауаханала барыһы ла сирҙәре тураһында һөйләшә. Тел дә уртаҡ тиергә мөмкин — латин ҡатыш винегрет. Ә бына төрлө йәштәге, енестәге, социаль ҡатламдағы халыҡтың шул турала нисек һөйләгәнен иғтибарлап тыңлай башлаһаң (тик ятҡан кешегә шунан анһаты юҡ), башыңды тотоп уфтанырға ғына ҡала. Телмәр мәҙәниәте бөтөнләй юҡ! Оло йәштәрҙәге, үҙ ғүмерендә әллә нисәмә етәксе вазифаһын алмаштырған, күпме кеше менән аралашҡан әҙәм, аҙым һайын буталып, “ә-ә”, “ы-ы”, “ней” паузалары менән, оҙон-оҙаҡ хәбәрендә ниҙер аңларға маташҡан палаталаштарына көнө буйы хәбәр һөйләй... Уға ҡарап, был бәндә, бахыр, ғүмер буйы тик күндәм тыңлаусы ғына булып йәшәгәндер, бына хәҙер генә күңелендә йыйылғанды һөйләп бирерлек форсаты сыҡҡандыр, тип уйға ҡалаһың. Ғәҙәттә, үтә шымыҡай кешеләр эсеп алғанда шундай булып китә.
Икенсеһе өс һөйләм менән аңлатып бирә торған бер ваҡиғаны ярты сәғәткә һуҙа, үҙе лә йонсой, тыңлаусыларын да биҙҙерә. Ә бит ул, үҙенә яҡын булған хәтирәләргә бирелеп китеп, тормошонан берәй нәмә һөйләй, яңы асылған сире тураһында түгел. Йәғни — тема үтә яҡын һәм, моғайын да, ҡырҡ тапҡыр ҡабатлағандыр ҙа әле. Тыңлаусылары яйлап ҡына, һәр кем үҙ һылтауын табып, ситкә тайыу яғын ҡарай. Ялҡытҡыс хәбәрҙе тыңлап ултырыу ҙа, хатта башҡа эшең булмаһа ла, этлек бит ул.
Йәштәрҙең телмәрҙә ҡулланырлыҡ һүҙ запасы юҡ. Ул булһын өсөн, йыйырға кәрәк бит әле. Күберәк аралашыу аша, тиер инең, был беҙҙең заманда мөмкин булмаған эш шикелле. Сөнки аралашыу үҙе лә юҡ ул хәҙер. Ай буйы ике палатала ятып, үҙемдән башҡа гәзит һәм журнал уҡыған кешене күрергә тура килмәне. Мин таба алған гәзиттәр шунда өҫтәлдә өйөлөп ятһа ла, алып ҡарап сығырға теләүсе табылмай торғайны. Тимәк, ғәҙәткә инмәгән был. Уларға альтернатива ла юҡ ине, әйтәгүр: 21-селә телевизор түгел, радио ла юҡ, тик был да береһен дә аптыратмай. Шулай булғас, үҙ-ара оҙон-оҙаҡ әңгәмәләр ҡороуҙан башҡа ни ҡала? Ә әңгәмәләре — урамға сыҡһаң да, сит палата кешеһе килеп керһә лә, табип йә шәфҡәт туташы һуғылһа ла — бер темаға борола ла ҡуя. Шуға һүҙ запасы йыйылмай һәм ҡулланыу тәжрибәһе лә үтмәй. Өйҙә китап уҡып килеп, дәрестә таҡта алдына сығып, шуны тотош класҡа һөйләп биреү менән сағыштырыр инем мин һүҙ запасын һәм уны ҡулланыу тәжрибәһен йыйыуҙы. Ә беҙ малай саҡта ҡараған киноларҙы башҡаларға һөйләй торғайныҡ. Бына ҡайҙа телмәр үҫешә! “Үҙең ҡара, шәп фильм!” — тип әйтеп ҡотолоу түгел был, кисәге киноны тыңлаусың да аңлап кисерһен һәм ҡарарға йүгерһен өсөн уны бер герой миҫалында аңлатып та бирергә кәрәк.
Ил өсөн уртаҡ күренеш, тип әйтеп ташлағайным. Был, ысынлап та, шулай икән. Беҙҙе күптәнән бирле тик яҙырға өйрәтәләр. Хатта яҙыу теле менән һөйләш теле араһында шаҡтай айырма ла барлыҡҡа килде, буғай. Уныһы хаҡында ла алдан иҫкәртеләбеҙ. Беҙ диктант яҙғанда, уҡытыусы: “Нисек ишетелә, шулай яҙығыҙ”, — ти ине. Ә хәҙер күпме ҡағиҙә бар, шунса иҫкәрмә лә тыуа шикелле. Хатта һүҙлектәр ҙә башты бутай. Шуға ла хәҙер: “Һөйләшкәндә шулай, ә яҙылышы бына ошолай”, — тип өйрәтергә кәрәк.
Тик бер ябай ғына нәмәне онотоп ҡуябыҙ: беҙҙең тормошта бит күп кеше үҙ ғүмерендә ғаризанан да оҙонораҡ нәмә яҙмай! Юғары белемле кешеләрҙең (!) өс һөйләмлек яҙмаларында биш-алты хата тапҡаным булды. Ун алты йыл буйы шуны яҙырға өйрәнгәнме инде? Ә шул кеше менән һөйләшә башлаһаң?.. Уның бер юлы дүрт телде (урыҫ, инглиз, башҡорт һәм татар — улар беҙҙең көндәлек һүҙ запасында тигеҙ нисбәттә хәҙер) бутап, бер һөйләмдә биш тапҡыр тотлоғоп, ике-өс пауза яһап, шул һөйләм эсендә бер-ике комментарийға ла төшөп өлгөрөүен күрһәң, был әҙәм 16 йылын юҡҡа ғына кешеләр араһында үткәргән икән, тигән һығымтаға килерлек.
“АиФ”-та бер мәҡәлә күргәйнем. Баҡтиһәң, беҙҙең тормошҡа, хатта мәғарифҡа “яҙыу сәнғәте”, йәғни иншалар яҙыу яңыраҡ ҡына килеп ингән икән. Уға тиклем һөйләй белеү оҫталығы — риторика өҫтөнөрәк ҡуйылған. Баш менән тел һәм ҡул араһында бәйләнештең төрлө булыуы күптән мәғлүм. Тик ҡайһыһы кәрәгерәк һуң кешегә? Көнөнә биш тапҡыр төрлө ерҙә әрләшкән-талашҡан кеше лә, дәртләнеп китеп, кемдер өҫтөнән шикәйәт яҙырға ултырмай, үҙ фекерен дәлилләп еткерер өсөн ҡәләмгә тотонмай ҙаһа! Унан телеңдән пуля кеүек тытылдап ысҡынған һүҙҙәрҙең яҙмала нисек күренерен уйлап ҡара әле... Күҙ менән ҡолаҡ та төрлөсә эшләй бит.
Әрләшеү теләге лә һүнеп ҡуймаҫмы шул саҡ?
Дамир
ШӘРӘФЕТДИНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Шамиль
    Шамиль от 09.09.2012, 10:43
    Нимэ тэкдим итэhен, Дамир! Эйтеп ботор!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779