Сатирик хикәйәБөгөн Фәйрүшин эсеүен ташланы. Был хәтәр уй уның башына иртәнге сәғәт алтыла килде. Ҡыҫҡартырға түгел, һирәкләтергә түгел, ҡатыҡтан да ҡатыраҡ эсемлекте бөтөнләй ауыҙына алмаҫҡа! Улай уҡ сығырынан сыҡҡан эскесе лә түгел ул түгеллеккә. Әммә ауыҙына эләкмәгән көнө һирәк. Дуҫтары килә — ҡаршы ала, китәләр — оҙатып ҡала, мәртәбәле банкет — бармай ярамай, барғас, бар һалмыш араһында бер үҙе айныҡ йөрөү килешмәй. Тыйнаҡ ҡына фуршет, уныһы тыйнаҡ булһа ла, эсемлеге йылға булып аға. Бер-береңде күккә күтәреп маҡташҡанда инде бер үҙең ауыҙыңды нисек сөйгә элеп ултыраһың?
Ә кисә Фәйрүшин үҙе етәкләгән завод ҡалдығының банкротлыҡҡа юлығыуы уңайынан мәжлес үткәрҙе. Заводы хәйерсе булһа ла, өҫтәл бай ине. Эсемлектең ниндәйен теләйһең: коньягынмы, вискимы, әллә үҙебеҙҙең “Путинка”һымы — рәхим ит, теләйһең икән — ҡойон. Ыуылдырыҡтың ҡыҙылын да, ҡараһын да аш ҡашығы менән һоҫорға мөмкин, ҡаҙылар, ыҫланмалар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Бик ауырайып ҡайтып йығылды ул өйөнә. Ыҙаланып төн үткәрҙе. Бына шуға күрә әлеге хәтәр уй килде лә инде уның башына.
— Етте, Фәриҙәкәйем! — тине ул, ыңғыраша-ыңғыраша иртәнге сәйен һемергәндә. — Икмәк тотоп ант итеп маташмайым. Антһыҙ ғына ла үҙемдең ауыҙыма хужа булырлыҡ ихтыяр көсөм бар...
— Дөрөҫ, атаһы, — тине бисәһе, иренең һулҡылдап һыҙлаған маңлайына еүеш таҫтамал яба-яба, — йәшең дә бара, һаулығың да самалы...
Фәйрүшин эшенә килде. Береһе үҙе керҙе, икенсеһен саҡырып алды, күрһәтмәләр бирҙе. Телефондан өҫкә шылтыратып алды. Юҡ-бар йомош менән йөрөгән икәүҙе кабинетынан ҡыуып сығарҙы. Сәғәт ун бер ине. Ә уның әле ауыҙына ысыҡ тамсыһы хәтле генә лә ҡапҡаны юҡ. Һәм ҡапмаҫ та!..
Ысынлап та, Хәлиҙә кереткән сәй янына мәй өҫтәлмәне. Тамағы ҡылҡылдап-ҡылҡылдап ҡуйһа ла, түҙҙе Фәйрүшин. Ир кеше лә баһа ул! Бына хәҙер эсеүен ташлағанына ла теүәл биш сәғәт. Биш көн дә булыр, биш ай ҙа, биш йыл да! Хоҙай ул ғүмерҙе насип итһә...
Ун икенсе яртыла телефон шылтыраны. Унда әшнәһе, автопредприятие директоры Хәйрүшиндың ҡарлыҡҡан тауышы яңғыраны.
— Слушай, күпме былай ыҙаланырға мөмкин? Оперативкалар үткәрҙек, эштәрҙе яйға һалдыҡ. Һин миңә киләһеңме, әллә мин һиңә барайыммы?
Фәйрүшиндың тамағы тағы ҡылҡылдай биреп ҡуйҙы. Ләкин ул түҙҙе. Бөтөн ихтыярын бер усҡа туплап, ҡаты тауыш менән:
— Юҡ! — тине. Әҙерәк торғас, икеләнеүен һиҙҙермәҫкә тырышып, — Мин бөгөн эсеүҙе ташланым... — тип өҫтәне.
Фәйрүшиндың ауыҙынан сыҡҡан һуңғы һүҙ бик ышаныслы яңғырамаһа ла, ул Хәйрүшинға аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. Бер һүҙ ҙә әйтә алманы меҫкен, хатта телефон трубкаһын ҡулынан төшөрөп ебәрҙе.
Ун минуттан уның донъяла барлығы тураһында Фәйрүшиндың телефоны тағы ла хәбәр бирҙе.
— Һин нимә? — тине милиция бүлеге түрәһе Әмершин. — Банкет үткәрҙең дә шуның менән вәссәләмме ни? Ә беҙҙең башты кем төҙәтә?
Ни эшләргә? Әмершин запастағы рядовой Хәйрүшин түгел, подполковник! Иртәнге сәғәт алтыла үҙенә биргән антын боҙорғамы, юҡмы? “Ир бул! Һүҙеңдә тор!” — тине Фәйрүшиндың уң яҡ ҡулбашында ултырған фәрештәһе. “С силовыми структурами сохрани дружеские отношения!” — тине аяҡ тирәһендә бөтөрөлөп йөрөгән шайтаны, нишләптер урыҫсалап. Аллаға шөкөр, был юлы фәрештәһе еңде. Инде алты сәғәт Фәйрүшин айыҡ тормошта йәшәй. Подполковниктар менән шайтандар ҡотҡоһона бирешмәй.
— Юҡ! — тине ул, баяғынан да ҡәтғиерәк итеп. — Мин хәмер һемереүҙе ташланым.
Әмершиндың ҡулынан да трубкаһы иҙәнгә төшөп селпәрәмә килде. Ул үҙе лә аңғармаҫтан нишләптер “смирно” баҫты, стенанан төшөрөлөп мөйөшкә һөйәлеп ҡуйылған Горбачевтың портретына честь бирҙе.
Сәғәт бер менән ике араһында өйөнә ҡайтып ашап килде Фәйрүшин. Эсмәне. Өстә эсмәне. Тәҡәте нисек кенә ҡоромаһын, дүрттә лә айыҡ ине әле. Хатта уның күңелендә үҙе менән ғорурланыу хисе хасил булды. Ун сәғәт бит — әйтеүе генә анһат! Эсеүен ташлағанға — ун сәғәт! Бына ошондай хушкүңеллелек тойғоһо кисереп ултырғанда боҙҙо ла инде эште класташы Йосоп.
— Нимә, ҙур түрә булып киттең дә, беҙҙең кеүек трудягаларҙы һанға һуҡмай башланыңмы? — тине ул, Фәйрүшиндың өҫтәленә бер шешә көмөшкәне “шап” итеп ултыртып. Хәмерҙән аларыңҡыраған күҙҙәре менән балалыҡ дуҫына битәрләп ҡараны. Трудяга Йосоптоң битәрләүе Хәйрүшин менән Әмершиндыҡынан ҡатыраҡ тойолдо. Хәйер, суҡынып киткере, тамағы ла ҡылҡылдауҙан ҡытҡылдауға күскәйне.
— Һин мине нахаҡҡа ғәйепләмә, дуҫ, — тине Фәйрүшин, стаканға стакан сәкәштереп.
Бына шулай иртәнге алтыла биргән антын киске биштә боҙҙо Фәйрүшин. Бөгөн ул ун бер сәғәт айыҡ тормошта йәшәй алды. Ә дүшәмбелә, Алла бойорһа, ысынлап та, айыҡ тормошҡа күсер. Ун бер сәғәт кенә түгел, ун бер көн дә, ун бер ай ҙа хәмерҙе ауыҙына ла алмаҫ. Ун бер йыл да!.. Хоҙай ул хәтлем ғүмерен йәлләмәҫ әле...
Закир ӘҠБӘРОВ.