Рәшит Шәкүр... Был исем күп тармаҡлы, күп яҡлы ижади хеҙмәттәре менән дә, ил, халыҡ мәнфәғәте менән янып йәшәүсе оло шәхесебеҙ булараҡ та республикабыҙ халҡына киң билдәле. Шағир, прозаик, драматург ғалимдарыбыҙ бар ул. Ә бына Рәшит Закир улы һымаҡ, ғалим-телсе, ғалим-этнограф, ғалим-фольклорсы, ғалим-тарихсы, ғалим-әҙәбиәтсе, ғалим-педагог... Бындай уҡ киң ҡоласлыһы, иманым камил — ул ғына. Быларҙан тыш, Рәшит ағай байтаҡ йылдар “Совет Башҡортостаны” (“Башҡортостан”) гәзите редакцияһында уңышлы эшләгән үткер ҡәләмле журналист та. Ҡыҫҡаһы, төрлө ижади өлкәләрҙә ең һыҙғанып хеҙмәт итеүсе күренекле шағир ул Рәшит Закир улы Шәкүр.
Ә әҙиплеге үҫмерлек йылдарында уҡ уның күңелендә ғүмерлеккә урын алған шиғриәттән башлана. Шуға күрәлер, моғайын, ниндәй генә ижад төрөнә тотонһа ла, беренсе сиратта, шағир булып ҡала. Әлбиттә, ғүмер баҫҡыстарына күтәрелгән һайын ижад офоҡтары ла киңәйә бара. Рухи үҫеш юлында шиғырҙарҙың да тематикаһы төрләнә, уй-фекерҙәр тәрәнәйә, хис-тойғолар етдиләнә бара.
Һәр шағир үҙ күңеле офоҡтары сиктәрендә ижад итә. Киң ҡоласлы шәхестең дә уй-кисерештәре, әлбиттә, уның шиғриәтендә лә сағылмай ҡалмай. Мәҫәлән, премияға тәҡдим ителгән “Ыласындар оса бейектә” китабына ингән шиғырҙарында ла асыҡ сағыла Рәшит Шәкүрҙең ғалимлығы. Был йәһәттән бигерәк тә уның “Гармония” тип аталған бүлеккә ингән ҡыҫҡа шиғырҙары иғтибарға лайыҡ.
Бындай быуаттан быуатҡа аманат булып ҡалырлыҡ мәҡәлдәргә оҡшаш ҡыҫҡа шиғырҙарҙы талантлы шағирҙар ҙа, байтаҡ донъя күреп, тормош тәжрибәһе алып, етерлек кимәлдә аҡыл һәм фекер туплағас ҡына яҙа алалыр, моғайын. “Аҡыллыға ишара” тигәндәй, бындай шиғырҙарҙы уҡыусы ла шаҡтай әҙерлекле булырға тейештер ул.
Рәшит Шәкүрҙең ҡыҫҡа шиғырҙары — уның ижадында сағыу бер күренеш. Әлеге китапта ла саф алтын бөртөктәре һымаҡ улар: береһенән-береһе балҡыуыраҡ, береһенән-береһе ҡиммәтлерәк.
Һүҙҙе бер юллыҡтарҙан башлайыҡ:
“Берәү ҙә көслө, артында меңдәр торһа”, “Яңғыҙ ҡая... Ғорурлығы менән яңғыҙ түгел”, “Аҡыл һәм белем, Ғаләм һымаҡ, киңәйә бара”, “Күңел бушлығын кейем менән ҡаплап булмай”, “Йәрәгең ҡушҡанды аҡыл менән үлсәп ҡара” тигән юлдарҙың мәғәнәһенән сығып, поэма йәки роман да яҙып булыр ине кеүек. Китаптағы ике, өс, дүрт, алты һәм һигеҙ юллыҡтарҙы ла тос фекерле шиғыр яратҡан уҡыусылар үҙҙәренең күңел һәм ҡуйын дәфтәренә яҙып ҡуйғандыр.
Йыһан уты балҡый Йыһан киңлегендә,
Илһам уты — илһамлының күңелендә.
Ошо ике юллыҡ ҡына шиғырға (әҙәбиәт ғилемендә бындай шиғыр төрөн мәснәүи тип йөрөтәләр) ниндәй оло һәм илаһи мәғәнә һыйған!
Бына тағы:
Ирәмәлдең түбәһенә менеп еттек,
Етеү менән ашыҡ-бошоҡ төшөп киттек.
Ҡыҫҡа булды бейек тауға менеүебеҙ,
Әммә шул да булды беҙҙең еңеүебеҙ.
— Эйе шул, — тип уйланыр уҡыусы, ғүмерҙәр ана шулай интегеп тауға менеүҙәрҙән тора инде ул, ә инде уның минутлыҡ ҡына еңеү шатлығы ла был тырышлыҡтарға торорлоҡ шул.
Илһөйәр шағирҙың шиғриәте сәйәсәтһеҙ була аламы ни:
....Сәйәсмәнлек ҡатлы-ҡатлы ла ул,
Ә ҡайҙа һеҙҙең арҡа һөйәге?
Ошо ерҙең аҡ тамыры һеҙгә
Түгелме ни арҡа терәге?
(“Сәйәсмәнлек”)
Йәки:
Милләт нимә? Зобаныйҙар өсөн
Бер ни ҙә изге түгел,
Йөрәктәре йөрәк түгел,
Күкрәктәрҙә,
Әйтерһең, ҡара күмер...
(“Замана зобаныйҙары”)
кеүек юлдар менән ил-көн торошо һәм үҙ яҙмыштары хаҡында уйланырға, уяу булырға саҡыра шағир үҙ уҡыусыларын.
Тел ғалимы дәрәжәһенә өлгәшкән шағир туған телде ҡурсаламай булырмы?! Был темаға ижад ителгән шиғырҙар әлеге йыйынтыҡҡа ла индерелгән. Уларҙың ҡайһылары көйгә һалынып, тиҫтә йылдар буйы сәхнәләрҙән, радио-телевидение тулҡындарынан йыр булып яңғырай. Үҙ күңелдәре тартҡан өсөн дә үҙҙәренеке итеп башҡара бит уларҙы олоһо ла, кесеһе лә.
...Ил күргәнде телебеҙ ҙә күргән,
Тел ҡуҙғалһа, ил дә ҡуҙғалған:
Хәүеф-хәтәр килһә, сәсән һүҙе
Йөрәктәргә ялҡын, ҡуҙ һалған.
(“Тел диңгеҙе”)
Башҡортостандағы ер-һыу атамаларының тарихын, легендаларын оло табыш итеп йыйып, уларҙан йыйынтыҡ төҙөп, халыҡҡа бүләк иткән ғалим-шағирҙың күңелендә урғылған Тыуған илебеҙ, еребеҙ яҙмышы, уларҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡындағы уйланыуҙары ғилми мәҡәләләргә генә һыйып бөтә аламы ни?! Уларҙы яҙғанда урғылған хис-тойғоларҙы ҡайҙа ҡуяһың?!
Улар, әлбиттә, ҡыуаныслы һәм әрнеүле, һағышлы һәм өмөтлө, шулай уҡ бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеүсе шиғри юлдар булып донъяға килә. Бындай ерлекле шиғырҙар “Йәшә, илем — Башҡортостаным!” һәм “Тыуған ергә мәҙхиәләр” бүлектәрен тәшкил итә. Уларҙың бөтәһен дә һанап сығыу ҙа мөмкин түгел. Шулай ҙа Рәшит Шәкүр генә күреп, сағыу образдар аша уҡыусыларының иғтибарын йәлеп итерлек шиғри юлдарҙы миҫалға килтергем килә.
...Ағиҙелкәй — башҡорт илкәйенең
Аҡ намыҫы һымаҡ аҡ һыуы.
Уралҡайға мәҙхиәләр йырлап,
Ағаһың һин, йылғам, алҡынып.
(“Ағиҙелкәй — аҡ һыуым”)
...Эй, Өршәгем минең, татыр һыуың
Татлы күрәм йүкә балдан да;
Ҡан тамыры итеп, һинеме әллә
Йөрәгемә уйып һалғандар?!
(“Өршәгем”)
Ошондай шиғри образдарҙы, ысынлап та, йөрәгендә йылғаларыбыҙҙың ҡан тамырҙары булып уйылғанын тойған шағир ғына ижад итеүе мөмкин.
Тәрән һыулы йылғаның төбө күренмәй. Ул юҡҡа-барға селтерәп, айырым иғтибар ҙа талап итмәй. Уның маҡсаты изгелекле һәм етди: үҙән-яландарҙы, тирә-яҡтағы урман-ҡыуаҡтарҙы саф һәм шифалы һыуы менән һуғарыу, уларға йәшәү, ҡот биреү. Ошо тулы һыулы йылғаға оҡшаш оло шәхесебеҙ Рәшит Шәкүрҙең ижады, уның шиғырҙары фәһемле, тормошсан фекерҙәрҙән үрелгән. Улар ялтырауыҡ бөҙрә эпитеттарҙан, яһалма ҡабартыуҙарҙан азат. Шиғырҙарҙың теле хаҡында айырым фәнни эштәр яҙырлыҡ, образдары тос һәм кешелекле, ихлас уй-тойғолары ялтлап хәтерҙә һаҡланырлыҡ, ритм-рифмалары йырлап тора.
Заманалар алмашынған, донъялар ярһыу диңгеҙҙәй шашынған осорҙа үҙ ҡиблаңды табыуҙа ярҙам итерлек яҡты маяҡ һымаҡ бит ул оло шағирыбыҙ йөрәгенән бал һарҡып сыҡҡан ихлас шиғыр юлдары.
Үҙе лә Салауат Юлаев һымаҡ илһөйәр, ғәҙеллеккә, изгелеккә әйҙәүсе шағир Рәшит Шәкүр күптән инде милли батырыбыҙ исемен йөрөткән премияға лайыҡ. Салауат Юлаев премияһы лауреаты тигән юғары исемде йөрөтөүсе кеше бары тик Рәшит Шәкүр кеүек талантлы әҙип тә, донъя, ил, халыҡ яҙмышы өсөн янып йәшәүсе күренекле шәхес тә булырға тейеш.
Гөлфиә ЮНЫСОВА,
шағирә, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.