Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәрҙең сығышынан торған тамашаларҙы ҡарағанда, моғайын, һәр кем үҙен бәхетле бала саҡ илендә хис итәлер, илаһы мәл кисерәлер. Самимилыҡ, ихласлыҡ, сафлыҡ балҡыған йөҙҙәр бар донъяңды оноттора, сихрилек булмышыңды яулап ала.
Ә уларҙы мәктәбе йәки йәшәгән төбәгендәге мәҙәниәт һарайҙарында түгел, сит ил сәхнәләрендә күрһәң? Бигерәк тә абруйлы сәнғәт әһелдәре алдында оло һынау тотҡан саҡтарында ниндәй тойғолар тыуа икән?
Ғәҙәттә, һәр бала талантлы, уны ваҡытында күреп, дөрөҫ йүнәлеш бирергә генә кәрәк, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулаймы? Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙҙы Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендәге 6-сы музыка мәктәбе директоры Айнур Искәндәровҡа еткерҙек.
Махсус уҡыу йортона юл тотоу өсөн етди сәбәп тә бар ине. Ошонда сәнғәт серҙәренә төшөнгән үҫмерҙәрҙең өсәүһе һәм Айнур Әхмәт улы үҙе, Халыҡ-ара “Прагалағы музыка миҙгеле” конкурс-фестивалендә ҡатнашып, оло еңеү яулағайны.
Бәйгенең абруйлы булыуын Германия, Чехия, Австрия илдәренән, Литванан һәм Рәсәйҙең байтаҡ төбәгенән музыканттар ҡатнашыуы үҙе үк раҫлай. Алина Әминева менән Эльвина Ибәтуллинаның (фортепьяно), Александр Кичаевтың (баян) үҙҙәрен генә түгел, ә республикабыҙҙы танытыуҙарына һоҡланмау мөмкин түгел!
Бер юлы өс уҡыусыһының беренсе урынды яулауы өсөн ҡыуаныуы Айнур Искәндәровтың йөҙөнә үк сыҡҡайны.
— Улар — музыканы ифрат яратҡан балалар. Түҙемлеләр, ныҡышмалдар. Конкурста еңеүсе тип иғлан ителгән минуттар иң бәхетле мәл булып хәтерҙәрендә уйылып ҡалыр, моғайын. Шундай ҙур уңыштарына ата-әсәләре лә ифрат һөйөндө, гөлләмәләр менән ҡаршы алды. Ошо саранан һуң улар хатта бер башҡа үҫеп киткәндәй тойолдо.
Ҡәҙимге музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә генә түгел, шаҡтай тәжрибә туплаған, байтаҡ бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн дә сит ил сәхнәһендә сығыш яһау еңел түгел. Бөтөнләй башҡа мөхит, етмәһә ваҡыт айырмаһы һәм самолетта осоу ҙа үҙен һиҙҙерә. Шулай ҙа Башҡортостандың йәш музыканттары ҡаушап ҡалманы, киреһенсә, республикабыҙҙы танытты, — тип шатлығын белдерҙе директор.
Балаларҙың булдыҡлылығы хаҡында һүҙ барғанда, атанан күргән уҡ юныр, әсәнән күргән тун бесер тигән мәҡәл иҫкә төшә. Бында шуныһы ғәжәп: Прага сәхнәһендә сығыш яһап, I дәрәжә диплом алып ҡайтҡан өсөһөнөң дә ата-әсәһе музыка ҡоралында уйнамай, ғөмүмән, сәнғәт донъяһынан алыҫ торған кешеләр.
Консерватория һәм академияларҙа шөғөлләнгән үҫмер музыканттар араһында сығыш яһап, өсөһөнөң дә I урынды яулауы һәм йәнә Айнур Әхмәт улының үҙенең дә I дәрәжә дипломға лайыҡ булыуы — ҡәҙимге сәнғәт мәктәбе тарихында осрай торған үтә һирәк күренеш. Абруйлы бәйгелә еңеүҙәре, һис шикһеҙ, 6-сы музыка мәктәбендә үҙ һөнәренең ысын оҫталары эшләүен раҫлай. Балаларҙы сәнғәт донъяһы менән юғары квалификациялы 20 уҡытыусы һәм концертмейстер фортепьяно, халыҡ музыка ҡоралдарында (баян, аккордеон домра, ҡурай) юғары кимәлдә уйнарға өйрәтә. Үҫмерҙәр скрипкасылар, ҡурайсылар ансамблендә, баянсы-аккордеонсылар оркестрында ла ҙур теләк менән шөғөлләнә. Бында бөтөнөһө 200-ләп уҡыусы музыка серҙәренә өйрәнә.
Әйткәндәй, киләһе йылда сәнғәт мәктәбенең ойошторолоуына 50 йыл тула. Уға 1963 йылда Яңы Александровка ҡасабаһында нигеҙ һалынған, 1991 йылда ул Сипайловоға күсерелә, ә 1995 йылдан — әлеге ике ҡатлы ыҡсым бинала.
Музыка мәктәбе уҡыусыларының баш ҡалалағы сараларҙа ихлас ҡатнашыуын, бәйгеләрҙә һынатмауын яулаған дипломдары менән Рәхмәт хаттары ла раҫлай.
Прагаға барыуҙары, һис шикһеҙ, директор Айнур Искәндәровтың алға ҡарап йәшәй белеүенән, үҙенең дә сәнғәт донъяһына башкөллө сумыуынан, тәүәккәллегенән. Шулай уҡ булдыҡлы етәксе икәнлеген дә танырға кәрәк. Берәү ҙә алыҫ юлға сығырға ҡыҫтап, аҡса йүнләп тормаған. Сит илгә ата-әсәләрҙең һәм бағыусыларҙың ярҙамы менән барып ҡайтҡандар. Ярай әле, сәнғәт юлындағы йәки матурлыҡ донъяһына ынтылыусыларҙы аңлаусылар бар! Хәйер, Айнур Әхмәт улына ҡайҙа ла фәрештәләр ҡанатын йәйеп тора һымаҡ. Был, бәлки, булмышына ла, талантына ла бәйлелер. Шуға ла уның барлар уңыштары һәлмәк, яулаған үрҙәре бейек. Иң мөһиме — музыка мәктәбендә шөғөлләнгән үҫмерҙәр өсөн өлгө.
— Үҙем дә уҡытыусыларымдан уңдым. Музыкаға һөйөүҙе атайым уятһа, баян серҙәренә өйрәтеүселәрем — киң билдәле музыка эшмәкәре В. Пономарев менән Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В. Башинский. Әйткәндәй, В. Пономарев — атайымдың да уҡытыусыһы. Артабанғы остазым — Рәжәп Шәйхетдинов. Европаға тәҙрәне Владимир Башинский менән астыҡ тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Беҙгә ҡәҙәр Башҡортостандан унда сығыш яһаған кеше булмаған. Хәйер, ул саҡта ла 1-се урынды яулап ҡайтҡайным, — тип сит илдәге тәүге еңеүен дә иҫенә төшөрҙө ул.
Эйе, заманында Айнур Искәндәров үҙ йондоҙон сит илдә ҡабыҙып ҡайтҡайны. Уға ҙур өмөттәр бағланды. Һүндермәне йондоҙон Айнур Әхмәт улы, киреһенсә, тағы өс тәрбиәләнеүсеһендә ҡабыҙыуға өлгәште. Консерваторияларҙа йәки сәнғәт академияларында шөғөлләнгән үҫмерҙәр менән бер рәттән конкурста ҡатнашып, еңеү яулаһындар әле! Башҡаса ни тип әйтәһең! Йәш музыканттарҙа алға ынтылыш, үҙ көстәренә ышаныс тәрбиәләү ҡеүәһе һәр кемгә лә бирелмәй. Ул бары тик тәжрибәле, үҙе өлгө була алған уҡытыусынан, етәксенән тора. Коллективтың ваҡыт үтһен тип түгел, ә һөҙөмтәһе булһын тип эшләүе лә директорға бәйлелер. Уҡытыусыларҙың үҙ эшенә мөнәсәбәтен үҙгәртеү өсөн бында байтаҡ дәртләндереү саралары күрелә.
— Бер уйлаһаң, уҡытыусыларҙың күңелен үҫтереү өсөн күп тә кәрәкмәй. Ҡайһы саҡ йылы һүҙ, тыныс мөхит һәм хеҙмәтен күреп, баһалай белеү ҙә етә. “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурсы ойоштороу ҙа хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ эшенә ижади ҡарауына ярҙам итә, — ти Айнур Әхмәт улы.
Директорҙың әйткәндәрен Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән 200-ләп үҫмерҙең белем усаҡтарында дәрестәре тамамланғандан һуң музыка мәктәбенә ашҡынып килеүе лә раҫлай.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Өфө ҡалаһы.