Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҙур талант эйәләре
Күренекле драматург Флорид Бүләковтың "Мәскәү — Васютки" драмаһы буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында һәләтле режиссер Азат Йыһаншин сәхнәләштергән спектакль хаҡлы рәүештә хуплау һәм маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
Был спектаклдең Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителеүе бик тә урынлы. Драмала мөһим тема күтәрелә — ғаилә проблемаһы. Бөйөк Ватан һуғышында яуыз фашизмды еңеп сыҡҡанбыҙ икән, тимәк, быға ғаиләләрҙең ныҡлы, мөхәббәттәрҙең емерелмәҫлек булыуы ла ярҙам итте. Әле, бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы яҡынлашҡанда, был турала һөйләү көн талабы. Быйылғы Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында, бигерәк тә хәҙерге ғаилә нигеҙҙәре ҡаҡшаған заманда, сәхнә теле менән проблема күтәреү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булып тора. Мин иһә ошо спектаклдә уйнаған ике халыҡ артисы Миңниса һәм Филарит Бакировтар тураһында һоҡланыуымды әйтеп китмәксемен. Тәүҙә Салауат, унан Стәрлетамаҡ театрын тотоп килгән был ике талант эйәһе Азат Йыһаншин ҡуйған спектаклде яҡты тамаша итеп, тағы ла бер балҡыттылар. Пьеса ике генә персонаждан тора. Тимәк, спектаклдәге бөтә ваҡиғалар, яҙмыштар ошо ике актер йөрәге аша үтә. Ысынлап та, туғыҙ бала тыуҙырып үҫтергән, әммә бөгөнгө көндә вагон-йортта йәшәп олоғайған ата-әсә яңғыҙ ҡалған һәм үткән ғүмер ағыштарын барлай. Юҡ, улар зарланмай, ә тормоштан яҡшылыҡты, изгелекте табыу ниәте менән көн итә. Ә туғыҙ бала ҡоштарҙай ҡайҙалыр ғәйеп булып бөткән.
Тәү ҡарашҡа был күренеш яңылыҡ түгел кеүек. Әммә Миңниса һәм Филарит Бакировтарҙың таланты менән тыуҙырылған эске кисереш йөрәктәрҙе өҙөп ала, һәм уларҙың уйнауы көслө сюжет ағымын хасил итә. Һөҙөмтәлә конфликт төҫмөрләнә. Ә сюжетта ҡапма-ҡаршылыҡтар булғанда бәрелеш көслө килеп сыға, һәм пьесалағы төп персонаждар шәхес булып ҡалҡып сыға. Бакировтар ана шундай геройҙарҙы кәүҙәләндерә.
Мин был илаһи артистарҙы күптән беләм. Үткән быуаттың 80-се йылдарында Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Миңниса Бакирова минең "Йәшлегем тирәктәре" спектаклендә төп ролдәрҙең береһен башҡарҙы. Ул мәлдәрҙә Миңнисаның йәш сағы ине. Күренекле режиссер Гөлдәр Ильясова был ролгә уны һайлап алғас, борсолоп та ҡуйғайным. Әммә кейәү келәтендә бер генә төн йәшәп ҡалған (иртәгәһенә һуғыш башлана) һалдат ҡатыны Гөлләриә образын тыуҙырған Миңнисаның уйнауы ҡара болоттарҙы йәшен телгән кеүек килеп сыҡты, һәм тамашасыларҙың баҫып ҡул сабыуы бөтә залды тетрәндерҙе.
Миңниса Бакирова комедия жанрындағы спектаклдәрҙә лә талантлы булыуын иҫбат итә килә. Ғәфү үтенеп, тағы ла мин үҙемдең спектаклдән миҫал килтерергә батырсылыҡ итәм, сөнки беҙ, драматургтар, үҙебеҙҙең спектаклдәргә талантлы артистарҙың эләгеүен бәхеткә һанайбыҙ. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт театрында сәхнәләштерелгән "Сибәр ҡатын" тигән һағышлы комедияла ул ябай булмаған яҙмышҡа тарыған Гәүһәриә образын тыуҙырып, бер яҡты биҙәк өҫтәне. Әйткәндәй, был комедияны Башҡортостандың халыҡ артисы Филарит Бакиров сәхнәләштерҙе һәм уның Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһына лайыҡ булыуы ла Миңниса һәм Филарит Бакировтар тураһында күп нәмә тураһында һөйләй.
"Мәскәү — Васютки" спектаклендә уйнаған Филарит Бакировтың режиссерлыҡ таланты булыуын да билдәләп үтке килә. Жәлил Кейекбаев исемендәге премияға лайыҡ булған "Ут күршеләр" комедияһын да Филарит Бакиров сәхнәләштерҙе. Ут күршеләр булып йәшәгән башҡорт һәм татар ғаиләләренең үҙ-ара мөнәсәбәте һәм эске йылылыҡ менән һуғарылған йәшәйеше сағылдырылған спектаклдә Филарит үҙе үк татар ғаиләһе башлығы образын тыуҙырҙы һәм тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде.
Талант эйәләре Миңниса һәм Филарит Бакировтар "Мәскәү — Васютки" спектаклендә тотош бер ансамбль кимәлендә ваҡиға тыуҙырып, драманы юғары кимәлдә балҡытты. Һис шикһеҙ, улар һәм режиссер Азат Йыһаншин хаҡлы рәүештә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡлы шәхестәр тип уйлайым.
Кәбир АҠБАШЕВ,
драматург.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 609

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 676

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578