Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Прозабыҙ Ирәмәле
Прозабыҙ ИрәмәлеТалха Ғиниәтуллин, уның әҫәрҙәре хаҡында әҙиптең юбилейҙарына ла, теге йәки был баҫмала хикәйә, повестарын баҫтырғанда ла, быға тиклем ике тапҡыр Салауат Юлаев премияһына тәҡдим иткәндә лә байтаҡ яҙғанмын икән. Иң мөһиме — башҡортса өс йыйынтығын сығарырға насип итте: “Тыуған тупһа янында” (1994), “Тау артында ниҙәр бар” (1997), “Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007). Уларҙа Мәскәүҙә йәшәп урыҫ телендә ижад иткән яҡташыбыҙҙың байтаҡ хикәйә, повестары тупланды. Хәҙер дүртенсе йыйынтығын әҙерләйем. Шуға күрә ижадын яҡшы беләм тип иҫәпләйем. Был ижад шәхсән үҙемә Ирәмәл кеүек мөһабәт, бейек тау ише ҡабул ителә. Милләтемдә шундай прозаик булыуына ғорурланам, егерме йылға яҡын тәржемә итеү осоронда уны башҡорт уҡыусыһына ҡайтара алыуыма ифрат шатмын. Беҙ уның ижадын йәнә лә республикабыҙҙың дәүләт премияһына тәҡдим иткәнбеҙ икән, мин бында уҡыусыларҙың, әҙәбиәтселәрҙең, ижади ойошмалар вәкилдәренең, шулай уҡ, әйтергә яраһа, авторҙың әҫәрҙәрен әҙерләүҙә, уларға иғтибар йүнәлтеүҙә, дөрөҫөрәге, таныштырыуҙа ошо егерме йылға һуҙылған эшемдең һөҙөмтәһен дә күрәм.
Башҡортостан баҫмаларында бер-ике генә бөртөк хикәйәһе нәшер ителгән (береһе Р. Солтангәрәев, икенсеһе Ф. Иҫәнғолов тәржемәһендә) әҙип үткән быуаттың 80-се йылдар башынан алып ул саҡтағы СССР-ҙа иң күренекле яҙыусылар рәтендә йөрөй. Повестары, хикәйәләре “Литературная газета”, “Литературная Россия” аҙналыҡтарында, үҙәк журналдарҙа (“Дружба народов”, “Наш современник”, “Юность”, “Знамя”) сыға, нәшриәттәр бер-бер артлы китаптарын нәшер итә. Бигерәк тә “Һөжүм”, “Таштар араһында”, “Туннель” повестары ҙур йәнлелек тыуҙыра, яҡташыбыҙға шөһрәт килтерә, айырым әҫәрҙәре Польшала, Германияла, Чехословакияла, Ҡытайҙа, Һиндостанда, АҠШ-та донъя күрә. Ә “Туннель” Германияла нәшер ителгәс, немецтар уны “һуғыш темаһына яҙылған әҫәрҙәр араһында немец характерын, немец психологияһын биреүҙә иң көслө әҫәр” тип баһалай. Мәскәү журналдарында, үҙәк нәшриәттәрҙә баҫылыу — үҙен яҙыусы тип нарыҡлай алған һәр әҙип өсөн оло мәртәбә, ә һинең фамилияң Иванов түгел, Ғиниәтуллин булһа — бигерәк тә.
Әлбиттә, 80-се йылдарҙан башлап донъя, шул иҫәптән әҙәбиәт донъяһы ла, хәҙер ныҡ үҙгәрҙе. Төшөнсәләр, ҡиммәттәр алмашынды, йүнәлештәр икенсе юҫыҡ алды, Талха Ғиниәтуллиндың, башҡа әҙиптәрҙең төп ижад темаһы һаналған һуғышҡа ҡараш та бер төрлө түгел хәҙер. Мин Мәскәү мөхитен әйтәм. Тормошто реалистик һүрәтләү урынына сюрреализм, модернизм, башҡа “изм”дар менән мауыҡҡан, кешеләрҙең иң түбән инстинкттарын данлаған амбициоз быуын килде. Уларҙы художестволы әҙәбиәт тип атауы ла ҡыйын. Һөҙөмтәлә Еңеүсене, һуғышты, ябай кешенең уй-кисерештәрен, өмөтлө уй-хыялдарын тасуирлаған әҙәбиәт икенсе планға күсте, онотолдо...
Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә килә, әүәлге ҡиммәттәргә кире ҡайтыу күҙәтелә. Яҡташыбыҙҙың иң көслө әҫәрҙәре (повестары) тупланмаһы булған “Вот кончится война” китабының күптән түгел Мәскәү нәшриәттәренең береһендә сығыуы — ошоноң бер дәлиле. Тимәк, ул бөгөн дә Рәсәй яҙыусыларының алдынғы сафында! Тимәк, Ирәмәл ултыра әле!
Яҡташыбыҙҙың әҫәрҙәре башҡорт уҡыусыһына бик оҙаҡ, урау-урау юлдар менән килде. Һанай китһәң, һуңлап ҡайтыуының сәбәптәре күп инде. Үҙенең баҫалҡылығы, этеп-төртөп йөрөмәүе, ул саҡтағы Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәкселәренең битарафлығы, хатта “беҙ ундай башҡорт яҙыусыһын белмәйбеҙ” тип өҙә һуғыуҙары ла үҙенекен иткәндер, әммә, миңә ҡалһа, иң төп сәбәп — йәмғиәттең, әлеге яуаплы кешеләр ыңғайына, бындай үҙенсәлекле, талантлы прозаны ҡабул итә алмауында. Уны аңлау өсөн үҙеңдең психологияңды ғына түгел, илдә урынлашҡан сәйәси ҡанундарҙы ла емерергә кәрәк ине ул саҡ. Ә был — мөмкин булмаған, мотлаҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар ителәсәк эш. Фекеремде ниндәйҙер кимәлдә иҫбатлар өсөн ике генә мәлгә туҡталғым килә.
60 — 70-се йылдарға тиклем совет һалдатын тик еңеүсе, ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп “күрҙек”. Ул сигенеүҙең, икеләнеүҙең, ҡурҡыуҙың ни икәнен “белмәне”, тик алға барҙы, һәр саҡ еңеүсе булды. Оҙаҡ йылдар, нигеҙҙә, һуғыш бөткәндән алып, шул рухтағы роман, повестар уҡыныҡ, кинолар, спектаклдәр ҡараныҡ. Һөҙөмтәлә аң, аҡыл, бар булмыш шуға күнеккәйне, ҡалыплашҡайны, ҡанға һеңгәйне. Ә бына Анатолий Генатуллин (урыҫ әҙбиәтендә ул шулай танылды) тотто ла повестарында, айырыуса алда телгә алған “Һөжүм”, “Таштар араһында”, “Ҡурҡыу” исемлеләрендә, ябай һалдаттың, һалдаттың ғына түгел, алғы һыҙыҡта һуғышҡан һәр кемдең икеләнеүле уйҙарын, кисерештәрен, үлемдән ҡурҡыуын һәм үлергә теләмәүен, ҡатыны, балалары, ата-әсәһе янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға теләген тасуирланы ла ҡуйҙы! Был прозала яңылыҡ, асыш, һуғышҡа яңыса ҡараш, “окоп дөрөҫлөгөн” күрһәтеү ине. Ошо урында хаҡлыҡ хаҡына шуны ла әйтергә кәрәк: быны Анатолий Генатулин асты тип әйтеү, әлбиттә, дөрөҫлөккә хилафлыҡ булыр ине. “Юл”ды Константин Воробьевтың “Убиты под Москвой”, Вячеслав Кондратьевтың “Сашка”, Василь Быковтың ҡырыҫ реаль картиналарҙа, нисек булған шулай тасуирлаған повестары һалды. Дөрөҫлөккә хилафлыҡ булмаһын өсөн яҡташыбыҙ файҙаһына йәнә шуны ла әйтергә кәрәк: уның “Һөжүм” повесы донъя күргән мәленән ун биш йыл элегерәк яҙылғайны. Ижад ителгәс, төрлө журнал редакцияларына тәҡдим итеп ҡараһа ла, беҙгә “окоп дөрөҫлөгө” кәрәкмәй, совет һуғышсыһын, еңеүсене, насар итеп күрһәтәһегеҙ, натурализм менән мауығаһығыҙ, тигән һүҙҙәр менән кире бороп торалар... Һөҙөмтәлә повесть, әйткәнемсә, ун биш йыл буйы журнал редакциялары буйлап типкеләнеп йөрөй ҙә йөрөй...
Былар — хәрби тематикаға ҡағылған беренсе тезис, икенсеһе лә ошоға бик ауаздаш. Ул да булһа яҙыусының йәмғиәтебеҙҙәге кире күренештәрҙе — эскелекте, наркоманияны, фәхишәлекте, үлтереште — тасуирлауы. Был да йәмғиәт тарафынан берҙәй ыңғай ҡабул ителмәй. Берәүҙәр “улай булмай ул” ти, икенселәр персонаждарҙы үҙенә оҡшатып, мине, туғандарымды яҙғанһың тип үпкәләй, үс тота, өсөнсөләр халыҡтан көлгәнһең тип дәғүә белдерә. Әлбиттә, беребеҙ ҙә кәмселектән азат түгел, шул иҫәптән халыҡтың ҡайһы бер вәкилдәре лә. Шулай икән, ниңә бөтәһе лә ал да гөл тип үҙебеҙҙе алдарға һуң? Әйтәйек, врач йәки уҡытыусы теге йәки был кешегә, ниңә эсәһең, һаулығыңды бөтөрәһең бит, тиһә, кеше үпкәләмәй, ә яҙыусы өндәшһә дошман күрә. Миңә ҡалһа, сиргә дөрөҫ диагноз ҡуйыу — сәләмәтләнеү нигеҙе. Кешеләргә фәһем булырлыҡ, ғибрәт алырлыҡ, уларҙың зиһенен асырлыҡ әҫәрҙәр кәрәк бөгөн беҙгә. Талха Ғиниәтуллиндың ижады, нигеҙҙә, ошоға йүнәлтелгән, ул, алама ҡылыҡтарҙан азат булайыҡ, камиллыҡҡа ынтылайыҡ, милләтебеҙҙе деградациянан ҡурсалайыҡ, тип өндәй. Өндәй генә түгел, саҡыра, әйҙәй, күҙҙе асырға тырыша. Әлбиттә, тура әйткән туғанына ярамаған. Раҫтыр, уның әҫәрҙәрен уҡыуы еңел түгел, ауыр тойғо ҡалдырған, өмөтһөҙлөккә бирелдергән урындары ла бар. Урыҫ әҙәбиәтендә “исповедальная проза” тигән төшөнсә йәшәй, йәғни йөрәгеңде, бөтә уй-кисерештәреңде асыу, хатта яланғасландырыу, тәүбәгә килеү мәғәнәһендә. Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре ошо төшөнсәгә бик тә тура килә — автор ихлас, асыҡтан-асыҡ, бер нәмәне лә йәшермәй, ҡыланмай, уйнамай яҙа, осло мөйөштәрҙе урап үтмәй. Проблемалар күтәрә, асыулана, фашлай, был шулай уҡ ҡайһы бер кешегә, тыныс йәшәргә күнеккән етәкселәргә, оҡшап етмәй.
Күренекле урыҫ әҙиптәре В. Кондратьев, Г. Бакланов, В. Астафьевтар яҡташыбыҙҙың ижадын юғары баһалай. Бына бер фекер. “Әҙәбиәткә А. Генатулин үҙенең “Һөжүм” исемле талантлы повесы менән килеп инде һәм шунда уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ысын прозаны тыуҙырыусылар араһында лайыҡлы урынын алды. Артабан һуғыш һәм тыныслыҡ проблемаларына арналған иҫтә ҡалырлыҡ йәнә байтаҡ әҫәр яҙҙы”.
Талха Ғиниәтуллиндың геройҙарының барыһы ла (бер нисәүҙе генә иҫәпкә алмағанда) рухы, холоҡ-фиғеле, исемдәре менән башҡорттар. Был йәһәттән ҡарағанда, ул — ифрат милли яҙыусы, милли рухлы яҙыусы. Йәштән үк ике мәҙәниәт ҡиммәттәрен һеңдереп үҫкәс, урыҫ әҙәбиәте традицияларында тәрбиәләнгәс, ике юҫыҡ синтезы ғәжәп һөҙөмтә бирә! Тәржемә иткән саҡтарҙа үҙемә ошондай һорау ҙа бирәм: тик башҡорт мөхитендә генә йәшәһә, яҙыусы шулай яҙа алыр инеме икән? Юҡтыр. Был кимәлдә, урыҫ әҙәбиәте, донъя әҙәбиәте кимәлендә яҙа алмаҫ ине, тигән ҡәтғи һығымтаға киләм. Уны бүтәндәр менән сағыштырыу өсөн алыҫ китәһе түгел. Ҡырғыҙ С. Айтматов, кореялы А. Ким, чукча Ю. Рытхэу, манси Ю. Шесталов, ҡаҙаҡ О. Сөләймәновтарҙы атау ҙа етә. Улар — үҙ милләтенең балалары, әммә Талха Ғиниәтуллин кеүек урыҫ телендә яҙалар һәм шулай уҡ художестволы прозала, О. Сөләймәновтан башҡалары, элекке бөтә Союз, хатта донъя әҙәбиәте күгендә балҡыған сағыу йондоҙҙар. Яҡташыбыҙ ижады ла ошо йондоҙҙар рәтендә балҡый.
Әҙип булараҡ, Талха Ғиниәтуллиндың оҫталығына һоҡланып бөтә алмайым. Әҙәбиәттең ҡанундарын, гармонияһын тәрәндән белгәнгә-аңлағанға, әҙәби интуицияһы, таланты булғанға, ижадҡа үтә яуаплы ҡарағанға шулай ул. Махсус тикшергәнем бар: барлыҡ персонаждары ла камил эшләнгән, еренә еткерелгән, һәммәһе лә үҙенә генә хас шәхси сифатҡа эйә, диалогтары тос, фәһемле, хәрәкәтсән, иң мөһиме — геройҙарҙың характеры автор һөйләүендә түгел, ә ваҡиғалар, ситуациялар, ҡаршылыҡтар аша асыла.
Талха Ғиниәтуллин ижадын бер һүҙ менән генә нарыҡларға кәрәк булһа, мин психологизм тип әйтер инем. Уның әҫәрҙәрендә геройҙарҙы ыңғайға, кирегә бүлеү юҡ, яҙыусыға Кеше бар, ул уны аҡҡа ла, ҡараға ла айырмай, шулай уҡ идеологик кәртәләрҙән, сәйәси ҡыҫымдарҙан азат. Шуға ла һөжүмгә күтәрелгән һалдаттың үлемдән ҡурҡыуы (“Таштар араһында”), госпиталдән сығып өйөнә ҡайтҡан кисәге фронтовиктың нисә йылдар күрмәгән ҡатынын бригадир йәки колхоз рәйесе менән зина ҡылғанда тотоу теләге менән көнө буйы лапаҫ башында ятыуы (“Тыуған тупһа янында”), ГЭС төҙөлөшөндә эшләгән проходчиктың әсир немец эшселәрен йәне-тәне менән күрә алмауы (“Туннель”) бик тәбиғи, тормошсан ҡабул ителә. Автор персонаждың ҡылыҡтарын төрлө хәл-ваҡиғалар, уй-кисерештәр, яһалмалылыҡтан азат хәҡиҡәт аша төплө дәлилләй. Шуға ла мин, психологизм — яҙыусының иң көслө ҡоралы, тип ҡабатлап әйтәм.
Талха Ғиниәтуллин бөгөн — иң яратып уҡылған авторҙарыбыҙҙың береһе. Уның ижады, атап әйткәндә, ике китабы — үҙебеҙҙең “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Одинокий дом в тумане” (2010), Мәскәүҙә нәшер ителгән “Вот кончится война” исемле йыйынтыҡтары Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Бик дөрөҫ, ваҡытлы тип әйтеү генә етмәҫ, күптән ваҡыт, әллә ҡасан кәрәк ине, тигән һүҙбәйләнеше ғәҙел яңғырар. Рәсәй уҡыусыһы яратҡан, донъя таныған күренекле башҡорт әҙибе әлеге рәсми баһаға һис һүҙһеҙ лайыҡ. Унан килеп, Ирәмәл кеүек бейек мәшһүр ижадсының 87 йәшлек сал сәсен дә онотмаһаҡ ине...
Әмир ӘМИНЕВ,
яҙыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 609

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 678

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578