Фронтовик яҙыусы Суфиян Поварисов һуғыштан һуң Венгрияла хеҙмәт итә (1945 — 1947 йылдар). Шунда венгр (мадъяр) телен өйрәнә. Ҡайтҡас, Ҡырғыҙстанда ҡырғыҙ балаларын үҙ телдәрендә уҡытып йөрөй. Шул уҡ вазифаны Үзбәкстанда ла башҡара. 1951 йылда үзбәк телендә аттестат алыу өсөн имтихан тота. Фәҡәт отличноға. Шул уҡ йылда Ҡазан дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетында уҡый башлай. 1955 йылда уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Был ваҡытта инде ул 20-нән ашыу төрки телде белә. Инглиз, немец, француз, ғәрәп, фарсы телдәрен дә үҙләштерә.
Суфиян Поварисовтың: “Башҡорт теле — бай тел”, — тигәнен төрлө яҙмала уҡығаныбыҙ бар. Бындай фекерҙе ул башҡорт телен үҙе белгән башҡа телдәргә сағыштырып ҡарау һөҙөмтәһендә әйтә. Сағыштырыу — танып белеүҙең әсәһе, тигән бит боронғолар. Башҡорт теленең байлығын ул төрлө жанрҙа (хикәйә, повесть, роман, сәхнә әҫәрҙәре, хәбәрнамә, шиғриәт һ.б.) ғәмәли яҡтан күрһәтте. Уның матур өлгөләре Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителгән икенсе трилогия-эпопеяһында (“Яҙмыш ҡорбандары”, “Ут эсендәге мөхәббәт”, “Ҡанлы бәхет” романдары) айырыуса һоҡландыра. Ҡол Ғәли, Салауат Юлаев, М. Ғафури, С. Ҡудаш, М. Кәрим, Ғ. Хөсәйенов, З. Биишева, Н. Мусин, Р. Ғарипов, Ж. Кейекбаев, М. Ғәли, Р. Бикбаев һ.б. һүҙ сәнғәте оҫталары әҫәрҙәренең тел-өслүб үҙенсәлектәрен тикшереп, башҡорт теленең ысынлап та бай тел икәнлеген иҫбат итте ғалим-яҙыусы Суфиян ғәли йәнәптәре.
Халыҡтың эстетик идеалы һаман үҫә, фекер йөрөтөү офоҡтары киңәйә бара. Уның шулай икәнлеген беҙ педагог яҙыусы Суфиян Поварисов әҫәрҙәрен уҡып та беләбеҙ. Һүҙҙәрҙәге һәр өн-хәреф, грамматик сара, һөйләм, ябай һәм ҡатмарлы төҙөлмәләр һүҙ-һүрәт (образлылыҡ), һүҙ-фекер (идеялылыҡ), һүҙ-тойғо (эмоционаллек) өсөн ҡанунлаша. Башҡорт телендәге фразеологик әйтемдең, һүрәтләү-тасуирлау сараһының (сағыштырыу, метафора, эпитет һ.б.) халыҡтағыса (традицион), үҙгәртеп (трансформациялап), үҙе лә яңыларҙы ижад итеп (индивидуаль) ҡулланыуҙың классик өлгөһөн күрһәтте. Ҡыҫҡаһы, Суфиян Поварисовтың башҡорт прозаһы нигеҙендә яралған үҙенә генә хас стиле төрки телле башҡа әҙиптәргә генә түгел, бөтөн донъя яҙыусылары өсөн дә үрнәк.
Бында донъя әҙәбиәте даирәһендә танылған талантлы Америка яҙыусыһы Джон Чиверҙың инглиз телендә ижад иткәндәр стиленең формаль ысулға яйлашыуы тураһындағы фекерҙәрен дә иҫкә алырға кәрәктер. Поварисовта — форма һәм мәғәнә ҡәрҙәшлеге. Абайса әйтһәк, һүҙҙең эске алтынына, тышҡы көмөшөнә иғтибар ителә.
Суфиян Шәмсетдин улы, ҙур әҙәбиәткә ауыр балалыҡ йылдары үтеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡан ҡоя-ҡоя иҫән ҡалып, яуҙан һуң тормош тәжрибәһен шаҡтай туплағас килә. Етди тема һайлай белеүе шуның бер һөҙөмтәһелер. Уның шулай икәнлеген Башҡортостан китап нәшриәте 1965 йылда сығарған “Яратам һине, тормош!” тигән беренсе повесы ла раҫлап тора. Журналист-фронтовик Рәшит Билалов юлдан яҙған 17 йәшлек берәүҙе тәрбиәгә алып, уны мең мәшәҡәт аша эшкә урынлаштырыу бәхетенә өлгәшә.
“Патриотик тәрбиә”, “Эстетик тәрбиә”, “Хеҙмәт тәрбиәһе”, “Һүҙ тәрбиәһе” тип һөйләшәбеҙ. Рәшит Билалов образында шуларҙың бөтәһе лә нағышланған. Беренсе урынға “патриотизм” төшөнсәһе ҡалҡып сығалыр. Икенсе төрлө “кешелеклелек” тип әйтәйек. Был үҙенсәлек унлап повесында ла, шул һандағы романдарында ла дауам итә. Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителгән трилогия-эпопеяла кешелеклелек мәсьәләһе үҙ Ватаныбыҙ менән генә сикләнмәй, бөтөн донъя, ғаләм яҙмышына бәйле рәүештә сағылдырыла. Ҙур әҙәбиәтебеҙҙең офоҡтарын киңәйтә хөрмәтле яҙыусыбыҙ Суфиян әфәнде!
Ҙур тема һайлау ғына етмәй. Халыҡса әйтһәк, уның майын һығып сығара белергә кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышының 65 йыллығын үткәргәндә “Фронтовик яҙмалары” баҫтырғайны ҡәләмдәшебеҙ. Унда: “Беҙ фашизмды хәрби техника менән генә түгел, рухи ныҡлыҡ менән дә еңдек”, — тигән һүҙҙәр ҙә бар. Рухи ныҡлыҡ — кешелеклелек төшөнсәһенең ҡаймағы ул.
Художестволы сюжет төҙөү, күсмә мәғәнәлә әйтһәк, әҫәрҙең ҡан йөрөшө менән бәйле. Оҫта сюжетлы романдар ғына донъя әҙәбиәте майҙанында дан ҡаҙана. Ҡәләмдәшебеҙ Суфиян Поварисов бер мәҡәләһендә төрки халыҡтарҙың уртаҡ яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимовтың “Ҡаҙаҡ ҡыҙы” романы менән француз яҙыусыһы Эмиль Золяның “Жерминаль” романын сағыштыра. Икеһе лә донъя әҙәбиәте майҙанында иң яҡшы романдар. Тик сюжет ҡоролошо яғынан ҡарағанда, “Ҡаҙаҡ ҡыҙы” беренсе урында балҡый. “Яҙмыш ҡорбандары”, “Ут эсендәге мөхәббәт”, “Ҡанлы бәхет” романдарындағы сюжет ҡоролошо ла һоҡландыра. Бер генә миҫал. Өфө егете капитан Абдулла Исхаҡов һуғышты полковник дәрәжәһенә етеп тамамлай. Һуғыштағы стратегия-тактика, хәрби айбарлыҡ, кешелеклелек сифаты романдар сюжетындағы ҡаһарманлыҡтар менән бәйле.
Ҙур әҙәбиәтебеҙҙең офоҡтары һаман киңәйә. Был киңлеккә 88 йәшлек яугир яҙыусы Суфиян Поварисовтың яңы илаһилыҡтар һалыуы һоҡландыра. Әҙәбиәтебеҙҙә яңы күркәм әҫәрҙәр барлыҡҡа килеүгә шатланып яҙҙыҡ был мәҡәләне. Суфиян Поварисовтың был трилогияһы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, академик;
Нәжиб АСАНБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, отставкалағы подполковник;
Марат ЗӘЙНУЛЛИН,
академик, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире.