Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оло бүләккә лайыҡ
Үҙемдең студент булараҡ, Муса Сиражи әҫәрҙәрен даими күҙәтеп, уҡып барам. Мине бигерәк тә уның тормош хаҡында фәлсәфә йөрөткән, замандаштарыбыҙҙы борсоған, тулҡынландырған проблемалар күтәреүе ҡыуандыра. Әҙип үҙе иһә Башҡортостандың ысын патриоты булараҡ күҙ алдына баҫа.
Шиғриәт өлкәһендә үҙенсәлекле булыуын Муса Сиражи Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында уҡ күрһәтә алды. Мин етәкселек иткән “Аҡсарлаҡтар” әҙәби ижад түңәрәгендә ул беренсе сығышы менән үк түңәрәк ағзаларының да, минең иғтибарҙы ла йәлеп иткәйне. Шунда уҡ уның тураһында: “Шағирлыҡ киләсәге күҙгә бәрелеп тора был егеттең”, — тип кинәнесле бер уй кисергәйнем. Ул үҙенең талантлы ижадсы булыуын университетты тамамлағас, поэтик китаптарын баҫтырып сығара-сығара ҡат-ҡат иҫбат итте. Мин быға ихлас ҡыуанам. Әле бына эш өҫтәлемдә әҙиптең “Беҙ — улдары Башҡортостандың” исемле шиғри йыйынтығы ята. Әйтергә кәрәк, һәр йәһәттән хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ баҫма был.
Исеменән үк күренеүенсә, китап Башҡортостандың данлыҡлы улдары, уларҙың һуғышта һәм тыныс хеҙмәттә күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын кәүҙәләндереүгә арналған. Автор йәнле образдар итеп башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың, бөйөк шағир-мәғрифәтсе Аҡмулланың, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-штурмовик Муса Гәрәевтең, ҡаһарман шағирыбыҙ Мостай Кәримдең, беренсе булып Еңеү байрағын Рейхстаг көмбәҙенә ҡаҙаған яҡташыбыҙ Ғәзи Заһитовтың һәм башҡа арҙаҡлы ватандаштарыбыҙҙың легендар һындарын күҙ алдына баҫтыра. Әйтергә кәрәк, Салауат образын тыуҙырыуға ла шағир үҙенсәлекле һәм яңыса килә. Ҡайһы бер әҫәрҙәрҙә күрһәтелгәнсә, милли геройыбыҙҙың шәхси батырлығына ғына баҫым яһамай. Ә бәлки уны айырым-айырым һәм тарҡау йәшәгән халыҡтарҙы бер йоҙроҡҡа туплай алыу һәләтенә эйә булған талантлы полководец һәм сая һүҙле ялҡынлы сәсән итеп кәүҙәләндерә. Мин бында Муса Сиражиҙың “Тауҙар саҡыра” тигән поэмаһын һәм “Аманат” исемле шиғырын күҙ уңында тотам.
Һуғыш һәм әхлаҡ, һалдат мөхәббәте, азатлыҡ һәм шәхес, халыҡтар дуҫлығы темалары “Заман тауышы”, “Йөрәгемә өндәшәм”, “Һалдат мөхәббәте” поэмаларында ла ышандырырлыҡ һәм сағыу һынландырыла. Был әҫәрҙәрҙә авторҙың үҙен төҫмөрләү ҙә ҡыйын түгел. Ул — һуғыш осоро балаһы, уның уйындарҙа ғына үтер бала сағын ана шул ҡәһәрле яу йылдары урлаған.
Яланғаслыҡ, аслыҡ, һынау алып,
Сыҙамлыҡҡа иртә өйрәтте.
Эш ҡамытын көсләп кейҙереп,
Улар беҙҙе иртә ир итте, —
тигән юлдарҙы тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта шағирҙың йәшлек, дуҫлыҡ хистәре һәм саф мөхәббәт тойғолары менән һуғарылған шиғырҙары күңелдең нескә ҡылдарын сиртә.
Әйтергә кәрәк, йәнгә рухи ләззәт кенә биреп ҡалмай йыйынтыҡ. Халыҡҡа, бигерәк тә балаларға һәм йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән дә китаптың әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ. Уны уҡып сыҡҡас, күптәрҙең күңелендә Башҡортостаныбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө менән ғорурланыу тойғоһо тыумай ҡалмаҫ.
Ә йыйынтыҡтың баш һүҙе ҡайһылай фәһемле! Шағирҙың мәшһүр ҡәләмдәштәре ҙур фекерҙәр әйткән Муса Сиражиҙың ижады хаҡында. Улар араһында татарҙың бөйөк шағиры Хәсән Туфан да, ҡалмыҡ халыҡ шағиры, СССР Дәүләт премияһы лауреаты Давид Кугультинов та, күренекле фронтовик әҙиптәр Хәким Ғиләжев менән Таһир Таһиров та, Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Марат Кәримов та, “Башҡортостан Белинскийы”, тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов та бар. Һуңғыһы, мәҫәлән, талантлы шағир ижадына кинәнеп, заманында бына ниндәй һоҡланғыс фекерҙәрен еткергән әҙәбиәт һөйөүселәргә: “Муса Сиражиҙың күпселек шиғырҙары художестволы фекерләүҙең бөгөнгө кимәле юғарылығында яҙылған. Айырым строфаларҙы, хатта тотош шиғырҙарҙы үҙ блокнотыма күсереп алыу теләге лә тыуып ҡуя”.
Ҡайһы шағирға эләгә талапсан тәнҡитсенең бындай маҡтау һүҙҙәре! Ысынлап та, был юғары баһаға ҡушылмау мөмкин түгел. Унан шуныһы ла бар: кем әле һуңғы йылдарҙа Башҡортостан тураһында, уның арҙаҡлы улдары хаҡында шундай уникаль китап ижад иткәне бар? Бер уйлаһаң, Муса Сиражи үҙенең поэтик хеҙмәте менән Салауат тоҡомдарына шиғри һәйкәл һалған бит.
Был йәһәттән шағирҙың шундай юлдары хәтергә килә:
Сөрөк уты ла төндәрен
Ҡараңғылыҡты яра.
Һин бына “яҡты” донъяны
Көндөҙ яҡтыртып ҡара!
Эйе, ысын шағир йөрәге төндө генә түгел, көндө лә яҡтыртырға һәләтле. Улай ғына түгел, Муса Сиражи, 15 йыл республиканың татар мәҙәниәте үҙәге етәксеһе һәм ун йыл Башҡортостандың башҡорт һәм татар халыҡтары дуҫлығы йәмғиәте идараһы рәйесе булараҡ, меңдәрсә кешенең яҙмышын яҡтыртышҡан йәмәғәт эшмәкәре лә. Ул оҙаҡ йылдар Башҡортостан Президенты эргәһендәге ижтимағи совет ағзаһы ла булды.
Бәләбәйҙә ун биш йыл шаулап-гөрләп уҙған дуҫлыҡ һәм шиғриәт фестивалдәре (“Илһам шишмәләре”), Ҡазанда йәшәп ижад иткән мәшһүр яҡташтарыбыҙҙың Нефтекама һәм Өфөлә үткән ижади осрашыуҙары туранан-тура тап бына Муса Сиражи инициативаһы менән ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, был кисәләрҙең сценарий авторы ла, режиссеры ла, алып барыусыһы ла ул булды. Юғары даирәлә эшләүсе билдәле шәхестәребеҙҙең береһе шағирҙың ижади, ижтимағи эшмәкәрлеген юҡҡа ғына гражданлыҡ һәм ижад ҡаһарманлығы тип атамағандыр.
Рәсәйҙең билдәле тәнҡитсеһе, академик Владимир Куницындың әйткәне лә был фекергә ауаздаш. “Наш современник” журналында баҫылған мәҡәләһендә ул, Муса Сиражиҙың руссаға тәржемә ителгән шиғырҙарына юғары баһа биреп, уның исемен Рәсәйҙең иң күренекле шағирҙары менән бергә ҡуйҙы.
Әлеге китапҡа килгәндә, уның йәнә бер өҫтөнлөклө яғы тураһында ла әйтеү фарыздыр. Ул, беренсенән, мәктәп уҡыусыларына, студенттарға һәм уҡытыусыларға фәһемле уҡыу әсбабы ролен үтәһә, икенсенән, төрлө тематик кисәләр, байрам тамашалары әҙерләгәндә, китапхана һәм клуб хеҙмәткәрҙәре өсөн бынамын тигән файҙалы ҡулланма ла була ала.
Ҡыҫҡаһы, башҡорт әҙәбиәтенә шаҡтай ҙур өлөш индергән, аңға ла, йәнгә лә рухи аҙыҡ биргән был үҙенсәлекле баҫма, минеңсә, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың иң юғары бүләге — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡлы хеҙмәт.

Әхәт НИҒМӘТУЛЛИН,
профессор һәм шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780