Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туғанлыҡ ептәрен нығытып
Туғанлыҡ ептәрен нығытыпЙәмле йәйҙең бер шәмбеһендә Сәғит ауылында Ғүмәровтар шәжәрә байрамы үткәрҙе.

Тәүҙә ауылда ҡалған Ғүмәровтар алыҫтан ҡайтҡан туғандарын, килгән ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, самауыр сәйе менән ҡаршыланы, артабан халыҡ Бөйөк Ватан һуғышында мәрхүм булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка йүнәлде, ырыуҙың иң өлкән кешеләренең береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәббәс Ғәфүрйән улына һәм уның улдарына венок һалыу хоҡуғы бирелде. Улар һәләк булған яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. Был байрамға Өфөнән ашҡынып ҡайтып төшкән абруйлы ҡунаҡ, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй педагогия йәмғиәтенең почетлы гражданы, 34 йыл “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире булып эшләгән Сәлимйән Ялал улы Ғүмәров телмәр тотоп: “Беҙ ошо матур көндәрҙе күрһен өсөн атай-олатайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ яуҙа ғәзиз ҡанын түккән, башын һалған, рәхмәт уларға, тыныс йоҡлаһындар”, — тине.
Сәғиттән 72 кеше һуғышҡа китеп, 42-һе һәләк була.
Байыш ауыл биләмәһе башлығы, ошо төбәк егете Ришат Ҡыуатов урам буйлап алып китте, бөгөнгө йәшәйеш, ҡайһы өйҙә кемдең нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне. Сәғиттә 320 кеше көн итә. Халыҡ мал, умарта тота, шәл менән кәсеп итә. Ағас эше, мейес сығарыу, мал ишәйтеү менән дә аҡса таба ауыл кешеләре. Алты крәҫтиән-фермер хужалығы бар, ата-бабанан мираҫҡа ҡалған ерҙе ситтәргә бирмәй һаҡлап, үҙҙәре иген сәсеү менән шөғөлләнә. Биш ғаилә лизинг буйынса трактор алған.
2004 йылда ғына сафҡа индерелгән башланғыс мәктәптә һигеҙ бала уҡый. Бик боронғо бинала урынлашҡан райпо магазины көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итә. Яҡшы нигеҙгә ултыртылған мәсет бураһы ла бар, уның башын ябып, яҡын арала асыу бурысы тора. Ауыл урамдарына мәғәнәле исемдәр бирелгән, мәҫәлән, Салауат Юлаев урамы үҙе генә ни тора!
Ошолай ауыл тарихы менән танышып, остағы зыяратҡа барып сыҡтыҡ. Уның янында йәш мулла Айтуған Ҡуланшин әруахтар рухына аят уҡыны, халыҡ доға ҡылды, хәйер бирҙе. Шунан бөтәһе лә яҡындағы йылға буйына йүнәлде, бында Ғүмәровтар тирмә ҡороп, шәжәрә ағасы, ырыуҙың арҙаҡлы шәхестәре хаҡында стендтар ҡуйғайны. Биләмә башлығы Ришат Ҡыуатов Ғүмәровтарҙы байрам менән тәбрикләгәндән һуң, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев һүҙ алды.
— Хөкүмәт ҡарарына ярашлы 2005 йылдан республикала шәжәрә байрамдары үтә, — тине ул. — Байыш биләмәһендәге ауылдар был йәһәттән һәр саҡ йылдамлыҡ күрһәтте. Шәжәрә байрамы тарихта яңы бит аса, араларҙы яҡынайта, ҡан-ҡәрҙәштәр таныша, балалар дуҫлаша. Сәғит ауылы райондан беренсе булып “айыҡ ауыл” сифатында бәйгегә сыҡты. Ошо изге эштәрегеҙгә башҡалар ҙа эйәрер, тип уйлайым. Клубығыҙҙа ремонт эштәре бара, һеҙҙә халыҡ сәнғәтте ярата, байрам уңайынан район хакимиәте һеҙгә музыкаль үҙәк бүләк итә.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Иҙрисов та маҡтау һүҙҙәрен әйтте:
— Шәжәрә байрамдары тәүҙә ауыл менән үтһә, хәҙер айырым аралар күтәреп алды, был республикала һирәк күренеш, хуплауға лайыҡ. Мәҫәлән, беҙҙә үткән аҙнала ғына алты урында ойошторолдо. Биләмә башлығы Ришат Ҡыуатов — булдыҡлы етәксе. Районда гел маҡталып телгә алынған ауылдар заманға тиҙерәк ҡулайлаша алыуын да иҫбатлай. Берҙәм, отҡор сәғиттәр өлгө күрһәтә. Ғүмәровтарҙан Ғәббәс Ғәфүрйән улы менән педучилищела бергә уҡыныҡ, Сәлимйән Ялал улы менән мәктәптә бергә эшләнек. Заманында ошо ике иптәштең башланғысы менән Байышта интернат төҙөлөүе ҙур эш булды.
Рәшит Иҙрисов, форсаттан файҙаланып, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов исеменән “Айыҡ ауыл” бәйгеһенә делегат булып барған Ришат Ҡыуатовҡа, Айтуған Ҡуланшинға, Зөмәрә Имәсеваға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәббәс Ғүмәровтың:
— Ҡәҙерле туғандар, ата-бабалар төйәк иткән изге ерҙә ултырабыҙ, элек ошо тирәлә быуа була торғайны, йыл һайын уны Ҡаҫмарт йыра ине. Хәҙер балаларыбыҙ ҙа өлкәнәйҙе. Үҫмер көйө яҡшы эшләнек, маҡталдыҡ, иҫән-һау булыуыбыҙға ҡыуанабыҙ, — тигән һүҙҙәренән һуң уға биләмәнең аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Хәмит Назаров Ейәнсураға арналған яңы сыҡҡан китап бүләк итте. Өфө ҡунағы Сәлимйән Ғүмәров яҡты донъя бүләк иткән ата-әсәһенә, шәхес итеп тәрбиәләгән ауылдаштарына рәхмәт әйтеп, үҙенең шиғырҙарын уҡыны.
Артабан Ғүмәровтар ара-ара булып сығып, үҙҙәре менән таныштырып, шәжәрә ағастарын күрһәтеп һөйләне, музыкаль бүләк тәҡдим итте. Байыш биләмәһе башлығы һәр араның кешеләренә таныҡлыҡтар, Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында “Араның иң йәш гөлсәскәһе”, “Иң изге йөрәкле әсә”, “Иң егәрле, дәртле ғаилә”, “Иң өлгөлө әсәй”, “Туғандары өсөн йән атыусы”, “Иң арҙаҡлы шәхес”, “Ауылға тоғро ғаилә”, “Туған ҡәҙерен белеүсе”, “Араны дауам итеүсе”, “Иман нурын таратыусы”, “Музыкаль ғаилә”, “Иң эшҡыуар ғаилә”, “Иң татыу ғаилә”, “Иң өлгөлө бейем”, “Ҡырҙа йәшәһә лә, үҙебеҙҙекеләрҙе тартыусы, ярҙам итеүсе”, “Йәш белгестәр” һәм башҡа номинациялар бар ине.
Артабан байрамды лайыҡлы дауам итеү, ырыуҙы берҙәм тотоу өсөн ҡор башы һайлап ҡуйылды. Шунан һуң тотош халыҡ һыйлы табын янына ултырҙы, йыр-моң менән мәжлес ҡорҙо. Бейеүҙәр иһә кискә тиклем барҙы.
Был сарала туғандар үҙҙәренең сәмле, сәнғәт һәм эш яратҡан, сос, зирәк икәнлектәрен иҫбатланы. Улар араһында ниндәй генә һөнәр кешеләре юҡ. Ғүмәровтар халыҡ уйын ҡоралдарында ла яҡшы уйнай, оҫта йырлай, дәртле бейей икән — йөрәктәре ярһыу. Республика һәм Рәсәй ҡалаларына таралған нәҫел кешеләре. Афариндан башҡа һүҙ юҡ!
Әнисә БИКТАШЕВА.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779