Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теленең байлығы — күптәргә өлгө
Теленең байлығы — күптәргә өлгөТанылған яҙыусы һәм ғалим Суфиян Поварисов башҡорт һәм татар яҙыусыларының әҙәби телен ғилми яҡтан өйрәнеүсе булараҡ киң билдәле. Йәнә ул бик күп хикәйә, повесть, тиҫтәнән ашыу роман ижад иткән әҙип. Ә үҙенең әҙәби теле ниндәйерәк, ҡайһы яғы менән үҙенсәлекле? Ошондай һорау тыуҙы миндә, Поварисовтың данлыҡлы Ғәлимйән Ибраһимов һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәренең теленә арналған китаптары менән танышҡас. Ул иһә, пьесаларымдың теле хаҡында мәҡәлә баҫтырып, үҙем дә иғтибар итеп еткермәгән үҙенсәлектәрҙе асыҡлағас, был уй тағы ла нығына төштө.

Суфиян Поварисовтың әҫәрҙәрем телендә ҡыҙыҡлы күренештәр табыуы, бигерәк тә пьесаларымда “иҫәр” һүҙенең 60-тан ашыу синонимы файҙаланылыуы хаҡында фекере ныҡ ғәжәпләндерҙе. Мин ул синонимдарҙы махсус эҙләп ултырмағайным. Нисек улай килеп сыҡҡан икән? Ҡайҙан эҙләп тапҡан быны ғалим?
Ошо уйҙар Суфиян Поварисовтың әҙәби теленә тағы ла нығыраҡ иғтибар итергә этәрҙе. Әҙиптең әҫәрҙәрендәге иғтибарҙы йәлеп иткән, күңелдә ҡыуаныс тыуҙырған тел байлығы аҙым һайын күҙгә ташланыуын күрҙем. Әлбиттә, иғтибар үҙәгендә Суфиян Поварисовтың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгән һуғыш хаҡындағы трилогияһы — “Яҙмыш ҡорбандары”, “Ут эсендәге мөхәббәт” һәм “Ҡанлы бәхет” романдары торасаҡ. Был әҫәрҙәр, исемдәре әйтеп тороуынса, һуғыш темаһына арналған һәм жанры буйынса “роман-хәтирә” тип атала. Улар биографик йүнәлештә авторҙың һуғыш иҫтәлектәре рәүешендә ижад ителгән, ә автор — төп герой Сәлим Пирмөхәмәтовтың прообразы. Быны тойомлау ҡыйын түгел, сөнки Сәлимдең тыуған көнө-йылы Суфиян Поварисовтыҡы кеүек 1924 йылдың 29 авгусында. Улар икеһе лә Илеш районының Тыпый ауылында донъяға килгән, биографик деталдәр, яҙмыш боролоштары тулыһынса тап килә.
Һуғыш яланында ҡапма-ҡаршы көстө тәшкил иткән ике генә һалдат үҙ-ара алыша икән, был ябай ғына алыш түгел, ә дошманлашыусы яҡтарҙың иң юғары стратегик планынан килеп сыға, шуның бер сатҡыһы булып тора. Әгәр һуғыш майҙанында барған үлемесле алыштарҙың төп сәбәбен, бар идеяһын уҡыусыға аңлатмаған хәлдә, бөтөн был ҡан ҡойош файҙаһыҙ, кәрәкмәгән иҫәрлек төҫөн ала, был турала һөйләгән китаптың да мәғәнәһе юғала.
Ошо йәһәттән Суфиян Поварисов тәүге романының башында уҡ бик образлы итеп һуғыштың сәбәбен, идеяһын аңлатып китә. (“Был ваҡытта Гитлер менән Сталин һөҙөшөргә торған ике тәкәне хәтерләтте” һ.б.)
Һуғыштағы бәрелештәрҙең ике яҡҡа ла йоғонтоһо, һөҙөмтәһе хаҡында бәйән иткәс, әҙип әкренләп уҡыусыны үҙе яҙырға йыйынған Курск яландарына алып килә, “һуғыш пәйғәмбәре” маршал Жуковтың ролен, уй-пландарын асып һала (“Ҡотороноп килгән был аждаһаларҙың башы беҙҙең нығытмаларға ороноп, селпәрәмә киләсәк һәм беҙ, һөжүмгә күсеп, дошманды, кәзә майын сығара-сығара, ҡыуасаҡбыҙ.”). Әкренләп һүҙ Башҡортостандың Иглин районында формалашҡан 469-сы башҡорт полкына күсә. Бында “әле мыйыҡ та сыҡмаған ун ете йәшлек елкенсәктәр ҙә, нужа ҡалъяһын арыу ғына йотҡан, биш-алты, хатта ете-һигеҙ бала үҫтереп, ҡартлыҡ ҡапҡаһына ҡул һуҙыусы илле йәшлек йонсоу ағайҙар ҙа, уттан ҡасҡан ярғанаттай, себендән үҙ йәндәрен һаҡлап, зиндан эсендә йәшеренеп ятырға йыйынған тюремщиктар ҙа — ҡыл ҡойроҡтар ҙа бар ине”. Күреүегеҙсә, яҙыусы һәр күренеште, ваҡиғаны һөйләгәндә бай, образлы тел менән эш итә. Шуға ла уның картиналары баҙыҡ күҙ алдына килә, хәтерҙә ҡала. Автор ошо бай, матур тел менән яҙыуына бер ҡасан да хыянат итмәй, уны урынлы итеп даими ҡуллана һәм романдарының биттәрен образлы сағыштырыуҙар менән тултыра, һөйләмдәрен йәнле итеү өсөн төрлө формалар таба. Мәҫәлән, яҙыусы өсөн арыу — ул “һалам өҙөрлөк тә хәлдең юҡлығы”, күктән төшкән бомбалар “борсаҡ кеүек һибелә”, иҫәрерәк кеше — “аҡыл тубалы тишек иләк менән бер”, ә танктарҙың ашыҡмай ғына килеүен “ер һөрөп барған тракторҙарға” оҡшата, бомбанан ҡасҡан һалдаттарҙы “төйлөгәндән өрккән тауыҡтар” менән сағыштыра, һуғыш яланында юҡҡа сыҡҡан техника һәм һалдаттар әҙип өсөн “ҡомға һеңгән һыуҙай юҡ була”. Бары шуны әйтәм: ошо трилогияның тәүге романы булған “Яҙмыш ҡорбандары”ның тәүге утыҙ битендә генә тирә-яҡтағы күренеште, кешеләрҙең хәрәкәтен, холҡон һүрәтләүҙе, ваҡиғаларҙы яҙыуҙы байытып, йәнләндереп ебәреүсе хәтерҙә ҡалырлыҡ 100-ҙән ашыу фразеологик һүҙбәйләнеш, сағыштырыуҙар, метафоралар, образлы фекерләүҙәр бар.
Прозала һөйләмдәрҙең төрлө булыуы бик мөһим. Әгәр фантазияңды эшкә екмәй яҙа башлаһаң, һөйләмдәр бер төрлөгә әйләнә, был монотонлыҡҡа килтерә, әҫәрҙе уҡымһыҙ итә. Мәҫәлән, ошондай өс һөйләм: “сигенеү, оят булһа ла, ғәйеп эш һаналманы. Ул һалдаттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ваҡытлыса эшләнде. Ләкин минометсылар, машина булмағас, сигенә алманы”. Йәғни һәр һөйләмдә ҡылым иң аҙаҡтан килә. Әгәр ошо рәүештә яҙһаң, бар әҫәр бер төрлө форма ала, ә ундай әҫәрҙе уҡыуы ауыр, күңелһеҙ. Быны аңлаған башҡорт яҙыусылары күптән һөйләмдәрҙе төрләндереү формаларын уйлап тапҡан һәм башҡорт телен күпкә байытҡан. Суфиян Поварисовтың да романында һөйләмдәрҙе төҙөү формалары төрлө-төрлө, бик үҙенсәлекле һәм бай. Үрҙә күрһәтелгән өс һөйләмде ул ошо рәүешле үҙгәртеп бирә: “Сигенеү, ни тиклем генә оят тойолмаһын, ғәйеп эш түгел. Ул — ваҡытлыса, һалдаттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн. Ләкин минометсыларға, машина булмағас, сигенеү мөмкинлеге юҡ”. Күреүегеҙсә, өс һөйләм өс төрлө тамамлана, аҙаҡтан, үрҙәге миҫалдағы кеүек, ҡылым тормай. Шулай итеп, яҙыусы монотонлыҡтан ҡотола.
Яҙыусы әйтәһе фекерен көсәйтеү, уҡыусыға еткереү өсөн бик күп үҙенсәлекле ысулдар уйлап тапҡан. Һәм был формаларҙы бик йыш ҡуллана. Мәҫәлән, әҙип фекерен һөйләм рәүешендә әйтә лә аҙаҡ уны берәр һүҙҙән торған бер нисә һөйләм менән баҫымды, идеяны көсәйтеүгә өлгәшә. Ике миҫал. “Был кешелектең әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡомһоҙлоғо. Ҡанға һыуһауы. Ахмаҡлығы. Аҡылһыҙлығы. Мәғәнәһеҙлеге”.
“Һин тир түгеп, күркәм тормош төҙө лә, икенсе ил килеп, шуны бысратып китһен әле. Ыстырам. Ғәрлек. Түбәнлек”.
Суфиян Поварисовтың телен өлгө итеп алырлыҡ. Унан йәш яҙыусыларға әҫәрҙәренең телен, стилен байытыу өсөн бик күпкә өйрәнергә мөмкин. Ошо йәһәттән әҙиптең һәр әҫәре — үҙе бер дәреслек.
Суфиян Поварисов геройҙарының холҡон уларҙың һүҙҙәре аша бик оҫта бирә. Бына ефрейтор Уйминдың һалдаттар алдында сығышы:
“— Та-а-ак... Вот... Значи-и-ит... Вот... Беҙ яман һуғышманыҡ... Әммә... юғалтыуҙар күп. Генерал Полу... Полу... тфү... черт... бына шайтан... фамилияһын оноттом бит әле... полу... Полукин...
Яугирҙәр ярҙамға килә:
— Полуэктов!
— Эйе... шулай... һин әйткәнсә... Значит... во-о-от. Генерал беҙҙең полкка яман баһа биргән... Полк командирын шелтәләгән. Ну... Беҙҙең расчет... в общем... шәп...”
Оҫта итеп бирелгән монолог арҡаһында күҙ алдына һөйләү өсөн, фекерен әйтеү өсөн ғазапланған килбәтһеҙ ефрейтор килеп баҫа.
Поварисов һәр геройының портретын тулы ҡанлы итеп, төрлө сағыштырыуҙар менән байытып, аныҡ күрерлек итеп яҙа. Әммә бының менән генә сикләнмәй, әҫәрҙә хәрәкәт итеүсе һәр геройҙың яҙмышы, ҡыуаныс-шатлыҡтары, хата-яңылышыуҙары киң ҡолас менән бәйән ителә. Шулай итеп, үҙ геройын уҡыусы тарафынан яраттырыуға өлгәшә әҙип, әҫәрҙәренең башынан аҙағынаса уларҙың яҙмышын борсолоп та, ҡыҙыҡһынып та күҙәтергә мәжбүр итә.
Өс романда ла хәрәкәт иткән геройҙар байтаҡ. Әммә был әҫәрҙәрҙе бергә бәйләп торған төп образ, әлбиттә, Сәлим Пирмөхәмәтов. Ул тыйнаҡ холоҡло, саф күңелле, аҡыллы һәм ҡыйыу егет булып күҙ алдына баҫа. Кешеләргә изге булыуы, асыу тотмауы уны тормоштоң төрлө хәүеф-ҡазаларынан һаҡлай, минеңсә. Шуға ла Сәлим, ике йыл буйы һуғыш яландарында даими ут эсендә йөрөһә лә, уға иң ҡурҡыныс урындарҙа алышырға тура килһә лә, иҫән ҡалыу ғына түгел, бер нисә тапҡыр еңелсә генә яралана. Был, ысынлап та, ғәжәп. Әгәр тулыһынса нәфис әҫәрҙә шулай яҙылһа, был — авторҙың уйҙырмаһы тиер инең, ышандырып та етмәҫ ине. Әммә был трилогияның жанры “роман-хәтирәләр” тип аталған һәм ул реаль факттарға таянып яҙылған. Ниңә улай? Кешеләргә яуызлыҡ эшләмәү һәм теләмәү, ғәфү итә белеү, изгелек ҡылыу һәр кемде кире ваҡиғаларҙан, хәүеф-ҡазаларҙан һаҡлай, ти хәҙерге ғалимдар. Сәлим Пирмөхәмәтовтың холҡо һәм яҙмышы ла ошоно иҫбатлай, минеңсә.
Был трилогия кешеләр яҙмышы хаҡында, китап биттәрендә ошо яҙмыштарҙың нимәгә бәйләнгәнен аңларға тырышыу ярылып ята, һәм ошо фекер уҡыусыны уйландыра. Ниңә берәүҙәр бәхетле, икенселәр гел ыҙа сигә, ни өсөн кемдәрҙер һуғыш яланында ҡаты яралана йәки һәләк була, ә бәғзеләр төрлө ауырлыҡтарҙан еңел ҡотола? Бәлки, бөтәһе лә ауыр яҙмышҡа дусар булыу-булмау, бәлә-ҡазаға эләгеү-эләкмәү, кешенең эске хәленә, күңел таҙалығына, рухи көсөнә барып тоташалыр. Ыңһырламай, ыңғырашмай тыныс ҡына үҙ бурысыңды үтәүгә, түҙә белеүгә бәйләнгәндер. Сәлимде еңел яҙмыш кисергән тип әйтеп булмай. Малайға бер йәштә атаһы вафат була, уларҙың ғаиләһен өйҙәренән ҡыуып сығаралар, кеше тупһаһында йәшәйҙәр. Әммә Сәлим бер ҡасан да зарланмай, башҡаларға асыу тотмай, күңеле лә бысрамай. Бына ошоларҙыр уны һуғыш яландарында һаҡлап йөрөгән төп сәбәп.
Был романдың төп темаһы — йәшәү һәм үлем. Суфиян Поварисов әҫәрҙәрендә тормош, йыһан һәм ҡояш, ер, ай, йондоҙҙар, мөхәббәт һәм хыянат хаҡында күп уйлана, яҙа, фәлсәфәүи һығымталар яһай, әммә романдарҙа йөҙәрләгән тапҡыр осраған үлем хаҡында бер ни өндәшмәй.
Ә ниңә әҫәрҙәрҙә үлем хаҡында фәлсәфә юҡ? Сөнки яҙыусы был хаҡта уйланыуҙы уҡыусыға ҡалдырырға тырыша, минеңсә. Ә һалдаттар үлем хаҡында һөйләшергә яратмай, шул иҫәптән Сәлим Пирмөхәмәтов та. Уны башынан сығарып ташлай. Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, ти улар, быға ышана һәм иҫ киткес батырлыҡтар күрһәтә.
Һуғышта үлем йәшәү кеүек үк тәбиғи, дөрөҫөн әйткәндә, ул тормоштоң үҫеше, алға тағы бер аҙымы ул. Шуға күрә һуғыштағы үлем булмаһа, бөтә был мәхшәр мәғәнәһен юғалтыр ине, алыштарҙың баһаһы кәмер һәм улар файҙаһыҙға әйләнер ине.
Һуғыштағы үлем — ир кеше өсөн данлы үлем бит. Һалдат үлә, ләкин иле йәшәй, туғандары, ата-әсәһе, балалары иҫән ҡала. Был уй һәр кешегә илһам, көс бирә. Бер кем дә мәңгелек түгел, хатта бөйөк кешеләр ҙә. Ерҙә яңы кешеләр тыуа, донъяға яңы быуын килә, уларға һәләк булғандарҙың көсө, һәләте күсә, уларҙың нисек йәшәүе, ҡайһылай үлеме үҙе бер фәһем. Һәр кем иҫән сағында бар аҡылын, һәләтен, көсөн биреп йәшәргә, көрәшергә тейеш, ә инде үлемдең ҡасан килере хаҡында уйланырға, борсолорға кәрәкмәй. Уныһы Аллаһы Тәғәләнең эше тип ҡабул итергә кәрәк.
Ана шуға ла һуғышта Хоҙайға ышанмағандарға күпкә ауырыраҡ. Сөнки һалдаттың иҫән ҡалыры йәки үлере үҙенән тора кеүек. Ошолай уйлаған кешенең бер мәл физик һәм рухи көсө кәмей, ә уның күңелендә — бушлыҡ. Быға түҙеүе бик ауыр, ә динле кешенең иң ауыр хәлдә лә күңелендә уны ҡайғыртҡан Аллаһы бар, ғүмере Хоҙайға бәйләнгәнен белә, шул сәбәпле ул тыныс, шуға күпкә еңелерәк. Сәлим Пирмөхәмәтов, был хаҡта ҡысҡырып һөйләп йөрөмәһә лә, Аллаға ышана, был өҫтәмә көс, батырлыҡ, тыныслыҡ бирә.
Бына ошо хаҡта уйландыра, һығымта яһата изге күңелле шәхестең — Сәлим Пирмөхәмәтовтың холҡо һәм яҙмышы. Был трилогияны уҡып сыҡҡандан һуң күңелдә тыуған иң оло, ҡыуаныслы һәм фәһемле һығымта ошолор.
“Яҙмыш ҡорбандары”, “Ут эсендәге мөхәббәт” һәм “Ҡанлы бәхет” романдары теле һәм стиле яғынан, сюжет ҡороу, фабуланы биреү йәһәтенән башҡорт прозаһының өлгәшкән уңыштарына таянып яҙылған һәм беҙҙең әҙәбиәтте тағы бер юғарылыҡҡа күтәргән, тиергә була. Әҫәрҙәрҙе уҡығанда сюжет артынан ғына күҙәтмәйһең, яҙмыштарҙың киләсәге менән генә ҡыҙыҡһынмайһың, ә телдең нәфислегенә, байлығына һоҡланаһың, шул юлдарҙы уҡып-хәтерләп, оҫталыҡҡа өйрәнәһең, фәлсәфәүи киҫәктәрҙе уҡып уйланаһың, төрлө фекергә киләһең, һығымталар яһайһың һәм оло яҙыусы Суфиян Поварисовтың ижади уңышы өсөн ҡыуаныс кисерәһең.
Фән менән төплө шөғөлләнһә лә, Суфиян Поварисов үҙен иң алда яҙыусы тип һанай, матур әҙәбиәт менән шөғөлләнеүҙе ул үҙенең төп миссияһы тип иҫәпләй. Ул һуңғы ун биш йыл эсендә данлыҡлы Ғәлимйән Ибраһимов хаҡында трилогия, һуғыш хаҡында үрҙә әйтелгән өс роман ғына түгел, һуғыш темаһына бағышланған “Биш партизан”, “Төнгө фәрештәләр”, “Беҙ фронттан ҡайтҡанда” романдарын ижад итте. Иҫ киткес таһыллыҡ, егәрлелек был. Ә бит уға 88 йәш!
Суфиян Поварисовтың һуғыш тураһындағы трилогияһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен оло ҡыуаныс менән ҡаршыланым. Яҙыусы һәм ғалим (ул 30-ҙан ашыу фәнни китап авторы) үҙенең фиҙаҡәр ижады һәм ҡаһарман яҙмышы менән был оло бүләккә күптән лайыҡ.
Наил ҒӘЙЕТБАЙ,
яҙыусы, драматург.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779