Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һандуғасҡа серҙәш булдым
Һандуғасҡа серҙәш булдымКәрим Булат шиғриәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Әҫәрҙәре республикабыҙҙың гәзит-журналдарында әленән-әле донъя күреп тора, бер нисә китап авторы.
Ул — Башҡортостаныбыҙҙы, халҡыбыҙҙы йәне-тәне менән һөйөп йәшәүсе, изгелекле, яҡты күңелле, тәрән тойғоло шағир. Халыҡсанлыҡ менән һуғарылған байтаҡ шиғырҙарына композиторҙарыбыҙ көй яҙҙы, уларҙы йыр-моң һөйөүселәр йылы ҡабул итте.
Әле һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән шиғырҙар ҙа көй һорап тора кеүек. Улар композиторҙарыбыҙҙың иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, моғайын.

Эй, дуҫтарым

Эй, дуҫтарым, йәшәнегеҙ
Күңелем түрендә һеҙ,
Мәк сәскәһе кеүек көлөп,
Күҙемә күрендегеҙ.

Дуҫ йәшәйек, дуҫлыҡ — изге,
Ҡәҙеребеҙҙе беләйек.
Хеҙмәттә лә, байрамда ла
Йырлашайыҡ, көләйек.

Эй, дуҫтарым, һыу ҡойғанда
Аҡ донъя тирмәненә,
Һәр беребеҙ был ғүмерҙә
Өлгәшһен теләгенә.

Бәйгелә елә атым

Башҡорт аты һуҙып кешнәй
Яңғыратып болондо.
Тоғро юлдаш — туратҡайым
Аҙаштырмаҫ юлымды.

Атта елһәм, йөрәк йырлай,
Иҫән булһын баш ҡынам,
Хистәремдән ҡанатланып
Һөйгәнемә ашҡынам.

Даръя кисер көс табыла
Йүгән һалһам атыма,
Уң ҡанатым — ат өҫтөндә
Үкенестәр татымам.

Донъя иңләр дәрт тулыша,
Атлан тиһәм атыма.
Атым алып осор төҫлө
Күктең ете ҡатына.

Тормош — бәйге. Шул бәйгелә
Туратымдан ҡоламам.
Һөйгәнемдән һөйөлөргә
Киләсәккә юлланам.

Сабый кеүек ҡыуанам да
Офоҡтарға атлығам.
Сәмле итте булмышымды
Тоғро юлдаш — ат ҡынам.

Осрашып йәшәйек

Алдандыра өҙгөс фани донъя,
Мәшәҡәттәр — быуа быуырлыҡ.
Күрешеүгә һыуһап, бер осрашып,
Һағыш тигән һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Ошо яҡты донъяларҙа
Күктән ергә төшәйек.
Туғанды туған итәйек,
Гел осрашып йәшәйек.

Тәбиғәттең аҫыл миҙгелендә
Йылытаһы килә йәндәрҙе,
Теҙгененән алып ваҡыт атын,
Туҡтатайыҡ әле йәмдәрҙе.

Ошо яҡты донъяларҙа
Күктән ергә төшәйек,
Дуҫтарҙы хөрмәт итәйек.
Гел осрашып йәшәйек.

Онотайыҡ заман бурандарын,
Йән талсыҡҡан, ауыр саҡтарҙы,
Һөйләшәйек әле бер күрешеп,
Туғармайыҡ әле аттарҙы.

Йыр илендә

Донъя нурлы тип уйлайым,
Йә йырлайым, йә көләм.
Йөрәк кенәм, белеп ашҡын,
Йыр иленә бит еләм.
Йыр илендә ҡыуаҡтарҙа
Йәшәй йырсы һандуғас.
Сәйәхәтем — ғүмер юлым —
Туҡтамаҫ ул таң тыуғас.

Һандуғасҡа серҙәш булдым
Йыр илендә бик йәштән.
Серҙәшем менән серләшкәс,
Юлдар менән серләшәм.

Ғүмер буйы юлдарыма
Ҡанатлы моң оҙата.
Их, мәңгегә ҡалайымсы
Йыр илендә тоҙаҡта.

Сәскәләр йылмая

Һин гөлләмә килтергәнһең,
Аҡ сәскәләр — бүләккә.
Сәскәләрҙең йылмайыуы
Байрам бит ул йөрәккә.

Гөлләмәләр, аҡ сәскәләр —
Һөйгән кеше бүләге.
Һөйөләһе мәңге килә,
Һөйөү менән түләге.

Ғәфү итсе күҙ йәшемде,
Шатлыҡтан күңел тулһа.
Ғүмерлек йәр итер инем,
Һөйөүең ысын булһа.

Сәскә алыу — бәхет бит ул,
Һөйгән кеше бүләген.
Йөрәккә юл тапҡан өсөн,
Һөйөү тулы йөрәгем.

Һин — яҙмышым


Был донъяла ҡарлы-боҙло
Һалҡын елдәрҙән туңдым.
Ҡояш кеүек һин йылмайғас,
Яҙмыш күҙендә уңдым.

Яҙмышым, тип алдамаһаң,
Мин алдамам үҙеңде,
Һөйөклө булып ҡалайыҡ,
Бер-беребеҙ күҙендә.

Тыуған көн тип шатланыуым,
Күңел юшҡынын йыуҙы,
Һиңә һаулыҡ, бәхет теләп
Яңы йырҙарым тыуҙы.

Аҡ донъяла һин булғанға
Йәшәү йәмдәрен күрҙем,
Оҙон ғүмер һиңә теләп,
Хыял көсөмдө үрҙем.

Заман ҡуйған ҡоймаларҙы
Еңел — икәү үткәндә.
Хоҙай бирһен тик һаулыҡты,
Ергә тирҙәр түккәндә.

Яҙмышым, тип алдамаһаң,
Мин алдамам үҙеңде,
Тәбиғәттән яҙҙар көтөп,
Йәшә ғүмер көҙөңдә.

Даръя

Мин — бер тамсы,
йәншишмәмдән
Юлдар ярам йылғаға.
Беҙ — тамсылар — күп булғанға,
Тулҡын булып йыр аға.

Даръяға беҙ ашығабыҙ
Даулашып та, татыу ҙа,
Ярҙарға ҡай саҡ һыймайбыҙ,
Кемдер ҡала ятыуҙа.

Күккә ашып болоттарҙан
Ямғыр булып яуабыҙ,
Боҙҙар булып туңабыҙ ҙа
Йәндәр өшөп ауабыҙ...

Бәүеләбеҙ тулҡындарҙа,
Бәрелһәк тә таштарға...
Төрлө яҙмыш яҙылған бит
Беҙҙең ғәзиз баштарға!

Тормош тигән даръяның мин —
Кескәй генә тамсыһы,
Ҙур һыу ҡосағында көтәм
Ҡатил — тәҡдир ҡамсыһын.

Кәрим БУЛАТ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779