Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәмлектә көстәре
Берҙәмлектә көстәреШәжәрә байрамы була, тигән хәбәр ишетелеү менән халыҡ бер нисә ай алдан эшкә тотондо. Ир-ат, өмә ойоштороп, ауыл ҡапҡаһы яһаны, һәр ғаилә йортоноң буяуын яңыртты. Байрам көнөндә Сапыҡ, төрлө яҡҡа таралышҡан балаларын йылмайып, ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ике быуаттан ашыу элек ошонда нигеҙ һалған Сапыҡ олатай ауылдың күркәмлеген, балаларының берҙәмлеген күрһә, эй, ҡыуаныр ҙа ине!

Ауыл әллә ни ҙур түгел — 180-ләп кеше йәшәй. Һан яғынан алдырмаһалар ҙа, сапыҡтар донъя көтөүгә әүәҫлеге менән һоҡландыра. Быға инаныр өсөн һәр ихата артында ҙур майҙанда шаулап үҫкән картуфҡа күҙ һирпеү ҙә етә. Күрше-күләнгә өмәгә йөрөп картуф сәсеү, утау һәм ҡаҙып алыу кеүек матур йола әле лә йәшәй бында. Уңыштың артып ҡалғаны һатыуға китә.
Берҙәмлек сапыҡтарҙы көслө итһә, сәмселлек этәргес бирә. Мәҫәлән, берәү заманса телевизор йә һыуытҡыс һатып алһа, икенсеһе район үҙәгенән унан да һәйбәтерәген барып алып ҡайта һала. Ана, ярты ауыл бер-береһенән күрмәксе, ҡапҡаларын профнастилдан эшләп ҡуйған. Туғыҙ йыллыҡ мәктәптән, фельдшер-акушерлыҡ пунктынан һәм ферманан башҡа эшләр урын юҡ, тип моңаймайҙар, кәм тигәндә ике һыйыр аҫрап, ситкә сығып эшләп яйын табалар. Шәжәрә байрамына ҡайтыусылар ҙа сапыҡтарҙың мул тормошта йәшәүенә һөйөндө. Уңған хужабикә Гөлнур инәй Ибраһимова үҙе генә ни тора: ҡапҡаларын һәр кем өсөн шар асып, ихатаһына ҙур өҫтәл ултыртҡан һәм 44 төр аш-һыу әҙерләгән! Әхмәт олатай Хөсәйеновтың ҡапҡаһы алдында яуырынына елән һалған бер төркөм ир-ат кәңәш ҡора ине. Был йортта нәҫелде дауам итеүсе ейәнгә — кескәй Динисламға исем ҡушыу йолаһын атҡаралар икән. Күптән баҡыйлыҡҡа күскән Зөлхизә инәй Хәсәнованың өйө тапҡырына еткәс, ҡунаҡтарҙың йөҙө йәнә яҡтырып китте: шөкөр, балалары тыуған нигеҙҙе һыуытмаған. Ауылдың киләсәге — Миләүшә менән Рәсүл Ишбаевтарҙың йортон күргәс, күптәр оҙаҡ ҡына күҙҙәрен ала алмай торҙо. Дәүләт ярҙамы алған ғаилә иркен итеп өй һалған, эсендә барлыҡ уңайлыҡтарын булдырған.
Көтөп алынған байрам һәр кем өсөн ошондай матур тәьҫораттарҙан, ауылдаштар өсөн ғорурлыҡ тойғоһонан башланып китте. Ауыл хакимиәте башлығы Наил Ибраһимов, сараны асып, байрамды уҙғарыуға яуаплы ҡарағаны өсөн сапыҡтарға рәхмәт еткерҙе. Ихата тултырып гөл-сәскә үҫтереүселәрҙе, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашыусыларҙы, ауылдаштарына үрнәк күрһәтеп йәшәүселәрҙе — һәммәһен сәхнәгә саҡырып бүләкләне ул. Тантананың иң матур мәле, моғайын, ауылдың йәш таланттарының сығышы булғандыр. Район конкурстарында еңеү яулаған мәктәп уҡыусыһы Рамаҙан Ибраһимов атай йорто тураһында йырлаһа, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр араһындағы республика конкурсы еңеүсеһе Миләүшә Ибраһимова татыулыҡ, изгелек тураһында ҡобайыр ишеттерҙе.
Көн кискә ауышҡас, ауылға Өфөнән артистар килеп төштө. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин, ҡурайсы Марсель Вәхитов, йәш йырсылар Рәдиф Зарипов, Вилдан Фәйзуллин, Радик Юлъяҡшин һәм бейеүселәр байрам шатлығын тағы ла арттырҙы. Ауылдаштарын һөйөндөрәм тип, уларҙы Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты проректоры Әхмәҙи Ибраһимов саҡырған икән. Һәр ауылдың Әхмәҙи Таһир улы кеүек яҡташтары өсөн өҙөлөп торған арҙаҡлы һәм йомарт күңелле кешеһе булһа ине ул! Еңеү байрамы, Оло йәштәгеләр көнө, һабантуй булһа, ул һәр саҡ бүләктәр тейәп, артистар эйәртеп ҡайтып етә, инәй һәм олатайҙар өсөн сәй табыны ойоштора. Әхмәҙи Ибраһимов киләһе йылға ауылдаштарына йәнә бер оло бүләк әҙерләй — күҙ яуын алырҙай ике манаралы мәсет төҙөтә башлаған. Иман йортон эске яҡтан матурлайһы ғына ҡалған.
Үҫешергә, донъянан ҡалышмаҫҡа тырышып ятҡан бәләкәй генә башҡорт ауылының яҡты киләсәге төҫмөрләнде был байрамда. Айыҡ аҡыл менән йәшәүсе берҙәм халҡы булған Сапыҡ тағы ла күркәмләнер, ҙурайыр, тип ауыҙ тултырып әйтерлек.
Нурзиә ХӘСӘНОВА.
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779