Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йондоҙҙарҙан йылынған шағир
Йондоҙҙарҙан йылынған шағирАлдымда Әхмәт Сөләймәновтың 2003 йылда нәшер ителгән “Йондоҙҙарҙан шағир йылынған” тигән йыйынтығы ята. Ул шағир һәм прозаик, сатирик һәм юморист, Ишембай районының Кинйәбулат ауылы егете Риф Мифтаховтың ижади портретын байҡауға арналған.

Авторҙың әйтеүенсә, Риф үҙенең ижад юлын етенсе класта уҡығанда уҡ башлаған икән. Хатта ул саҡтағы Маҡар районының “Алға” гәзитендә бер шәлкем шиғырҙарын баҫтырып сығарыуға ла өлгәшә. Артабан Өфөләге “Пионер” журналына юл яра башлай. Әммә Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, ижады туҡталып ҡала, сөнки студенттар төркөмөндә Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов кеүек күптән ҡәләм тибрәткән егеттәр аҙ булмай, һәм Риф бер аҙға баҙап ҡала ла, шиғырҙарын ситкә ҡуйып, уҡыуға етди тотона. Әммә ижад ҡомарынан бөтөнләйгә баш тартмай, эстән уйлап йөрөгән шиғырҙары, үҙе әйтмешләй, “мыжғый башлай, тынғы бирмәй һәм йәнә ҡәләмгә тотонорға мәжбүр итә”. Студент йылдарында Риф күберәк үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенең әүҙем етәксеһе булараҡ таныла, һәм университеттағы бер генә концерт та тип әйтерлек уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Ул — концерттарҙың художество етәксеһе лә, алып барыусыһы ла. Шунда Риф бер хәйлә уйлап таба: сираттағы концерт сығышын иғлан иткән арала үҙенең шиғырҙарын да ишеттереп ала. Тамашасылар кемдең шиғыры тип төпсөнә башлаһа, мут ҡына йылмая ла “ниндәйҙер үҙешмәкәр йәш шағир” тип һүҙҙе икенсегә бора. Ә шиғыр күптәргә оҡшай, ҡабат-ҡабат уҡыуын һорайҙар. Шулай итеп, Рифебеҙ әкрен генә үҙ шиғырҙарын студенттарҙың ҡолағына һеңдерә. Тимәк, шиғырҙары уларға оҡшай, тимәк, шағирҙар араһында ул да төшөп ҡалғандарҙан түгел.
Университетты тамамлағас та, артыҡ асылып китмәй Риф, тыуған яҡтарына уҡытырға ҡайта, урта мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Матбуғатта шиғырҙарын баҫтырырға ла ашҡынып бармай, әлегә, урыҫ әйтмешләй, “өҫтәлгә эшләһә лә”, мул ғына түл йыйып ала. Тик Өфөгә йәнә килеп Башҡортостан китап нәшриәтендә, артабан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эш башлағас ҡына, үҙендә көс, дәрт, ышаныс тоя, шиғриәт күктәрендә осор өсөн талант толпарын эйәрләргә, йүгәнләргә тотона. Һәм бына күптәр өсөн көтөлмәгән тәүге ҡарлуғасын осора. Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған Фәтхрахман ағаһының яҡты иҫтәлегенә арналған “Өскөл хаттар” шиғырҙар йыйынтығы 1972 йылда донъя күрә. Тәүге уңыштан һуң Кинйәбулат егете тағы ла дәртләнеп китә һәм, йылдар сылбырына эйәреп, бер-бер артлы “Тормош ағасы”, “Уртаҡлашыр серҙәр”, “Ябай мөғжизә”, “Батыр егет — ил күрке”, “Йән атыу”, “Илаһи мәл”, “Арғымаҡ сапһын оҙаҡ”, “Саҡма осҡондары” кеүек шиғыр, поэма, йырҙар йыйынтыҡтарын, “Күҙ йәштәре”, “Ғишыҡ тотоу — ут йотоу” кеүек повесть, сатирик хикәйәләрен нәшер итергә өлгөрә. Бынан тыш, Мәскәүҙә лә “Простое чудо” тигән шиғырҙар йыйынтығы, Исмәғил Мәхмүтов менән берлектә мәшһүр мәрхүм йырсы, яҡташы Венер Килмөхәмәтов хаҡында “Недопетая песня” китабын да сығарҙы.
Шуны ла әйтмәксемен: Риф лирик, сатирик шағир ғына түгел, бәлки йырсы-шағир ҙа. Уның “Ауылымдан киткән алтмыш егет”, “Көҙгө сәскәләр”, “Бары бер һүҙ генә”, “Күңел моңо”, “Һағындыра бит ул тыуған яҡ” һәм башҡа йырҙары бөгөн дә репертуарҙан төшмәгән.
Риф Мифтаховтың иң ҙур гражданлыҡ батырлығын да әйтмәй китеү мөмкин түгел. Башҡорт әҙәбиәтендә ул иң тәүгеләрҙән мәшһүр шағир Рәшит Назаровтың исемен күтәреп сыға һәм күп йыллыҡ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә ике томлыҡ лирик шиғырҙарын, драматик әҫәрҙәрен нәшер итеүгә өлгәшә. Эйе, ауыр, бик ауыр йөк ала “гадугым” елкәһенә һәм уны бер кем дә көсләп таҡмай, ә үҙ белдеге, үҙ инициативаһы менән башлай был эште, тауҙай ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, емереп бер үҙе намыҫ менән башҡарып сыға, Рәшит Назаровҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын бирҙертеүгә өлгәшә.
Тик шуныһы ғәжәп: халыҡ хәтерендә һеңеп ҡалған күпме генә әҫәр яҙмаһын, исемдәрен мәңгеләштермәһен, Риф үҙе тураһында ғына ҡайғырта, үҙ яғын ҡайыра белмәне. Дан, шөһрәт артынан да ҡыумай, бәғзе берәүҙәр һымаҡ, исем, бүләк, награда ла һорап йөрөмәй һәм, иманым камил, йөрөмәйәсәк тә. Тәбиғәте, холҡо шулай, намыҫы, баҫалҡылығы ҡушмай.
Ошо йәһәттән Марат Кәримовтың әйткән һүҙҙәре иҫкә төштө. “Риф Мифтахов терһәге менән юл ярып бара торған кеше түгел, — тип яҙғайны ул “Ағиҙел” журналының 1999 йылдың 3-сө һанында сыҡҡан “Мин һоҡланам һинең талантыңа” тигән мәҡәләһендә — Ул, тормоштоң ваҡ-төйәгенә, ығы-зығыһына ҡул һелтәп, шиғриәт күгендә йәшәй, бына тигән лирик шиғырҙар ижад итә, дан-шөһрәт артынан ҡыумай”.
Хаҡ һүҙҙәр. Риф үҙе, әлеге лә баяғы, шул баҫалҡылығына барып, терһәге менән юл ярмаһа ла, беҙ, уның ҡәләмдәштәре, ярырға тейеш ул юлды. Риф Мифтахов — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ шәхес. Тәҡдимемде Башҡортостан Яҙыусылар союзы ла, ул эшләп киткән “Һәнәк” журналы, “Башҡортостан” гәзите, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте дәүләт унитар предприятиеһы коллективтары ла, яҡташтары — Ишембай районы халҡы ла хуплар, комиссияға үҙ тәҡдимдәрен ебәрер, тигән уйҙамын.
Ризван ХАЖИЕВ,
яҙыусы һәм журналист,
Ш. Хоҙайбирҙин һәм
Р. Әхтәри исемендәге
премиялар лауреаты, филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780