Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тауҙар моңоКем ине һуң ул Вафа Әхмәҙиев? Замандаштары, быуындаштары, ҡорҙаштары өсөн был һорау кәрәкмәй ҙә. Уларҙың яуабы бар: Вафа Әхмәҙиев заманының лайыҡлы улы ине. Әйҙәгеҙ, уның биографияһына ҡыҫҡаса күҙ һалайыҡ.

Вафа Исхаҡ улы Әхмәҙиев 1937 йылдың 5 авгусында Ишембай районында үҙенең күңеле һымаҡ бай тәбиғәтле Ғүмәр ауылында тыуған. 1956 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, 1957–1960 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап сыҡҡас, башҡорт әҙәбиәте кафедраһына ассистент итеп ҡалдырыла. 1967–1970 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы эргәһендәге аспирантурала уҡый. Башҡорт әҙәбиәте буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Бына уның ни бары бер нисә һөйләмгә һыйған ғүмер баҫҡыстары. Ә уларҙа ниндәй оло тормош һәм яҙмыш ята...
Башҡортостан яҙыусыларының күбеһенең бер-береһе менән аралашып, танышып-яҡынлашып китеүе төрлө уҡыу йорттарында башлана. Вафа Әхмәҙиев менән минең дуҫлашып китеү ҙә 1961 йылдың йәйендә Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға ингәндә башланды. Өҫтөнә һарғая төшкән һалдат гимнастеркаһын кейгән, сабаталай ҡара ҡашлы, ҙур күҙле, мыҡты кәүҙәле егет ине ул. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, университетҡа килеп ҡараған, конкурстан үтә алмағас, бер йыл колхозда эшләгән. Аҙаҡ, әҙерләнеп, тағы бәхетен һынап ҡарарға булған, әммә тәүге имтиханда — рус теленән иншала уҡ уға “неуд” ҡуйғандар. Вафа менән ни эшләргә, ҡайҙа, кемгә барып ҡарарға, ҡайғыбыҙҙы кемгә һөйләргә белмәй, университет ректорына инергә тырышып йөрөгәндә, бишенсе курсты яңы бөткән Рәшит Әхтәров осрап, беҙгә бик аҡыллы кәңәш бирҙе. Гәзит биттәрендә икебеҙҙең дә исемдәрҙе күргеләгән икән, шунан беҙҙе яҡын иткән. Беребеҙҙең өҫтөндә — гимнастерка, икенсебеҙҙең өҫтөндә моряк формаһы икәнлегенә иғтибар иткәс:
— Ректорға барыбер инә алмаҫһығыҙ, инһәгеҙ ҙә, һөҙөмтә булмаҫ. Проректор Миҙхәт Ғәйнуллиндың ғына ярҙам итеүе мөмкин, ул — әҙәбиәт кешеһе. Уға ла кеше аша ғына үтеп була. Уныһы — Ғилемдар Рамазанов. Һеҙ, Яҙыусылар союзына барып, уны эҙләп табығыҙ. Кешене аңлай торған, — тип, Рәшит ағай беҙгә Яҙыусылар союзының юлын өйрәтеп ебәрҙе. Ул саҡта союз идараһы Совет урамында урынлашҡайны.
Икебеҙҙең дә Ғилемдар Рамазановтың фотоһын ғына күргәнебеҙ бар. Уйланып торорға ваҡыт ҡалмағайны. Йүгерҙек. Бәхет бер йылмайһа йылмая бит: баҫҡыстан менеп барғанда, ҡаршыға Рамазановҡа оҡшаған кеше менән тағы бер ыҫпай кейенгән ағай башҡортса һөйләшеп төшөп килә ине.
— Һеҙ Ғилемдар ағай бит! — тибеҙ.
— Эйе, туғандар. Ҡайҙа бараһығыҙ, ниндәй йомош? — тине ул аптырамай ғына.
— Һеҙҙе эҙләп йөрөйбөҙ, — тибеҙ уға кемуҙарҙан.
— Мине ҡайҙан беләһегеҙ?
— Шиғырҙарығыҙҙы уҡып беләбеҙ. Мин һеҙҙең “Һөйөү һүҙе” китабын дүрт йыл диңгеҙҙәрҙә, океандарҙа үҙем менән йөрөттөм, — тим. Ысынлап та, шулай булды.
Ғилемдар ағайҙың йөҙө яҡтырып китте, эргәһендәге кешегә “күрҙеңме” тигәндәй ҡарап ҡуйҙы ла:
— Йомош ниҙә һуң, ваҡыт самалы бит әле. Шиғырҙар алып килдегеҙме? — ти.
— Шиғырҙар түгел, ағай, яҙмышты алып килдек, — тим мин.
Хәлебеҙҙе шунда уҡ ҡабалана-ҡабалана һөйләп бирҙек.
— Эшегеҙ еңелдән түгел икән шул. Әйҙәгеҙ әле, ҡабат күтәреләйек. Миҙхәт Ғәйнуллин тигән исемде ишеткәнегеҙ бармы?
— Бар, бар, — тибеҙ. — Мәҡәләләрен уҡығаныбыҙ ҙа бар...
Дүртенсе ҡатҡа күтәрелеп, бер ҙур булмаған бүлмәгә индек. Ғилемдар ағай телефонды алып, ниндәйҙер номер йыйҙы ла:
— Луиза, Миҙхәт Фазлыевичты тоташтыр әле, Ғилемдар Рамазанов, — тине. — Миҙхәт, һаумы! Һиңә союздың йәнә бер үтенесе төштө бит әле. Һиңә хәҙер Вафа Әхмәҙиев тигән гимнастерка кейгән шағир егет барыр, шуның рус теленән иншаһына “икеле”һен “өслө”гә төҙәттереп, артабан контролдә тот әле. Өмөтлө егет. Күрерһең — ышанысыңды аҡлар...
Ғилемдар ағайҙың әйтеүе буйынса, аяҡтарыбыҙ ергә теймәй кире университетҡа йүгерҙек. Беҙ Миҙхәт Ғәйнуллинға барып ингәндә Вафаның иншаһы уның алдында ине инде.
Бер мөләйем йәш уҡытыусы, Вафаны эйәртеп, ниндәйҙер кабинетҡа алып китте. Ул Вафанан, ике генә хатаһын ҡалдырып, иншаһын күсертеп яҙҙырып алған.
Ҡалған һынауҙарҙа ундай мәшәҡәттәр булманы, икебеҙ ҙә уҡырға инеп киттек. Рәшит Әхтәровтың кәңәшенә, Ғилемдар Рамазанов менән Миҙхәт Ғәйнуллин ағайҙарҙың иҫ киткес ярҙамына беҙ мәңге рәхмәт уҡыныҡ.
Университетта Вафа беренсе курста уҡ үҙен киләсәге өмөтлө кеше итеп күрһәтеп өлгөрҙө. Төплө белемгә ул теше-тырнағы менән йәбеште. Университет китапханаһында, хәҙер Әхмәтзәки Вәлиди исемен йөрөткән республика Милли китапханаһында булмаған көнө юҡ ине. Унан ҡайтҡас та, ятаҡ коридорына сығып, стенаға һөйәлеп, тәмәкеһен көйрәтә-көйрәтә, күҙҙәре ҡыҙарғансы китап уҡый торғайны. Әҙәбиәт түңәрәге ултырыштарын да, шиғыр кисәләрен дә ҡалдырмай, уларҙың уртаһында ҡайнай, һәр саҡ төплө кәңәш-фекерҙәре менән уртаҡлаша. Студенттарҙың ғилми конференцияларында әҙәбиәт буйынса фекер ҡуҙғытырлыҡ, күптәрҙе сәмләндерерлек докладтар менән сығыш яһай ине.
Һалдат гимнастеркаһын ул бик оҙаҡ кейеп йөрөнө. Миңә ҡалһа, күлдәген яҡты донъяларҙан киткәнсе өҫтөнән һалманы һымаҡ. Алдына ҡуйған бурысының тоғро һалдаты булғанға, шулай тойолғандыр инде.
Вафа ошондай зәһәр сифаттары менән иптәштәре алдында ғына түгел, күренекле профессорҙар араһында ла хаҡлы абруй яулауға өлгәште. Ул үҙе артынан башҡаларҙы ла дәртләндереп эйәртә, туплай ала ине. Ябайлығы, тура һүҙлелеге, үтә ихласлығы менән яуланы бөтәһенең иғтибарын һәм ихтирамын. Шулай уҡ “тура һүҙ туғанға ярамай” тигәнде лә киреһенсә аңлай ине. Шул уҡ ваҡытта иптәштәренә бик ярҙамсыл, кеселекле, кешелекле булды.
Мин уҡығанда, ауылым артыҡ йыраҡ булмағас, йыш ҡына инәйемә утын-маҙар хәстәрләргә ҡайта торғайным. Вафа шунда ла, бер үҙең этләнмә әле, әйҙә, мин дә барайым, мин бит урман киҫеүсе, тип, беҙҙең ауылға барғыланы. Иң тәүге барғанында, утын әҙерләгәндә, уның “Кеше урманда ағас киҫеп арымай, ә ағасты ағас өҫтөнә йығып, шуны этәп, тартҡылап йонсой”, тигәне хәтерҙә уйылып ҡалған. Тормоштоң ябай ғына күренештәренән мәҡәлгә тиң һүҙҙәр табып, шулай аптырата торғайны.
Университетты бик яҡшы итеп тамамлағас, Вафа Әхмәҙиевте башҡорт әҙәбиәте кафедраһында ҡалдырҙылар. Был бик тә тәбиғи хәл ине. Ярылып ятҡан талант һәм маҡсатына тоғролоҡ уны СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһына килтерҙе. Кандидатлыҡ диссертацияһын бик уңышлы яҡлағандан һуң, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләне. Ул унда башҡорт әҙәбиәте тарихының әһәмиәтле проблемаларын өйрәнеүҙә һәм хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашты. Әҙәбиәт тарихы буйынса “ХХ быуат башында башҡорт поэзияһы” тигән төплө монографик хеҙмәт яҙҙы. Шул осор буйынса тәүге хрестоматия төҙөнө. Үткер мәҡәләләре менән әҙәби эшмәкәрлектә туҡтауһыҙ ҡатнашып йәшәне. Уның “Башҡорт поэзияһында традицион образдар”, “Фәнни-техник прогресс һәм башҡорт әҙәбиәте” кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан тос мәҡәләләре айырыуса хәтерҙә ҡалған. Күп кенә ҡәләмдәштәренең ижади портреттарын яҙырға хыяллана ине, ләкин Назар Нәжми хаҡында — “Күңел ҡапҡаларын асыусы”, ҡорҙашы Рауил Бикбаев тураһында “Шағирҙың гражданлыҡ йөҙө” тигән эштәрен генә башҡарып өлгөрҙө. Улар ҙа әҙәбиәт ғилемендә әһәмиәтле күренеш булып ҡалды һәм ҡаласаҡ.
Вафа Әхмәҙиев ижад юлын шиғыр яҙып, шағир булып башланы һәм артабанғы барлыҡ тормошонда ла, ижадында ла шағир булып ҡалды. Был уның ғилми хеҙмәтенә һис тә ҡамасауламаны. Киреһенсә, ғилемгә шиғри күҙ менән, шиғриәткә ғилми ҡолас менән ҡараны. Шиғырҙарын мәктәптә уҡыған саҡта уҡ яҙа башлаһа, университетта уҡыған йылдарында тамам шағир булып өлгөрҙө. Уның “Талпыныу” тип аталған тәүге шиғыр китабында тыуған еренә, ғәзиз төйәгенә арналған әҫәрҙәр күп. Араһында “Ямғыр алдынан”, “Ямғырҙан һуң” тигән шиғырҙар йәнәш тора. Ғөмүмән, ижады күңелдәргә һыуға сарсаған ергә ләйсән ямғыры һымаҡ хуш килде. Йәнә Вафаның “Тауҙар моңо”, “Мин тауҙарға йырҙар вәғәҙә иттем...”, “Уҡлы ҡая” ише шиғырҙары туған тауҙары менән һин дә мин аралашыуы, йәне-тәне менән уларға берегеп, ерегеп үҫеүе хаҡында ине.
Вафа Әхмәҙиевтең үҙе иҫән саҡта “Талпыныу”, “Күңелемдә — эйәрле ат”, “Һүҙ ҡәҙере” тигән береһенән-береһе тосораҡ шиғри китаптары баҫылып сыҡты. Бер ҡараһаң, бик күп тә түгел һымаҡ, әммә художество ҡиммәте әллә нисәмә китапҡа торошло. Ул тотош киләһе быуындарға онотолмаҫ һүҙ, юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.
Уның вафаты тураһында ауыр хәбәрҙе ишетеү менән шиғыр яҙғайным, һүҙемде лә шуның менән тамамлағым килә:

Оло күҙҙәреңде гел тултырып,
Белгән һымаҡ баҡтың донъяға.
Күреп туймаҫ ошо донъяларға
Әсе елдәр һары моң яға.

Һәр беребеҙ һөйәп ултыртырға,
Күтәрергә бөгөн әҙербеҙ.
Ә ниңә һуң һин арала саҡта
Күрһәтмәнек хаҡлы ҡәҙерҙе?

Үкенәбеҙ, үтенәбеҙ хәҙер,
Тәрәнәйә йөрәк яраһы.
Һәр саҡ ерҙә таяныслы инек,
Хәҙер һинһеҙ нисек бараһы?

Артыҡ күп күтәрҙең, күп үткәрҙең,
Хәйлә белмәй, йоҡа иңеңдә.
Тешең ҡыҫып, эшең менән булдың,
Әйҙә, сәмләнһендәр, тинең дә.

Сәмләнделәр күптәр, үкһене ер,
Ҡыҙыл таҫма һымаҡ һинең юл.
Һине “юҡ” тиергә тел әйләнмәй,
Юлың балҡып ята,
Балҡыр ул.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779