Беҙҙе бишенсе класҡа алты саҡрымдағы күрше ауылға татарса уҡырға ебәрҙеләр. Яҡында ғына башҡорт ауылы бар, тик ул икенсе колхозға ҡарай, тинеләр. Ауылыбыҙҙа башҡортса уҡығанлыҡтан, башҡа телгә өйрәнеп китеүе еңел булманы.
Хәҙер Стәрлетамаҡта йәшәйем, ләкин үҙемде ҡайҙалыр сит өлкәлә кеүек тоям. Ҡала хакимиәтенә барһаң, унда башҡортсаны ҡабул иткән кеше юҡ, бөтә ерҙә урыҫса ғына һөйләшәләр. Әгәр өҫтән күрһәтмә бирелмәһә, ҡала кимәлендә башҡортса саралар үткәреүе бик ауыр, сөнки унда халҡыбыҙ өсөн янып йөрөгән етәксе юҡ. Башҡорт артистары, хатта Фәрит Бикбулатов кеүек күренекле сәнғәт оҫталары килгәндә лә, залда тамашасы бик әҙ була, улары ла саҡырыу билеттары менән. Ә бына Татарстандан сығыш яһаһалар, концерт залында ултырырға урын да булмай, сөнки хакимиәт ярҙамында улар билеттарын заводтарҙың профкомдары аша бушлай йәки эш хаҡы иҫәбенә тарата. Урындағы телевидениела ла шул уҡ хәл: унан күпселек бүтән телдәге йырҙар яңғырай.
Миңә бер-ике йыл элек Бегичевтарҙың концертына саҡырыу билеты бирҙеләр. Саҡ кереп урынлаштыҡ — зал шығырым тулы. Бик яҡшы, күрәһең, тип шатланып ултырам. Тик ярты сәғәттән һуң концерт ялҡытты, сөнки барлығы өс кеше ҡатнашты. Тәнәфестән һуң икенселәр сығыр тип өмөт итеп ҡайтып китмәгәйнем, үкендерҙе. Артистар береһе артынан икенсеһе сығыш яһап торғанда ғына күңелле бит ул, ә былар аҡса эшләр өсөн генә килгән. Күп ашаһаң, татлы ризыҡ та ҡоҫтора. Ә ни өсөн үҙебеҙҙең артистарға шулай күп кеше йыйылмай?! Ниңә улар хакимиәт аша эшләмәй?
Бик күптәр Башҡортостанда башҡорттарға өҫтөнлөк бар тип уйлай. Уларға ғына яҡшы, беҙгә һан юҡ, тиҙәр. Бындай һүҙҙәрҙе бик күп ишеттем, ә ғәмәлдә бер ҡайҙа ла айырым йылы ҡараш күрмәнем. Киреһенсә, беҙ был һүҙҙәрҙең дөрөҫ түгеллеген иҫбат итергә тырышып, уларға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында консультант булып эшләгән бер ханым тәү сиратта башҡа милләт халыҡтарының эшен хәстәрләй, һуңынан — башҡорттарҙыҡын. Мин, аптырағас:
— Ниңә улай итәһегеҙ? — тип һораным. Ә ул:
— Беҙҙең халыҡ сабыр ул, көтә. Ә башҡа милләттәр, беҙ башҡорт булмағас, ситләтәһегеҙ, тип үпкәләй, ялыу яҙа башлай, — тип яуап бирҙе.
Татарстан сигендәге башҡорттар, үҙ шәжәрәләрен юллағас: “Без үзебез башкыртлар инде ул”, — ти, тик улар татар мәҙәниәтен, яҙыусыларын, татар телен генә белә, сөнки беҙ ҙә татарса уҡыныҡ, татар телен туған тел итеп өйрәндек. Башҡорт яҙыусыларын гәзит-журналдан, әҙәби китаптарҙан уҡып ҡына белдек. Ауылыбыҙ менән үҙебеҙҙең башҡорт теленән ситләтелгән һайын уға нығыраҡ тартылдыҡ. Шуға күрә телем минең өсөн ныҡ ҡәҙерле. Тик мөмкинлек була тороп та, балаларын башҡортса уҡытырға теләмәгән милләттәштәремә хайран ҡалам. Бала үҙ телен белһә, ата-әсәһен нығыраҡ аңлай, рухи яҡтан бай була, милләте өсөн ғорурлыҡ кисерә, ә кәмһенеп йөрөмәй. Рухи яҡтан ныҡ бала тормош ауырлыҡтарына ла бирешмәй.
Башҡортостаныбыҙ халыҡтар дуҫлығын һаҡлауға күп көс һала. Ниндәй генә мәктәптәр юҡ республикала! Ә башҡа төбәктәрҙә башҡортса уҡытҡан белем усаҡтары бик һирәк. Күп райондарҙа гәзит татарса сыға, ә унда йәшәгән башҡорт халҡы үҙ ерендә туған телендә уҡый алмай. Бындай ғәҙелһеҙлек ҡайҙа бар?
Йәнә шуныһы борсой: “Туған тел” йыр-моң каналында башҡортса йырҙар кәмегәндән-кәмей. Стәрлетамаҡтан бер йырсы үҙенең ижадын тәҡдим иткәс, уға татарса йыр алып килергә ҡушҡандар. Ә бына Ҡазан телевидениеһынан башҡортса йыр ишетелгәне юҡ. Башҡорт йырҙарын да үҙҙәренсә әйләндереп йырлайҙар.
Хәҙер үҙебеҙҙең яҙмышты үҙебеҙ хәл итә торған заман килде. Йыраҡ та китәһе түгел, Ғафури районының Байымбәт ауылында гөрләп эшләгән мәктәпте япҡандар. Беҙҙең ауылда иһә мәктәпкәсә йәштәге 26 бала бар, уҡытыусылар белемле. Халыҡҡа, мәктәпте бөтөрһәгеҙ, күрше ауылға автобус йөрөтәсәк, тигәндәр. Дүртенсе һәм унан юғары кластарҙа уҡыған балалар ҙа ултырып йөрөйәсәк, тип ышандырғандар. Элек балалар ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Үзбәккә — башҡорт ауылына йөрөп белем ала ине, хәҙер алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бурлыға — татар ауылына йөрөргә тейеш. Автобус иртә килә, башланғыс класс уҡыусылары бер сәғәт буйы дәрес башланғанын көтөп ултыра. Дәрестәре иртә бөтә, тағы 2–3 сәғәт дауамында өлкән кластарҙа уҡыу тамамланғанын көтәләр.
Ауылыбыҙҙа һөтсөлөк фермаһы бар, йәштәр күп. Клуб, медпункт эшләй. Халыҡ йәшәргә тырыша. Тик газ күрше Үзбәк, Бурлы ауылдарына индерелде, беҙҙе урап үтте. Ауылыбыҙға бер маршрут автобусы ла йөрөмәй. Үзбәккә табан ике саҡрым юл эшләһәләр, маршрут та үтер, балаларға уҡырға йөрөргә лә яҡын булыр ине.
Ни өсөн башҡорт балаһына Башҡортостанда йәшәүе ауыр? Тәрбиәнән киләлер, күрәһең. Беҙ балаларыбыҙҙы тәртипкә, күндәмлеккә өйрәтәбеҙ. Кешегә тура һүҙ әйтмәҫкә, ярарға тырышабыҙ. Үҙебеҙгә ҡалмаһа ла, кешегә бирәбеҙ. Өйгә килгән икән — “ҡунаҡ”, тимәк, һыйларға тейешбеҙ. Уныҡы юҡ икән, үҙеңдекен бүлеп биреү зарур тибеҙ. Кешегә һүҙ әйтеп ҡуйма, кеше балаһына һуғып ҡуйма! Кеше нимә әйтер? “Тейешбеҙ” ҡанға һеңгән, ә беҙҙең дә бүтәндәрҙеке кеүек хоҡуғыбыҙ бар икәнен ниңәлер өйрәтмәгәндәр. Хоҡуғыбыҙҙы белмәйбеҙ, талаптар ҡуймайбыҙ, нимә әйтәләр, шуға риза булып йәшәйбеҙ.
Әйҙәгеҙ, милләтебеҙҙең рухына һеңдереп, балаларыбыҙҙы туған телдә һөйләшергә өйрәтәйек. Уның өсөн балалар менән башҡорт телендә аралашыу, башҡортса тапшырыуҙарҙы бергә ҡарап, үҙебеҙҙең матбуғатты уҡып, милләткә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уятыу ҙа етә. Ҡалғанын улар үҙҙәре лә дауам итә ала.
Рәйлә НӘҘЕРҒОЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.