Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ талап ҡуйырға хоҡуҡлы
Беҙ талап ҡуйырға хоҡуҡлы“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 15 июнь һанында педагогика фәндәре докторы, БДУ профессоры Рафаэль Аҙнағоловтың “Уҡытыусым, уҡыу кәрәк” исеме менән ҙур мәҡәләһе донъя күрҙе. Бөгөнгө мәктәпкә хас киҫкен мәсьәләләр һәм башҡа проблемалар күтәрелгән унда.

Дәреслекте уҡытыусылар яҙһын

Ысынлап та, башҡорт теле уҡытыусыларына, бигерәк тә урыҫ мәктәптәрендә, етәкселәр тарафынан ҡараш бүтәнсә. Өфө ҡалаһындағы ҡайһы бер мәктәп уҡытыусылары менән аралашам. Иң яуаплы ойоштороу мәшәҡәттәре тиһеңме, мәктәп эргәһендәге ҡара ер эштәре тиһеңме — һәр саҡ улар егелә. Ә инде маҡтаулы исем, грамоталар икенселәргә тәғәйенләнә, әйтерһең дә, башҡорт теле уҡытыусылары — ҡара эшкә ялланып эшләүселәр. Күп ерҙә мөнәсәбәт шулай. Уларҙы хеҙмәт хаҡына 15 процентлыҡ өҫтәмә өсөн битәрләйҙәр. Беҙҙең халыҡ түҙемле, өндәшмәй. Бына шулай, кешегә ҡыйын булмаһын тип, бүтәндәрҙең күңелен күреп, һәр ваҡыт ауырлыҡты үҙебеҙ күтәрәбеҙ. Шуға ла үҙ еребеҙҙә кәмһенеп йәшәргә тура килә. Ана, бөгөн Украинала бөтә халыҡ урыҫ теле дәрестәрен арттырыуға ҡаршы урамға сыҡҡан. Беҙгә урамға сығыу кәрәкмәй, тик телебеҙҙе артабан уҡытыуҙы, дәрестәрҙе элеккесә бишәр сәғәт итеп үткәреүҙе аҡыл менән талап итеү зарурлығы бар. Ысынлап та, аҙнаһына өс сәғәттә уҡыусыларға нимә биреп өлгөрәһең? Өҫтәүенә, ҡайһы бер мәктәп етәкселәренең башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға кире мөнәсәбәте дәүләт теле сәғәтен икенсе предметты уҡытыуға “тартып алып”, журналға “уҡытылды” тип яҙырға мәжбүр итеүен беләбеҙ.
Әйткәндәй, программалар һәм дәреслектәр, ысынлап та, үткән быуатта яҙылған. Уларҙы яңыртырға ваҡыт күптән етте түгелме? Икенсенән, тел һәм әҙәбиәт дәреслектәрен, һис шикһеҙ, мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар яҙырға тейеш, минеңсә. Шул саҡта ғына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусыларҙың яратҡан фәненә әйләнәсәк.
Грамматиканы ла элеккесә ябайлаштырып, халыҡтың һөйләү теленә яҡынлаштырыу мотлаҡ. Һәр тел ғалимының диссертацияһындағы ҡатмарлы “асыш”ты, ҡағиҙәләрҙе уҡытыуҙы мәктәп программаһынан алып ташлау уҡытыусыға ла, уҡыусыға ла телде өйрәнеүҙә еңеллек тыуҙырыр ине. Кемгәлер телдең грамматикаһын тәрәнерәк өйрәнергә кәрәк икән, ул үҙе лә үҙләштерәсәк, артабанғы хеҙмәт юлында ҡулланасаҡ, тип уйлайым.

Иҫке, әммә ыңғай ысул отошло

Рафаэль Аҙнағолов уҡыусыларҙың китап уҡыу теләгенең һүлпәнәйеүе тураһында ла иҫкәртә. Мәғлүм булыуынса, был хәл мәктәп йәшендәге балаларға ғына түгел, ололарға ла ҡағыла. Кеше китап уҡымай хәҙер. Элек бала китапхананан китап ала икән, кире килтергәндә унан йөкмәткеһен һөйләтерҙәр ине.
Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыусылары, урыҫса булһынмы, башҡортсамы, теге йәки был китап буйынса уҡыу конференциялары үткәрә ине. Һәр уҡыусыға эш бүлеп бирелә. Бәләкәй кластарҙа уҡылған әкиәткә, хикәйәгә, шиғырға үҙ ҡарашыңды рәсем аша әйтеп биреүҙе талап итә торғайныҡ. Һүрәткә әкиәттең, йә булмаһа хикәйәнең йөкмәткеһе һалына. Уҡыусыға ҡыҙыҡ та, күңелле лә, иҫендә лә ныҡ ҡала. Әлбиттә, заман үҙгәрҙе, әммә уҡытыусы бөгөн үҙенә уңайлы һәм балаларға ҡыҙыҡлы ысулдарҙы һайларға хаҡлы. Шуға ла ҡайһы саҡта иҫке, әммә һөҙөмтә бирерлектәрен ҡулланыу кәрәктер.
Гимназияларға ла туҡтала профессор. Район ерендәге гимназияларҙың хәле бик үк насар түгел, сөнки унда бөтә район ауылдарынан киләләр һәм уҡыусылар етерлек тип әйтеп була. Бәләкәй ҡалаларҙа, йә булмаһа башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы етәкселәр бар ерҙә, әлбиттә, хәл насар. Эйе, уҡыусылар һанын тултырыу өсөн башҡа төбәктәрҙән дә йыялар, әммә башҡорт түгел, икенсе милләт балалары шатланып килә, уҡый. Етмәһә, “ҡала ерендәге барлыҡ гимназияларға шунда яҡын йәшәгән һәр милләт балаһын алырға” тигән ҡарар сыҡты. Тимәк, башҡорт мәктәбенән бер ни ҙә ҡалмай. Әле яңы ғына телде уҡытыуҙы бер аҙ рәткә һалып килә инек, был эш тағы селпәрәмә булды.
Мине шул ғәжәпләндерә: Өфөләге Блюхер урамында йәһүдтәр, күп йыллыҡ ҡуртымға бер нисә гектар ер алып, синагога төҙөнө. Унда 11 йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы бар. Уҡыу ҙа, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеү ҙә (ашатыу менән бергә) бушлай. Бер класс 13 баланан артмаҫҡа, баҡсала бер төркөмдә туғыҙ бала булырға тейеш. Унда балалар туған телен, әҙәбиәтен, тарихын, мәҙәниәтен төплө өйрәнә, ысын милли кадрҙар булып сыға. Әлбиттә, ул белем усағын йәһүдтәр үҙҙәре төрлө яҡлап баға. Ә беҙ үҙебеҙҙең уҡыу-уҡытыу системаһын, төрлө ҡаршылыҡтарҙың булыуы арҡаһында, бер нисек тә юлға һала алмайбыҙ. Башҡортостан бай булғас, балаларыбыҙ алтын һарайҙарҙа уҡырға тейеш кеүек. Әле килеп күрше төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарыбыҙ өсөн бер мәктәп тә астыра алмай, нисәмә йыл көрәшәбеҙ.
Ғилми-ғәмәли конференциялар, кәңәшмәләр күп үтә. Тик улар күҙ буяу өсөн генә ойошторола һымаҡ. Ҡарарҙарының үтәлеү һөҙөмтәһе булмағас...

Шәхестәргә хөрмәт бармы?

Һәйкәлдәргә килгәндә, Өфөлә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге бәләкәй генә бульвар бар. Уның башланған ерендә яҙыусыға һәйкәл ҡуйыу ҡаралған булған, хатта бейек кенә нигеҙе лә һалынған. Әммә ул нигеҙ һаман тора, ә бюст юҡ. Планлаштырылғас, аҡсаһы ла бүленгән булырға тейеш тә баһа. Башҡа шәхестәргә ҡарата ла шул уҡ хәл. 2007 йылда Зәйнәб Биишеваға һәйкәл ҡуйыу ҡаралғайны, әммә ул да һаман юҡ. Күп йөрөй торғас, 2011 йылдың 11 октябрендә 140-сы башҡорт гимназияһына Зәйнәб апайҙың исеме бирелгәс, район хакимиәтенең элекке башлығы: “Биишеваның беҙҙең Калинин районына ни ҡыҫылышы бар?” — тип ҡаршы сыҡты. Бына бит ул, ниндәй кешеләр беҙгә етәкселек итә! Ә бит беҙ ҙә әйтер инек: “Өфөгә — башҡорт еренә — Калининдың ни ҡыҫылышы бар?”
Жәлил Кейекбаев исемендәге урамда ла ике-өс кенә бейек йорт бар. Ҡыҫҡаһы, гараждарҙан торған тыҡырыҡ ул. Бөгөн Рафаэль Аҙнағоловтың Жәлил Кейекбаев исемен университетҡа биреү мәсьәләһен ҡуҙғатыуы, бер яҡтан, урынлы, икенсе яҡтан, уны гәзит битендә күтәреп тороу ҙа оят, сөнки эш күптән башҡарып ҡуйылырға тейеш тә һуң. Республика яҙмышы өсөн аяуһыҙ көрәштә башын һалған Шәйехзада Бабичҡа ла, халҡының именлеген һаҡлап, сит тарафтарҙа йәшәргә мәжбүр булған Зәки Вәлидигә лә һәм башҡа бик күп күренекле, илебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙгә һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен әүҙем күтәрергә ваҡыттыр.

Ниңә матбуғаттан йәштәр ситләшә?

Матбуғатҡа яҙылыуҙың уҡытыусылар араһында насар барыуы аяныслы. Ҡайҙа ғына булһам да, үҙ халҡым араһында гәзит-журнал уҡыуҙың кәрәклеген аңлатып, шул турала һүҙ алып барам. Әле генә Әбйәлил районынан бер башҡорт теле уҡытыусыһы менән һөйләшергә тура килде. Ул: “Хәҙер йәштәр башҡортса гәзит уҡымай бит ул”, — тимәһенме. “Ә һеҙ ауылда был өлкәлә ниндәй эш алып бараһығыҙ?” — тиеүемә: “Үҙем дә алдырмайым”, — тип яуап бирҙе, сәбәбен аңлатманы. Быны аңлауы ҡыйын.
Ғөмүмән, Рафаэль Аҙнағолов күтәргән проблемалар бик урынлы. Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Уҡытыусыларҙың йыйындарында ҡалыпҡа һалынған көн тәртибе менән сикләнмәй, бөгөн халыҡты борсоған уҡыу-уҡытыу, тәрбиә мәсьәләләрен, телебеҙҙе тулы мәғәнәһендә уҡытыуҙы, мәктәптәрҙе яптырыуға ҡарата уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең фекерен уртаға һалып һөйләшергә һәм, шунан сығып, тейешле етди талап менән ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәктер. Министрлыҡ был мәсьәләләрҙе халыҡһыҙ хәл итә алмай, ул закондарға таянып ҡына эш итә. Ә халыҡ талабы — ул көслө ҡорал.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 885

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 263

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 785

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 960

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 864

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 641

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 740

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 588

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 855

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 593

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 790