Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәрби-патриотик тематикаға арналған художестволы әҫәрҙәр ижад итеүгә Муса Гәрәев исемендәге республика конкурсы тураһындағы положение
1. Конкурсты ойоштороусылар
— Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы,
— Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.

2. Конкурстың маҡсаттары һәм бурыстары:
— республика халҡының ижади өлөшөн, айырыуса һәләтле йәштәрҙе, ижади сағылыш төрө булараҡ нәфис әҙәбиәткә йәлеп итеү;
— ватан тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, илһөйәрлек темаһы менән тәрәнерәк танышыу өсөн шарттар булдырыу;
— һөнәри хеҙмәттәшлек өсөн перспективалы яңы авторҙар табыу;
— милли телде һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү;
— яңы патриотик әҫәрҙәр ижад итеүҙе дәртләндереү һәм улар өсөн ҡулай шарттар тәьмин итеү.

3. Конкурсты үткәреү сроктары.
Конкурс биш йылға бер тапҡыр үткәрелә. Уға әҫәрҙәрҙе тәҡдим итеүҙең һуңғы срогы — быйылғы 1 декабрь. Жюриҙың ҡарары быйыл 25 декабрҙә үтәсәк конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында иғлан ителә.

4. Конкурста ҡатнашыу шарттары
Конкурста Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзалары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе теләгән һәр автор ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләү юҡ.

5. Конкурс премияһы
Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүсегә 50 мең һум күләмендә бер премия бирелә. Конкурсты ойоштороусылар махсус приздар булдырыу, призлы урындар һанын кәметеү йәки арттырыу хоҡуғына эйә.

6. Конкурс жюрийы
Конкурсты үткәреү өсөн ойоштороусылар тарафынан күренекле яҙыусыларҙан, сәнғәт эшмәкәрҙәренән, тәнҡитселәрҙән, йәмәғәтселек вәкилдәренән торған республика жюрийы төҙөлә.
Конкурс жюриҙың ябыҡ ултырышы рәүешендә үткәрелә.

7. Конкурста тәҡдим ителгән эштәргә талаптар
Конкурсҡа Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре, алыҫ һәм яҡын сит илдәр нәшриәттәрендә, киң мәғлүмәт сараларында әүәлерәк баҫылып сыҡмаған, башҡа конкурстарҙа премиялар менән бүләкләнмәгән художестволы әҫәрҙәр тәҡдим ителә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн урыҫ һәм башҡорт телдәрендә өс данала яҙылған, баҫылған (ҡулъяҙмалар алынмай), төҙәтеүҙәре, бысратыуҙары булмаған художестволы әҫәрҙәр (повесть, хикәйә, пьеса, поэма, баллада, ода) ҡабул ителә, уның исеме, жанры, псевдоним күрһәтелергә тейеш.
Әҫәрҙәр үҙенсәлекле (башҡа прозаик һәм шиғри әҫәрҙәргә оҡшамаған), теле, рухы, формаһы буйынса заманса, һуңғы дүрт йылда яҙылған булырға тейеш.
Бөтә әҫәрҙәрҙә лә ижад йылы аныҡ күрһәтелеүе мотлаҡ.
Башҡорт телендәге конкурс эштәре урыҫ теленә тәржемәһе менән өс данала ҡабул ителә. Художестволы әҫәрҙәрҙә авторҙың шәхесен күрһәткән билдәләмәләр булмаҫҡа тейеш. Материалдарға йәбештерелгән конверттың теркәлеүе шарт. Конвертҡа авторҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған көнө, адресы, телефоны, ҡыҫҡаса ижади автобиографияһы, шөғөл төрө күрһәтелгән мәғлүмәттәр һалынырға тейеш.
Конкурсҡа ебәрелгән материалдар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай. Конкурста ҡатнашыусыларҙың исемдәре, лауреаттарҙан тыш, баҫылып сыҡмай.
Иң ҙур күләм — компьютерҙа баҫылған 40 бит (шрифт Times 14 pt).
Эштәр түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы (тел.: (347) 273-30-47) йәки Өфө ҡалаһы, Революцион урам, 18, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, 16-сы кабинет (һөнәри сәнғәт һәм белем биреү бүлеге). Белешмәләр өсөн телефон: (347) 273-43-09.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779