Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡәнзәфәр бейҙең лайыҡлы вариҫтары
Ҡәнзәфәр бейҙең лайыҡлы вариҫтарыУҙған йыл республикабыҙҙа Милләт-ара татыулыҡты нығытыуға арналғайны. Башҡортостанда бер ғаиләләй йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙы берләштереү маҡсатында бихисап саралар әле лә уҙғарылып тора. Әйткәндәй, беҙҙә алып барылған милли сәйәсәт Рәсәйҙең бүтән төбәктәренә үрнәк булырлыҡ. Был йәһәттән эш аталған йыл менән генә сикләнеп ҡалмай. Яңыраҡ Благовар районында ойошторолған күркәм байрам Башҡортостандың татыулыҡ иле икәнлеген йәнә раҫланы.

Немецтар бында иркен йәшәй


Бәрәкәтле Благовар еренә сәфәр Пришиб ауылынан башланды. Нәҡ был урында күпләп немец халҡы вәкилдәре йәшәй. Ауыл тарихы 1903 йылға барып тоташа. Шул Ҡәнзәфәр бейҙең лайыҡлы вариҫтарыосорҙа Украинанан һәм Рәсәйҙең көнбайыш губерналарынан Башҡортостанға немецтар күсерелә. 1992 йылдағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Благовар районының Алексеев ауыл Советы биләмәһендә 1649 немец иҫәпләнә. Совет дәүләте тарҡалып, сит илдәргә сығыу мөмкинлеге киңәйгәс, ҡайһы берҙәре Германияға күсеп китә. Әммә Башҡортостанда ҡалырға теләүселәр ҙә аҙ булмай.
Башҡорттарҙа ҡунаҡты икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршылау йолаһы бар. Ә немецтар иһә килгәндәрҙе һыра менән ҡаршы ала. Пришибта урынлашҡан “Алексеев” немец тарихи-мәҙәни үҙәгенә килгәндәрҙе сәләмләгәндә лә улар боронғо ғөрөф-ғәҙәтенә хилафлыҡ килтермәне. Үҙәк 1998 йылдан бирле уңышлы эшләп килә. Бында халыҡтың тормош-көнкүреше, рухи донъяһы, мәҙәниәте менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бар. Ә инде ауылда ойошторолған “Фольксланг” ансамбле милләттәштәрен немец йыр-моңонан айырмай. Улай ғына ла түгел, бер ниндәй ҙә милли һәм дини байрамдар уларһыҙ үтмәй. Был көндө лә улар халыҡ йырҙарын ғына башҡарып ҡалманы, немец туйын да сәхнәләштерҙе.

Ҡәнзәфәр бейҙең лайыҡлы вариҫтарыНемецтар элек-электән үпкә-бауыр колбасаһы әҙерләү оҫталығы менән дан тотҡан. Балаҫ сигеү ҙә уларҙың яратҡан шөғөлдәренең береһе. Үҙәккә килгәндәргә пришибтар ошо һәләттәрен күрһәтте.
“Алексеев” немец тарихи-мәҙәни үҙәгендәге ҡомартҡылар хаҡында ла әйтмәй булмаҫ. Бөхтә генә ағас йортта халыҡтың үткән быуаттағы йәшәйеше асыҡ сағыла. Унда өй беренсә йыйып алынған ҡәҙерле экспонаттар урын алған.
— Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ниндәй ауыр заманда йәшәһә лә, йыр-моңдан һис айырылмаған, — ти музей хеҙмәткәре. — Стеналағы скрипка йорт хужаһының төп байлығы булған. Шуға ла уны күренеп торған урынға элгәндәр. Ә бына был тегеү машинаһы, беләһегеҙме, күпме юл үткән? Тәүҙә хужабикә уны Германиянан Украинаға алып барған, һуңынан Башҡортостанға килтергән. Ҡатмарлы йылдарҙа ла тотош ауыл халҡына кейем теккәндәр ошо машинкала. Шуға ла уны ҡәҙерләп кенә һаҡлайбыҙ.
Өҫтәл уртаһында ятҡан ҡалын китап та ҙур ҡиммәткә эйә. “Акушерлыҡ эше” тип аталған әсбап 1898 йылда Берлинда баҫылған. Күрәһең, колония кешеләренә уның ҙур Ҡәнзәфәр бейҙең лайыҡлы вариҫтарыярҙамы тейгән.
Ауылдағы ЮНЕСКО ҡарамағындағы мәктәп тә бай музейы менән ғорурлана. Бында уҡыусылар немец телен туған тел булараҡ аҙнаһына өс тапҡыр өйрәнә. Мәктәп Германия менән ныҡлы дуҫлыҡ күпере һалған. Халыҡтар бәйләнеше уларҙың бер-береһен байытыуға килтереүе күптән мәғлүм. Пришиб мәктәбе уҡыусылары ла “Урал батыр” эпосын немец телендә рәхәтләнеп һөйләй. Быны күреп беҙ ҙә ҡыуандыҡ.
— Һәр кемдең йәненә ғәзиз урын була. Ә беҙҙең өсөн Пришибтан да ҡәҙерлерәк һәм йәмлерәк төбәк юҡ донъяла, — ти мәктәп уҡыусылары.
Беҙ — мең ырыуынан

Ҡәнзәфәр бейҙең лайыҡлы вариҫтарыАртабан төп байрам Һарайлы ауылында дауам итте. Унда Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге асылды.
Тантаналы ваҡиға уңайынан ҡотлау һүҙе менән Благовар районы хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов сығыш яһаны.
— Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Ҡәнзәфәр бей Башҡортостандың Урыҫ дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуында мөһим роль үтәгән, — тине Юрий Александрович. — Уның кеүек оло шәхестең исеме мәңгеләштерелеүгә лайыҡ. Ошо тәҡдим менән беҙ республикабыҙ Президенты Рөстәм Зәки улына мөрәжәғәт иткәс, уның хуплауын алдыҡ. Тиҙҙән район үҙәгендә Ҡәнзәфәр бей скверы барлыҡҡа киләсәк. Унда башҡорт бейенә һәйкәл дә ҡуйыласаҡ. Хәҙерге быуын үҙенең тамырын, һис шикһеҙ, белергә тейеш. Шул саҡта ғына Ватанының киләсәгенә битараф булмаясаҡ.
Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Велмир Аҙнаев белдереүенсә, яңы асылғаны менән бергә республикала 16 тарихи-мәҙәни үҙәк, 36 милли ойошма бар.
Архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ҡәнзәфәр бей ХVI быуаттың уртаһында Ҡазанға Аҡман, Тоҡман, Тинәй исемле туғандары менән батшаға бара. Шулай итеп, ул — мең Ҡәнзәфәр бейҙең лайыҡлы вариҫтарыырыуының башлығы булараҡ, тәүгеләрҙән Урыҫ дәүләтенә ҡушылырға ҡарар итә. Батша Иван IV уларға аҫабалыҡ Грамотаһын тапшыра, ә ырыу башлығына тархан титулын бирә. Илебеҙ өсөн киҫкен осорҙа мең ырыуы етәксеһенең дөрөҫ аҙымы дүрт быуат ярым үткәс тә онотолмай.
Меңле башҡорттары өсөн был көн икеләтә байрамға әүерелде. Тарихи-мәҙәни үҙәк асыу тантанаһынан һуң, бөтәһе лә Ҡыҙҙар тауына ашыҡты. Унда мең ырыуының I йыйыны киң ҡоласын йәйгәйне. Меңлеләр — Бишбүләк, Благовещен, Благовар, Дәүләкән, Ауырғазы, Иглин, Әлшәй райондары — матур тирмәләрен ҡорған. Дәүләкәндәр дәртле йыр-моңдары менән алдырһа, әлшәйҙәрҙең шифалы ҡымыҙына, ауырғазыларҙың һоҡланғыс ҡул эштәренә, благоварҙарҙың иркен тирмәһенә етеүсе булманы.
Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов та сығыш яһап:
— Республикабыҙҙа Президент ҡарамағында милли мәсьәләләр буйынса совет бар, — тине. — Ә инде был тиклем күп тарихи-мәҙәни үҙәк Рәсәйҙең бер төбәгендә лә юҡ.
Урындағы халыҡтың тамырын төптән белеүендә Ҡәнзәфәр бейҙең вариҫы Рәйес Ҡорбанғоловтың ғилми эшмәкәрлеге оло баһаға лайыҡ. Ул ун йылдан артыҡ ғүмерен нәҫел ебен барлауға бағышлаған. Благовар районы хакимиәте башлығы ихтирам йөҙөнән уға Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Тамашасылар өсөн төрлө район вәкилдәре ҡатнашлығында концерт программаһы тәҡдим ителде. Ә инде мең ырыуының улы — Татарстандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Асаевтың моңло күстәнәсе күптәрҙең күңелен елкендерҙе.
Мең ырыуы ҡыҙы, шағирә Лариса Абдуллинаның шундай шиғри юлдары бар:
...Ете быуыныңды барланыңмы,
Ырыуымдың рухлы балаһы?
Тамырҙарың тәрән, ныҡ булғанға
Маҡсат менән алға бараһың.
Эйе, тамырҙарын тәрәндән белгәндәр генә ғорур алға атлай ала. Ә шулай ҙа ниндәй ырыуҙан, ҡайһы милләттән булһаң да халыҡтар дуҫлығының изге маҡсаттарын онотмаҫҡа кәрәк.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов:
“Милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләһе беҙҙә әллә ни актуаль түгел, сөнки Башҡортостанда халыҡтар элек-электән дуҫлыҡта йәшәй. Йылға атама биреп, беҙҙәге изге мөнәсәбәттәрҙең үҫеше һәм төҙөлөшөнә иғтибар тыуҙырҙыҡ. Бер-береңә ҡарата үпкәләү һәм аңлашылмаусанлыҡтарҙың булмауы тотош илгә үрнәк. Һис шикһеҙ, Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә беҙҙең тәжрибә менән ҡыҙыҡһыналар. Был йылда бик күп саралар ойошторҙоҡ. Улар барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Шуның менән республикалағы дөрөҫ йүнәлешебеҙҙе күрһәттек”.
(27 декабрь, 2011 йыл)




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780