Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көй өрҙөләр Көйөргәҙелә
Көй өрҙөләр КөйөргәҙеләБер быуаттан һуң, Ватан һуғышында еңеүгә арнап, тағы ҡурайсылар йыйыны үтте

— Ҡурайсылар парады башлана! — Аҡланға борсаҡтай һибелгән халыҡҡа, әйтерһең дә, был һүҙҙәрҙең тылсымы тәьҫир итте: олоһо-кесеһе тәғәйен майҙанға ашыҡты. Әлбиттә, был һүҙбәйләнеш, тәүгә ишетелһә лә, тантаналы ғәйрәте, ҡөҙрәте, һөйөүе һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән килеп ҡолаҡҡа инде лә, аҡлан өҫтөндә өйөрөлгән яҡты ла, көслө лә ватансылыҡ хис-тойғоһо урман-тауҙар аша гүйә бөтөн Уралға артылды, икһеҙ-сикһеҙ күктәргә олғашты.
Бына күптәр тулҡынланып та, ҡыҙыҡһынып та көтөп алған парад башланды. Иң алда марш ыңғайына тып-тып баҫып килгән ике юртаҡ уға айырым тантаналыҡ өҫтәне.

Тирә-яҡҡа нур булып таралған йөрәккә һыймаҫ хис-тойғо, күрәһең, малҡайҙарға ла йоғонтоһо яһаған. Ана бит, баштарын ниндәй ғорур тотоп, текә юртып килә улар! ӘКөй өрҙөләр Көйөргәҙелә арттарында аҡ күлдәкле ҡыҙҙар һынландырған йыйын символы — ҡурай тажын ҡайһылай йәтеш уйлап тапҡан был майҙан хужалары! Улар артынан саф-саф булып теҙелеп килгән һәр райондың ҡурайсылар командаларын ҡарасәле! Бынау ҡурайҙарын ҡыйғыр ҡылыс урынына юғары күтәреп килгән сибайҙарға ғына күҙ һалһағыҙсы! Һай-һай, ниндәй ғорурлыҡ сағыла йөҙҙәрендә!
Бер нисә минуттан парад, үҙ юлын үтеп, сәхнә алдындағы ҙур аҡланда ярым түңәрәк яһап теҙелде. Йыйынға 2000 ҡурайсы йыйылырға тейеш тигәндәре хаҡҡа сыҡҡандыр, ана бит, бөтөн бер армияны тәшкил итте лә ҡуйҙы халыҡ музыка ҡоралында уйнаусылар. Әле былары парадта ҡатнашҡандары ғына. Ә ҡоралдарын “ҡынынан” һурып сығармағандары күпме әле тамашасы араһында!
Байрам майҙанында 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған тамаша ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бына Рәсәй армияһының төп геройҙарының береһе — Кутузов алмасыбар атында “ғәскәр” алдынан ғорур ҡиәфәттә үтә. Уны башҡорт “атлылар полкы” ҡайнар сәләмләй. Дошманды еңеү тантанаһы йәйелә...
Ошо рәүешле башланған байрамды артабан сараның рәсми өлөшө дауам итә. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов башҡорт халҡы өсөн үтә лә мөһим был сараға йыйылғандарҙың һәммәһен дә тәбрикләп:
Көй өрҙөләр Көйөргәҙелә— Ҡурай халҡыбыҙҙың серҙәше, табында табындашы, яуҙа яуҙашы булған. Тыныс мәлдәрҙә ул беҙҙең күңелдәрҙе күтәрһә, хеҙмәткә дәрт өҫтәһә, һуғыш заманында халыҡтың дошманға ҡаршы барыр дәһшәтле ҡоралына әйләнгән, — тине. — Юҡҡа ғына Ҡаһым түрә Парижға ҡурай тотоп инмәгән, теүәл 100 йыл элек ҡурайсылар Ҡаһым түрәне, Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, баш һалған башҡа яугирҙәрҙе данлап, тарихта тәүге тапҡыр үткәрелгән йыйынға йыйылмаған. Тәүге йыйындың Көйөргәҙе ерендә булыуы беҙгә мәртәбә өҫтәй, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһон уята һәм бына бер быуаттан һуң йәнә абруйлы ҡорға йыйылдыҡ.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙың сығыштары башҡорт халҡын һәм ҡурайын, тарихи үткәнебеҙҙе данлауға бағышланды. Ә инде француз яуы йылдарында башҡарылған йыр-моңдарыбыҙҙан ғына торған концерт программаһын шөһрәтле һәм яратҡан йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың башҡорт халыҡ йырҙары “Ирәмәл”, “Эскадрон” менән башлап ебәреүе йыйындың мәртәбәһен тағы ла нығыраҡ күтәреп ебәрҙе.
Концерт дауам итте. Сәхнәләге күренеш өҙлөкһөҙ алмашынды: ҡурайсылар урынын — йырсылар, уларыныҡын бейеүселәр биләп кенә торҙо. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдиновтың һәр йырға, көйгә ҡыҫҡаса аңлатмаһын халыҡ йотлоғоп тыңланы, сәхнә оҫталарын алҡыш менән оҙата барҙы. Байрам кәйефе йоҡҡан һәр кешенең күңеле, әҫәрләнеп, хис менән ташты.
Байрам байрам инде ул. Осрашыуҙар, шатланыуҙар, хәтерҙәрҙе яңыртыу, көлөшөү. Беҙ ҙә ошо оло тантанала ҡатнашҡан бер нисә кеше менән әңгәмәләшеп алдыҡ.Көй өрҙөләр КөйөргәҙеләРишат РӘХИМОВ, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класы уҡытыусыһы һәм башҡорт уйын ҡоралдары ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы:
— 1971 йылда училищеға Ғата Сөләймәновтың ҡурай класына уҡырға ингәйнем һәм, уҡытыусымдың васыятын үтәп, ошонда бөгөнгә тиклем эшләйем. Был йыйынға килеүемә шул тиклем шатмын. Ойоштороусыларға ҡарата ихтирамыбыҙ ҙур: ҡатмарлы заман тип тормай, ошондай оло мәжлес йыйыу — үҙе бер батырлыҡ ул. Бындай байрамдар халҡыбыҙға үҙ тарихын онотмау, быуындан быуынға изге мираҫ итеп тапшырыу өсөн кәрәк. Бөйөк сәсәнебеҙ Мөхәмәтша Буранғолов яҙып ҡалдырыуынса, Көйөргәҙе ерендә француздарҙы еңеүҙең 100 йыллығына арналған ҡурайсылар бәйгеһе үткән, бөгөн беҙ ошо бәйгене дауам итергә йыйылғанбыҙ.
Сәғирә ЮЛҒУТИНА, Р. Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы:
— Беҙгә һәр байрамда ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу һәм оҙатыу эшен ышанып тапшыралар. Ошолай тирмә ҡороп, бөтә ауыл менән аш-һыу әҙерләйбеҙ. Бының өсөн, әлбиттә, ауыл Советы депутаттары сессияһында был эште нисегерәк ойоштороу һәм кемдәрҙе йәлеп итеү, ҡаршы алыу һәм һыйлау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бөтә йәмәғәт ойошмалары ла бындай коллектив эшкә ҡушыла. Аш-һыу, ҡул эше оҫталары һәм башҡалар ҙа ситтә тороп ҡалмай.
Фәнир МАЛБАЕВ, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе:
— Бөгөнгө йыйынға ике мең ҡурайсы йыйылырға тейеш тигән хәбәр ишетелеп ҡалғайны. Әле, сама менән генә алғанда ла, мең ярымлап ҡурайсы килгәндер. Күренекле ҡурайсылар эргәһендә күпме йәштәр бар.
Көйөргәҙелә 2005 йылда район ҡурайсыларының 70 йыллығы үткәйне. Шунда “70 йыллыҡҡа — 70 ҡурайсы” тигән девиз аҫтында эшләгәйнек. Был бурысты үтәнек — ул йылда 77 ҡурайсыны йыйғайныҡ. Ҡурайсылар әҙерләү эше юлға һалынған инде. Маһир уҡытыусыларыбыҙ күп, йәш ҡурайсылар төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, ҙур ғына ерҙәрҙә эшләп йөрөй. Бөгөнгө сараға иһә 100 ҡурайсыбыҙҙы йыйҙыҡ.
Айҙар МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:
— Йыйынға утыҙҙан ашыу ҡурайсыны алып килдек. Бергә уҡыған һабаҡташтарыбыҙҙы, һәр республика сараһында ҡатнашҡан дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы осратыуыбыҙға, шундай тарихи, мәртәбәле байрамда ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ. Боронғо йырҙарҙы, ҡурай моңон тыңлап, көс-дәрт алдыҡ.
Йөҙөндә шатлыҡ, ҡәнәғәтлек нурҙары балҡып торған Юлай Ғәйнетдинов менән әңгәмәләшмәһәк яҙыҡ булыр ине. Бына күпме мәғлүмәт менән һөйөндөрҙө ул беҙҙе:
— Йыйын күктән төшкән идея түгел. Был турала ҡурайсылар съезында, 2008 йылда, мин тәҡдим иткәйнем. Ошо ниәтем бойомға ашыуы менән бәхетлемен, һәм шул съезда француз яуының 200 йыллығына 2000 ҡурайсы йыйырға иҫәпләйбеҙ тип белдергәйнек. Мораҙыбыҙға өлгәштек: бөгөн уларҙың иҫәбе 2 356-ға етте. Әле исемлек тулылана бара — йыйында ҡатнашып та, исемлеккә имзаһын ҡуйып өлгөрмәгәндәр бар. Барыһы ла йөрәк ҡушыуы буйынса килгән. Иҫ киткес рухлы байрам булды. Егеттәрҙең күҙендә ут, йөрәктәре дәртле тибә. Ырымбурҙан, уның ауылдарынан һәм ҡалаларынан бик ҙур команда килде. Ҡурайсылар унда йылдың-йылы өҫтәлеп тора. Әле берәүһе менән таныштым: Красногвардейский районының Иҫәнгилде ауылынан Йәнбулат Күсәев ул. Полковник. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан да әле ауылда ҡурай уйнап йөрөй. Һамарҙан килделәр. Барыһы ла шул тиклем ҡыуана. Атай-олатайҙарыбыҙ рухы хатта кескәйҙәргә лә күскән — өс йәшлек малай ҡурай һыҙғыртып маташа ине.
1812 — 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында бик күп башҡорт ҡатнашҡан. “Любезники, любизар, маладис, маладис” тип йырлаһаҡ та, маладистың күренмәгән яғы бар бит әле: 14 мең рядовойҙың 10 меңдән ашыуы башын һалған яу яланында. 1836 – 1839 йылдарҙа иҫән ҡалған яугирҙәрҙең исемлеген теркәгәндәр — унда бик әҙ бит иҫән ҡайтҡандар. Беҙ бөгөн яу яландарында башын һалған, шулай уҡ һуғыштан иҫән ҡайтып, беҙгә ватансылыҡ тойғоһон аманат итеп ҡалдырған олатайҙарҙың изге рухы һәм яҡты иҫтәлеге алдында баш эйҙек. Ошо төбәктән тупланған Беренсе башҡорт атлы полкынан һуғышҡа 500 рядовой 1812 йылдың 16 июнендә үк, хәҙерге Белоруссияның Гродно ҡалаһы эргәһендә Минскиға оҙатылған яралыларҙы ҡурсалап, француздар менән һуғышҡа инә. Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылынан Үзбәк Аҡмырҙин, айырыуса батырлыҡ күрһәтеп, изге Георгий ордены менән бүләкләнә. Наполеон ғәскәрен ҡыуып, Рәсәй сигенән теге яҡҡа сыҡҡан саҡта әлеге 500 рядовойҙың яртыһы ғына иҫән ҡала. Ә Парижды алғандарында уларҙың 115-е, йәғни 23 проценты ғына иҫән ҡалған.
Бөйөк Ватан һуғышында Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан яугир Миңлеғол Арыҫланов менән һөйләшкәйнем (ул хәҙер мәрхүм. Уны ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итеп тә үткәрмәгәндәр). Миңлеғол ағай, һеҙ һуғыштың башынан аҙағына тиклем булғанһығыҙ — нисә ат алыштырҙығыҙ, тип һорағайным, сөнки ат та бит яралана, һәләк була. 32 ат алыштырған! Уйлап ҡараһаң, күпме башҡорт аты һәләк булған!
— Юлай ағай, һеҙ бөгөн башҡарыласаҡ һәр йырҙың, көйҙөң ҡыҫҡаса тарихын һөйләп барҙығыҙ...
— Эйе, борондан көй башланыр алдынан йырҙың тарихы һөйләнелгән. Бөгөн концерт бик тығыҙ булды. Күптәр ниндәй ҙә булһа йырҙың ни өсөн башҡарылғанын белмәй. Шуға ике һүҙ менән генә әйтеп үтеү урынлы булыр тип таптыҡ.
— Ҡурайсылар араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың да булыуы тураһында фекерегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
— Ирҙәре менән бергә яу сапҡан ҡатындар ҡурай тотмаймы ни ул? Рыбаковтың яҙмаларында Гөлйыһан Нурмөхәмәтова тигән бик оҫта ҡурайсы тураһында һүҙ бар. Бөрйән районында йәшәгән, сығышы менән Темәс ауылы ҡурайсыһы Мөхәммәт Ҡәҙерғолов бала сағында Гөлйыһанды күреүе, уйнағанда уның бәүелеп, сулпылары сыңлап тороуы, бейеп йөрөгән ҡатындарҙың, сәсмәүенән көмөш тәңкәләрен өҙөп алып, ҡурайсының ҡурайына бәйләүҙәре тураһында һөйләгән. Ә Зефировтың “Йәнтүрә” хикәйәһен иҫкә төшөрәйек: ҡатыны ирен француз яуында ике тапҡыр үлемдән ҡотҡара. Тағы ла башҡорт халыҡ йыры “Ирәмәл”де лә башҡорт ҡатыны иренә йырлай:
“Һауаларҙа осҡан ҡарлуғастың
Ҡанат осҡайҙары ҡара икән.
Илкәйенә дошман баҫып килһә,
Кем генә һуң өйҙә ҡала икән?” —
тип йырлай ҙа, ҡулына ҡорал алып, атҡа менеп, ире менән яуға китә. Шулай уҡ Баязит Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” пьесаһында ла француз яуында ҡатнашҡан яугир ҡатын-ҡыҙ бик матур тасуирлана. Бөгөн уларҙың ҡурайҙа уйнауы ла халҡыбыҙ традицияларының дауам итеүе сағылышы булып тора.
Мәҡәләне Ҡурайсылар йыйыны үткән район хакимиәте етәксеһе Әхәт Йәүҙәт улының һүҙҙәре менән тамамлағы килә:
— Бөгөн беҙ, меңәрләгән кеше, эшебеҙҙең уң, изге икәнен, берҙәм булһаҡ, бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар еңә алмаҫын тағы бер ҡат аңлар өсөн йыйылдыҡ. Халыҡтың йыуанысы ла, ҡыуанысы ла булған ҡурай йәшәһә, беҙ ҙә йәшәйәсәкбеҙ.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780