“Ауыр мәлдә һис хыянат итмәҫ, яҡшы иптәш, зирәк, аҡыллы кәңәшсе, тоғро дуҫ булырҙай ысын-ысындан мөғжизәүи хазина бит ул китап. Йәнә килеп, уның тәжрибәле атай, мәрхәмәтле әсәй, уңған тәрбиәсе, һәйбәт уҡытыусы икәнлеге бәхәсһеҙ”. Яҙыусы Әмир Гәрәевтең был һүҙҙәре алдымда ятҡан, сағыу төҫлө буяуҙар менән биҙәлгән “Әсәйем ҡояш икән” китабы тураһында әйтелгән кеүек.
Уның авторы — балалар яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина. Рәссамы — Майя Зыяи.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның һәр яңы китабы — уҡыусылар өсөн шатлыҡ. Күҙ төбәп торған иң ҡәҙерле байлығыбыҙ, имен киләсәгебеҙ булған балаларыбыҙҙың күңелдәрен улар изгелек һәм мәрхәмәтлелек офоҡтарына әйҙәй.
2011 йылда донъя күргән “Әсәйем ҡояш икән” китабына ингән шиғырҙары, әкиәттәре, хикәйәләре тос фекерле, тәрән мәғәнәле. Теле бай, еңел уҡыла. Әҙибә тормош тәжрибәһе аша ипле генә итеп балаларҙы донъялағы иң һөйөклө кеше — әсәйҙең ҡәҙерен белергә, ололарҙы хөрмәт итергә өйрәтә. Мәҫәлән, “Әсәйем ҡояш икән” хикәйәһендә Әмир, III класс уҡыусыһы, бик иркә малай. Әсәһе иртәнсәк наҙлап ҡына уята. Малай йоҡонан тороуға бөтә нәмә әҙер: йыуынғыста — йылы һыу, самауыр шыжлап ултыра, тәрилкәлә майлы бутҡа, тәмле ҡабартмалар. Әсәһе Ғәлимә апай китапханала эшләй. Бер көн малай уянһа, ул өйҙә юҡ. Мейескә яғылмаған. Өҫтәл буш. Баҡһаң, әсәһе төндә ауырып киткәс, дауаханаға оҙатҡандар... Мал ҡарарға, ашарға әҙерләргә, мәктәпкә үҙеңә йөрөргә... Әсәһе дауаланып ҡайтҡас, Әмирҙең шатлығының сиге юҡ. Өй йылы, яҡты.
“Ҡайһылай ҡыҙыҡ. Әсәйем дә болоттар араһынан сыҡҡан ҡояш кеүек. Ул булһа — йылы, ул булмаһа — һалҡын, өшөттөрә”, — ти малай.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина — беҙҙең Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының, класс етәкселәренең генә түгел, ә бөтә Башҡортостан уҡытыусыларының да яҡын дуҫы. Дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа уның шиғырҙары, йырҙары төп урынды ала. Ә байрам сценарийҙары!
“Әсәйем ҡояш икән” китабындағы бик күп хикәйә, әкиәттәр — Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусылары өсөн дәрестә ҡулланырға файҙалы материал. Нимә ул композиция, пейзаж, эскиз, палитра, силуэт, паспарту, натюрморт? Шуларҙы ул “Көҙ төҫтәре”, “Мин һүрәт төшөрәм”, “Тыуған көн етте”, “Автопортрет”, “Матур күлдәк” әҫәрҙәрендә балаларға ябай итеп аңлата. Һәр хикәйәһе фәһемле, уҡыусыға өҫтәмә белем бирә. Ә “Ҡырмыҫҡалар файҙалымы?” әҫәре энтомология ғилеменә ҡыҙыҡһыныу ғына түгел, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш та тәрбиәләй. Ҡырмыҫҡаларҙың егәрле зат икәнен барыбыҙ ҙа белә. Ә уларҙың ауыр ваҡытта бер-береһенә ярҙамға килеүе тураһында хикәйәне уҡығас белергә мөмкин.
Балалар әҙәбиәте — ифрат яуаплы өлкә. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина был эшкә бик етди ҡарай, йәш быуынды тәрбиәләүгә күп көс һала. Китапҡа тупланған хикәйә һәм шиғырҙарында балалар менән үҫмерҙәрҙе рухи-әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләүҙең нескә урындарын уңышлы күтәрә (“Лилиәләр”, “Оҡшай миңә Флүрә”).
Өс бала әсәһе, өс ейән-ейәнсәргә өләсәй Фәрзәнә апай — бик күҙәтеүсән, иғтибарлы. Шунһыҙ кескәйҙәр тормошо тураһында мауыҡтырғыс итеп яҙып та булмайҙыр. Утыҙ йылға яҡын мәктәптә эшләү, балалар психологияһын яҡшы белеү уның әҫәрҙәрендә сағыла.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина йорт хайуандары һәм ҡоштарының, урман кейектәренең ҡылыҡтарына төшөнөп шиғыр юлына һала, һәр береһе тураһында сабыйҙы мауыҡтырырлыҡ һүҙ таба белә. Мәҫәлән, “Ҡарға” шиғырында күпме һүҙ байлығы йәшенгән!
— Ҡарға, тиеп
әйтһәгеҙ ҙә,
Ҡарғамайым һис кемде,
Мин ҡайтам яҙғы айҙа,
Ҡаралар төшкәс ҡарға.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: әҙибәнең ижады балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә оҡшай. Рәхәтләнеп бер тынала уҡып сығаһың. Үҫемлектәр донъяһы тураһында ҡыҙыҡлы әҫәрҙәрен уҡып, ғәмһеҙ, бер ҡайғыһыҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡан кеүекһең... Фәрзәнә апайҙың шиғырҙары менән танышҡандан һуң, ҡояш нурына тулған яҙғы яланда йүгерә-йүгерә йыйған ҡуянтубыҡ, ҡаҡы, балтырған, ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ, йыуа, бәпембәнең тәмен тел осонда тойған кеүекһең. Көндәлек мәшәҡәттәр менән беҙҙең күҙгә лә эленмәгән алабута, әрем, дегәнәк, билсән дә яҙыусының иғтибарынан ситтә ҡалмаған.
Аңлауыбыҙса, яҙыусының һәр әҫәре балаларға тәрбиә, аҡыл, белем биреү менән үрелеп бара.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина — оҫта лектор ҙа. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында эшләгән сағында уҡыған бай йөкмәткеле лекцияларын өс-дүрт сәғәт тын да алмай тыңлағанды уҡытыусылар һаман да ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала.
Ул — оҫта тәржемәсе лә. Башҡортсанан — урыҫсаға, урыҫсанан башҡортсаға әҫәрҙең бөтә нескәлектәрен һаҡлап ауҙара. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ уҡыусыларына еткереү башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн бик кәрәкле.
Шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаны Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә республика политехник лицей-интернатында ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар. Яңы китабынан шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ райондары һәм Ырымбур өлкәһе балалары белем алған был уҡыу йорто менән яҙыусыны күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Уҡыусылар авторҙың “Арыҫлан менән ҡуян”, “Матур болдор” әкиәтен сәхнәләштерҙе, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Осрашыуҙан балалар бик ҡәнәғәт ҡалды. Йәштәр менән аралашыуҙан Фәрзәнә апай үҙенә яңы геройҙар тапһа, уҡыусылар, сиратҡа теҙелешеп, китаптарына автограф алып ҡыуанды. Иҫтәлеккә дөйөм фото ҡалды.
Фәүзиә ИШКИНИНА,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.