“Урал батыр” ҡобайыры — башҡорт халҡының ғына түгел, донъя мәҙәниәтенең аҫыл ҡомартҡыларының береһе. Әҫәрҙең төп фәлсәфәүи асылы — кешенең был ерҙәге тәғәйенләнеше, йәшәү һәм үлемдең мәғәнәһе, тәбиғәттең, кешелектең мәңгелек икәнен раҫлау.
“Урал батыр” ҡобайырының яҙып алыныуына 100 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, әле лә халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһын өйрәнеү дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын мәктәп уҡыусылары араһында “Урал батыр” эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсы ойошторола. Быйыл 14-се тапҡыр уҙғарылған бәйге Сибай ҡалаһы янындағы “Юлдаш” ял һәм һауыҡтырыу лагерында булды. Республикабыҙҙың барлыҡ район һәм ҡалаларынан бөтәһе 61 команда һәм 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева әйтеүенсә, мәртәбәле сараның тап Сибайҙа үткәрелеүе осраҡлы түгел, сөнки ҡалала сәсән телле балалар күп, улар йыл һайын конкурста призлы урындар яулай. Икенсенән, “Урал батыр” эпосын тап ошо төбәктән Хәмит һәм Ғәбит сәсәндән Мөхәмәтша Буранғоловтың яҙып алыуын да оноторға ярамай.
Һәр сараны юғары кимәлдә ойошторған сибайҙар был юлы ла һынатманы. Өс көн буйы барған конкурста ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар, ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсиялар ойошторолдо, “Сулпан” балалар театры артистары Наил Ғәйетбаевтың “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйылған спектаклен, ә сәнғәт мәктәбе уҡыусылары үҙенең сағыу сығыштарын күрһәтеп кинәндерҙе. Кистәрен усаҡ янында үткән дискотекала уҡыусылар бер-береһе менән яҡындан танышты, яңы дуҫтар тапты.
Конкурстың төп маҡсаты киләсәк быуында сәсәнлек мәктәбен үҫтереү, халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен һәм импровизаторлыҡ һәләтен камиллаштырыу, эпосҡа ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ хисе уятыу ине. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, уҡыусыларҙың һөйләү оҫталығын үҫтереү маҡсатында, танылған фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов менән билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: быйыл бәйге тик “Урал батыр” эпосы буйынса ғына барҙы, бәйгеселәр жюри ағзаларына тик башҡорт телендә генә һөйләп күрһәтте. Ҡайһы бер сығыш яһаусылар бер нисә телдә әҙерләнеүгә ҡарамаҫтан, уға айырым баһа ҡуйылманы, сөнки башҡа телдә һөйләүселәр өсөн ЮНЕСКО тарафынан айырым конкурс булдырылған.
— “Урал батыр”ҙы донъя кимәлендә танытыу, уны ЮНЕСКО-ның рухи мираҫы исемлегенә индереүҙә Сибай ерендә үткән был сара ниндәйҙер кимәлдә үҙ ролен уйнаясаҡ тигән өмөттәмен, — тине “Урал батыр” эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсының жюри рәйесе, филология фәндәре докторы, академик Әхмәт Сөләймәнов. — Көҙ көнө Башҡортостанға Яҡут (Саха) Республикаһынан килгән делегация яҡут халҡының бөйөк әҫәре “Олонхо”ны халыҡ ижады өлгөһө булараҡ таныштырғайны. “Урал батыр”ға ауаздаш “Олонхо”, ҡырғыҙҙарҙың “Манас”ы донъя кимәлендә киң танылыу тапһа, ошоғаса “Урал батыр”ҙың һаман исемлеккә инмәүе борсоуға һала. Шуға күрә быйылғы конкурсты “Урал батыр” ҡобайырын ошо исемлеккә индереүгә әҙерләүҙең тәүге аҙымы тип атағанда, һис тә яңылыш булмаҫ. ЮНЕСКО-ның исемлегенә индереүҙең талаптары буйынса “Урал батыр” ҡобайыры сәнғәттә, мәҙәниәттә, һынлы сәнғәттә, башҡа төрлө йүнәлештә сағылыш табырға тейеш. Әле “Сулпан” театры артистарының күрһәткән спектакле һәм уҡыусыларҙың эпос буйынса сәхнәләштерелгән инсценировкалары шуға яраҡлаштырылмағанмы ни?! Тимәк, аҙ булһа ла һөҙөмтә бар. Киләсәктә башҡорт халҡының мәшһүр “Урал батыр” ҡобайыры ЮНЕСКО-ның рухи мираҫы исемлегенә индерелер, тигән тулы ышаныстамын.
Мәғрур Ирәндек тауы итәгендә өс көн буйы барған бәйгелә уҡыусылар таныштырыу, викторина, эпосты яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү буйынса көс һынашты. Жюри ағзалары әйтеүенсә, йылдан-йыл конкурстың бәҫе арта, сығыш яһаусы балалар күбәйә, бәйге мәртәбәле була бара. Йыл һайын республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаһында үтеүе лә уҡыусыларға республикабыҙҙың төрлө урынында булырға мөмкинлек бирә. Иҫтәлекле урындар, йәмле күлдәр, мөғжизәле тау-урмандар менән таныша, республиканы арҡыры-буйға әллә күпме саҡрым аша үтеп, юйылмаҫ тәьҫораттар ала улар. Шуныһы үҙенсәлекле: бәйгеселәр араһында ҡайһылары бер нисә йыл дауамында ҡатнаша. Эпосты яттан һөйләү буйынса гран-при Күмертау ҡалаһының политехник лицей-интернат уҡыусыһы Инсаф Йәмиловҡа бирелде. Инсаф конкурста дүртенсе тапҡыр ҡатнаша, “Тәүге йылда бер нәмә лә алманым, киләһе йылында “ЮНЕСКО”ның Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдым, былтыр призлы урын бирелде, быйыл — еңеүсемен! Һәр бәйгеселә сәм һәм маҡсат булырға тейеш, мин үҙемә тик еңергә тигән маҡсат ҡуйҙым һәм уға өлгәшеүемә бик шатмын”, — тип конкурсанттарға мөрәжәғәт итте Инсаф Йәмилов. Уны бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыһы Фәүзиә Ишкинаның да ҡыуанысының иге-сиге юҡ. Беренсе урынды Баймаҡ районынан Гөлнара Ҡаҙарбаева, Ислам Төхфәтуллин (Ишембай), Ынйы Абдуллина (Салауат), Әлиә Ибраһимова (Сибай) яуланы. Әйткәндәй, бәйге ике йәш төркөмөндә 5–7-се һәм 8–11-се кластар араһында барҙы. Дөйөм командалар араһындағы күрһәткес буйынса сибайҙар — беренсе, Учалы һәм Ишембай — икенсе, әбйәлилдәр, әлшәйҙәр һәм бөрйәндәр өсөнсө урынды яуланы. Викторина һөҙөмтәләре буйынса Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Нурзилә Усмановаға тиңләшеүсе табылманы. “Урал батыр” эпосын сәхнәләштереү буйынса өсөнсө урынды Федоровка менән Мәсетле районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы командалары алһа, икенсе урынға — Бөрйән менән Баймаҡ райондары, беренсегә Сибай ҡалаһы командаһы лайыҡ булды. Таныштырыу буйынса беренселекте сибайҙар, икенсе урынды — Әбйәлил менән Учалы райондары, өсөнсөнө Әлшәй районы, Ишембай ҡалаһының кадет мәктәбе һәм З. Вәлиди исемендәге мәктәп-интернаты уҡыусылары командаһы бүлеште. Әммә призлы урындарҙың барыһы ла тиерлек көньяҡ-көнсығыш райондарына, йәғни башҡорттар күп йәшәгән төбәккә тура килде. Бәлки, шулай булырға тейештер ҙә. Ләкин төньяҡ-көнбайыш райондары уҡыусыларына бер призлы урындың да бирелмәүе эсте бошорҙо. Бәлки, киләсәктә конкурстың шарттарын, талаптарын бер аҙ үҙгәртергә кәрәктер.
Халҡыбыҙҙың бөйөк хазинаһы һәм рухи ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” вариҫтарын бергә йыйған йәш сәсәндәрҙең 14-се республика бәйгеһе юғары кимәлдә ойошторолоуы менән хәтерҙә ҡалды. Шунлыҡтан ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәновҡа, мәғариф бүлеге етәксеһе Ғаяз Хәсәновҡа, Башҡортостан Мәғариф министрлығына оло рәхмәтен белдерҙе.
Ысынлап та, “Урал батыр” ҡобайырында халҡыбыҙҙың ижади ҡөҙрәте тупланған, унда ата-бабаларыбыҙҙың аҡылы, тормошобоҙҙоң асылы сағыла. Әлеге сарала ҡатнашыусы һәр кем “Урал батыр” ҡобайырын белгән, уның асылын аңлаған кеше генә тормошта үҙ юлын табасағына, кешелекте Урал батыр саҡырған яҡшылыҡҡа өндәүенә, Урал батыр кеүек тыуған илен һәм ерен һаҡлаусы булып үҫеүенә тағы ла бер ҡат инанды. Киләһе бәйге мәшһүр эпос яҙып алынған бәрәкәтле Баймаҡ ерендә уҙасаҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.