Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Олатайҙар даны мәңгелек!
Олатайҙар даны мәңгелек!27 – 30 июндә Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте көндәре булып үтте

Рәсәй тарихы йылына һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған был көндәр унда ҡатнашҡан һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сәфәребеҙ Рәсәй әҙәбиәте өсөн изге урын — Переделкинонан башланды. Башҡорт яҙыусылары өсөн дә ҡәҙерле һәм иҫтәлекле был төйәк, йәғни “Переделкино” ижад йорто. Беҙҙе, әҙәбиәт көндәрендә ҡатнашыусы яҙыусыларҙы, үҙ ҡосағына алды был илһамлы йорт. Барып урынлашыу менән урыҫ совет балалар әҙәбиәтенең классигы Корней Чуковскийҙың йорт-музейына йүнәлдек. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ һалынған ике ҡатлы ағас йорт. Тирә-яғында уҡтай төҙ ҡарағайҙар, сәскә түтәлдәре. Һулап туймаҫлыҡ саф һауа. Ошондай уҡ әллә нисәмә бүтән классиктарҙың йорт-музейҙары бар. Ғәжәп: барыһы ла Сталин дәүерендә һалынған йорттар. Йорт-музейҙа иң ныҡ иҫтә ҡалғаны — Корней бабайҙың “Чукоккала” тигән атаҡлы ҡулъяҙма альбомы тураһында һөйләп ҡалдырған видеояҙмаһы. Әйткәндәй, ул альбом аҙаҡ айырым китап булып баҫылып сыҡҡан.
Олатайҙар даны мәңгелек!Икенсе көндө беҙҙе баш ҡаланың Комсомол проспектындағы Рәсәй Яҙыусылар союзында көтәләр ине. Бында, урыҫ һәм башҡорт яҙыусылары ҡатнашлығындағы “түңәрәк өҫтәл”дә һәм әҙәби ҡунаҡханала, әҙиптәрҙән тыш, Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы күреү тағы ла ҡыуаныслыраҡ булды. Бик үк дәррәү ҡуҙғалып килмәгәйнеләр шулай ҙа. Ни эшләмәк кәрәк — йәй уртаһы бит. Осрашыу шулай ҙа күркәм, тәрән йөкмәткеле булды. Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Валерий Николаевич Ганичев, “түңәрәк өҫтәл”де асып, Рәсәй тарихы һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтереп, телмәр тотто. Уның урыҫ армияһының хәрби походтарында башҡорт яугирҙәренең ҡатнашыуы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы һәм ҡыйыулығы тураһында хәбәрҙар булыуы айырыуса һөйөндөрҙө. Был осрашыуға мин “1812 йылғы Ватан һуғышында Башҡортостан һәм башҡорттар” тигән темаға сығыш яһар өсөн махсус әҙерләнеп барғайным. Сығышымда 1806 — 1807 йылдарҙа уҡ әле Франция менән һуғыш ваҡытында 20 башҡорт полкы ойошторолоуы, ә инде 1812 йылда атаҡлы Бородино һуғышында 1-се башҡорт, 1-се типтәр полктарының, Өфө пехота полкының ҡатнашыуы, 1812–1813 йылдарҙа яңынан 20 (ә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 28) башҡорт, ике типтәр, ике мишәр полкы ойошторолоуы, башҡорт полктарының тәүгеләрҙән булып Парижға барып инеүе, башҡорт атлыларының бөтөн Европаны таң ҡалдырырлыҡ батырлыҡтары, яугир олатайҙарыбыҙҙың, Рәсәй мәнфәғәтен яҡлап, күпме ҡорбан биреүе тураһында бәйән иттем. Был тема яҙыусыларҙың сығыштарында артабан дауам итте. Башҡорттарҙың Минин һәм Пожарский отрядтарында Мәскәүҙе поляк баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡатнашыуы, ә 1814 йылда башҡорт ғәскәр башлығының Веймар ҡалаһында бөйөк немец шағиры һәм философы Гетеның йортонда булып, уға уҡ-һаҙаҡ бүләк итеүе тураһында ла ғорурлыҡ менән телгә алынды. Ә Таңһылыу Ҡарамыш, алыҫ олатаһының француз яуында ҡатнашып, юғары наградалар алып ҡайтыуы тураһында һөйләне.
Әҙәби осрашыуҙы шағир һәм йырсы, ҡурайсы Мәүлит Ямалетдинов “Әрме” йыры менән башлап ебәрҙе. Прозаиктар Рәшит Низамов, Әмир Әминев, Ғәлим Хисамов һәр береһе фәһемле фекерҙәр әйтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар, Әнисә Таһирова, Факиһа Туғыҙбаева, Фәнил Күзбәков, Фәниә Ғәбиҙуллина, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Мөхәмәт Закиров, Владимир Денисов, Юрий Горюхин, Мәскәү шағирҙары Г. Немченко, С. Гловюк, В. Широков, Аршак Тер-Маркарьян алмаш-тилмәш шиғыр уҡыны. Осрашыуҙа баш ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙ — “Башҡортостан яҡташлығы” төбәк йәмәғәтселек ойошмаһы советы рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Тәлғәт Хурамшин, армия генералы Владимир Бобров, яҙыусы Йәмил Мостафин, ғалимә һәм шағирә Земфира Сәхипова тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Шиғри бәйгене йомғаҡлап, яҡташыбыҙ Шәмсиә Нагаева 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Ә инде “Любезники-любизар” йырын осрашыуҙа ҡатнашыусылар берҙәм күтәреп алып, күмәк тауыш менән тамамлап ҡуйҙы.
Әҙәби осрашыуҙы Николай Переяслов менән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина алып барҙы.
29 июнь көнө Мәскәүҙең иҫтәлекле урындарын күрҙек. Ҡыҙыл майҙанда — Кремль һәм Василий Блаженный соборы эргәһендә — күмәкләп фотоға төштөк, Александр баҡсаһында билдәһеҙ һалдат хөрмәтенә тоҡандырылған Мәңгелек ут янында ғәм халыҡ менән бергә батырҙар рухына сәждә ҡылдыҡ.
30 июндә баш ҡаланың Кутузов проспектында урынлашҡан “Бородино һуғышы” музей-панорамаһы менән танышып, тағы ла данлы тарихи ваҡиғалар эсенә сумғандай булдыҡ. Музей-панорама иҫ киткес көслө тәьҫир ҡалдыра. Унда урыҫ һәм француз армияларының 1812 йылдың авгусында 12 сәғәт буйы барған ҡанлы бәрелеше бөтөн тулылығында һәм теүәллегендә күҙ алдына баҫтырыла. Панорама түңәрәк формала эшләнгән. Шуны урап сыҡһаң, Бородино һуғышын башынан аҙағынаса күҙ алдынан үткәргәндәй булаһың. Музейҙың эсендә бик күп экспонаттар, төрлө художестволы полотнолар урынлаштырылған. Үкенескә ҡаршы, башҡорттарға арналған бер генә картина ла, бер генә мәғлүмәт тә табырмын тимә!
Музей-панорама алдында бөйөк полководец М.И. Кутузов һәйкәле ғорур ҡалҡып тора. Ә бына арыраҡ — триумфаль арка... Әйткәндәй, 1812 йылда был урында Фили тигән ауыл булған. 1 сентябрҙә М.И. Кутузов Савостьянов тигән крәҫтиәндең өйөндә мөһим хәрби кәңәшмә үткәргән. Һәйкәл дә, музей-панорама ла нәҡ шул ерҙә урынлашҡан. Хәҙер инде ул Мәскәүҙең эргәһе түгел, ә үҙәк райондарының береһе, баш ҡаланың изге бер төбәге. Беҙҙең сәфәребеҙ нәҡ ошо урында тамамланды. Алда беҙҙе “Өфө — Мәскәү” поезы көтә. Һау бул, Мәскәү, имен-аман йәшә, баш ҡала!
Рәшит ШӘКҮР.


Марат КӘРИМОВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры:

— Мәскәүгә сәфәребеҙ бик йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Бородиноның иҫ киткес панорамаһын күреп, үҙебеҙҙе бынан ике быуат элекке тарихи ваҡиғаның шаһиты кеүек тойҙоҡ. Иҫтәлекле урындар тулҡынландырмай ҡалманы.
Рәсәй Яҙыусылар союзындағы осрашыу ҙа шул уҡ темаға арналды. Сәфәрҙән яңынан-яңы ижадҡа рухланып, Өфө еренә аяҡ баҫтыҡ.

Хәсән НАЗАР,
шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

— Яҙыусыларҙың Переделкинолағы ижад йортонда, әйтергә була, хатта тылсымлы мөхиттә йәшәү үҙе үк рухландырғыс ине. Бында бит егерменсе быуаттың бөйөк яҙыусылары, шағирҙары классик әҫәрҙәр яҙған, аралашҡан, тарихилыҡ, дуҫлыҡ һулышы менән йәшәгән. Беҙҙең Мостай Кәрим, уның ҡәләмдәштәре Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айтматов, Ҡайсын Кулиевтар ошонда тәбиғәт хозурлығына, илһамлы фекер нурҙарына сорналған.
Рәсәй Яҙыусылар союзындағы башҡорт һәм урыҫ телдәрендә алып барылған ижади кисә, “төньяҡ амурҙары”ның — ҡаһарман ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы тураһында оло һәм мәртәбәле һүҙҙәр әйтелде, Башҡортостаныбыҙҙы, милләтебеҙҙе данлаған шиғырҙар яңғыраны. Беҙгә Мәскәү шағирҙары ла ихлас ҡушылды.
Кремлдә йөрөү, Мәңгелек утҡа сәскә һалыу, Бородино панорамаһын тулҡынланып, йөрәкһенеп ҡарау — былар оноторлоҡмо ни?!
Мәскәүҙә беҙ башҡорт теленең, зат-зәүеребеҙ иленең, туған әҙәбиәтебеҙҙең шөһрәтен, гүйә, Ватан алдында тағы бер тапҡыр мәртәбәләп ҡайттыҡ.
Башҡорт әҙиптәренә тапшырылған 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған иҫтәлекле миҙалдар беҙҙең Мәскәүгә бәйле хәтирәләрҙе һаман-һаман яңыртып торасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779