— “Автограф көнө”н үткәреү хәҙер беҙҙә матур йолаға әйләнде, — ти Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева. — Бөгөн иһә балалар өсөн сыҡҡан китаптарҙың авторҙарын йыйҙыҡ. Сөнки һуңғы ярты йыл эсендә генә бәләкәстәргә тәғәйенләнгән 20 китап донъя күрҙе. Бындай һөҙөмтәгә нәшриәттә балалар редакцияһын булдырыу арҡаһында өлгәштек. Элек, нәфис редакцияла балалар әҙәбиәте бүлеге генә эшләгәндә, улай күпләп сығарыу мөмкинлеге юҡ ине. Хәҙер хатта махсус проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ.
“Китап” нәшриәтенең махсус магазинында үткән “Автограф көнө”нә был юлы алты автор саҡырылғайны. Уларҙың һәр ҡайһыһы менән таныштырып, балалар әҙәбиәте редакцияһының бүлек мөдире, шағирә Әлфиә Әсәҙуллина тәүге һүҙҙе Илдар Шәйәхмәтовҡа бирҙе. Ул быйыл нәшриәткә ике проект тәҡдим иткән. Тәүгеһе — яҡташы, күренекле ғалим Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан уның “Урман әкиәттәре” йыйынтығын башҡорт, урыҫ, төрөк, немец, инглиз телдәрендә сығарыуҙа ҙур тырышлыҡ һалған.
— Үҙе күп телдәр белгән полиглот ғалимдың ижадын төрлө милләт уҡыусылары иғтибарына тәҡдим итеү — иң ҡулай бүләк, тип уйланыҡ, — тине Илдар Шәйәхмәтов. —
Бер китап эсендә күп телле ижадты баҫтырып сығарыу Рәсәй кимәлендә лә һирәк күренештер, моғайын.
Авторҙың икенсе проекты — “Любезники-любизар” буям китабы. Был да, бәләкәй генә баҫма булһа ла, бик ҙур әһәмиәткә эйә.
— Беренсенән, балалар тарихыбыҙҙы өйрәнә. 1812 йылғы һуғышҡа 200 йыл тулыу уңайынан үткәндәргә иғтибар артҡан мәлдә, бәләкәстәр ҙә һүрәттәрҙе ҡарап ҡына ҡалмаҫ, ә ата-бабаларыбыҙҙың үткәнен, элек ниндәй хәрби кейемдәр кейгәнен белеп, мәғлүмәтен арттырыр, тип ышанабыҙ, — тине автор.
Тағы шуны әйтеп үтергә кәрәк: “Төньяҡ амурҙары” йәмғиәтенең етәксеһе булараҡ, Илдар Шәйәхмәтов 1812 йылғы һуғыштың 200 йыллығына ҡарата төрлө сувенир продукцияһы ла әҙерләгән. Рәссамдарҙың шул йылдар хаҡындағы һүрәттәре төшөрөлгән бер нисә төрлө футболка, бокал, магнит, брелок, сумкалар бер өҫтәлгә теҙелгән.
Өлкәндәр өсөн тиҫтәгә яҡын китап авторы, танылған шағирә Миңлегөл Хисамова ла балалар өсөн сыҡҡан “Ҡояш ҡайҙа йәшенгән?” исемле йыйынтығын алып ҡыуанған. Уның бәләкәстәргә тәғәйенләнгән “Һары мәтрүшкә” тигән тәүге китабы уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителеп, күп кенә дәреслектәргә индерелгәйне. Ғүмер буйына мәктәптә, балалар йортонда, махсус интернат-мәктәптә эшләгән педагог шағирәнең, әлбиттә, үҙ уҡыусыларына әйтер һүҙе етерлек. Әҙибә хатта яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм балаларға арнап яҙған шиғырҙарынан бер бүлек әҙерләгән.
— Балалар бөтөн нәмәне лә образдар һәм һүрәттәр аша ҡабул итә. Хатта бер бала: “Мин һүрәтһеҙ китаптарҙы уҡымайым”, — тип тә әйтеп ҡуйғайны. “Китап” нәшриәтенең бәләкәстәр өсөн сығарған китаптары һуңғы ваҡытта айырыуса матур биҙәлеш менән әҙерләнә. Ҡулға тотоуы күңелле. Минең китабыма һүрәттәр эшләгән балалар рәссамы Майя Ҡәйүмоваға ла, мөхәррирҙәргә лә ҙур рәхмәт белдергем килә, — тип шағирә бер-ике шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Мәғдән Ғилуановтың “Аох космонавт” китабы ла әкиәт яратҡан балаларға бына тигән бүләк. Ҡарт айыу үҙенең ейәндәренә йәш саҡта нисек Йыһанға осоуы, ундағы мажаралар хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Бәләкәстәр ҙә шул ваҡиғалар менән бергә сәйәхәткә юллана.
Һүрәттәр тураһында һүҙ сыҡҡас, коллектив авторҙар тарафынан ижад ителгән “Миҙгелдәр балҡышы” тигән йыйынтыҡты ла телгә алып китке килә. Рәссам Зилә Кәримова биҙәгән был китап Мәскәү кимәлендә баҫылғандарынан һис тә кәм түгел. Яҙ, йәй, көҙ, ҡышҡа арналған шиғырҙарҙан тупланған йыйынтыҡ ошо дүрт миҙгелгә ярашлы төҫтәр менән һүрәтләнгән. Ошо хаҡта һөйләп, күмәк авторҙарҙың береһе шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина китаптың әһәмиәте, арабыҙҙан күптән киткән өлкән быуын авторҙарының ижады ла индерелеүе, төҙөүселәрҙең уйлап, иғтибарлы эшләүе, мәктәп балаларына, уҡытыусыларға кәрәкле дәреслек ҡулланмаһы булыуын билдәләп үтте, үҙенең ошо йыйынтыҡҡа ингән йәй хаҡындағы шиғырын уҡыны.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа нәшриәт заман менән бергә атларға тырыша. Рәсәйҙең баш ҡалаһында, сит илдәрҙә уҙған күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу ҙа һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмайҙыр. Унда күргән алдынғы тәжрибәләрҙе үҙебеҙҙә лә файҙаланырға тырышыла. Шуларҙың бер миҫалы итеп шағирә Әлфиә Әсәҙуллинаның “Һәр бер һөнәр кәрәкле” тип аталған йыйылма китабын килтерергә мөмкин. Берәр строфанан ғына торған шиғырҙар төрлө һөнәргә арналып, айырым биттә матур һүрәттәр менән бирелгән. Ябай тел менән яҙылған шиғырҙарҙы бәләкәстәр ҙә иҫендә ҡалдырып ятлап алырлыҡ.
Тәүге китабыңды ҡулға алыу — һәр йәш автор өсөн иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға. Бигерәк тә ошондай “Автограф көнө”ндә ҡулыңа тапшырһалар, икеләтә ҡыуаныслы. Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова өсөн “Әфлисун тәме” китабын ҡулына алыу ана шундай иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнде.
Һуңынан авторҙар китап һөйөүселәргә автографтар таратты.
Уҡырға яратҡан кешеләр өсөн каникул юҡ. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең магазинына килеүселәр унан бер ваҡытта ла буш сыҡмай. Әле лә матур сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре менән әллә күпме күңел байлығы алып таралышты.
З. МӘҺӘҘИЕВА.